АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Май , 15:05

ҺАҘАНАҠ

Әрме хеҙмәтендә ярты йыл ваҡыт үткәс, беҙҙең рота егеттәрен райондың женьшень плантацияһына эшкә ебәрҙеләр. Беҙҙең өсөн женьшень үҫтереү бөтөнләй таныш түгел. Бик мәшәҡәтле эш икән ул...Башта урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тәфсирләп аңлатыу эше үткәрҙе. Женьшень алтын бәрәбәренә тиң дарыу сеймалы, тинеләр. Шуға түтәлдәргә сәселгән үлән тамырын соҡоп алыу, тәләфләү ҡәтғи тыйыла, һаҡ булырға ҡуштылар. Бала шикелле тәрбиәләйҙәр түтәлдәрҙе...

ҺАҘАНАҠ
ҺАҘАНАҠ

рәт-рәт булып һуҙылған женьшень плантацияһында беҙгә тәғәйен бурыстарҙы аңлаттылар: һәр түтәлдең өҫтөн ҡояш нурҙарынан ышыҡлау өсөн махсус эшләнгән таҡта щиттар менән ҡаплап сығырға. Алдан ҡағылған ҡаҙыҡтарға теҙеп һалып, нығытырға ғына кәрәк. Көстәре ташып торған йәш егеттәр өсөн әллә ни ауырлығы ла юҡ эштең. Эш рәтенә бик тиҙ төшөнөп алдыҡ. Бер-ике көн эшләгәс, эшебеҙҙең һөҙөмтәләре лә күренә башланы. Тик өсөнсө көнгә плантацияға килеп, инде генә эшкә тотонғайныҡ, ел-дауыл ҡупты бит, әй... Беҙ һалған щиттарҙы юнысҡы ише осортоп алып менеп китә лә ел, килтереп тороп ергә бәрә.
–Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә плантациянан сығығыҙ! Һаҡ булыуығыҙҙы үтенәбеҙ! –
Милиционерҙар һәм командирҙар плантация ситенән рупорҙан ҡысҡыралар. Беҙ тиҙ генә плантация сигенә ашыҡтыҡ. Дауыл осортоп алып киткән щиттар, алды-артыбыҙға төшөп, селпәрәмә килә. Сәғәт ярымдай ел баҫылғанын көтөп ултырҙыҡ. Тайгалағы ағастар шартлап һына, һауаны ҡара болоттар ҡаплап алды. Ел бер аҙ тынғас, эре-эре тамсылар һибелде һәм ҡойоп ямғыр яуып үтте...
Беҙгә ике көнлөк ял иғлан итеп, йәшәгән ятағыбыҙға илтеп ҡуйҙылар. Сөнки ҡойма ямғырҙан һуң плантацияла эшләү мөмкин түгел ине.
Беҙҙе иң аптыратҡаны һәм ҡыуандырғаны – бындағы совхоз ашханаһындағы туҡланыуҙың шул ҡәҙәрем һәйбәт ҡуйылыуы булғандыр. Иртәнге, төшкө һәм киске аштарҙы ашнаҡсылар беҙҙән көн элгәре алынған заказдар буйынса ғына әҙерләйҙәр. Һалдаттарға нимә – күберәген ҡурылған картуф, билмән-котлеттар, өй туҡмасы, бәлеш-пирогтар ғына заказать итәбеҙ. Өҫтәлдәрҙән тәрилкә-тәриалкә бал, тәм-том, салаттарҙы өҙмәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, өй ашын танһыҡлаған һалдаттар өсөн ун көн дауамында ысын байрам булды!
Плантацияла эшләгәндә эргәләге бейек тау түбәһендә тулҡынып ултырған миләүшә (шәмәхә) төҫөндәге сәскә ҡыуаҡтарына иғтибар иттек. Иҫ киткес матурлыҡ! Ялға туҡтаған арала бер нисә егетебеҙ – Ваня Руденко, Костя Образцов, Сергей Колесников, Аркадий Вербняк, тауға менеп, сәскә алып төшөргә булып киттеләр. Кис ҡайтҡас, ашнаҡсыларға сюрприз эшләйҙәр, йәнәһе.
–Юҡ менән булмағыҙ, егеттәр, ул сәскә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән, дәүләт һағында тотола! – Сығышы менән Приморье крайынан булған Сергей Матвеев иҫкәртергә тырыша. Тик алабарман егетәр уның һүҙҙәрен ҡолаҡтарына ла элмәй: ”Әллә кем тау башын текләп ултыра, ти... Бер ни ҙә булмаҫ...” Ике сәғәт самаһы йөрөп, егеттәребеҙ бер ҡосаҡ сәскә йүкмәп килде.
–Һай, егеттәр, буш менән булғанһығыҙ бит! – Командирҙарыбыҙ ыуаланып, борсолоп китте хатта. – Ул тауҙар даими күҙәтеү аҫтында тотола. Сәскә өсөн штрафы ла елле генә...
Уңғансы булмай беҙҙең янға уазик килеп туҡтаны һәм унан урмансылар формаһындағы бер нисә кеше килеп төштө. Һаулыҡ һорашып, кемдәр булыуыбыҙҙы асыҡлағас, аныҡ мәсьәләгә күстеләр:
–Был сәскә, рододендрон даурский, йәки, ябай тел менән әйткәндә, багульник, тип атала һәм ул Ҡыҙыл китапҡа индерелгән, – урмансы ағай тыныс ҡына аңлата башланы. – Һеҙҙең барығыҙҙың да ситтән килгән егеттәр булыуығыҙҙы иҫтә тотоп, бер юлға иҫкәртеү генә яһайбыҙ. Әммә был эш тағы бер ҡабатланһа, часть командованиеһын етди штраф көтә
–Егеттәр, ә һеҙгә сәскәләр ни өсөн кәрәк булды әле? – Оло ғына йәштәрҙәге икенсе урман һаҡсыһы ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алманы.
–Ашнаҡсыларыбыҙға бүләк итмәксе булғайныҡ... Белгән булһаҡ, шунысама текә тауға менеп тә тормаҫ инек...
Егеттәрҙең ыҡ-мыҡ итеп яуап биреүҙәренән урмансылар күңелле генә көлөп ҡуйҙылар:
–Ярар, ярар... Ашнаҡсыларығыҙға әйтегеҙ – ҡурҡмайынса ғына сәскәләрҙе ашхана түренә ултыртһындар: урмансылар рөхсәт бирҙе, тиерһегеҙ...
Ысынлап та, ашнаҡсылар башта аптырап ҡалды:”Уй, был сәскәләрҙе өҙөргә ярамай бит, нишләп тейҙегеҙ?!” Беҙҙең яуаптан һуң матур гөлләмәләрҙе ашхананың бер нисә урынына бүлеп ултырттылар...
Бына шулай белдек беҙ һаҙанаҡтың ниндәй ҡиммәтле дарыу үләне булыуын... Ә гөлләмәләр бер нисә көн буйына ашхана залын йәмләп торҙо...

МОТАЛ РӘМОВ.

Автор: