АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Июнь , 09:50

Сөйөртмәк. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов.

     Мин дә фәрештәләй саф түгел, шыпа ла ғына изгеләрҙән түгел, шулай ҙа йән иретерлек һүҙҙәрҙе, киләсәккә йүнәлтелгән яҡты хистәрҙе кешеләр күңеленә оҙатып, хыялдары үҙәгенә ҡағылдырып, өмөтһөҙгә өмөт яғылдырырға, ҡараңғылыҡта ҡалғандарҙың көнитмештәрендә нур осмото сағылдырырға тырышам. Һәр хәлдә тырышам ғына, әммә тылсымлы һүҙ мәргәне, мөғжизәле һүҙ оҫтаһы булыу – осраған берәүгә тәтемәҫ һәм бирелмәҫ һәләт...

Сөйөртмәк. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов.
Сөйөртмәк. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов.

  Күрше малай Ғәбделхәйҙең иҫ китмәле шәп сөйөртмәге бар ине. Шулай булмай тағы, атаһы, һуғыш ветераны Әхмәтхәбиб ағайҙың ҡулы балта-йышҡыға ятышлы булараҡ беҙҙең өсөн иң кәрәк иҫәпләнгән нәмәне тәсәйҙәй итеп килештереп эшләп тотторғайны шул улына; ҡабығы юнып киптерелгән һөйәндең ян асамайҙары үлсәнгәндәй тигеҙ аралыҡта, һабы тотоуға ҡулай итеп осо семәрләп киҫелгән, төп өлөшкә тимерсыбыҡтар ярҙамында беркетелеп, тартып ебәрһәң ҡоластай һуҙылған һығылмалы йомшаҡ резиналары үтә лә яйлы, шул резиналарға тишеп тоташтырылған таш ҡыҫтырмалы күн босҡағы ла йәм өҫтөнә йәм өҫтөп итек кремы менән ҡап-ҡара итеп майлап ҡуйылған, бер һүҙ менән әйткәндә сөйөртмәк түгел, күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ затлы ҡул эше, беҙҙең, малайҙарҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырырлыҡ ҡиммәтле, алтатарға алыштырғыһыҙ ҡорал. Ғәбделхәй йомарт кеше булараҡ һәр беребеҙгә тегене тотоп ҡарарға рөхсәт итте, мәгәр башҡаса күрһәткеһе килмәгәнгәлер, ыштанының тәрән кеҫәһенә йәшереп үк ҡуйҙы, күпме генә ымһынһаҡ та, ай күрҙе ҡояш алды, тигәндәй, яңынан сығарманы. Шул сөйөртмәк сөйөрөлтөп ебәреп нәфсе теләгемде ҡуҙғытты бит бер заман – ни сәбәптән ул әйбер миндә булмаҫҡа тейеш, мин кемдән кәм?!

   Ошоғаса тотоноп ҡарамаған оҫталыҡ мәшәҡәтенә йөрьәт итеп, кәрәк-ярағы таптыра һалып бармаған шөғөлгә тотондом. Йылға батҡағына яртылаш күмелеп оҙаҡ ятҡанлыҡтан бер аҙ серей төшкән ярыҡ камераны табып алып, бармаҡ яҫылығындағы ике таҫма рәүешенә килтереп киҫтем дә, бер аҙ салышыраҡ күренгән ҡайын асамаға нығытып иң әүәл төп өлөштө әтмәләнем, тик хәйерһеҙ, теге, таш һалып елгәрерлек күн босҡаҡты ҡайҙан табырға, ҡайҙан алырға, бына мәсьәлә нимәлә? Тапҡан хәлдә лә уның Ғәбделхәйҙекенән һис тә ҡайтыш булмаған саф күндән әүәләнеүе зарур. Киттем, берәй нимә кәрәккәндә ылғый баш эйгән урмансы Фәтхулла еҙнәйҙәргә, тик был юлы йомошом ҡысҡырып һорарлыҡ, ымлап күрһәтерлек түгел, билдәле булыуынса бар хилафлыҡтар, ҡырын ғәмәлдәр өнһөҙ-һүҙһеҙ, йәшереп-боҫороп ҡылына ғәҙәттә. Уғрылай тауышһыҙ баҫып, тирә-яғыма шикле һирпелеп ишек алдына үттем. Әмәлгә баҡҡандай фартауай, көйәҙ, башҡалар кеймәгәнде кейергә яратҡан еҙнәнең хром итектәре тупһа ауыҙына ҡуйылған, һәм тегеләрҙең йомшаҡ ҡуңыстары селлә эҫеһендә сарсаған эт телеләй ян-яҡҡа һалынып төшкәндәр. Бына ҡайҙа ҡуйылған икән мин эҙләгән байлыҡ! Кеҫәмдән һарыҡ ҡырҡҡыһын сығарҙым да бур ҡарашым менән тағы ла бер тапҡыр тирә-яҡты һөҙгәс, ары ни ҡылырға белмәй туҡтап ҡалдым. Хәҙер шырт, иттереп ҡуңыстың өҫкө өлөшөп киҫеп ал да сыҡ та ҡас, кем күрә лә кем белә?  Улайға уҡ китһә, саҡ ҡына ҡыҫҡарған итек ҡуңысын алабарманыраҡ фиғелле еҙнәмдең күрмәүе, ул етешһеҙлеккә иғтибар итмәүе лә бар. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр сит кешенең әйберенә рөхсәтһеҙ яҫҡынғанлыҡтан ҡулымдың еңелсә дерелдәүен, тубыҡтарымдың ҡалсылдауын тойҙом, һәм хәл-торошомдо еңә алмай ҡырҡҡыны бер яҡҡараҡ һалып ҡуйып былай ҙа еҙ табаҡтай ялтлап күренгән итектәрҙең йөҙөн бармаҡ остарым менән ирекһеҙҙән һыпырҙым. Ысынын ғына әйткәндә йәл ине миңә хром итектәр, тот та шул матурлыҡты, күркәмлекте киҫеп ырғыт инде, әгәр шулай итһәм, тотош йәм, баҫҡан һайын шығырҙығы сыҡҡан аяҡ кейеменең теле киҫеләсәк! Бер килке икеләнеп урынымда тапанғас хәлем бөткәндәй тупһа баҫҡысына ултырып һерәйҙем дә урлыҡ өлгөһө ҡырҡҡыны ҡабаттан эләктереп сатыма ҡыҫтырғас эсемдән үҙемде-үҙем битәрләргә тотондом: “Ҡурҡаҡ һин, бына кем, боламыҡ, ҡулынан ҡул ярыһылай файҙа килмәгән йүнһеҙ...” Шул мәл өләсәйемдең әйткәндәре ҡолағымда яңғырап киттеләр: “Һис ҡасан, кешенең энәһенә лә һорауһыҙ ҡағылма, балам, кеше булып тыуғас, кеше булып йәшә...” Ана шул кеше булып йәшә, тигән һүҙҙәр тормош һуҡмағымда мине оҙаҡ оҙатып барасаҡтар әле, әле лә улар йәнемә игеҙәктәй йәбешеп айырылғыһыҙ береккәндәр. “Энәһенә ҡағылмайым да баһа, бары итектәрҙең самаһыҙ оҙон, тальян гармун күрегеләй йыйырсыҡлы ҡуңыстарын шартына килтереп йәтешләйем, ыҡсымлайым...” Йәнемдәге яҡшылыҡ менән яманлыҡ тартҡылаша торғас гөнаһлы шайтанымдың раҫлауы еңде һуңғы сиктә, тәүәккәл хәрәкәтләнеп итектәргә  үрелдем.

- Һаумы, ҡәйнеш! – Сәләмләүгә һиҫкәнеп киттем. Яныма биттәрендә, муйынында шыбаҡшыған тирҙәрен таҫтамалы менән ҡорота-ҡорота Фәтхулла еҙнәй сығып баҫҡан имеш, үҙе аҡтан-аҡ майка, ҡалын ҡара туҡыманан тегелгән япрый янбашлы гәләфи салбар кейеп алған, яланаяҡ. Тирләүенә ҡарап һиҙемләргә мөмкин, төш мәле бит, сәй табыны артында ултырғандыр, маҙыраған ҡиәфәт-торошо шуға тартҡан.

- Шөкөр, әлегә...

- Һин мулла-монтағайҙың тыңлаулы шәкерты ише яуап ҡайтараһың түгелме? – Майкаһының тар итәген еңеп аҫ яҡҡа һалынған бирән ҡорһағын тырнаны.

- Һәммәбеҙ ҙә Алла ҡояшы аҫтында көн итәбеҙ.

- Иҫ китмәле, белмәһәң бел, ишетмәһәң ишет!

     Бер ни тип тә яуап ҡайтармай әле генә әйтелгән аҡыллы фекер яралған түбәмде усым менән ыуҙым.

- Ни йомош артынан килдең инде, Алла ҡоло?

- Мин үтеп барышлай ғына, һуҡмаҡ яҙлыҡтырып һуғылғайным...

- Улайһа, әйҙә, өйгә ин, апайың да өйҙә, сәй һөрпөлдәтеп ал, берәҙәк эттәй былайтып урам ҡыҙырғас асмәйел эсең астыр?

- Тамаҡ ҡайғыһы төштән һуң әле...

- Ә төшкә саҡлы ниндәй ҡайғы?

   Хром итектәр яғына күҙ аттым.

- Итектәремде, әйтәм, шәптәрме?

- Аҡ батшаныҡынан былайыраҡтар!

- Бына быныһын хаҡ әйттең. Белә-белһәң бындай итектәр миндә лә силсәүит Таһир ҡартта.

- Һинекеләр күпкә шәберәк!

- Мужыт шулайҙыр ҙа. Ә һин нимәләр кейәһең? – Тапала барып ҡатҡан ҡата кимәленә төшөп эшлектән сыҡҡан сандалийҙарыма күҙ атты.

- Ярты етемдәргә саҙаҡа хисабынан мәктәптә йыл һайын кейем-һалым өләшәләр бит әле, әмәлгә баҡҡандай миңә гел генә шул кирзалар эләгә, һинекеләй булмаһалар ҙа яҙлы-көҙлө кейергә ҡулайҙар былай.

- Һинең менән һөйләшә башлайым да гел генә ғәжәпкә ҡалам, ҡәйнеш, оло кешеләрҙән былайыраҡ итеп хәбәр һалдыраһың ҡайһы саҡ. – Төп һөйләшеүгә кире әйләнеп ҡайтты. - Кирза ла аяҡ кейеме! Нисауа, бирешмә, киләсәктә әллә ниндәй затлы кейемдәр кейерһең, бейек йорттарҙа йәшәрһең әле, күрәһеләрең алда. Бына һин ярты етемлек хаҡында һүҙ ҡуҙғаттың. Мин дә атайым фронтта ятып ҡалғанлыҡтан әсәй тәрбиәһендә үҫтем. Хәҙерге һымаҡ түгел, ул саҡта һуғыштан һуң кейем-һалымға ҡытлыҡ. Мәктәпкә ҡобарған итектәр кейеп йөрөһәм дә колхоз эштәренә сыҡҡанда сабатаға, киндер ыштанға, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡыптыр тунға ҡала ине көн. Шул саҡта кеше кеймәгәнде кейеп ҡарарға, туйғансы икмәк ашарға хыяллана инем. Бына шулай үҙ көсөм, тырышлығым менән ир еттем. Хәҙер байҙың байымын, тотош урманды, унда йәшәгән кейектәрҙе, ҡоштарҙы һаҡлайым! Йә, ярай, хистәргә бирелеп киттем бигерәк, ошо кәртинкәләй итектәрҙе кейеп алып шығырҙата баҫып һиңә кәләш әйттерергә барырға ине иҫәп, ризаһыңмы?

- Ул хаҡта уйларға миңә иртәрәк.

- Бөгөндән йүнлә ҙурайғас аласаҡ кәләшеңде, сиртеп һайлап ал.

- Кисә күрше ҡыҙының маңлайына сирткәйнем, һуғыштыҡ та киттек.

- Хәҙерҙән бит сапсышҡас бармай, бисә тигәнең баҫалҡы, күндәм булһын у!

- Ғәбиҙә апай ишеме?

- Апайың төшөп ҡалғандарҙан түгел, ҡулынан да теленән дә килә. Йәнә, ир кешегә ҡулынан килгән ярты менән йәшәү күпкә ҡулайыраҡ, ирҙе тамаҡ көсө йөрөтә, көслө, ғәйрәтле итә. – Ҡайтанан ҡорһағын ҡәнәғәт ыуҙы. - Был итектәргә килгәндә улар күп йылдарға иҫәпләп тегелгән, туҙмайҙар ҙа, тапалмайҙар ҙа, так што һинең туйыңда ла ошоларҙы кейеп бейеп йөрөрмөн әле. Әйткәндәй, сатыңа һарыҡ ҡырҡҡыһы ҡыҫҡанһың түгелме?

- Яҙғыһын Нәбирә апай әсәйемдән алып торған ине мыны, шуны алып ҡайтып киленә... – Һылтауын табып ялғанлай һалдым.

- Ҡана бир әле! Шәп әйбер, иң мөһиме үткер! – Еҙнә ҡырҡҡыны ҡулына алып әйләндергеләне. – Бик кәрәккәндә һинең тыңлауһыҙ, елғыуар башыңды ла мөнтәргә мөмкин, шулаймы?

- Муйынды киҫерлек, баш китерлек насарлыҡтар ҡылманым былай.

- Ҡылма шу! Ҡуй, ултырма улайтып, етемәктәй тупһа һаҡлап, йә беҙгә инеп сәй эс, йә ҡайтып берәй йүнле эш менән шөғөллән!

    Теләкһеҙ генә ҡалҡып ҡайтыу яғына ҡарай атланым, башымда иһә күңелһеҙ уйҙар сыуала: “Хилафлыҡҡа барһаң сәстәреңде мөнтәйем, ти бит, булыр ул яндырайҙан... Алай ҙа өтәләнеп, ҡарһаланып ҡуңысты уҫып өлгәрөлмәне, эш ҙурға китер ине, еҙнәнең бала саҡ хыялын киҫеүҙән Хоҙай араланы. Һәйбәт кеше, Фәтхулла еҙнәй, эшсән, тырыш, ихлас. Мин бында бурлыҡ һуҡмағында йөрөйөм, ә ул ошо итектәрҙе кейеп, шығырҙата баҫып миңә кәләш әйттерергә барам, ти бит, ә ҡыҫҡартылған аяҡ кейеме, балағын итек ҡуңысынан тыш яҡҡа һалындырған өлөшһөҙ яусыға ғына килешә... Ярай, берәй яйын табырмын...”

   Кәрәк тирәкте йыҡтыра, яйын таптым, яйланым барыбер, көҙгә саҡлы йәшниктә ятҡан кирза итегемдең ҡуңыстарын ҡыҫҡарттым. Беленмәһен, һиҙелмәһен, тип, икеһен дә тип-тигеҙ итеп. Ҡыҫҡарттым да һыуындырырға, онотторорға, тип кире урынына һалдым. Һәммәһен теүәлләп йөрөүсе күҙәтеүсән әсәйем һиҙҙе:

- Балам, итектәрең ҡыҫҡарып, сонторланып киткәндәр түгелме?

- Йәй уртаһында ниндәй итектәр у тағы? – Күҙҙәремде селт-селт йомоп аптырап киткән булдым. – Фәтхулла еҙнәй генә хром итектәрен ситектәй күреп һала белмәй, миңә эҫелә яланаяҡ юрғаларға ла мөмкин, кейәм, тиһәң сандалийҙар ҙа тап-таман.

- Йәшергәнеңде әйтәм.

- Ә-ә-ә, улармы? Күптән йыйына инем. Былай еләҫерәк. Йәнә ҡаты ҡуңыстар арт яҡтан тубыҡ бөгәрҙәренә һуғып аптыраталар, балтыр итен сейләндереп бөттөләр хатта.

- Бөгәрҙәрең тынсыр инде хәҙер. Улай уҡ аяҡтарың тирләгәс итектәреңдең остарын тишеп кейһәңсе? – Шелтәле һирпелеп алды, иллә әрләмәне. Шуның менән аңлашыу тамамланды.

     Теге босҡаҡты киҫеп, ситтәрен тишеп әҙерләгәс еҫлерәк булһа ла уны Фәтхулла еҙнәйҙең сбруй дегете менән ҡарайтып ебәрҙем, быныһы өсөн генә башымды аяуһыҙ мөнтәмәҫ, моғайын.

   Көнө буйы шул яңы, дәһшәтле ҡоралым менән мәш килдем, баҡсалағы муйыл ҡыуағына ҡунған турғайҙарға ҡайта-ҡайта таш сойорғоттом, атҡаным сәпкә теймәгәс, эргәмдә тибенгән тауыҡтарға ҡаныҡтым, улар ҙа боҫоп бөткәс көтөүҙән ҡайтҡан һыйыр менән тананың янбаштарын ялландырырға тотондом.

    Кис, еңер яҡынлашҡас күрше малайҙарын йыйып алып урам буйында кәнсиргә атыу ярышын ойоштороп ебәрҙем. Ун аҙым йыраҡҡа ҡуйылған кәнсиргә тейҙереүе бигерәк яйһыҙ икән, ул һимеҙ һыйыр осаһы түгел! Юнир күпме генә тырышһа ла таш йәҙрәне яҙа ебәрҙе, Мөҙәристең ҡулы ла хәйерһеҙ булып сыҡты. Хәҙер миңә сират. Оҙаҡ итеп бер күҙемде ҡыҫа төшөп тоҫҡағас бармаҡтарыма ҡыҫҡан төйөрөм босҡаҡты ысҡындырҙым. Бына, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, атҡаным кәнсиргә түгел, баһыу рәшәткәһенә ҡаҡлығып күршелә йәшәгән Зәкирйән ағайҙың ҙур тәҙрә өлгөһөн селпәрәмә килтерҙе. Бер аҙ шаңҡып аңшайыштыҡ та эт баҫтырған тауыҡ өйөрөләй һибелеп ҡасып өйҙәребеҙгә инеп йәшерендек.

    Төнө буйы ҡурҡып бикһеҙ ишекте күҙләп йоҡоһоҙ таң аттырһам да беҙҙе борсоусы булманы. Иртәнге сәйҙе эсерә ултырғайныҡ ҡына ишек ауыҙында Зәлифә еңгә күренде, йөҙө күрер күҙгә уҫал түгел былай, ым-ишараһына ла яһиллыҡ йоҡмаған. Ауыҙыма һыу уртлағандай шымтайып, ғәйепле башымды түбән эйеүемде күргәс ул көлөмһөрәй биреп былай тине:

- Бикәм, минең ҡәйнеш шул тиклем дә төҙ ата икән дә баһа. Ҙур тәҙрә өлгөһөн селпәрәмә килтереп кенә ҡалманы, бармаҡ башылай ташы киске ашҡа тип беҙҙең уртаға ҡуйылған бутҡаның ҡап уртаһындағы майлы күҙгә төшөп батты. Улай уғын көтмәгәйнем, гел шулай һоҡландырғыс мәргән бул, йәме?!.

     Бик күп йылдар элек әйтелде был теләк. Хәҙер сәстәремә сал ҡунды, ул сөйөртмәкте ҡулыма алмағаныма иҫәпһеҙ йылдар үтте. Башта медицинала эшләгәндә, аҙаҡ мәктәптә уҡытҡанда сөйөртмәк менән сөйөрткәнем таш түгел, һүҙ булды. Мин шул тылсымлы һүҙ менән ауырыуҙарҙы дауаланым, аҙаҡ йәш быуынды тәрбиәләнем.  Хәҙер ҙә әҙип булараҡ бар белгәнем - илһам ебен керештәй тартып күңелемә тулышҡан һүҙҙәрҙе ян-тирәмә атам. Лайыҡ, кәрәк, көнүҙәк һүҙҙәрҙе сәпкә тейҙерергә тырышам. Әҙәм балаһы йәненә тулышҡанды ғүмере буйы ситкә сәсеп ғүмер кисерә, уның булмышы шулай ҡоролған. Таштай атылғандың зәһәр, ағыулы, зарарлы булыуы ла бик ихтимал, бәхәс юҡ, һәр кемдең йәшәү барышында үҙе туплағаны, үҙе йыйғаны. Мин дә фәрештәләй саф түгел, шыпа ла ғына изгеләрҙән түгел, шулай ҙа йән иретерлек һүҙҙәрҙе, киләсәккә йүнәлтелгән яҡты хистәрҙе кешеләр күңеленә оҙатып, хыялдары үҙәгенә ҡағылдырып, өмөтһөҙгә өмөт яғылдырырға, ҡараңғылыҡта ҡалғандарҙың көнитмештәрендә нур осмото сағылдырырға тырышам. Һәр хәлдә тырышам ғына, әммә тылсымлы һүҙ мәргәне, мөғжизәле һүҙ оҫтаһы булыу – осраған берәүгә тәтемәҫ һәм бирелмәҫ һәләт...

 

 

Автор:Хайдар Тапаков