АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Май , 09:43

Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.

  Кәйеф китте, уйламаған-көтмәгәндә негр ҡушаматын алдым, өҫтәүенә фельдшерҙан бала табыу йортонда эшләгән акушер кимәленә төштөм...

Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.
Кейәү үнгәре. Юмористик хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк. Дауамы бар.

       Бала саҡтан бергә уйнап, бер табаҡтан ашап үҫкән, бер уҡыу йортонда уҡып, уны тамамлағандан һуң күрше район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған Фаяз дуҫым шул уҡ дауалау йортоноң терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлсөм исемле ҡыҙға өйләнергә ҡарар итте лә әйттергәндә кейәү егете, йәғни үнгәр бул инде тип, мине саҡырҙы. Өйләнмәгән буйҙаҡ саҡ, ҡыҙыҡ, мажара эҙләп кенә йөрөгән йәш кешегә тағы ла ни кәрәк тиһең, ҡыуанып ризалаштым, әммә һәр яҡтың, унда йәшәгән халыҡтың ҡылыҡ-фиғелдәренә, төбәктең үҙенсәлектәренә ярашлы йолалары, фәҡәт үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәм улар оҙаҡ йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалып быуындан быуынға күсә килә. Шуларҙың береһе - ҡыҙ әйттергән мәлдә үнгәргә эскерһеҙ ҡыҙыҡ, лаҡапҡа тартым мәрәкә йәһәтенән күрһәтелгән ыҙа-этлектәр хаҡында тегендә барып үҙ елкәмдә татығас ҡына белдем. Йәшәгән ер, тигәндәй, ялан яғылар гел ыҙғыр ел йотоп көн иткәнлектән күҙ ҡабаҡтары шешенке, ҡыҫығыраҡ, йоҡа сандыр кәүҙәһе уртасанан ары китмәгән, ҡарағусҡыл йылтыр йөҙө тутлы, аралашыу мөғәмәләһе тупаҫ һәм төрпө була, холҡо ла ағас-ҡыуаҡ морон төртөп ерһенә алмаған, бары сал ҡылған тирбәлгән ҡола далалай ҡырыҫ, ә бына урман яғыныҡылар иһә асыҡ йөҙлө, һомғол буй-һынлы, йор һүҙле, йыр-моңдо иш иткән нескә хисле, шиғри йәнле күңелсәк кешеләр. Әйткәндәй, мин үҙем ана шул, ҡарурман тарафынан. Дуҫымдың ата-әсәһенә эйәреп киттек теге, ҡыҙҙы кәләшлеккә алып бата, улар әйтмешләй ижаб уҡытылаһы яҡҡа, ул заманда хәҙер һәр арттан шыуғаны елгән еңел машина-маҙар ҡайҙа, “Белорусь” тракторының бәләкәй тележкаһына һағып, йома сәйе эскәндән һуң ҡуҙғалдыҡ. Июль айының башы, селлә яңы ғына башланып тора. Күк сатырына семтем дә болот әҫәре ҡунмағанлыҡтан иртә таңдан офоҡтан килеп сыҡҡан ут йомғағы ҡояш тышау буйы күтәрелеү менән аяуһыҙ ҡыҙҙырырға ла тотона, шуға тирә-йүн төшкә табан ҡыҙған табалай тын алғыһыҙ томраға әүерелә. Иртә яҙҙан, былай ҙа йоҡа, наҡыҫ ҡар ҡатламы тиҙ арала иреп бөтөү менән тәбиғәт ҡороға таянды, ҡыуанға килеп терәлде. Оҙаҡ ямғыр яумағанлыҡтан үләндәр һәрпендегә ҡалып ҡатып, кибеп бөттө, барыр юлыбыҙ ҙа бәкәлдән юғары йомшаҡ туҙанға батып күпереп, күпсеп ята. Берәй ылау үтә ҡалһа шул юлдың туҙаны ҡош осор бейеклеккә күтәрелеп, ян-тирәне күҙ асҡыһыҙға ҡалдырып ауалай. Ярай әле көләпәрәле, оҙон салғыйлы брезент плащтар кейеп алғанбыҙ, баштан-аяҡ бысраҡҡа ҡойоноуҙан ҡайһылыр кимәлдә шулар ҡотҡара. Өҫтө ябыуһыҙ, сабылған бесән түшәлгән уймаҡтай тележкала туҙанға батып, бит-йөҙ эт ҡарағыһыҙға ҡалып ҡояш байыуға 30-40 мөрйәнән төтөн сығарған теге ауылға барып төртөлдөк. Беҙ йәйге селләнән урман күләгәһенә ышыҡланып, боҫоп тормошобоҙҙо бер аҙ еңеләйтәбеҙ, ә был, һирәк-һаяҡ саман өйҙәре ҡарашҡа эләккән ауыл тирәһендә күҙгә эләккән ағас-ҡыуаҡ күренмәй, эҫелеккә нисек сыҙайҙарҙыр, белмәҫһең. Ялан яғында тыуып үҫеп беҙҙең ауылда йәшәгән Утарбай ҡарт саҡ ҡына ҡыҙмасаланып алһа гел бер йырын һуҙа: “Ялан еркәйендә яңғыҙ ҡайын, уның булһа ла туҙы юҡ...” Ысыны шулдыр. Һәммәһе көҙгөләй күҙ алдында сағылған ауыл ерендә сер һаҡлау, нимәнелер йәшереп ҡалдырыу, йәшереп тотоу мөмкин булмағанлыҡтан ҡоҙа көткән йортто шунда уҡ төртөп күрһәттеләр. Ҡалай ҡыйыҡлы, шыңғырап торған ҡарағайҙан буралған, ҙур тәҙрәләре урамға ҡараған бейек йорт тирәһе төҙөк, күркәм, һәр нимә үҙ урынында, бында йәшәгән хужаларҙың эшсән, егәрле икәнлектәре һүҙһеҙ ҙә күренеп тора. Тракторист беҙҙе утын бушатҡандағылай ҡабаланып таһыр ҙа тоһор төшөрөп ҡалдырҙы ла йәкшәмбе көн кис килеп алырға вәғәҙәләп, рәхмәтен әйтеп, сәй эсеүҙән тыйнаҡ ҡына баш тартып оҙаҡ тотҡарланмай ҡайтып та китте. Беҙҙе оло, мәртәбәле ҡунаҡтарҙай көтөп алып ҡаршыбыҙға сыҡҡан йорт хужалары танышып хәл-әхүәл белешкәндән һуң, ыңғайы бер төп ҡоҙаларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тотоноп киттеләр, кейәүҙе балдаҡ, бәке, шундайыраҡ башҡа бүләктәр таптырған балдыҙ-ҡәйнештәре, ауыл балалары уратып та алды. Мин инде үҙ сиратымда яҙылмаған ауыл ҡанундарына ярашлы иң әүәл абруйы үҙен тотошонан күренгән төп ҡоҙа, уға һылашып барған ҡоҙағый, шунан башҡалар менән ҡушҡуллап күрешеп сыҡтым да бында төп ҡунаҡ түгел, бары ҡуштан эйәрсән икәнлегемде белгәнгә тәүфиҡле генә ҡиәфәттә бер яҡ ситкәрәк барып баҫтып салбар кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып тымбаҙаған маңлай-сикәләремде, саң күләгәләгән күҙ төптәрен һөртөштөрөргә керешеп киттем. Шуны ғына көткәндәй ҡырҡылған түмәрҙәй төпөш кәүҙәле, быжыр булһа ла һөйкөмлө йөҙлө, ыҫмалалай ҡара, икенән үрелгән ҡалын сәстәре биленән түбән һалынған урта йәштәрҙәге ҡатын туҡымаһына эре сәскә биҙәк төшкән ебәк күлдәгенең мул итәген елпетеп яныма йүгерә-атлай килеп етте лә терһәге менән ауырттырып ҡабырғама төрттө:

- Һаумы?

- Һаумыһығыҙ. – Кимәлемде, бәҫемде белгәнгә юғарынан аҫҡа ҡарап рәсми генә яуапланым.

- Ҡарап-һиҙеп сырамыттым, һин миңә тәғәйенһең, ызнашит, эренән сирттерһәң дә алыҫ Конгонан килгән негр үңгәр.

    Танышып та өлгөрмәгәнбеҙ, ә был аңды-тоңдо абайламай килделе-киттеле хәбәрен һөйләй ҙә башланы.

- Һауынсы Гөлфариза, тиҙәр мине.

   Ферма һыйырҙарының еленен көсәнеп тарта торғас ҡоросҡа әүерелгән ҡатмаҡ, тос ҡулды йомшаҡ устарыма алырға иткәйнем, имән ботағылай беше бармаҡтар ҡул төбөн ҡыпһыуырҙай ҡармап та алдылар. Ризаһыҙлыҡтан сирылған йөҙөмә яһалма йылмайыу ғәләмәте йәбештереп исемемде әйткән булдым. Негрлыҡҡа килгәндә Гөлфариза хаҡлы, юл аҙабы, гүр ғазабы тиҙәр бит, юл туҙанына ҡойоноп килдек шул, ни хәл итмәк, улайға уҡ китһә, бит-йөҙөмдө сайыштырһам тән тирем аҡ ҡына ул минең, күҙҙәрем дә мут бесәйҙекенә тартым йәшкелт-һоро, апаруҡ оҙон сәстәрем дә бөҙрәләнеп иңбашыма һибелгәндәр, уҡлау йотҡандай төҙ буй-һыным ҡаяла үҫкән һырғый ҡарағайҙай бейек, артыҡ сибәр булмаһам да, урта күрмәлеклеләр ҡоронанмын.

       Һуғышсан ҡиәфәттә ҡыҫҡа аяҡтарын тарбайтып баҫҡан һауынсы Гөлфаризаға тағы ла бер тапҡыр һирпелеп алғас һиҙгер күңелем шомланып ҡуйҙы:

 “Ас тамағым, тыныс ҡолағым, тигәндәй, ормаһарҙан зерә киленгән әллә, был үтә әрһеҙгә оҡшаған этйығыш ҡатын йонсотоп ҡына ҡалмаҫ, өс көн эсендә дәрт-дарманыңды алыр...”

- Күрәһеләрең, үкенестәрең алда әле, байрам яңы башланып ҡына тора! – Әммә һауынсы Гөлфариза бында ойоштороласаҡ байрамдың эстәлеген айырып әйтеп асыҡлыҡ индереүҙе кәрәкһеҙгә иҫәпләне.

    Бәләһенән баш-аяҡ, арауыҡ һаҡлауың хәйерле, тип тегенән бер аҙ тартылыбыраҡ баҫтым.

- Хәбир, аҡыллым, ниңә улай яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән өркәк бәрәндәй ситкә тартылаһың у?

- Шыпа ла тартылмайымсы...

- Улайһа хәҙер үк кил яныма! – Һөңгөләй тырпайған һуҡ бармаҡ эргәһен сәнсеп күрһәтте.

       Буйһонмай әмәлем юҡ, башымды баҫып күндәм генә алға атланым.

Яҡынлауым булды шөбһәле уйҙарымды күҙҙәремдән уҡыған еңгә тәүге тупаҫ ҡағылыуҙан ауыртыуы баҫылып өлгөрмәй дыулаған ҡабырғамды яңынан бороп семтеп алып эйәге менән бәләкәй ҡапҡа яғына ымланы:

- Срушны киттек беҙгә!

- ?!?

- Мунсаға!

- Ҡай-ҡайҙа тинегеҙ? – Юғалыңҡырап ҡалдым.

- Бынағайыш, мунсаны ла күргәнең юҡмы әллә ошо йәшеңә етеп?

- Күргән барҙа ул...

- Күргәс һуң? Хәйер, ундай нәмә Африкала юҡтыр, бәлки.

   “Африканан килгән, тип бәйләнеп-бәйләнә, бер теленә алғас ҡуймаҫтыр инде. Ярай, нисек теләй шулай атаһын әйҙә, негр ҙа кеше!”

- Күршелә генә йәшәйбеҙ, ҡыҙыу итеп яҡҡандан һуң еҫһеҙ итеп томаланған, иҙәне ҡырып йыуылған, миндеге ебетелгән ҡара мунса, арҡаңды бөгөнгә арлы-бирле итеп үҙем генә йыуырмын, ышҡыуыма мөрхәтһенмәһәң иртәгеһен алмашҡа килгән икенсебеҙ маташтырыр!

    Әҙәм ышанмаҫлыҡ, лөғәткә һыймаҫлыҡ хәбәр икәнлекте белһәм дә йөрәгем жыу итеп ҡалды, өшөгәндәй ҡулдарымды ҡаушырып сатымды бөрөштөрҙөм ҙә тауышымды дерелдәтеп яуаплай һалдым:

- Улайтып ҡулалмаш мәшәҡәтләнмәгеҙ берүк, мин бында килерҙән алда ғына йыуынғайным.

- Көҙгөгә күҙ һал улайһа, албаҫтынан артыҡ булмаһаң, кәм түгелһең.

- Тыш яғым саңланһа ла эсем таҙа, һымаҡ...

- Ана бит, һымаҡтан һалдыраһың, шуға һинең сафлығыңды, паклығыңды тегендә ингәс тотоп ҡарап тикшерербеҙ!

- Тотоп ҡарап тикшереү ҙә урынһыҙ. Сафлыҡ хаҡында һүҙ сыҡҡас әйтәйем инде, ауылыбыҙҙағы табип амбулаторияһында фельдшер булып эшләйем, аҡ халатлылар араһынанмын.

- Ҡулдарың бәләкәй, бармаҡтарың осло булғас был тишек-тошоҡто соҡоуҙан ары китмәгән акушерҙыр, тип уйлағайным да, яңылышмағанмын! – Гөлфариза түбәнһеткән ҡылыҡһырламаһын биреп тә ҡуйҙы.

    Кәйеф китте, уйламаған-көтмәгәндә негр ҡушаматын алдым, өҫтәүенә фельдшерҙан бала табыу йортонда эшләгән акушер кимәленә төштөм.

Автор:Хайдар Тапаков