Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
30 Апрель , 22:00

518-се палата

Мин был ҡатынды теге көн үк аңғарғайным. Ундайҙарҙы күрмәй үтеү мөмкинме инде? Йәш тә түгел үҙе, һәр хәлдә минән оло һәм арыуыҡҡалыр әле. Ап-аҡ ҡына плащын сисеп беләгенә һалған, өҫтөндә сәскәле күлдәк, аяғында осло тағалы ҡыҙыл туфли. Ҡыҫҡа һары сәсе шыма ғына итеп ятҡан, күҙ-ҡашында заманса перманент. Йөҙөндә еңел, хатта ки артыҡ еңел ҡәнәғәти бер нурлы балҡыш. Банкетҡа әҙерләнеп сыҡҡан да, бынау табип ишеге төбөнә яңылыш килеп юлыҡҡан һымаҡ.

518-се палата
518-се палата

Тегеләй-былай йөрөштөрҙө лә, кабинет һанын табып килеп яныма ултырҙы. Хушбуйының тәмлелеге! Күҙ ҡырыйы менән генә сумочкаһына, туфлийына ҡарайым һаман. Үҙем тупаҫ кроссовкиларымды эскәмйә аҫтынараҡ йәшерәм. Мин врачҡа урманға утынға барғандағы һымаҡ килә лә ҡуям ул. Спортивка йә әрһеҙ ыштан кейәм. Ҡапыл сисенеп-кейенергә шулай яйлы һымаҡ. “Һы, ауыл – ауыл инде” тип эстән үҙемде әрләп кенә ултыра инем, ишек төбөндә торған охранник ир беҙҙең яҡҡа юлланды ла, ҡапыл ғына яныма ҡунаҡланы.
--Татар кызымы?
Мин ҡапыл албырғап, кем “кызы” икәнемде уйлап өлгөргәнсе, был дауам итте:
--Ярай, татар-башкорт бер халык бит инде без.
Ярты кәүҙәм менән боролоп тороп тура ҡараным быға, буйтым ғына бер ағай. Ир-егеттән иғтибар булыу ҡатын-ҡыҙҙа автоматик реакция уята бит инде. Ҡулым үҙенән-үҙе сәсемде һыпырып ебәрҙе, ҡыҙыҡһынып артабан ни әйтерен көтәм. Һәм, бына һиңә:
--Йөз тәңкәгез булмас микән? Акса алмай сыкканмын, кискә кайтырга юҡ... Кыйын булмаса...
Бер-ике секундҡа мейем туҡтап торҙо, унан ҡапыл асыуым ҡайнарға урғылдымы, үҙбаһам шап итеп килеп төштөмө, ғәрләнеп киттемме – барыһын да үткәреп ебәрҙем дә, бахилаға-фәләнгә тип һалып алған тинлектәремде кеҫәмдән гөрөп алып һуҙҙым. Һис бошонмай ғына һанап тороп алды. Алтмыш тәңкә сыҡты.
--Рәхмәт, — тип, китеп тә барҙы был. Әлеге хәл минең ошо ишек төбөнә былай ҙа ауыр уйҙар менән килеп ултырған халәтемде тағы ла ҡараңғылатып ебәргәндәй булды. Уф, әзмәүерҙәй ирҙәр юлға, эсергә, бурысҡа һорап йөрөгәндә, миңә, бер бәләкәй генә бисәгә, нисек итеп көслө һәм тағы ла көслөрәк булырға ла, кемдән яҡлау-хәстәр эҙләргә?.. Туҡта, төпкә төшмәйек. Һүҙ башында теге матур ҡатын ине бит әле. Эйе, иртәгә операция яһалаһы биш ҡатынды, беҙҙе, бер палатаға һалалар. Шулар араһында минең сибәркәй ҙә бар. Күрше карауаттарға урынлаштыҡ. Әпәт ныҡ матур кейенеп килгән был. Тәненә һылашып торған йылы күлдәктә һәм “летучка” кәстүмдә. Был юлы туфлийы ҡара. Мин ундай шпилкәләрҙә баҫа ла алмайымдыр әле.
Бер карауатҡа өйөлгән юрған-яҫтыҡтарҙы таратып ала башланыҡ.
--Һеҙгә ҡайһы одеялды бирәйем? Ҡайһыныһы оҡшай? – тимәһенме апай.
Сәнскеле бальнис ябынғысының оҡшағаны буламы икән ни? Йәшел ни, ҡыҙыл ни... Яуырынымды ғына йыйырҙым. Ул йәшелен һондо:
--Мин ҡыҙыл төҫтө яратам.
Ҡаралтының тышын кейҙереп, кейемдәрҙе пижамаларға алмаштырып, тынысланып, теҙелешеп яттыҡ. Ул көнө берәмләп-берәмләп саҡырып алып сығып, табиптар йыйылған бүлмәгә йөрөттөләр. Тәфтишселәргә алып барылған арестанттар һымаҡ булынды. Кискә тағы йыйылып алдыҡ. Һыуҙан башҡа нәмә ярамай. Уныһы ла тамаҡтан үтмәй. Күңелдә ниндәйҙер бер һерелдәк кенә шом да, күҙҙәрҙә борсолоу. Танышмағанбыҙ әле. Бер-беребеҙҙе шым ғына күҙәтәбеҙ барыбер. Ахырҙа тынлыҡты теге апай боҙа:
--Девочки, ну что? Танышайыҡ! Мин – Фая (русса һөйләшәбеҙ инде).
--Наташа, — тине ишек яғындағы ҡатын. Уның шул Наташа, Маша йә Даша икәне былай ҙа күренеп тора. Ап-аҡ сәсле, ҙур зәңгәр күҙле, бөтә йоморо була торған нәмәләре ныҡ йоморо булып бүлтеп кенә торған һөйкөмлө йәш мәрйә.
--Эльвира, — был ханымдың милләтен артыҡ аңлап булмай, йөҙгә ҡуңыр, һипкелле, төптән йыуан, етди генә.
--Раиса Захаровна, — тигән инәй ағарған башынан яулығын ошонда килгәс кенә һалғандыр, күрәһең, ҡыҫҡа сәсе нисек етте шулай тырпайған. Йөҙө лә ҡарауһыҙ, ҡояшта янып-кипкән, өҫтөндә лә ауыл инәйҙәренең уңған халаты.
“Кем әле ул Раиса Захаровна” тип уйлап та өлгөрҙөм, телемдән ысҡынды ла:
--Ах, ты... крашенна... Это вы что ли?
Сар-сор көлөшөп алып киттек.
--Мне до нее далеко! – Раиса Захаровна ла бындайға өйрәнгән икән. “Любовь и голуби”лағы аҙашы уға бығаса ла күп мәрәкә килтергән, күрәһең.
— Василий ғына етмәй!
--Күгәрсендәр!
--Саммый курортный роман була торған ергә килгәнбеҙ инде!
--Ха-ха-ха!
--Хи-хи-хи!
--Ләйсән булам, — тигән апайҙың ап-аҡ ауырыу йөҙөнә йылмайыу йәбешмәй ҙә хатта, әммә уның да ауыҙы йырыла. Һыҙланыуҙан бөрөшкән ирендәре күптән асылмаған булғандыр, уңайһыҙланып тарамыш ҡына усы менән ауыҙын яба һала.
Танышып бөткәйнек кенә Раиса Захаровнаның телефоны шылтыраны.
--Вот и Василий, — тип трубкаһына үрелде. Беҙ инде юрған остарын тешләп шымыраҡ көләбеҙ. – Алле!
Теге яҡтан инәйҙең бабайы оҙон итеп нимәлер һөйләй. Быныһы яуап бирмәй генә тыңлай. Беҙгә инде барыһы ла ишетелеп тора, сөнки бабай яр һала. Тиреҫте баҡсаға ташлап бөткәнен, рассадаларына һыу ҡойғанын, кәмәһен ямағанын һәм иртәгә иртә менән балыҡҡа китерен белдек. Шуларын бер тында теҙҙе лә һүндерҙе.
--Һаңғырау ул, — тип аңлата апай, — уға әйттең ни, әйтмәнең ни, барыбер ишетмәй. Эшен бөттө лә балыҡҡа китте. Раисаһына иртәнсәк операция булғанында ҡайғыһы юҡ.
--Борсолоп көтөп ултырғанға ҡарағанда уға шулай еңелерәктер ул, — тип ирҙе яҡлаша һала Фая. Уның шулай гел позитив ҡына һөйләрен мин баштан уҡ һиҙгәйнем инде. – Беҙ ҙә ҡайғырмайбыҙ, ҡыҙҙар, все будет отлично!
Ятыр алдынан феназепам тигән татлы ғына дарыу тараттылар. Телгә һалып ҡына имергә ине, имеп бөткәнменме-юҡмы, иҫләмәйем. Йоҡлатҡан.

Иртәнсәк кемдеңдер ыңғырашҡанынан уянып киттем. Наташа икән. Алып килеп карауатына бушатып торалар. Ҡараһам Фая ла, Ләйсән дә юҡ. Иҫенә килә алмаған Наташаның ап-аҡ тәнен сепрәк ҡурсаҡ һымаҡ итеп төрлөсә эткеләп-шылдырып урынлаштыралар. Әллә нисә аҡ халатлы янында, система ҡуйҙылар, был яғынан бер, теге яғынан икенсе трубкалар төшөп иҙәндә ятҡан эрзинкә тоҡтарға тоташа. Ауыҙына ла торба индергәндәр. Раиса Захаровна менән бер-беребеҙгә ҡарашып ҡына өлгөрҙөк, минең янға йәш ир килеп тә баҫты:
--Әйҙәгеҙ.
Егеттең артынан эйәреп китеп барам, йәнәшәмдән каталка этәләр. “Был иргә гинекологияла нимә бар икән? Нимәне күргәне юҡ?” тип көйһөҙләнеп киләм. Әйтерһең, әлеге мәл миңә шул мөһим. Асылда, алдымдағы ен булһа ла барыбер икәнен, үҙемде бары алдағы билдәһеҙлек кенә ҡурҡытҡанын аңлайым инде.
Бер бүлмәлә сисендереп, япма менән ябып операция бүлмәһенә индерҙеләр. Ҡараһам, минең врач ҡаршы алып тора. “Ой, Лариса Владимировна!” - тип әсәйемде күргәндәй булып ҡыуанып киттем. Әйткәндәй, дауаханаға ятыр алдынан әсәйем төшөмә ингәйне. Үҙен күрмәнем, әммә йәнәһе лә ауылға ҡайтһам ул өйҙә юҡ. Урам буйлап эҙләп киттем. Кешеләрҙән һораным, юҡ, күрмәнек, тинеләр. Үпкәләп йөрөйөм икән тием, мин ҡайтҡанда өйҙә торһа ней була икән, тип...

...Күҙемде асып ебәрҙем... маскалы йөҙҙәрҙе күрҙем... ҡабаҡтар суйын әллә... көс еткеһеҙ... нисә тапҡыр уянып, нисә йоҡлағанмындыр – белмәйем. Сикәләремә һуҡҡылап өндәшкәндәрен дә ишетәм, аҫтымдан йә өҫтөмдән һалҡын бер ауырлыҡты алғандарын һәм һалғандарын тоям. Шул тиклем татлы йоҡо ҡосағында ҡармап ҡыҫа... тик уяталар. Битемә самаһыҙ ныҡ ҡына сикәләгәндә айныйым. Ах, ысволыш, теге егет. Әйтәм ҡулы ҡаты, ныҡ ҡына эләгә. Ул миңә өндәште, мин дә телемде саҡ әйләндереп нимәлер тинем. Китеп барҙы.

...Кискә бөтәбеҙ ҙә адекват хәлдә инек инде. Телдәр асылған, тик ҡыбырлап ҡына булмай. Көпшә менән һыу эсереп сыҡтылар. Уколы укол, мин теге тәмле дарыуҙы көтәм. Һәм, ниһайәт, шуны бирәләр ҙә, әпәт ожмахҡа осам...
Дүртенсе көн тигәндә бирмәнеләр. Тәнтерәкләп булһа ла йөрөп маташҡан көн бит инде. Йоҡлай алмай ятып, сыҡтым коридорға, процедурныйға туҡылдаттым. Дежурҙа теге йәш ир икән.
--Һыҙланам, йоҡлай алмайым, — тием.
--Ауыртыуҙан укол яһайым, әйҙә, — ти.
--Юҡ, миңә феназепам кәрәк, — тим.
--Врач яҙмаған, уны улай күп ҡулланмайҙар, — тип, биленә таянып уҡ тора был.
Мин дә атакаға күсәм:
--Һеҙ, вообще то, теге көн миңә ныҡ һуҡтығыҙ, аҙаҡ битем ауыртты.
--Һеҙ, вообще то, миңә шунда һүгендегеҙ.
--Ну, ладно. Один – один. Бир бер таблетка по-братски, ҡабат һорамайым.
--Һеҙ, наркоманкалар, ҡаҡшатағыҙ бит мине, — тип мыңғырлаһа ла, медбрат, дарыу бирҙе. Воздушный поцелуй осороп, дренаж-мренаждарымды һөйрәп, ҡаршылауыҡ тиҙлеге менән палатама шылдым.

Фая кеүек матур һөйләгән кешеләр һирәктер. Ҡупшы аяҡтарын ипле генә итеп ҡуйып, нәфис ҡулдарын балериналарса болғап, шундай мәҙәниәтле телмәр менән бәйән итә бит ул. Шундай бөҙрә әҙәби телдә. Уҡымаған классик әҫәре, яҙыусыһы, шиғыры юҡ. Рождественский, Ахматова, Бродский, Асадовтарҙы яттан һөйләп ташлай. Прәм ҡаштарын һикертеп, күҙҙәрен ҙур асып, хисләнеп уҡый ҙа ҡуя. Беҙ ауыҙҙы ябырға онотабыҙ. Мин иһә рус әҙәбиәтенән Есениндың “Ты меня не любишь, не жалеешь...” тип башланған бер фәхишәғә яҙған шиғырынан башҡаны иҫтән белмәйемдә. Оятымдан эсемдәге ҡырҡып алынмай ҡалған ағзаларым сәнскеләне.
--Беренсе ирем менән шунда барғанда... Икенсе ирем мине ныҡ яратты, көнләште... Күҙ ауырыуҙары институтындағы билдәле табиптың медсестраһы инем... Белһәгеҙ беҙҙең арала ниндәй мөхәббәт булды? Ул минең өсөн бөтә нәмәгә лә әҙер ине. Ышанаһығыҙмы?
Ышанабыҙ, әлбиттә! Бына ошондай ҡатындарҙан баштарын юғалталарҙыр ирҙәр, ошондайҙар өсөн батырлыҡтар ҡылаларҙыр. Фая үҙе бер космос ине. Алтмыш һигеҙ йәштә лә!
Раиса Захаровнаға бабайы көн дә шылтырата. Машинаһын йыуғанын, баҡсала ҡойма яңырта башлағанын, бөгөн балыҡ күп эләккәнен, шуны күрше-тирәгә һатҡанын, рассадаларын шыптыр аҫтына күсергәнен бөтә палатаға ишетелерлек итеп һөйләй. Әбейе ҡәнәғәт кенә тыңлай ҙа, һалғас мөңкөлдәй: Раисаһының хәлен дә һорашмай, хет үлеп ят бында...
Наташа иренә тынғылыҡ бирмәй, ҡырҡ шылтырата. Ике ҡыҙына ла тик аҡыл өйрәтеп кенә тора. Иртәнсәктән өйҙәгеләре менән идара итә башлай, кискә шуларҙы йоҡлатып ҡына үҙе ятып китә. Ҡәйнә-ҡайныһы менән ҡатышмай. Шул туғандарын яманлап оҙон тарихтар һөйләй, мин инде ул ғәйбәттәрҙә буталып бөтөп, күп өлөшөн ҡолаҡ аша ебәрәм. Ниндәйҙер дядя Андрей, тетя Зина, баба Галяларҙың нимәләрҙер бүлешкәне һәм бүлешә алмағаны миңә, үҙем саҡ ятҡан кешегә, ни бысағыма?
Эльвира атлай башлағастың күп ваҡытын фойела, коридорҙың буш яҡтарында йөрөп, ултырып үткәрҙе. Телефондан һөйләште лә һөйләште. Үҙе әйтеүенсә бер улы бар, үҫкән инде. Ә аралашҡан әҙәме интернет аша танышҡан ниндәйҙер бер төрөк. Шуға мөкиббән китеп йөрөп ятҡан көнө.
--Султан Сулейманмы әллә? – тип көләбеҙ.
--Инженер... шикелле, — тип, анығын ғына белмәйҙә әле үҙе. Ныу, был ҡатындарҙың башһыҙлығы! Әллә шул ҡәҙәр бәхеткә сарсауҙарымы?..
--Девочки, инде һауығып алһаҡ, брать только самих султанов, — тип әмер бирә ошо урында Фая. Көләбеҙ инде. Минең күҙ алдына теге йөҙ һум һораған сибәр охранник килә. Хөррөм булып тыумағас беҙгә солтан Сөләймәндәр ҙә тәтемәйҙер, күрәһең. Ярай, уныһы мөһим түгел...
Бер үкенесе булды, Ләйсән апайҙы операциянан һуң алып килмәнеләр. Әйберҙәрен дә күсерҙеләр. Реанимацияла, тинеләр. Хәле баштан уҡ бик мөшкөл ине шул. Һау булһа ярар ине...
Хушлашҡанда бик йылы һаубуллаштыҡ. Фая барыбыҙҙы ла ҡосаҡлап үбеп сыҡты. Мин йылы спортивкаға төрөнөп, сатанлай-сатанлай барып машинаға ултырғанда, ул дауахана алдында бейек үксәләренә менеп баҫып, Мерлин Монроныҡы ише елпеп күтәрелгән итәктәрен һыңар ҡулы менән баҫып, үҙе шуға шарҡылдап көлә-көлә, ҡул болғап ҡалды.

Миләүшә Ҡаһарманова.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева