АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Май , 15:00

Ҡуйыртылған һөт. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.) Хәйҙәр Тапаҡов.

   Ысынлап та хәҙер ҡуйыртылған һөт менән һатыу кәштәләре тулған, уларға иғтибар ҙа итмәйенсә үтеп китәм. Ә теге, алыҫ Балтик ярындағы ҡуйыртылған һөт бөтөнләй башҡа ине шул, уға алтынға биргеһеҙ тыуған еремдең бер өлөшө, китеге, остоғо һыйғайны!

Ҡуйыртылған һөт. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Ҡуйыртылған һөт. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Армияла хеҙмәт иткәндә сержант составы менән аҙнаһына бер тапҡыр, ял иткән мәлдәрҙә частең эсендә урынлашҡан военторгҡа барып урай торғайныҡ. Ундағы өҫтәлдәрҙе тотошлайы менән биләйбеҙ ҙә, һуттар, кәнфиттәр һатып алып һыйланырға тотонабыҙ. Шулайтып үҙебеҙгә ял ойошторабыҙ, байрам итәбеҙ. Сержанттар араһында хәрби дәрәжәм юғары һәм частә төрөк солтанылай бай кеше булараҡ урыным иң түрҙә. Бай, тигәндәй, ул саҡта һалдаттарға айына 3 һум 80 тин түләйҙәр ине, отделение командирҙарына 10 һум 80, замкомвзвод командирҙарына 16 һум 80 тин, һәм әйтеп үткәнемсә иң байы мин инде, ҡутараһынан  26 һум 80 тин алам. Аҡсаның ифрат ҡиммәт сағы, шуға алғанымды ҡайҙа ҡуйырға белмәйем ҡайһы саҡ. Военторгта ирәүәнләйбеҙ шулай күңел асып, һыйланып. Бик йыш ҡына һыйлаусы, тәпәнсе роле миңә эләгә.

        Бер көн өҫтәл артынан урын алыуыбыҙ булды, сығышы менән Көнбайыш Украинанан булған, юҡ-барҙа соҡонорға яратҡан, теләһә ниндәй ваҡ-төйәк яҙыуҙы уҡырға хирес Александр Федирко ҡулына кәнсир банкаһын алды ла ундағы яҙылғандарға текәлде:

- Товарищ старшина, если память мне не изменяет, вы кажется из Башкирии?

- Вы не ошиблись, да, я оттуда! – тим.

- Вот тут на этикетке сгушенного молока написано, что этот продукт из Мелеузовского молочного завода!

    “Не может быть!” тип саҡ әйтеп ысҡындырмай аяғөҫтө баҫтым да банканы тартып тиерлек ҡулыма алдым. Бына һиңә, ишетмәһәң ишет, күрмәһәң күр, был ҡуйыртылған һөт йәнәһе лә Мәләүездең үҙендә сыға икән дә баһа, яңылыҡ тиһәң дә яңылыҡ, яңылыҡ ҡына түгел, минең өсөн көтөлмәгән, һипһендергес асыш. Тимәк һөттө беҙҙә етештерәләр ҙә һатыу нөктәләренә сығарып та тормай тулыһы менән ситкә оҙаталар. Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, мәҡәле тап килмәй, емеше һиңә, һабағы миңә, тип әйтеү урынлыраҡ булыр был урында.

     Йөҙөмә вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ билдәһен сығарып юғарынан аҫҡа ҡараным:

- Һе, был һөт тә ниһайәт бында килеп еткән икән, - аңламайыраҡ ҡарап ултырыусыларҙы күреп ары дауам иттем, - артҡандың һарҡындыһын ебәрәләр икән башҡа яҡтарға ла, көнләшеүҙән күҙҙәре шаҡмаҡланһын, төштәренә лә инмәгән аҙыҡты тәмләп ҡараһындар саҡ ҡына булһа ла, тиҙәрҙер.

- Һеҙҙә был нәмә шул тиклем дә күпме ни? – тип ҡыҙыҡһынды кемдер.

- Күп кенә түгел, ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ, улар менән һатыу кәштәләре тулған, кәнсирҙәрҙең һыймай иҙәндә тәгәрәгәндәрен ҡалҡытып та йонсомай тибеп ебәреп үтәбеҙ йыш ҡына!

- Эх, беҙҙә лә шулай булһасы...

- Һеҙҙә һис ҡасан улай булмаясаҡ, сөнки Тәңре кемде өлөшлө итә, ә кемде юҡ! – Йәнемдә хикәйәсе ҡомарының уяныуын һиҙҙем, ул саҡта инде мине тыйып тотоу, тотоп алыу мөмкин түгел. Ҡоласымды йәйеп ебәрҙем:

- Бына бындағы кибеттәрҙә “Рижский бальзам”ды ҡиммәтле эсемлектәй күреп һатҡан булалар. Ә ул нимәнән әүәләнгән тип уйлайһығыҙ? Моғайын да уны Балтик диңгеҙенең ярында ятып мүкләнгән таштарҙы йыуып әҙерләйҙәрҙер, башҡа юлдарын күрмәйем.

- Беҙҙе улай уҡ бөтөрөп ташламағыҙ инде, иптәш старшина! – Латыш Петерсонс дәғүә белдерҙе. – Бәлзәмдәрҙе, билдәле булыуынса, үлән төнәтмәләренән етештерәләр.

- Етештерҙеләр ҙә икән ти, бындағы бәрәкәтһеҙ тупраҡта йүнле үлән үҫә тиһеңме: ике-өс бөртөк әремдер, бәлки, юҡтың көнөндә, иң күп тигәндә, тиҫтәгә яҡын шайтан таяғы, йә тегәнәктер.

- Зато у нас очень много памятных мест, например, памятник латышским стрелкам в Риге, органная музыка главного храма – Домского собора столицы Латвии по звучанию занимает второе место в Европе!

- Бәлки. Ә мин милли батырыбыҙ Салауат һөргөндә ыҙаланған Рогервик ҡәлғәһен генә беләм бары. Ярай, әһәмиәтһеҙ, кәрәкһеҙ әйберҙәр хаҡында һөйләүҙе ҡуйып тәбиғәт байлыҡтарына күсәйек. Ә беҙҙә, Башҡортостанда, аяҡтар аҫтында меңәрләгән төр хәтфә үлән затлы келәмдәй түшәлеп ята, саҡ ҡына өҫкәрәк һирпелһәң, йөҙәрләгән аҫыл сәскәләр баштарын эйгән, ә юғарыға, зәңгәр сатырға текәлһәң... – Илһамланып ҡулымды юғарыға һондом. – Унан инде таң уянғанын белгертеп ләйсән, төшкөлөктө данлап ҡояшлы, тыныс кисте һуғарып офоҡ ҡыҙыллығын һеңдергән йылымыс ямғыр һибәләй.

- При чем тут дожди! – тип дәғүә белдерҙе молдаван Сырги.

- При том, товарищ младший сержант, во первых – командир всегда прав, во вторых - не этично перебивать речь  умных, начитанных людей, в третьих - по уставу запрещено делать замечание старшему по званию. – Тегенең ауыҙын тиҙ яптым. - Был ҡуйыртылған һөт, ана шул сихәтле үләндәр менән туҡланған, һинд халҡы изгегә хисаплаған һыйырҙың шифалы һәм дә туҡлыҡлы һөтөнән етештерелә. Ә бына ҡояш нурҙарының нурлы уҡтарынан тамған башҡорт балы, француз шампанына биргеһеҙ ҡымыҙ хаҡында икенсе ваҡыт һөйләрмен. -  Әйткәндәремде йомғаҡлап ҡулымдағы ҡуйыртылған һөт банкаһын шәрбәт тултырылған бокалдай баш осома сөйҙөм. -  Шулай итеп, хөрмәтле сержант иптәштәр, мин, фәҡирегеҙ, һауаһына иҫерткес хуш еҫ туҡылған, алтын-көмөш, башҡа бихисап байлыҡтар ерҙең өҫтөнә сығып күренеп, түшәлеп ятҡан сихри төбәктә йәшәйем, һәм тосымды беҙҙән башҡа һис бер ергә йоҡмаған, бәғзеләрҙең туң ҡолаҡтары ишетмәгән, меҫкен күҙҙәре күрмәгән, күптәрҙең зарлы яҙмышына тәтемәгән ожмах иле өсөн тәҡдим итәм!

    Эргәмдә ултырған аҙ һүҙле өлкән сержант Гаврилов аяғүрә баҫты:

- За гениальную речь, за золотые слова, ура, товарищи генералы и адмиралы!

    Военторг залын дәррәү ҡысҡырылған ура, тауышы тетрәтте.

     Бөйөк Рим ораторы Цицерондан оҫтараҡ, ҡуйыртылған һөттән ҡаймаҡлыраҡ телмәрем хаҡында иртәгеһен тотош часть белә ине инде. Частың замполиты подполковник Федин тап иткәнендә былай тине: “Скоро пойду на повышение, и на свое место буду рекомендовать только тебя, говорят, вы философствуете не хуже самого Конфуция!”

       Һәм шул көндән башлап һалдаттар, һалдаттар ғына түгел сержанттар, хатта өлкән офицерҙар Мәләүездең ҡуйыртылған һөтөн күпләп һатып ала башланылар. Ул аҙыҡ та минең өҫтәлемдән төшмәне. Сырхап киткәндә, кәйефһеҙ саҡта, тыуған ерҙе һағынғанда уны уртлап алһам йәнемә йылылыҡ, яҡтылыҡ, нур күскән, бөркөлгән һымаҡ була торғайны.

    Ысынлап та хәҙер ҡуйыртылған һөт менән һатыу кәштәләре тулған, уларға иғтибар ҙа итмәйенсә үтеп китәм. Ә теге, алыҫ Балтик ярындағы ҡуйыртылған һөт бөтөнләй башҡа ине шул, уға алтынға биргеһеҙ тыуған еремдең бер өлөшө, китеге, остоғо һыйғайны!

           

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: