АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Май , 14:01

Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

Өс көн буйы этләнә торғас, теге тележкалы тракторҙы көтөп күҙҙәрем тондо, уның йорт янына килеп туҡтауы минең өсөн оло байрам ине. Барыһы йыйылышып оҙатырға сыҡтылар. Йылы хушлаштыҡ. Үнгәр еңгәһе етди ҡиәфәттә эргәмә килеп ҡулын һондо: - Миңә берүк үпкәләмә, егет, үңгәр булып килгәндәрҙең беҙҙә үңәстәрен өҙә яҙалар шулайтып. Һин шәп егеткә оҡшағанһың. Минең матур ҡыҙым үҫеп етте. Әгәр миңә кейәү булырға яҙһа һине бөтөнләй икенсерәк итеп, яратып, хөрмәтләп, баламдай күреп ҡаршы алырмын, йәме?..  

Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.
Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

    Йыуынып сығыуыма ишек алдындағы ян-тирәһе буяулы штакетник менән ҡайылған шифер ҡыйыҡлы иркен ҡоролмала сәй табыны әҙерләнгән дә ине инде. Минең менән килгәндәр ҙә бында. Улар ҙа таҙалар, бындағы хужаларҙың мунсаһында сиратлап ҡойоноп өлгөргәндәрҙер, күрәһең. Төп ҡоҙағый ҙур кәсәгә тултырып сәй яһап алдыма ҡуйҙы:

- Еңел пар менән, мунсанан сыҡтың бит ҡоҙа, ашарҙан әүәл һыуһыныңды ҡандырып ал.

- Эскем килмәй, рәхмәт...

- Ниңә улай?

       Миңә эйәреп килеп уныһын-быныһын индереп-сығарып йөрөгән Гөлфариза хәбәргә ҡушылды:

- Конгонан килгән негр үңгәр ҡырағай холоҡтарына ярашлы өҫтәл артында түгел, эстәре йәйелгәнсе, күпкәнсе мунса һыуын эсәләр икән, бикәм, шуны белдем әле. Тегендә ни тамсы ла һыу ҡалдырмаған, ара алыҫ буһа ла ҡабаттан ташымаһам.

- Ныу, килен, ҡылаһың бит ҡылыҡты.

- Ҡунаҡтың теләге теләк, һүҙе һүҙ, уларҙың урыны түрҙә, беҙҙеке ерҙә! – Еңгә баяғылай итеп ташбыҡ күҙен ҡыҫты. Минең менән килгәндәр ҙә тыйнаҡ йылмайышып ҡараштарын ситкә йүнәлттеләр.

- Ярай, хәҙер сәйҙән һуң үңгәр сәйен хәстәрлә, килен.

   Беҙҙең яҡта ундай йоланың юҡлығын белгәнгә аптыранып, юғалып ҡалдым башта, шунан яйын тап килтереп Гөлсөмдән белештем. Баҡтиһәң, төп ҡоҙалар ололарҙы, күрше-тирәләрен йыйып айырым мәжлес ҡоралар икән, ә инде кейәүҙең, уның үңгәренең, килендең, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың, еңгәләрҙең табыны башҡа. Уны үңгәр хәстәрләй һәм ҡора, үҙ иҫәбенә, йәнәһе лә. Үҙем менән күстәнәс төйнәп алып килмәгәнлектән барлыҡ аҡсамды, етмәгәс кейәүҙекен өҫтәп үңгәр сәйен ойоштороп ебәрҙем. Барыһына теге еңгә алдан саба, барыһын ул урын-еренә еткерә. Ваҡ-төйәк мәшәҡәте башынан ашҡанғалыр, ул мине ҡараңғы төшкәнсе тыныслыҡта ҡалдырҙы. Фаяз менән Гөлсөм ололар яғына барып мулланың ижаб уҡып дини йәһәттән әшкәртеп фатиха биреүен, ҡоҙалашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың теләктәрен тыңлап килгәндән һуң ҙур булмаған тыйнаҡ табында күңелле генә ултырған булабыҙ, шик-шөбһә бер аҙ сигенгәнлектән моңһоҙ ғына итеп йырлап алған булдым, еңгәләрҙең таҡмағына аша-төшә баҫып тыпырҙаным да. Шулай ихлас ҡына ултырған ерҙә кинәт кенә Гөлсөмдөң күҙ уңынан яҙлығыуын абайланым. Беҙҙә лә шулай бит, хәҙер йыйылышып алып, күмәкләп урам буйлап кәләште эҙләп сығып киткән булырбыҙ. Өй беренсә йөрөп табып алһаҡ уны кейәүгә тотторормон да йоҡларға ята һалырмын, былай ҙа аҙым һайын күрһәтелгән этлектәрҙән, ҡырағаһыҙ ирештереүҙәрҙән арманһыҙ булынды. Шулай тип уйлап та өлгөрмәнем Гөлфариза һауынсы һыйыр етәкләгәндәй ҡултыҡлай һалып та алды:

- Киттек, негр үңгәр!

- Әллә тим, бер аҙ ултыра бирәйекме?

- Һуҙмаңлаһағыҙ, тейеш өлөштән яҙыуығыҙ, һемәйеп ҡалыуығыҙ бар, беҙҙә артыҡ ҡыҙҙар юҡ у!

- Кәләш бит миңә түгел кейәүгә кәрәк. – Ниндәйҙер күтәрмәләү, ярҙам өмөт итеп дуҫыма төбәлдем.

- Беҙҙең яҡта кәләште кейәү эҙләмәй, үңгәр эҙләп табып тоттора, аңлашылдымы?

- Ә ҡалған еңгәләр, гармунсы?

- Ниңә улай төнө менән ауыл урамына шау-шыу һалырға, улар беҙҙең килеүҙе мында ғына көтөрҙәр.

   Ярай, артыҡ бәлә түгел, табырмын да тотторормон. Шулай еңел уйлап урынымдан етеҙ ҡалҡындым. Ҡултыҡлашып урам буйлап барабыҙ. Ҡултыҡлашыуҙың да төрлөһө була, әсиргә төшкәндәй башымды баҫып теләкһеҙ генә тәнтерәкләйем. Еңгә моғайын да ыҙалатып оҙаҡ алып йөрөмәҫ, кәләш йәшерелгән ерҙе һүҙһеҙ ҙә беләлер. Минең төп бурыс - уны табып, аҡса түләп һатыулашып һатып алып, кейәү ҡулына тоттороу. Сумдыраһынан күп аҡса таптырмаһалар ҡана ла һуң, үнгәр сәйен ойошторғанлыҡтан кеҫәм төбө таҡыр, унда бер нисә һум ҡағыҙ аҡса ята ла баҡыр тәңкәләр сылтырай. Киленде лайыҡлы һатып ала алмаһам, Конгонан килгән негрға, һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран ҡушаматының өҫтәлерен көт тә тор. Тәҙрәләрендә уты янмаған, әммә ҡапҡалары шар асып ҡуйылған алты мөйөшлө йорт яғына боролдоҡ. Һиҙемләүемсә верандала кемдәрҙер бар. Шаҡыған булдым. “Кем йөрөй унда?” тине эс яҡтағы тауыш. “Хәйерле төн! Кәләш эҙләп өй беренсә йөрөп ятабыҙ әле...” “Эҙләгәнегеҙ беҙҙә юҡ, ары китегеҙ!” “Ҡапҡағыҙ шар асыҡ булғанға ғына боролғайныҡ.” “Беҙҙең яҡта ҡапҡалар ҙа күңелдәр ҙә асыҡ була. Шулай ҙа таныт әле үҙеңде, кем һин, ҡайһы яҡтарҙан килдең?” “Үңгәр...” “Ә-ә-ә, теге негр үңгәрме ни әле был, танымай ҙа торабыҙсы!” Көтмәгәндә солан ишеге шар асылып китте лә бихисап ҡулдар һонолоп мине эс яҡҡа елтерәтеп тартып та алдылар, ике ҡулымдан тотоп дөбөр-шатыр ары өҫтөрәнеләр. Гөлтләп ут ҡабынды. Бында өй эсе тулы ҡатын-ҡыҙ икән дә баһа. Өҫ-башымды рәткә килтереп тә өлгөрмәнем былар сыр-сыу килеп, әҙәм менән туҡланған ҡырағай башкиҫәрҙәрҙәй ташланып һуйырға әҙерләгән малдай мине иҙәнгә йыҡтылар. Ауырлыҡтары центнерҙан ашыу өс ҡатын өҫтөмә  арҡыры ятты. Тыным быуылыуҙан, умыртҡа һөйәге шытырҙауҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Ни эшләргә йыйыналар былар?

    Һөжүм итеүселәрҙең иң яһилы бойороғон бирҙе:

- Әхирәттәр, хәҙер үңгәрҙе инәнән-тыума сисендерәйек тә тышҡа ырғытайыҡ, әйҙә йөрөһөн таң атҡансы ҡайҙа барырға белмәй аптыранып, унда-бында һуғылып!

       “Нимә?! Былар бит мине мәсхәрәгә ҡалдырмаҡсылар!”

- Еңгәләр, үтенәм, ебәрегеҙ берүк, миндә хронический радикулит, яйһыҙ хәрәкәтләнһәм билем тота ла ҡуя, өҫтәүенә партия ағзаһымын, ойошма секретарымын да, йәмғиәттә тотҡан урынымды, абруйымды иҫәпкә алығыҙ, берүк... - Быларҙың миһырбанлығына өмөтләнеп шулай тип шыңшыным.

- Коммунист, ызнашит, бик тә ҡулай, ундайҙы күптән айпалаған, һәрмәгән юҡ ине. Билеңдең ҡайһы тирәһе тота үңгәр, йә күрһәт? – Мине әйләндереп һалған дейеүҙәй еңгә томолдороҡ кейҙереп, тәртә артына көсләп баҫтырылған тайҙай күреп өҫтөмә менеп тә атланды.

- У-й-ййй, үлдем, хәҙер һытылам...

- Һытылмай тор, үтекләүҙе яңы башлап ҡына торам бит әле!

       Быларҙан яҡшылыҡ өмөт итеү файҙаһыҙ булғанлыҡтан бар көсөмә өҫтөмдәге тауҙай ауырлыҡты һелкеп төшөрҙөм дә алға ынтылғайным ғына һонолған ҡулға эләгеп эргәләге карауатҡа ауҙым. Гөлсөм шар-шор итеп ҡалды: “ Уй... мин бында...” Уны минән йәшереп карауатҡа, урын буйына йыйып ҡуйғандар икән. Ҡулды эләктерә һалдым: “Яҡынламағыҙ, кәләш минеке!” Еңгәләр ауыҙҙарына һыу уртлағандай шымдылар. Килендең ҡулынан тотоп өлгөрөү уларҙың еңелеү билдәһе икән. Ҡоро ҡул алды, тип әйтмәһендәр өсөн кеҫәмдәге аҡсаны тирә-яғыма һибеп ебәргән булдым, күрһендәр үнгәрҙең йомартлығын.

    Ҡайтып инһәм дуҫым Ҡырым ханылай түрҙә беҙҙе көтөп ултыра. Бына кемгә рәхәт икән бында.

- Мә, кәләшең, мәнфәғәтен күреп ипләп кенә тотон! – Башҡа ҡулай һүҙҙәр таба алмай шулай тинем дә Гөлсөмдө алға ҡарай эттем. Ә үҙем үтә ныҡ арыуымды тойҙом һәм күрше бүлмәлә минең өсөн йәйелгән урынға инеп ятыу менән йоҡлап та киттем. Шаярырлыҡ, ҡаты шаяртыуҙы ҡабул итерлек хәлдә түгел инем инде. Ары йолаға ярашлы килен тоттороу мәшәҡәттәрен атҡарырға тейеш еңгә хәл-торошомдо һиҙептер, мине башҡаса борсоп, бәйләнеп маташманы.

   Иртәгеһен таң менән наҙлы тауыш уятты:

- Негр үңгәр, тор инде, күпме йоҡо һимертергә мөмкин!

    Тороп ултырҙым. Нишләптер түшәк еүеш. Был ни хәл? Эске кейемем ҡоро һымаҡ былай. Урын буйын һыпырып ҡулымды еҫкәнем. Ят еҫ тойолмай, тимәк был сираттағы аламалыҡ. Ыуаланыуымды һиҙгән Гөлфариза яныма килеп түшәкте ҡапшаны:

- Кисә тотош мунса һыуын һемереп эскәсең эс тартҡайным да. Ярай зыян юҡ, башҡаларға һиҙҙермәй генә простыняны йыуып алырмын, матрацты элеп елләтермен, белеп ҡалһалар һейгәк үңгәр, тип көлөүҙәре бар.

    Ҡабаланып кейенә башланым, кейемдәрем дә урынында, өҫ-башым да теүәл һымаҡ. Быныһы һәйбәт. Кейәү, килен түрҙә ултырған, еңгәләр йыйылған мәжлес әҙер ине инде. Кейәүгә терәлеп һин дә мин ултырам, тик ниңәлер барлыҡ себен-серәкәй, һағыҙаҡ минең баш осонда әйләнә. Әллә ысынлап та минән һыҡра еҫе киләме икән әллә? Шыпырт ҡына сығып ҡабаттан бит-ҡулымды сайҙым, тештәремде таҙарттым, өҫ-кейемемде ҡапшап яңынан еҫкәгәндәй иттем. Кире индем. Теге әрһеҙ күс ҡабаттан мине һырып алғайны еңгәм хафаланып китте:

- Негр үңгәр, ҡортламағанһыңдыр ҙа, барлыҡ рәшә себендәре һинең тирәлә урала түгелме?

- Ҡортлаһа ҡортлағандыр, ни тиһәң дә селлә...

- Ҡортлаһа ни асыу, еҫләнгән дә кеүек...

- Өйләнмәгән буйҙаҡтар шулай еҫләнеп бара шул...

- Гөлфариза, яңынан мунса яғып, үңгәрҙе үҙ ҡулдарың менән ентекләп йыумаһаң булмаҫ, юғиһә кисә үңгәр мунсала яңғыҙ үҙе йыуынған йәнәһе лә, тигән хәбәр йөрөй ауыл буйлап...

    Ашарға түгел, тел сарларға бир инде был еңгәләргә.

     Дуҫым сығыу яғына баш һелкте лә артынан ишек ябылыу менән әйтә һалды:

- Һинең башыңды ҡорт балы һалынған һыу менән сылатҡандар, сәсеңде йыуып ин әле.

   Өс көн буйы этләнә торғас, теге тележкалы тракторҙы көтөп күҙҙәрем тондо, уның йорт янына килеп туҡтауы минең өсөн оло байрам ине. Барыһы йыйылышып оҙатырға сыҡтылар. Йылы хушлаштыҡ. Үнгәр еңгәһе етди ҡиәфәттә эргәмә килеп ҡулын һондо:

- Миңә берүк үпкәләмә, егет, үңгәр булып килгәндәрҙең беҙҙә үңәстәрен өҙә яҙалар шулайтып. Һин шәп егеткә оҡшағанһың. Минең матур ҡыҙым үҫеп етте. Әгәр миңә кейәү булырға яҙһа һине бөтөнләй икенсерәк итеп, яратып, хөрмәтләп, баламдай күреп ҡаршы алырмын, йәме?..

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков