АТАЙСАЛ
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Май 2024, 18:25
Еҙ балдаҡ
Йәмле йәй көнө. Етенсеме,һигеҙенсеме класты бөткән ваҡыт булды буғай. Еҙнәйҙең усаҡлыҡ түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйған бармаҡҡа һыймалы еҙ торбаһынан балдаҡ эшләп маташам. Тигеҙләп ҡырҡып алып, ситтәрен йоморолатып, ялтыратып ебәргәс, ҡәҙимге, үҙенә күрә килешле генә килеп сыҡты. Шул мәл ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Әйләнеп ҡараһам, башына күркәм итеп, яурындарына төшөрөп сағыу төҫтәге яулыҡ ябынып, матур итәкле күлдәк, аяҡтарына йылҡылдап торған галуш кейеп алған өләсәй инеп килә. Һаулыҡ һорашҡас:– Нимә эшләп ултыраһың балам? – тип минең шөғөлөм менән ҡыҙыҡһынды.– Балдаҡ, өләсәй, балдаҡ! – Мин маҡтанғандай итеп ҡояшҡа ялтырап торған балдаҡты күрһәттем.
Еҙ балдаҡ
Уймаҡ хикәйә
Өләсәйем:
– Балаҡайым, ҡайһылай һәйбәт килеп сыҡҡан, магазинныйға оҡшап тора бит, – тине һоҡланып. – Өләсәйемдең маҡтауына күңелем күтәрелеп китте.
– Кейеп ҡара әле , – тип уға һондом. Балдаҡ уның бармағына үлсәп эшләгәндәй тап-таман булды ла ҡуйҙы.
– Ҡара әле, миңә ярап ҡына. Бигерәк матур булған! – Өләсәйем миңә йылмайып ҡараны.
– Ярағас, һиңә булһын да ҡуйһын.
– Һай, ҡолонсағым, ҙур рәхмәт! Ана ниндәй минең алтын ҡуллы ейәнем бар. – Өләсәйем арҡамдан тупылдтап һөйөп алды. – Гел шулай кешеләрҙе ҡыуандырып йәшә!
Шул ваҡыттағы өләсәйҙең сабыйҙарса ҡыуанғаны әле лә күҙ алдымда, балдаҡлы ҡулын әйләндереп-әйләндереп ҡарап, рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәр теләп, дәртле баҫып әсәйем эргәһенә инеп китте.
Ә был мәлдә минең шатлыҡ хистәремде әйтеп аңлатҡыһыҙ ине. Үҙемде әкиәт батырылай кинәт үҫеп киткәндәй тойҙом. Ниндәй рәхәт икән ул рәхмәт һүҙе ишетеүе, кешене ҡыуандырыу! Бала саҡтағы ошо тойғо мине әле лә кешеләргә гел шатлыҡ бүләк итергә өндәп торған кеүек...
Хәмит Әбүбәкиров.
фото интернеттан
Автор:
Гульдар Кадаева
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся