АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Июнь , 18:10

ҮКЕНЕС (БУЛҒАН ХӘЛ)

Рәзилә башҡа мөхәббәтен осрата алманы, берәү менән тормошон бәйләп ҡарағайны ла, уныһы эсергә яратҡан ир булып сыҡты. Унан айырылғанда Рәзиләнең тағы бер улы бар ине инде. Ике улын яңғыҙ үҫтерҙе ул. Туй күлдәге кейеп кейәүгә сығыу хыялы бары хыял булып ҡалды...

ҮКЕНЕС (БУЛҒАН ХӘЛ)
ҮКЕНЕС (БУЛҒАН ХӘЛ)

Рәзилә Артемға унынсыла уҡығанда ғашиҡ булды. Күрше ауыл мәктәбендә үткән төбәк олимпиадаһына барғанда күргәйне ул уны. Рәзилә унынсылар араһында үҙ белемен һынап ҡарай, ә Артем ун беренселәр араһында. Олимпиада һуңында барыһы ла ашханаға йыйылғайны. Әллә ни арала Рәзилә ҡулындағы компотлы стаканын төшөрөп ебәрҙе, уныһы селпәрәмә килеп ярылды ла ҡуйҙы. Ҡыҙ уңайһыҙланып үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Береһе лә күрмәҫ элек, тигәндәй, тиҙ генә урынына барып ултырҙы. Күрмәй булалармы инде? Барыһы ла күрҙе. Рәзилә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыуаланып ултырғанда уға бер егет яңынан компот алып килеп һуҙҙы. Һары сәсле, күк күҙле егет Артем булып сыҡты. Был хаҡта ҡыҙ ошо олипиаданан ун көн самаһы ваҡыт үткәс белеп ҡалды: хат килеп төштө уға. Егет ҡыҙҙың ҡайһы ауылдан икәнен асыҡлап, исем-фамилияһын белешеп хат яҙған, хатта тәү күреүҙән ғашиҡ булыуын белдергән ине. Ә бит Рәзилә лә изге күңелле егеткә күҙ һалып ҡуйғайны. Хатты алғас, ҡыҙ атлап түгел, осоп йөрөнө. Шулай, улар хат алышты, хыял-маҡсаттары менән уртаҡлашты. Егет—химик, ҡыҙ биолог булырға хыялланды. Ысынлап та, Артем ауыл мәктәбен миҙалға бөтөп, Һарытау тарафына уҡырға китте. Әммә уларҙың бер-береһенә һөйөү тулы хаттары туҡталманы. Ә каникул мәлдәрендә улар һағынышып осраша ине. Тиҙҙән Рәзилә лә мәктәпте тамамлап, Өфө ҡалаһына университетҡа инде. Тик икенсе курста уҡ ташлап ҡайтырға тура килде. Сөнки бөтә район халҡын шаҡ ҡатырған, кеше ышанмаҫ хәл булды: уның атаһы бер ҡунаҡ мәлендә эсеп алып әсәһен туҡмаған, ә уныһы күп ҡан юғалтыуҙан дауахана юлында йән биргән. Аталарын төрмәгә алып киттеләр.

Рәзиләгә яҙмыш оло һынау ҡуйҙы: ул үҙенән кесе биш туғанын тәрбиәләргә тейеш ине. Колхозда эшләп йөрөгән ағаһы төп терәктәре буласаҡ, әммә бәләкәстәрҙе кейендереү, ашатыу өсөн ҡыҙға ла эшләргә кәрәк. Ул һауынсы булып эшкә төштө. Күпме генә опека балаларҙы алам тиһә лә, Рәзилә ныҡ торҙо, бирмәне. Ағаһының ярҙамы менән уларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һалды.

Һуңғы курстарҙа уҡыусы Артемдың ҡарашы үҙгәрмәне, Рәзиләне өҙөлөп яратты. Ҡыҙҙың ҡасандыр бәхет осҡондары сәсеп, ялтырап торған нурлы күҙҙәре етдиләнә төшһә лә күңеле шулай уҡ саф, яҡты булып ҡалған ине. Тик егеттең ата-әсәһе Рәзиләнең ниндәй ғаиләнән булыуын белгәс тә улдарын кирегә күндерә башланы. Тәүҙә Артем баш бирмәне, каникул, ял һайын Рәзиләһенә ашыҡты. Әммә ата-әсә көслөрәк булып сыҡтымы, Артем бер көн килеп бөтөнләйгә райондан, хатта Башҡортостандан сығып китсәген белдерҙе һәм Рәзиләне үҙе менән бергә китергә өндәне. Әммә әсәй урынында йөрөгән ҡыҙ быны бер нисек тә эшләй алмай ине.

--Үкенәсәкһең бит, Рәзилә. Әйҙә, киттек,--тип күпме генә үтенһә лә ҡыҙ уйынан ҡайтманы. Ул егеттең мәңгелеккә китә алыуына хатта ышанмай ҙа ине, барыбер ҡайтыр, тип уйланы. Илашып, яратышып хушлашты улар.

Артем, ысынлап та, бер китеүҙән ҡайтманы. Ә Рәзилә ауырлы ине. Быны ағаһы белеп ҡалғас та асыуланды:

--Быларҙы саҡ үҫтереп киләбеҙ. Һин нимә бала табып, миңә тағы бер әрәмтамаҡ әҙерләйһеңме? Ә кем эшләй? Минең эш хаҡым барығыҙға ла етмәй. Аборт эшлә,--тип екерҙе ағаһы.

Рәзилә дауаханаға барҙы, табиптар аборт эшләүҙән баш тартты:

--Һин әле йәш, барыһы ла алда. Ошо яңылыш аҙымың арҡаһында бөтә тормошоң селпәрәмә килеүе ихтимал, башҡа бала таба алмауың бар!

Ҡыҙ илай-илай кире ҡайтты. Эстән генә ҡарар итте: таба ла дауаханала ҡалдырып китәсәк. Шуға табыр ваҡыт еткәндә сәбәп табып Өфөгә китте. Имеш, шунда тапһа—шунда ҡалдырып китә. Әммә баш ҡалала оҙаҡ йөрөй алманы. Унда булған көнөндә бала донъяға килмәне. Өмөтөн өҙөп поезда ҡайтып килгәндә тулғағы тотто. Сибайҙа уны табиптар ҡаршы алды. Улы тыуҙы. Күпме генә ҡаршылашмаһын, балаһын ташлай алманы Рәзилә. Алып ҡайтты, үҫтерҙе. Уныһы хас Артем булып буй еткерҙе. Белем алды, эшкә урынлашты, ғаилә ҡорҙо. Үҙе ике балаға атай булып, ҡырҡ йәшенә яғынлашҡанда әсәһенә:

--Әсәй, миңә атайҙы табыр ғәрәк,--тип белдерҙе.

Ә Артем ауылға, ысынлап, ҡайтҡаны булманы. Ҡайҙалыр Һарытау яғында йәшәгенен яҡынса ғына ишетеп беләләр. Рәзилә улы менән интернет киңлеген байҡаны, Артемдың ҡустыһының балаларын табып алып, улар менән социаль селтәрҙә яҙыштылар. Тик аҙ ғына һуңлаған булып сыҡтылар: Артем бер ай элек кенә мәрхүм булып ҡалған... Һарытауҙа ғаиләһе—ҡатыны, улы, ҡыҙы ҡалған.

Артем бәхетле булғанмы, юҡмы—быныһын бер Хоҙай белә. Ә бына Рәзилә башҡа мөхәббәтен осрата алманы, берәү менән тормошон бәйләп ҡарағайны ла, уныһы эсергә яратҡан ир булып сыҡты. Унан айырылғанда Рәзиләнең тағы бер улы бар ине инде. Ике улын яңғыҙ үҫтерҙе ул. Туй күлдәге кейеп кейәүгә сығыу хыялы бары хыял булып ҡалды...

фото: happy-laser.ru

Автор:Резеда Валиева