Аура грек теленән “елдең иҫеүе”, тип тәржемә ителә, тағы ла ошо атаманың мәғәнәһен тәрәндәнерәк аңлатып әйткәндә, ул тере йәндәр тарафынан тирә-йүнгә таратылған күҙгә күренмәҫ нурҙар, фән өлкәһендә инде - “биополе” булараҡ билдәле. Ошо әйтелгәнде тарыраҡ итеп алып көнитмеш юҫығына күсергәндә әҙәм балаһы үҙенең йәшәү дәүерендә булмышы, ҡылған эштәре, тәбиғәткә, тере йәндәргә күрһәткән мөнәсәбәте менән әйләнә-тирәһенә өҙлөкһөҙ, кире, йә ыңғай йоғонто яһай.
Тулҡынлы генетика өлкәһендә ғалимдар иғтибарға лайыҡ бер тәжрибә үткәргәндәр. Евразия илдәрендә, Африкала үҫкән, кәбеҫтә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, нескә һабаҡлы, аҡ сәскәһе беҙҙәге ер еләгенекенә оҡшаған арабидопсис тигән үҫемлек бар. Оҙаҡ йылдар дауамында, көн һайын, һыу менән бергә арабидопсистарҙы әрләүҙәргә, ҡарғышҡа, ләғнәткә ҡойондорғандар, һөҙөмтәлә күҙәнәктәргә үтеп ингән шул тиргәүҙәр гендарҙы бомбалай шартлатҡан һәм үҫемлектәр тотошлайы менән тиерлек һәләк булған, яңынан шытым ебәргәндәре лә хәлһеҙ, зәғиф кенә һабаҡтарға тороп ҡалған. Бына бит нисек!
“Кеше һүҙе кеше үлтерә!”, “Йылы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ баш ҡаҙағы!” “Слово не воробей, вылетить, не поймаешь!” Бына ошондайыраҡ башҡорт-рус әйтемдәрен тағы әллә күпме дауам иттерергә мөмкин, шулай итеп һөйәкһеҙ телдән ысҡынған уҫал, уйланылмаған, алама хәбәр кеше психикаһына йә ыңғай, йә кире яҡтан ғәйәт ҙур йоғонто яһай.
Күҙгә күренмәҫ һағымдай һауала осҡан, башыбыҙ өҫтөндә аҫылынып торған насар һүҙҙәрҙең үлемесле йоғонтоһо хаҡында әйтеп үттем, улар әйләнә-тирәбеҙгә лә кире йоғонто яһай. Тәбиғәткә сығып әйләнгәндә урман-ҡырҙарыбыҙҙың элеккеләй матур, йәмле түгеллегенә иғтибар итәм йыш ҡына, тәүге тапҡыр барып төртөлгәндәй күп кенә таныш урындарҙы танымайым да хатта. Тәү ҡарашҡа барыһы ла элеккеләй һымаҡ, миҙгелдәр сиратлап алмашына, урман-ҡырҙар ҙа урынында тора һымаҡ, мәлендә сәскәләр ата, емештәр өлгөрә. Тик йыл һайын тотамдай ҡыҫҡарған көндәрҙең йәме, урман-ҡырҙарыбыҙҙың илаһи тартыу көсө күпкә ҡайтышлана, шиңә бара. Бер тапҡыр ҡайтҡанда ғүмер буйы бесән сапҡан, һәр ағасын, ҡыуағын яҡын кешемдәй белгән сабынлығыма барып әйләнергә булдым. Белгән, яратҡан урыным ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡайны. Бәхәс юҡ, беҙҙең менән ҡуша ағас-ҡыуаҡтар ҙа ҡартая, әммә ғиллә унда ғына микән? Шул күңелһеҙ күҙәтеүҙәремә яуап таба алмай ҡаңғырам да, ҡартайыу ғәләмәтелер, билдәһелер был мыжыуым, тип ҡул һелтәп тә ҡуям.
“Врач” боронғо рус һүҙе “врать”тан килеп сыҡҡан, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “врать”, алдашыу түгел, ә “говорить”, “разговаривать” шулай булғас табиптар ауырыуҙы скальпель, дарыуҙар ярҙамында ғына түгел, иң әүәл йылы һүҙ, миһырбанлы мөнәсәбәт менән дә дауаларға бурыслылар. Армияла хеҙмәт иткәндә бер йыл самаһы замполит Слуквиндың яман сир менән яфаланған йәш кенә, сибәр генә, зыялылар ғаиләһенән сыҡҡан юғары белемле, киң даирәле, тәрбиәле ҡатынына ауыртыуҙы баҫа торған уколдар ҡаҙаным. Өс сәғәт һайын, көндөң ниндәй тороуына ҡарамай тәүлек әйләнәһенә. Арыуҙың сигенә еткәс барыһына ҡул һелтәп баш тартырға уйлап та ҡуйҙым бер саҡ, әммә мине ҡәҙерле ҡунағылай күреп түҙемһеҙләнеп көтөп ятҡан ауырыуҙы күҙ алдына килтергәс яндырай теләгемдән кире ҡайттым. Эләгә-йығыла ете төн уртаһында Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһы урамдары буйлап барам, йоҡома иҫереп үҙ аяғыма үҙем эләгеп йығылып киткән саҡтар ҙа йыш булды. Шул ҡатынға дарыуҙан әүәл минең йылы һүҙем, күтәрмәләүем, артабанғы йәшәүенә ышаныс уятыуым кәрәк булған. Өмөтө өҙөлгәндә өмөтләндереп, дәрте һүрелгәндә дарман өҫтәп уға бер йыл самаһы ғүмер бүләк иттем, ә бит урындағы табиптар, ул ике айҙан да ары йәшәмәҫ, тип ҡул һелтәгәндәр ине бит. Ошо ваҡиға: “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесыма нигеҙ булды ла инде.
Бер һүҙ өндәшмәгән, йомоҡ кешене лә төрлөсә ҡабул итергә мөмкин, был психология фәнендә “бесловестный контакт” тип атала. Көләс йөҙлө кеше янығыҙҙан үтеп китһә, йә йортоғоҙға килеп инһә болот араһынан ҡояш йылмайғандай донъялар яҡтырып киткәндәй итә. Тағы ла бер миҫал килтерәм, әле һөйләшә лә белмәгән имсәк бала янына барып бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә ҡашығыҙҙы төйөгөҙ әле, ул шунда уҡ шарылдап илап та ебәрәсәк. Мәктәптә эшләгәндә миңә институтта уҡып йөрөгән бер практикантты беркетеп ҡуйҙылар. Уның ҡалын-ҡалын конспекттар яҙыуын, пландар төҙөүен, методик ҡулланмалар күтәреп йөрөүен күргәс әйтә ҡуйҙым: “То что вы делаете, достойны похвалы, но вы своих учеников прежде всего учите, воспитывайте своим присутствием!” “Как это?” “Ученики обычно не смотрят на учебники, а прежде всего обращают внимание, как вы стоите, как вы одеты, какое чувство излучает ваша внешность!” Ошо һөйләшеүҙән аҙаҡ практикант күркәм итеп кейенеп, башын ғорур тотоп, төҙ баҫып атлап, йылмайып йөрөй башланы.
Бөгөн беҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы кире аура уратып алған. Ҡайҙа ҡарама бер үк күренеш, тотош донъя халыҡтары аҡылдан яҙғандай береһе икенсеһен бысраҡ һүҙҙәргә, ялғанға ҡойондора, ҡайҙа баҡма талаш-тартыш, ҡан ҡойош. Элек беҙ бала саҡта ҡараған ишеткән яңылыҡтарҙы телевизорҙан ҡарағы, радио аша ишетке килә. Хәйерле иртә, теләгәндән һуң урып-йыйыу эштәре хаҡында, дәүләт бураларына тулған ашлыҡ, иретелгән ҡорос, төҙөлгән йорттар тураһындағы ҡыуаныстарҙан, һөйөнөстәрҙән башлана торғайны “Яҡылыҡтар” тапшырыуы, радионан иһә ана шул хеҙмәт батырҙарына бағышлап йырҙар йырлана ине. Хәҙер һуң? Элеккеләй хәйерле көн теләгәндән һуң һыу баҫыуҙар, янғындар, бәлә-ҡазалар, фажиғәләр тураһында һис тартыныуһыҙ теҙеп һөйләп алып китәләр, ошонан аҙаҡ көндөң хәйерле дауам итеүе икеле.
Ярай, тормош хәлдәренә күсәйек. Хәҙер һуңғы һүҙҙәр менән әрләшеү, кемделер хаҡһыҙ кәмһетеү, түбәнһетеү бер ни тормай. Йәнә телдәр ҡатыланды, тупаҫланды, һүҙ байлығы һүҙ бәләһенә ҡалды. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән, ҡайһы бер телдәргә ике һүҙҙең береһендә һүгенеү ялғауы ҡушып ебәрелә һәм ошолар ҡат-ҡат ишетелә торғас ябай, ғәҙәти хәл итеп ҡабул ителә башлай. Әрҙән тыш неологизмдар, яңы һүҙҙәр баҫып алды телде, шул аңлашылып бөтмәгән сит-ят һүҙҙәрҙе һөйләшенә ҡушып күптәр үҙҙәренең аҡылын, күп белеүен күрһәтергә тырыша. Хәҙер соус түгел, кетчуп менән генә туҡланабыҙ, йыйылыш-кәңәшмәләрҙе лә ойоштороусы түгел, модератор алып бара, иҫәпләй китһәң күп инде. Йәшермәйем, үҙемде наҙандың наҙаны итеп тә тойоп китәм ҡайһы берҙә. Бер көн яныма башҡорт ире килде, уны күптән беләм, үҙ телендә ике һүҙҙе бергә ҡушып һөйләй алмаған маңҡорт ул. Ни хәл итәһең, бөгөн шул хәлдә тороп ҡалдыҡ, киләсәктә лә телебеҙҙең таралыуы, туған телдә аралашыусыларҙың артыры бик тә икеле. Шул ирҙең миңә йомошо төшкән.
- Агай, вы мастерски владеете родном языком, - ти ир һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып.
- Да, знаю свой родной язык, а ваши слова про мастерства давайте отнесем к комплименту.
- Научи меня материться на родном языке так сочно, точно, доходчиво, чтоб эти слова её задели до глубины души!
- Если не секрет, вы с кем собираетесь так смачно ругаться?
- Известно, со своей женой!
- Вы хотите ругаться в присутствие детей?
- Пусть и они учаться уму-разуму, жизнь пошла такая жестокая.
- Запомни, наш язык сойдан для красоты, для любви, и созидания, и еще добавлю, сказанное любое слово как бумеранг возвращается своему хозяину, так что остерегайся злого ответа.
Кире аура, тере йәнгә йүнәлтелгән кире ҡараш, кемгәлер күрһәтелгән нәфрәт, кемгәлер йүнәлтелгән ләғнәт һәм ҡарғыш ҡара болоттай бөгөн ер шарын уратып алған, һәм ул беҙҙең аң менән идара итә. Һуңғы һөҙөмтә итеп тирә-яғығыҙға ҡараш ташлағыҙ һәм барыһына ла төшөнөрһөгөҙ, һүҙһеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ. Шул ҡара аура һыуға болғанып ғәрәсәтле дауылдар, ҡойма ямғырҙар, һыу баҫыуҙар хасил итә, тәбиғәтте ябып янғындар тыуҙыра, елгә ҡушылып ҡойондар уйната. Был донъяла бер генә нимә лә эҙһеҙ үтмәй, юғарыла әйтеп үткәнемсә һәммәһе хөкөм ҡарарылай үҙебеҙгә кире әйләнеп ҡайта. Был көрсөктән сығыу юлы бармы? Белмәйем, тик бер генә теләк әйтәм ошо ерҙә, әйҙәгеҙ һәммәбеҙ ҙә көнөбөҙҙө яҡшылыҡтан башлап ҡарайыҡ, бәлки ана шул тылсымлы һүҙ, матур һүҙ, башҡаларға күрһәтелгән ыңғай мөнәсәбәт үҙгәртер донъябыҙҙы!