Йомабай тигән лесник ағай менән ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ хәлдәр булып алғылай торғайны. Ер ҡарҙан әрселеү менән ауыл халҡы киләһе йылын ҡайғырта башлай бит инде... иң элек утынын хәстәрләй, буралыҡ, бағаналыҡ ағастарын ҡайғырта. Был осорҙа, билдәле, лесниктарҙың урыны һәр өйҙә лә түрҙә! Әйҙүкләп кенә торалар үҙҙәрен, һый-хөрмәттәр һәр саҡ алдарында. Ә йыл көҙгә ауышҡас, уларҙы күрергә лә теләмәйҙәр...
Бер шулай бер көн алда артығыраҡ төшөргән Йомабай ағайыбыҙ, “баш төҙәткес” эҙләп, ауылда өй һайын йөрөй икән. Тик, кемгә генә инмәһен, “юҡ”тан башҡаны әйтмәйҙәр, уҫалыраҡтар хатта үҙен битәрләүҙән дә тартынмай. Байтаҡ ҡына өйҙәргә инеп тә юлы уңмағас, ағайыбыҙ урамдағы эскәмйәләрҙең береһенә сүгәләй.
–Дә-ә-ә, – тип һуҙа икән үҙе, – яҙ етһә, ағай ҙа ағай, тигән булып арттан ҡалмайҙар, көҙ булһа, үҙҙәре ағай булып бөтә лә ҡуялар... Яҙға ғына сығайым әле...
...Бөгөн үҙе иҫән булһа, ауылыбыҙҙа ҡәҙерле ҡоҙа ғына булып йөрөр ине лесник ағайыбыҙ...