Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Сентябрь , 14:26

Бала. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

       Ә малаймы, ҡыҙмы, уларҙы суртҡа айырырға, юғары, түбәнгә бүлергә ярамай, уларҙың һәр береһе ата-әсә өсөн ҡәҙерле, танһыҡ көтөп алған бала!

Бала. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.
Бала. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

 

- Бүлдермә әле юҡ-бар һорауың менән, баштан башлауым да баһа.

- Бары әйткәндәреңде ҡеүәтләйем генә.

- Ызнашит, индек мунсаның бы яғына. Сисендек.

- Шыр яланғасмы?

- Һүҙ бумағанда һүҙ сыбалтаһың, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр ишеттерәһең, эсте бошороп, ҡайһы башы эшләгән, иҫе дөрөҫ кеше мунсала кейем менән йыуынып утырһын?!

- Сисендек, тигәнгә генә әйткәйнем дә тағы.

- Сисендек шу. Төп яҡҡа үттек. Йыуынып утырабыҙ һәүетемсә. Гөлсирә төп яҡтараҡ, мин ябылыуы насар, һалҡын ел бәргән ишек төбөндәрәк, ауырлы бисәмде ҡәҙерләйем, ҡурсалайым инде үҙемсә. Эләүкәлә тәнде яҙып, һуйҙайып ятып тирләгәндән һуң сабыныштырған булдым, шунан бисәнең яҫтыҡтай арҡаһын, май бөргән бил тирәһен ышҡырға керештем...

- Ыслушай, һеҙҙең мунсалағы яланғас ғәләмәттәрегеҙ миңә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгел.

- Бер тапҡыр әйттем бит, бүлдереп сыпраңлама, йәме? Шулай тыныс ҡына таҙарынып утырғанда күҙҙәрем бисәнең апаруҡ ҡабарып һәлберәй төшкән, почти етлеккән ҡорһағына төштө, мин түгел, минең телем менән иблес әйттеме икән, белмәйем: “Дә-ә-ә, бы юлы ла, алтынсыға ҡабатланһа ҡаза була инде!” тип әйтеп ысҡындырҙым ормаһарҙан. Бисәм әйткәндәремде бер ҡолағынан индереп, икенсеһенән сығарып өндәшмәй ҡалһа ни буған, юҡ бит, миңә секерәйеп төбәлеп әйткәндәремде ыңғайы бер элеп тә алды:

- Ниндәй ҡаза хаҡында лыбырҙайһың у?

       Бер башлағас туҡтап ҡалып бумай бит инде, тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа, тигәндәй, тураһын бәрҙем:

- Беҙҙең биш ҡыҙ бар.

       Ғәжәпкә ҡалған Гөлсирә шапылдатып һабын күпрекле боттарын сапты:

- Һалдың хәбәр, булды ла икән, ти, ары нимә?

     Аҙағынаса уйланылмаған хәбәрем телемдән ысҡынырға өлгөрһә лә мәлендә төҙәтергә ашыҡтым:

- Пагиҙи, бисәкәй, ҡайтҡас, патум...

- Патум, суп с котом, тиҙәр урыҫтар, ну?!

- Үҙ алдыма ғына һөйләнеүем.

- Иҫәүән генә үҙ алдына һөйләнә.

- Прусты ғына әйттем. Онот.

- Прусты бер ни ҙә эшләнмәй, буштан тәк бер ни ҙә ҡылынмай, башлағасың әйтеп бөтөр? – Ҡуйырҙан-ҡуймаған ҡатыным минең яҡҡа ҡайырылып ултырып һораулы итеп төбәлде, тимәк, башлағанды әйтеп бөтөрмәй мынан имен-аман ҡотолоп бумаясағын һиҙҙем.

- Арыһы шу, алтынсыға ла ҡыҙ тыуһа, ҡаза була инде!

       Гөлсирә ошоғаса миңә ҡул күтәреү түгел, ҡырын һүҙ менән дә ҡыйырһытмаған, үпкәләтмәгән, минән үтеп хәбәр һөйләмәгән ындым ҡатын шуларҙы ишетеүгә биттәремә ласылдатҡансы керле йүкә йыуғысы менән килтереп бәрҙе, шунан һуң ҡаҡ маңлайға суйын сүмес килеп эләкте, ышанаһыңмы юҡмы, ҡаҡ түбәмә алғас күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, хатта. Уйламай һөйләгән, ауырымай үлгән, тигәндәре шулдыр, ысынын әйткәндә барыһына ла үҙем ғәйепле инде.

- Хәтәр күренеште һөйләнең, - тим, - Сыңғыҙхан яуынан артыҡ булмаһа һис тә кәм түгел.

      Мөжөлдәгән тауыш дауам итте:

- Хәтәрҙең аръяғында хәтәр, мужны сказать трагично, аяныслы. Яндырайлығымды, ҡамғаҡлығымды беләһең, һис ҡасан бындай йәбер-золомдо күрмәгәнлектән һыҙылған шырпы бөртөгөҡләй тоҡанып ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп урынымдан ҡуптым.

      Әңгәмәне ялғап маташһам да мунсалағы күренеште күҙ алдына килтереп саҡ көлөп ебәрмәй тыйылып ултырам.

- Һин көл менән ышҡылған еҙ ҡомғандай балҡыма, сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө.

- Көлөү – көлкө түгел, биғәйбә, бөттө, кисер, берүк! – Шулай тинем дә алдымда ятҡан журнал биттәрен маҡсатһыҙ асҡыларға тотондом, үҙем ҡаш аҫтынан ғына тегене күҙләйем.

- Шуның менән генә бөтһә ни асыу, көрмәкләшә башлағайныҡ, аяғым һабынлы иҙәнгә тайып китеп тастың ҡырына баҫҡайным, теге юғарыға сойорғоп башыма килеп тә кейелде, шунан елтерәп тайшанып эләүкә ҡырына йәбешергә иткәйнем, мунса ташына һыу һала торған, ҡайнар һыу тултырылған оло сүмес сатыма түңкәрелде! – Шул дәһшәтле минуттарҙы яңынан кисергән, күңеленән үткәргән Хәбир тарбайған аяҡтарын ҡушарлағандай итте.

     Башҡаса түҙер әмәлем ҡалмағас һенем ҡатып көлөргә тотондом. Хәбир башҡаса тыйып маташманы, башын түбән эйеп тынып ҡалды. Мин дә һаһылдап туйғас кеҫәмдән ҡулъяулыҡ сығарып йәшләнгән күҙҙәремде һөрттөм.

- Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй шу, кешәнәп кинәндең инде, етер, тыныслан, ни тиһәң дә ләстит һатып урамда тормайһың, эш кабинетыңда утыраһың. Ысматри, ошо хаҡта берәйһенән ишетеп ҡалһам, минән яҡшылыҡ көтмә, белдеңме?

- Белмәгән ҡайҙа, ошо ерҙә ишеттем, ошо ерҙә оноттом!

- Бәләгә ҡалыуымды күргән Гөлсирә ирешеүебеҙҙе бер аҙ ситкә ҡуйып иң башта эләүкә ташына һирпкәндәй итеп сатыма һалҡын һыу һирпте лә, тасҡа тултырып баштан-аяҡ ҡойондорғайны шунда уҡ зиһен-торошом ипкә килде, айнығандай иттем.

- Күшеккән әтәс хәлендә ҡалдым, тигән.

- Мужыт шулайҙыр ҙа.

- Сәләмәтлек нормала, тигән булаһың, бына быныһы етди, үтә етди, әйҙә, - эргәмдәге шаршаулы ҡоролма артына ымланым, - бынау ергә инәйек тә, күрһәт, янған, тамам эшлектән сыҡҡан ереңде?!

- Күрһәтмәйем!

- Киреләнмә, Гөлсирәң менән кәсекләшмәйһең бит, сей яраңды күрһәтергә килгәнһең, унда инфекция эләгә ҡалһа эш тәрәнгә китер!

- Һин уйлағанса етди үк түгел, Гөлсирә неатлужный беренсе ярҙамды күрһәтте, тинем дә баһа, шунан мунсанан сыҡҡас боттар араһын ата тоҙ менән ышҡыным, хәҙер көн һайын ҡаҙ майын һөртәм, күберсемәне былай, ҡыҙарып-буҙарып ҡына тора.

- Улайһа еңел ҡотолғанһың, ни тиһәң дә ирҙең йән ере бит. Майһыҙ арба күсәре лә салидолһыҙ шығырҙап бара, аяҡтарыңдың араһын регулярно майлағас хәҙер еңел, егәрле атлайһыңдыр инде?

- Тел тиһәң телеп һалаһың инде һин дә, әпәт ишеткәнеңде лаҡапҡа олғаштырырһың, шай?

- Әйттем дәһә, ирмен тигән ир кешенең күңелендә эйәрле ат ятыр!

- Шулай тигән, юғиһә... – Хәбир башлағанын әйтеп бөтөрмәй миңә шикләнеңкерәп ҡарап ултырҙы ла дауам итте. - Ғаиләбеҙҙәге убшая ситуация, абстановка еңел үк түгел әле, ике көн ауыҙҙарыбыҙға һыу уртлағандай һөйләшкәнебеҙ юҡ, ул төпкө яҡтағы түшәктә күлбеп йоҡлай, ә мин аш өйҙәге ишек төбөндәге диванда фуфайка бөркәнеп ятып, уфтанып таң аттырам, икебеҙ ике башҡа ашайбыҙ, ашайым, тиһәм дә тамаҡҡа аш үтмәй, балалар етәкләгәндәй итеп табынға саҡыра ла у, Гөлсирә ҡаш аҫтынан дошманға төбәлгәндәй итеп ҡарап өндәшмәй, өйҙән ҡот ҡасты, ҡапҡан аштың бәрәкәте, өнһөҙ аралашыуыбыҙҙың рәт-сүрәте китте, кароче, йорт эсендәге пагуҙа яуым-төшөмлө, аяҙытырға уйламай ҙа.  Был һөйләгәндәр бар тәрәнлегендә һиңә барып етмәйҙәр әле, өйләнеп баш-күҙ алышҡас күрерһең ғаилә ауырлыҡтарын, ҡарт үгеҙ йәш башмаҡтың уйнаҡлауын күргән дә, әйҙә һикрәңлә, өйләнгәс күрерһең әле тормош михнәттәрен, тип әйткән, ти.

- Һандырар өсөн килдең инде, әләйгәс?

- Улай уҡ түгел, кәрәк тирәкте йыҡтыра, сириюзный йомош артынан һуғылдым, тинем баштан уҡ.

- Серьезный икән, бик серьезный итеп тыңлайым! – Ирәмһегән йөҙөмдө етдиләндерҙем ниһайәт.

- Алтынсыһы кем булыр икән, тием дә, эһе мәлендә шуны асыҡларға, выяснять итергә ине.

- Уның нимәһен асыҡлайһың, бала тыуғас күрербеҙ.

- Аны һинһеҙ ҙә беләм, тыуғас уже пузны будет. Шул бала донъяға килмәҫ элек берәй канкрит сара күрергә ине, тимәксемен.

- Туҡта әле, туҡта, уратаһың да, суратаһың, һинең тел төбөңдө, кинәйәңде аңлап етмәйем?

- Әйтәм бит данный вапрусты ошо арала хәл итеү ниабхадимо, тағы ла бер аҙна-ун көндән һуң булып ҡуйыуы бар.

- Ҡатыныңа аборт яһатырға мәллә иҫәбең?

- Ты што, һин мине кемгә тиңләйһең, ауыҙыңдан ел алһын.

- Ул саҡта һиңә ни кәрәк, тураһын әйтеп һөйләшәйек?

- Шу тыуып өлгөрмәгән баланың енесен нисек тә малай итергә иҫәп...

- Медицина толҡаттағы яралғының енесен үҙгәртә алмай, малай икән малай, ҡыҙ икән – ҡыҙ.

- Ни эштәргә у саҡта?

- Бая һин әйткән имселәрҙең береһенә мөрәжәғәт итеп ҡара.

- Замана имселәренә, күрәҙәселәренә лә ышаныс самалы, сумдырып аҡсаңды алып алдаясаҡтар ғына бары. Һинең совхозда баш ветвраш булып эшләгән Рәүеф дуҫың бар бит әле, яңыраҡ уның туптай малайы тыуҙы, билдәле булыуынса беренсеһе - ҡыҙ. Рәүеф ирҙәр менән һөйләшеп торғанда, малайҙы үҙем заказать итеп, зауығыма яраҡлаштырып эшкәртеп алдым, тип ысҡындырҙы һүҙ араһында.

     Рәүеф, берҙе бишкә тәкмәстереп һөйләргә, юҡтан ҡыҙыҡ табырға хирес кеше, Хужа Насретдин тоҡомонан. Тапҡанһың икән кәңәшсе, тип уйлап ҡуйһам да икенсе яҡтан һалдырған булдым:

- Бик һәйбәт мал врачы ул!

- Ул ветеринарҙың һәйбәтлеген этем генә белһен. Үткәндәге шул шапырыныуҙы ишеткәндән аҙаҡ сараһыҙҙан уға мөрәжәғәт ителде.

- Ни тип яуап бирҙе инде күпте күргән, күпте кисергән тәжрибәле белгес?

- Икенсегә малай кәрәккәс башымды совхоздың нәҫел үгеҙенән ялаттым, бермә бер килеште, ти.

       Аптыраған өйрәккә арты менән сумырға ҡушылғанын белһәм дә етди итеп ялғаған булдым:

- Әйткәс, беләлер, һин дә шулайтып ҡараһаңсы!

- Беҙҙәге башмаҡ үгеҙ пеләшемде яларға теләмәй бит, бөттө китте!

- Яйын Рәүефтән һорашһаңсы тағы?

- Һорашмаған ҡайҙа, һораштым. Ҡыу башыңды яларға үгеҙ бит алйот түгел, пеләшеңде еүеш көрпә менән һылап ҡара, ти.

- Һыланыңмы?

- Һыланым, кәнкритне яларға теләмәй тиҫкәренән тыуған емтек, мине күреү менән бапаҡты күргәндәй өркөп ҡаса. Ә һин, мал башлығы түгел медик булараҡ, ни тип кәңәш итерһең?

- Халыҡ медицинаһына ярашлы кәңәшем шул, йоҡларға ятҡанда яҫтығыңдың аҫтына балта һал. Балта бит ир-аттың эш ҡоралы, тыуыр балаға шул ғына ыңғай йоғонто яһар.

- Шулай тиһеңме? – Маңлайын сирған Ғәниев уйланғандай итте. – Теге талаштан һуң баш аҫтына балта һалһам шөбһәгә ҡалған Гөлсирә тағы маңлайға уҡлау менән килтереп бәрмәҫме?

- Суйынға ҡарағанда ағас еңелерәк, йомшағыраҡ.

- Һинең телгә бер килеп эләкмә инде у, ишеткәнеңде тирмәй ташылай ҡырҡҡа олғаштырырға әҙерһең.

- Йә, ярай, һеркәң һыу күтәрмәй үпкәләп барма, балта урынына йүгән ҡуллан, юҡ тигәндә - нуҡта. Шулай итһәң йүгән тотҡан малайҙың тыуырын көт тә тор!

- Мына эрәхмәт!

      Пациентым ырғып торҙо ла ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫҡандан һуң сығыу яғына ҡарай ынтылды. Тимәк, кәңәшемде ҡабул итте булыр.

     Бер нисә айҙан Ғәниевтарҙың алтынсыға игеҙ ҡыҙҙары тыуҙы. Ауыл тормошо үҙ яйына, һәүетемсә дауам итте, Хәбир, бәпестәрҙе тантаналы шарттарҙа район дауаханаһынан барып алғандан һуң, һауыт-һаба шалтыратышмай, күрше-тирәләренә лайыҡлы өлгө күрһәтеп татыу ғына йәшәй башланылар. Уларҙың бер нисә тапҡыр урамды тултырып ҡунаҡҡа китеп барғандарын күрҙем. Ике баланы оло байлыҡтай итеп ике ҡулына ҡыҫҡан иренә бәхетле йылмайған Гөлсирә һыйынып атлай, үҙе ваҡыт-ваҡыт иренә яратып ҡарап ала.

     Тағы ла бер нисә йылдан Хәбир Ғәниевтың кабинаһына һағып район үҙәгенә йүнәлдем. Кәйефе шәп булғанлыҡтан ул ҡыуаныслы хәбәрен һөйләй ҙә башланы:

- Алтынсы, бер юлы етенсе ҡыҙҙарыбыҙ бик теләгәс малай фиғелле, малай ҡылыҡлы булып тыуҙылар бит, әй! Гел эргәмдә өйрөләләр, ике яҡтан ҡамап, ҡултыҡтарым аҫтына тығылып йоҡларға яталар, тәм-томға иҫтәре лә китмәй, атаһына оҡшап ашағандары бишбармаҡ та эскәндәре ҡоротло һурпа, ирҙәр эшенә тотонһам ике яҡлап йәбешеп ярҙамлаша башлайҙар, уйнағандары ла ҡурсаҡ түгел, машина ла самолет, ҡылыс та мылтыҡ, торғандары менән дастуйын малайҙар, минең ҡыҙ кәүҙәле, ир йөрәкле малайҙарым. Ә теге биш бармаҡтай ҡыҙҙарымсы? Биш бармаҡтың ҡайһыныһын тештәһән дә ауырта, улар ҙа миңә үтә лә ҡәҙерле, ғәзиз. Беҙҙең халыҡ өсөн ете һаны изге иҫәпләнә, ызнашит беҙҙең донъябыҙ бөтөн һәм түңәрәк. Балаларымдың етәүһе лә сиратлап Гөлсирәнең эсенә һыйҙылар бит инде, хәҙер улар минең тышыма, күңелемә һыялар.

- Белмәгән инем, һин сәсәндән былайыраҡ телгә бөткәнһең бит, әй! – Хәбирҙең һыу буйы хәбәрен бүлдереп йылмайып ҡуйҙым.

- А как же, беҙ кемдән кәм!? Ә малаймы, ҡыҙмы, уларҙы суртҡа айырырға, юғары, түбәнгә бүлергә ярамай, уларҙың һәр береһе ата-әсә өсөн ҡәҙерле, танһыҡ көтөп алған бала!

                                                                                                       Аҙағы.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: