АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Май , 15:05

ҠУҘҒАЛАҠ ӨЙРӘҺЕ... йәки Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!

Ике күрше урындыҡта йәйелеп ултырып иртәнге сәй эсә-эсә, ләстит һата. Бер аҙҙан уларға Нәғимә инәйем, Флүрә апай ҡушыла... “Ике ҡатын – баҙар, өс ҡатын – йәрминкә! “ – тигәндәй, түбән ос ҡатындары көлөшә-көлөшә байтаҡ ҡына гәпләшә әле... Уларҙың ошо мәлдәрен йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Ниндәй матур күренеш! Хәҙер бит сәйләп ултырыу түгел, күршеләр бер-береһен күрмәй ҙә, белмәй ҙә...

ҠУҘҒАЛАҠ ӨЙРӘҺЕ... йәки Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!
ҠУҘҒАЛАҠ ӨЙРӘҺЕ... йәки Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!

Башҡайыма ҡайғы төшһә,
Иң беренсе күршем белә.
Хәсрәтемде үҙ итеүсе,
Йыуатыусым – күршем була.
Күрше менән гел дуҫ булып,
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы!
Ошо йырҙы ишетһәм, иң элек мин бала саҡта ут күршеләребеҙ булған Әлмәғизә инәйем, Байморат ағайым, Милә апайымдар күҙ алдыма килә. Бер туғандарҙай татыу аралашып йәшәнек шул улар менән, бар йомоштарыбыҙ бергә булды, беребеҙ өсөн беребеҙ биштән тотҡан кәртә булдыҡ, ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ ине... Ғөмүмән, кемдер берәү “Кәкере урам” (ауыл осонда элек урамға арҡыры ултырған бер өй була торғайны...) тип мыҫҡыллы исем таҡһа ла, түбән остар үҙ-ара бик татыу, башҡаларҙы көнләштереп йәшәнек.
Әлмәғизә инәй бер бөртөк кенә улы һәм һеңлеһенең өс йәшенән алып үҙе үҫтергән ҡыҙы Милә менән йәшәнеләр. Оло йәштәге әсәһе Сәбилә инәй ҙә уларҙа булды – мин бәләкәй саҡта уҡ үлеп ҡалды ул, шуға уны яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Иң иҫемдә ҡалғаны – өйҙәренең бейек кенә тупһаһында аяҡтарын һуҙып ултыра торғайны...
–Һаумыһығыҙ! Күршеләремдең хәлен белешмәһәм, нимәлер етмәгән кеүек... Ни хәлдәрҙәһегеҙ? – Ғәҙәтенсә шаңҡылдата көлөп, ирәбе хәбәрен ҡушып килеп инер ине күрше инәйем. – Йә Вәлимәм инеп сыҡмай...
–Һаубыҙ әле! Әйҙүк, түрҙән үт!.. Яңғыҙым түрбаш тирәһенән бушай алмай ҙа ҡуям... Һинең, исмаһам, Миләң бар...
–Шөкөр инде, ҡул араһына инеп, ҡулымдан ярты эшемде алды.
–Ата-әсәһенә ҡайтам, тимәйме?
–Ю-ю-юҡ... Кейәү менән Флүрәмде “һеҙ” тип һөйләй. Бәләкәйҙән беҙгә эҫенде бит инде...
Ике күрше урындыҡта йәйелеп ултырып иртәнге сәй эсә-эсә, ләстит һата. Бер аҙҙан уларға Нәғимә инәйем, Флүрә апай ҡушыла... “Ике ҡатын – баҙар, өс ҡатын – йәрминкә! “ – тигәндәй, түбән ос ҡатындары көлөшә-көлөшә байтаҡ ҡына гәпләшә әле... Уларҙың ошо мәлдәрен йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Ниндәй матур күренеш! Хәҙер бит сәйләп ултырыу түгел, күршеләр бер-береһен күрмәй ҙә, белмәй ҙә... Ә улар заманында бер туғандарҙай йәшәнеләр, бер-береһенә ярҙам итеп, бары менән бүлешеп, бик татыу көн иттеләр...
Бер шулай атайым, мин, Байморат ағай беҙҙең ат менән Матрайға юлға сыҡтыҡ. Июнь башы булһа ла, Һаҡмар әле ныҡлап тартылмаған. Иҫке Яҡуп эргәһендәге Әлимә кисеүенән ынтылды былар. Йылға уртаһына етәрәк һыу арбанан аша һуҡты.
–Кендек кенә ысҡынмаһын инде... йә ағым арбаны түңкәрә һуҡмаһын! – атайым, тарантас яндауҙарына баҫып, беҙҙе хәстәрләй. – Байморат, малайҙы ҡулыңдан ысҡындырма!..
Ә күрше ағай күптән инде бер ҡулы менән мине ҡосаҡлап, һыуға тигеҙмәй күтәреп килә...
–Әйҙә, Йондоҙ, ярға күп ҡалманы, бирешмә! – Атайым бейәһен ҡеүәтләй. – Әйҙә-әйҙә!
Быға тиклем көслө ағымда арҡыры барған арба тәгәрмәстәре ҡомға терәлгәс, ололар шатлыҡтарынан ирәбе генә көлөшөп алды.
–Үәт, әй... тик торғанда ҡазаға юлыға яҙҙыҡ, – Байморат ағай арба ярға сығыу менән мине күтәреп ергә баҫтыра. – Шунан, ҡустым, ҡурманыңмы? Ярай әле Йондоҙ ҡарыулы... Аттарыңды һәйбәт ҡарайһың, ағай, маладис!
–Кендек ысҡынып, тарантасты түңкәрмәһен, тип ҡурҡылды, – атайым эйелеп, тарантас кендегенә күҙ һала. – Алайҙа тимерсыбыҡ менән нығытҡанмын икән, юҡһа, өсәүләшеп Һаҡмарға сумыр инек...
Тарантасҡа һалынған бесәндең һыуы һарҡып, ат бер аҙ ял алғас, аҫтыбыҙҙағы плащ-түшәктәрҙе рәтләп, артабан ҡуҙғалдыҡ. Шамайыл тауын менгәндә өлкәндәр йәйәү атланы, мин дилбегә тотоп барҙым. Ололарҙың ошоға оҡшаш хәлдәр, ат тәрбиәләү ише хәбәрҙәрен тыңлай-тыңлай барыуы шундай рәхәт ине...
–Ағай, үҙ ғүмереңдә нисә ат алыштырҙың? – Байморат ағайҙың көтөлмәгән һорауына ни тип яуап бирергә белмәй атайым баҙап ҡала.
–Әллә инде... уларҙы кем иҫәпләгән... Ауыл ташламай, сығынлағаны ла булды... Хәсән ҡолаһы, тигән атым, эйәрҙән төшһәң, кире мендермәй ҡаҡашата торғайны... Туратымдың холҡо һәйбәт булды, тик көтөү көткәндә берәр һыйырҙы ике-өс тапҡыр ҡайырһаң, ҡапыл сабып барып, арҡаһынан умра тешләп, көтөүгә индергән ғәҙәте насар ине – абайламай ултырһаң, ат өҫтөнән осоп төш тә ҡал...
–Ә-ә-ә, ул атыңды мин дә хәтерләйем... Эш аттарыңды башҡалар ише йыш алмаштырманың бит һин...
–Йондоҙом ҡолон сағында Һаҡмар буйында үҫкән, – атайым , бейәһенең ҡарыулы булыуына ҡәнәғәтлеген йәшермәй. – Шуға ла һыуҙан ҡурҡа белмәй... Өс-дүрт йыл элек йәш кенә тайса көйө яҙ йылғалар алҡынып ташып ятҡанда совхоздың бер йәш айғыры менән Һаҡмар буйына төшөп киткәндәр. Шунда утлап йөрөгән йылҡыларҙың еҫен алғандыр инде... Һаҡмарҙың уң яғынан Йондоҙ кешнәп ебәргәс, ҡамышүҙәктәрҙең өйөр айғыры Космос сабып килеп еткән. Йондоҙом, ажғырып ятҡан Һаҡмарға ырғып, ҡарбый-ҡарбый арғы ярға сыға.Уның артынса һыуға һикергән дүнән, ағымға баш була алмай, ағып китә.
–Табунщик Сәйетов ҡусты һөйләне быларҙы, – атайым бейәһен маҡтай-маҡтай дилбегәһен һелкеп ҡуя. – Аҡсурала йәшәгән Кинйәғәле ҡәйнешкә рәхмәт инде – бик матур йылҡы малы һатты... Сәйетов та: “Бейәң бик шәп ат булмаҡсы, үҙеңә көтөүгә ҡалдыр. Ҡарыулы ла... ысын башҡорт аты!” – тине. Хәҙер бына өсөнсө йыл егәм, һүҙем юҡ Йондоҙға...
–Күбә тарттырғанда күреп йөрөйөм, ағай – ниндәй ҙур күбәләрҙе лә һелкетә тартып, эһ тә итмәй һөйрәп китә бит ул...
–Бер генә холҡо бар инде – өркәк.Бигерәк тә трактор-машинанан ныҡ ҡурҡа... Ә былай, тешләшмәй, тибешмәй... матур мал...
Һәр яҙ һайын атайым, Байморат ағай, мин диләнкә таҙаларға йөрөнөк. Күрше Һаҡтау ауылында йәшәгән урмансы Фәйзулла еҙнәй был эшкә мотлаҡ беҙгә өндәшер ине. “Таҙа эшләйһегеҙ, һеҙҙән һуң комиссия-фәләнгә күрһәтеүе лә оят түгел”, – тиер ине ул. Аҡсаһын да йәлләмәй түләне. Ҡарағай үҫентеләре ултыртыу, һайғау йығыу, һәнәк-көрәк һаптары әҙерләү эшенән дә ҡалдырманы. Тора-бара Фәйзулла еҙнәй менән Вәлимә апай беҙҙең ғаилә өсөн яҡын туғандарҙан да былайыраҡ булып киттеләр... йәндәре йәннәттә булһын!
Аш-һыуға мул ҡуллы булған Әлмәғизә инәйем, берәй нәмә яраштырһа, бер ҡаҙан итеп бешерә лә, күрше-тирәләрҙе йыйып ала торғайны.
–Әй, Вәлимә, кисә Миләм бер сумка ҡуҙғалаҡ йыйып алып ҡайтҡайны... Быны нимә эшләтәм хәҙер, тип йөрөнөм дә, ҡаҙан тултырып өйрә бешерҙем әле... Бөтәгеҙ ҙә беҙгә килегеҙ! Боронғоса ҡатыҡлап, ҡаймаҡлап өйрә эсеп алайыҡ, – күрше инәй көлә-көлә хәбәрен һөйләп, оҙаҡламаҫҡа ҡушып, сығып йүгерҙе.
Беҙ барғанда усаҡлыҡтарының урындығы тулы күрше-тирәләр, бала-саға иҙәндән урын алған ине.
–Әйҙүк, һеҙҙе генә көтөп ултырабыҙ... – Инәй Милә апай менән бергә ашъяулыҡҡа ризыҡтарын теҙә лә башланылар. – Күңел етһә, урын етә ул, барына етешеп ултырығыҙ!
Ашъяулыҡ түренә бер табаҡ өйрә килеп ултырҙы.
–Кемегеҙ нимә оҡшата – шуны һалып ашағыҙ, күршеләр, – инәй туҫтаҡтағы ҡаймағын, ҙур йомарлам ҡоротон, әсе һәм сөсө ҡатыҡтарын табындағылар янына шылдыра. – Боронғо аш, танһыҡҡа шәп була ул...
–Уй, Әлмәғизә, һинән әмәл ҡотолмай инде ул! – Нәғимә инәйем, өйрәнән ауыҙ итеп, күршеһен маҡтап ала. – Былай алайыммы! Хас та беҙ бала һәм йәш саҡтағы аш! Тары һәм бойҙай бутҡалары менән һыйлап, бер ҡыуандырғайның... Балдырған өйрәһенең тәме лә телдә әле...
–Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, күршемә! Нисә йыл ут күрше булып йәшәп, бер һүҙгә килешкәнебеҙ юҡ. – Әсәйем дә үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға ашыға. – Балларыңдың изгелектәрен күреп йәшә!
–Әлмәғизә ҡоҙаса балыуан ҡатын инде, күҙ теймәһен! – Бығаса өндәшмәй генә ултырған Вәлимә еңгәйем инде генә һүҙ башлағайны, уға эйәреп килгән игеҙәктәр Әлфиә менән Әминә нимәгәлер үҙ-ара сырҡылдаша башланы. – Уй, ошо икәүҙе! Кеше менән һөйләшергә лә бирмәйҙәр... Тик кенә ултырығыҙ!
–Уйнаһындар, бәләкәйҙәр бит әле... Ҡыҙҙар шулай сырҡылдаҡ була инде... – Әлмәғизә инәй, нимәнелер иҫенә төшөрөп, Милә апайға өндәшә, – Милә, аш һыуынмаҫ борон бар Сәмиғулла мулла менән Алтынбикә әбейҙәргә алып барып кил йәһәт кенә!
Мул ҡуллы ҡатын ҡаҙандан бер табаҡ ҡуғалаҡ өйрәһе һоҫоп, ҡыҙын ауыл уртаһында йәшәгән Сәмиғулла олатайҙарға йүгертә.
–Тағы ярты ҡаҙан өйрәм ҡалды, уны ҡайҙа итеп бөтөргә?
Урындыҡта ултырғандар сыу булып көлөшөп ала.
–Бөтә ауылға етмәле итеп бешергән дә ҡуйғанһың бит, өләшәһең инде хәҙер...
Күрше инәй рәхәтләнеп көлөп ебәрә:
–Сама тигән нәмәне белмәгәс, ни әйтәһең инде миңә... Ярай, ағайымдарға, Хәтирәләргә алып барырбыҙ, ғаиләләре ишле генә, кинәнеп ашап алырҙар...
Мин бала саҡта беҙҙең яҡтарҙағы урман башҡорттары яңы-яңы бәшмәк йыя башлағандар ине. Башта уны йыуыу-тоҙлау тәртибен дә белмәнеләр – эсен ҡырып, ап-аҡ итеп йыуып, унан берәмләп тоҙлап һала торғайнылар. Урыҫтар менән даими аралашып йөрөгән Нәғимә инәйем менән әсәйем Вәлимә ауылда тәүгеләрҙән булып бәшмәк йыйыу, уның ағыулы-ағыуһыҙын айырыу, нисек тоҙлау серҙәрен үҙләштерҙел әр. Икеһе ике ат егеп, Фируза апайым менән мине лә алып, урманға сығып китерҙәр ине. Кискә тиклем аҡ бәшмәктәрҙе берәр арба итеп йыйып, Камал буйындағы ҙур һыуҙа йыуып, шунда сәй ҡайнатып, ашап-эсеп эңерләгәс кенә ҡайтып китәбеҙ. Бараҡал, Йылайыр ауылдарындағы, Орск, Новотроицк, Гай ҡалаларынан килгән “ызнакумдары” уларға үҙ кәңәштәрен биреп, күрһәтеп, өйрәтеп йөрөнөләр. Әлеге белештәре йыш ҡына йоҡларға ла ҡалалар ине. Бындай көндәрҙә апалы-һеңлеле ике ҡатын мәрйәләрҙән бәшмәктән төрлө ризыҡтар яраштырыу серҙәрен дә өйрәнде.
Бер көн шулай таң менән Әлмәғизә инәйем килеп ингән. Ҡулында тап-таҙа итеп йыуылған бер биҙрә бәшмәктәр.
–Әй, Вәлимә, мынауларҙы тоҙлайым, тинем дә, башта һиңә күрһәтергә булдым... Ағыуланып ятмайыҡ, тип ҡурҡам... ашарһың шунан бәшмәк, – көләкәс инәй һүҙе һайын ихлас көлөп, биҙрәһен ихаталағы сирәмгә ауҙара. –
Эрвизиәңде үткәр әле!
Ике ҡатын сирәмгә аяҡтарын һуҙып тороп ултырып, бәшмәктәрҙе айыра башлай.
–Мынау кеүек эт бәшмәген алмағыҙ, күрше – ауыҙға алғыһыҙ әсе бит ул! – Әсәйем белдекле ҡиәфәттә инәйҙең бәшмәктәрен сорттарға бүлә. – Уларҙы хатта һыйыр-һарыҡ та ашамай, ҡорт та төшмәй... Бының ише һор бәшмәктәр ҙә ашауға яраҡһыҙ...
Бер аҙҙан Әлмәғизә инәй алып килгән бәшмәктәрҙең өстән бере генә тороп ҡала биҙрә төбөндә.
–У-у-уйй, алай ҙа алып килгәнмен... бәшмәк ашайым, тип үлеп ят сәле шунан... – Ҡобараһы осҡан инәй тороп уҡ баҫа...
–Үлеүен үлмәҫ инегеҙ ҙә ул, ә бына арыу ғына этләнер инегеҙ...
–Бынан түбән һинһеҙ бәшмәккә сыҡмайым, әй...
Беҙҙең аҡ төҫтәге бер сәүек этебеҙ булды. Сит кеше килһә, өндәшмәй генә бәкәленән эләктерә торғайны. Ә Әлмәғизә инәй килгән һайын тешләнде үҙенән.
–Уй, ҡороғор, ошо бер этегеҙҙе онота ла ҡуям бит... – Инәй гелошын ташлап, ситкә тайшана. – Миңә өйрәнмәүен әйт... Себә! Күҙең аларып ни...
–Һине тешләгәнен мин дә онота ла ҡуям... Теше үтмәнеме тәнеңә? – Өй янында эш менән булып йөрөгән әсәйем күршеһе янына ашыға.
–Юҡ, шикелле... – Әлмәғизә инәй шаңҡылдата көлөп, хәбәрен теҙә. – Минең иҫһеҙ икәнде ул да белеп бөткәндер инде... Әллә юрамал ғына тешләгән була инде, бер ҙә яралағаны юҡ...
Ике ҡатын көлөшә-көлөшә усаҡлыҡҡа инеп китә. Оҙаҡ, бик оҙаҡ күңелле гәпләшеп, бер-ике самауырҙы йыҡмай тормай улар, бер аҙҙан ҡалған күршеләр ҡушыла. Үҙҙәренсә әйтһәк, иртәнге “ысхудтары” төшкә ҡәҙәр һуҙыла...
Күрше күршеһенең тупһаһын аша атлап инмәгән бөгөнгө заманда йыраҡта ҡалған күршеләремде үлеп һағынам. Уты ла, һыуы ла бергә ине бит уларҙың! Берәйһе берәр яҡҡа китһә, бер-береһенең бала сағаһына күҙ ҡолаҡ булып, мал-тыуарын теүәлләп, һыйырҙарын һауып, кис көтөү ҡаршылап, иртә менән әлеге малдарҙы көтөүгә ҡыуып, бесән осоронда кемеһенең сәйе алдараҡ өлгөрә – шунда ашап-эсеп, бер ғаилә кеүек йәшәнек шул. Бөгөн беҙҙең күршеләрҙең күбеһе гүр эйәләре инде... Бары шул саҡтағы ваҡ балалар ғына боронғо татыулыҡты иҫкә алып, үҙ балаларыбыҙға әкиәт урынына һөйләп йыуаныс табабыҙ...
Ҡасандыр беҙ йәшәгән йорттар ҙа һүтеп алынды, урындарына йәштәр өй күтәрҙе... Эх, бер генә көнгә үткәндәргә ҡайтып, малай сағымдары күрше-күлән менән осрашыу мөмкин булһа икән!..

МОТАЛ РӘМОВ.
 
Автор: