Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
26 Апрель , 22:40

БУР

Зөфәр тейен етеҙлегендә ҡыйыҡҡа менде лә, күпсеп ятҡан бесән өҫтөнә аяҡ салып ултырып, баянан бирле ҡуйынын йылытып ҡайтҡан, уйҙарын ҡасандан ҡытыҡлап яфалаған әйберҙе бәлтә эсенән һөйрәп сығарып ҡулына алды.Бына ул! Таныш...Еҫе лә хатта шул уҡ! Бала сағынан белә бит уны Зөфәр!

БУР
БУР

Класс ишеген һаҡ ҡына асып, иркен коридорға бесәйҙәй йомшаҡ аҙымда сыҡты Зөфәр. Ни тиклем һаҡ баҫып маташмаһын, ағас иҙән таҡталары аҙым һайын тиерлек тауышланып үртәне. Коридор һәр кластан килгән тауыштар менән тулған. Ҡайҙалыр баян тауышы сыға, тимәк йыр дәресе бара был кабинетта. Быныһында шымыраҡ, рәсем ахры, һүрәт төшөрөүгә ылыҡҡан балаларҙа тауышланыу ҡайғыһы булмай шул.
Зөфәр ҙә ярата рәсемде, онотолоп төшөрә һүрәтте шуға. Әле бына Мәликә апайынан һорап ҡына үҙе өсөн мөһим "эш" атҡарырға сығып барыуы. Йыйыштырыусы апайҙар ғына эште боҙоп ҡуймаһа! Әһ-һә! Улар бүлмәләрендә сәй эсәләр ахры. Ара -тирә сөкөрләшкәндәре, сынаяҡ - ҡалаҡтары сыртылдағаны ла ишетелеп ҡуя ана! Хә-әҙер!
Зөфәр шылып ҡына тиерлек атлап гардероб яғына ыңғайланы. Баҡса ишегеләй ваҡ штакетниктан эшләнгән гардероб ишеге Зөфәр ҡағылыу менән "теймә-ә-ә-ә " тигәндәй сыйнап асылып та китте. Келәгә исем өсөн эленгән оло йоҙаҡтың таңҡылдамауын теләп малай тағы ла һағыраҡ, хатта күтәрә биреп ишек ишаратын ябып ҡуйҙы.
Гардероб кластарға бүленгән дүрт кейем элгестән, ике аяҡ кейеме шкафынан тора. Ингәс тә ишек төбөндә башланғыс кластар өсөн тәпәш элгәсәктәр, ҡыҙҙарға - малайҙарға айырым эшләнгән, ә бейек тимер тояҡлы элгестәр өлкән кластар өсөн. Улары ла ҡыҙҙарға егеттәргә айырым. Зөфәр уйлаған "эш" өлкән ағайҙар элгесе яғында .
Ошонда, ошо ғына тирәлә ул...хәҙер, хәҙер...
Әллә ҡурҡыуҙан, әллә тулҡынланыуҙан малайҙың ҡулдары ҡалтыраны. Йөрәге лә хатта үҙенә ишетерлек булып ярһып дөпөлдәй башланы. Ҡышҡы кейемдәр күплегенән элгескә саҡ эленеп тора елкәлектәр, араһына ла көс- хәл менән һыйып инмәле.
Зөфәр үҙенә кәрәкле пальтоны эҙләп буйы етмәһә лә аяҡ ослап һәр кейем араһын асҡылай башланы. Ҡайҙа һуң ул? Ҡайҙа...?
Шул саҡ әллә елкәлектәре насар булғанмы, әллә Зөфәр аҫылынып эҙләнгәнгә имеш итепме бер нисә кейем иҙәнгә шап итеп төшөп тә ятты. Тимер төймәле булдымы берәй бәлтә, әллә ҡайыш билдекле булдымы берәйһе, таңҡ итеүе шуның бар залды яңғыратты хатта.
Ҡобараһы осто Зөфәрҙең. Шулай ҙа яҡшыға өмөт итеп, берәйһе ишетеп ҡалмауын теләп, йәһәтләп кейемдәрҙе елкәләренән бөрөп элгескә һелтәп маташты, тик өлгөрә алманы. Тауышҡа йыйыштырыусы апай ҙа килеп етте.
— Зөфәр, нишләйһең ул унда?
— Туалетҡа сығайым тигәйнем...
— Өлкәндәрҙең кейеме араһында нишләп йөрөйһөң һуң? Башланғыс кластар бында ғына элә бит өҫ кейемдәрен, - Сәлимә апай күрһәткән яҡҡа белмәмеш булып иҙәндә ятҡан бер нисә бәлтәне ашаҡлап сыҡты Зөфәр.
— Бәлтәһеҙ ҙә туңмаҫ инең йүгереп сығып ингәнсе, көн йылы бит тышта, - Зөфәр төшөргән кейемдәрҙе йыйған арала Сәлимә малайҙың тышҡа түгел, кире класҡа инеп китеүен һиҙмәне лә хатта...
Зөфәр ут кеүек янып, май урларға йыйынып та тотолған бесәйҙәй шымтый ғына кире класҡа инеп ултырҙы. Барыһы ла баш баҫып мәсьәлә сисә. Зөфәр ни тиклем тырышып китапҡа эйелмәһен, ҡулы ҡалтырауын, йөрәге дарҫлап тибеүен, ҡолаҡ осонаса яныуын туҡтата алманы. Китабын күтәреп баҫтырып, уҡытыусы апайы күрмәһен тип бер аҙ партаға баш терәне.
Эх, план килеп сыҡманы! Етмәһә мынау йыйыштырыусыһы!
Әллә аҙаҡтан, һуңғы дәрестәрҙә тағы сығып ҡарарғамы икән?
Дүртенсе дәрес физкультура ине. Сафа ағайҙары саф һауала сәкән һуғабыҙ тип белдергәс , малайҙар ур-ра ҡысҡырышып тиҙерәк сәкән бүлешергә урамға сығып йүгерҙеләр. Зөфәр ҡабаланманы. Тик гардероб аулаҡ түгел ине, ҡайтырға тип кейенгән бәләкәй класс балалары менән тулы, аниһә үҙенә кәрәкле нәмәнең ҡайһы тирәлә икәнен ҡарап ҡуйһа, дәрес араһында инеп кенә алып сығыуы ҡыйын булмаҫ ине лә Зөфәргә.
Бер иш ҡара бәлтәләр етмәһә, тоноҡ тәҙрә яҡтыһында айырыуса танығыһыҙ.
Малайҙар менән борҡоп сәкән һуҡҡанда ла уйы менән мәктәп эсенә инеп сыҡты малай. Ул уҡыған өсөнсө класс мәктәптә иң күп малайҙар булыуы менән айырыла башҡаларҙан.
Ике командаға бүленһәләр ҙә, бер нисә бала артып ҡала команданан. Аптырап алмашсы иттеләр уларын. Кемдең ҡарап ултырғыһы килһен мынауындай ҡыҙыу уйынды?!
Алмашта ултырған арала Зөфәр Сафа ағайҙан рөхсәт алып мәктәпкә һыу эсеү һылтауынан тағы ынтылды.
Һыу һауыты йыйыштырыусы апайҙар бүлмәһендә, ул ул яҡҡа боролоп та ҡараманы, шундуҡ йылдам атлап, гардероб ишеген үтә лә һаҡ ҡыланып, тауышландырмай асып эскә үтте. Аяҡ ослап бая ғына болартҡан өҫ кейемдәрен тағын ҡайырып ҡарай - ҡарай үҙенә кәрәклеһен эҙләп мәж килде.
— Йәһүҙин! Нишләүең был?
Тауышҡа терт итеп артына боролдо малай. Унда Фариза апай тора ине. Ул да йыйыштырыусы.
— Бер нәмә лә...
— Нимә соҡонаң атыу унда? Ай-һай кеҫә тентеүеңдер әле!- Сәлимә апайҙың сменалашы ҡаты тотто һүҙҙе — Ну- ка, әйт, нимә эҙләйһең өлкәндәр кейеме араһында, ә?- шул арала кәпәстән күренеп торған ҡолаҡ осон бороп та тотоп алды Фариза апай — Әйт, әтеү һәҙер үк директорға индерәм! Аҡса эҙләйеңме? Тәмәкеме?Йә!
Ҡолағының үлтереп һыҙлауына сыҙамаған Зөфәр торған урынында бейей - бейей саҡ иламай:
— Фариза апай, ебәрегеҙ ҡолағымды, уф ауырта-а! Фариза апа-а-ай, -тип инәлде.
— Һин миңә тәүлә нимә эҙләгәнеңде әйт, аниһә өҙөп алам ысынлап та ҡолағыңды һәҙер!- оторо ҡолағын өҫкә тартҡан апай ҡулында ысынлап та ҡолағы ҡырт иткәндәй ишетеп ҡуйҙы малай.
— Эҙләмәнем бер нәмә лә, былай ғына ингәйнем. Өшөнөм тышта, - Зөфәр хәйләләшеп маташты.
— Өшөмәһә ярар ине, ут булып янып тирләп тораң, хатта бына кәпәсеңдән быу күтәрелә, - башындағы кәпәсен күтәреп кире кейҙерҙе апай, әммә ҡолағын ысҡындырырға ла уйламай.
Бөттө баш! Директорға индерһә, бөтөнләй эш хана!
Әсәһен саҡыртырҙар, уф...
— Миңә әйтмәһәң директорға әйтерһең, әйҙә!- ҡолағын ысҡындырғанға бер аҙ ҡыуанған малай һыңғар ҡулы менән ут ҡыҙыл янған ҡолаҡ япраҡтарын ышҡый - ышҡый йыйыштырыусы апай артынан эйәрҙе...
Ысынлап та хәл хөрт килеп сыҡты. Бығаса бер ҙә инеп сыҡмаған директорский Зөфәр өсөн язалау бүлмәһенә оҡшап ҡуйҙы. Баш баҫҡан малайҙан береһе лә һүҙ тартып ала алманы. Директорҙың арҡаһынан ҡағып һөйөп юхалыуы ла, Мәрхәбә апайҙың төкрөк сәсеп саҡ һуҡмай килеп - килеп урауы ла файҙа бирмәне. Алдына ҡағыҙ - ручка һалып, аңлатма яҙырға ҡушҡастары Зөфәр тағы ла оторо ҡалтыранып башын эйҙе. Бына - бына директор тороп тимер сейфынан сөй -сүкеш алыр ҙа, Зөфәрҙе анау карта янына ҡолағынан ҡатып ҡуйыр һымаҡ тойолдо. Өлкән ағайҙар коридорҙа шаярһаң гел шулай тип өркөтәләр ине бит. Бәлким шулайҙыр ҙа әле...
Аңлатма барыбер яҙылманы. Арҡыс - торҡос ҡыйыш хәрефтәр менән АҢЛАТМА тип яҙылған һүҙ ,ҡуш бит итеп йәйелгән дәфтәрҙе йәмһеҙләп директор өҫтәлендә ятып ҡалды. Оҙағыраҡ та ижыр ине әле бәлким директор, дәрескә саҡырып зыңлаған ҡыңғырау тауышы яңғырамаһа. Зөфәрҙең шым ғына тып -тып тамсылар тамыҙыуы ла директорҙың ҡулындағы ҡамсыһын бушатты.
Әрләнеп бер ҡат туналып сыҡҡан малайҙы алда тағы ла олораҡ "сюрприздар" көткән икән.
Класташтары күҙен дә астырмай бармаҡ төртөп бур- бур, эй бур!-тип өндәшеүе күңеленә таш булып ятты.
Кемеһелер ҡағыҙға ҙур хәрефтәр менән БУР тип яҙып костюмының арҡаһына белгертмәй елемләп йәбештереп киткән. Бар мәктәп геү килде Зөфәрҙең бурлығын асыҡлап. Кемдеңдер нимәһелер юғалған, әллә ысын, әллә юҡ, бар ғәйеп бер Зөфәр битенә ҡара булып яғылды.
Ни тиклем белгертмәҫкә тырышмаһын, бер нисә көндән Зөфәрҙең әсәһенә лә етте был хәбәр. Былай ҙа уҫал, үҙ һүҙенән, үҙ теләгенән аша сығармаған әсәй кеше, был көндө улын сумкаһы тотҡаһы өҙөлгәнсе туҡманы ла туҡманы...

Зөфәр үҙе генә тын уйланып ултырырға яратҡан бер урын бар. Ул да булһа тауыҡ һарайы ҡыйығы. Бәләкәс кенә өйҙәре, мунса һәм бәҙрәфтәренән тыш иртәнән алып кискәсә һис тын тормаған ошо ҡыйыҡ аҫты донъяһы булыр ул. Бөгөн дә ошо заттар ҡышҡы ҡояш нурҙарына ҡыҙынып ҡыйыҡҡа һөйәүле баҫҡысҡа теҙелгән. Малай быйма осо менән һаҡ ҡына шуларҙы этеп, баҫҡысҡа аша - аша баҫып өҫкә үрмәләне. Ҡыйыҡ таҡта менән бер яҡтан ғына көплө. Ҡалын бесән өҫтөнә шөңгөп ултырҙы ла Зөфәр бар ауыл күренешен асҡан оло урам яғына текләне бөгөн дә.
Ана-а мәктәп, унан ары клуб, силсәүит бинаһы, магазин да күренә. Тирмән яғы, хатта иген келәте лә яҡын ғына һымаҡ бынан ҡараһаң. Ә ана-ау, ап-аҡ күкрәген киң киреп, оло урам башында ултырған өй айырыуса Зөфәрҙең иғтибарында. Күңеленә айырата яҡын бит ул нигеҙ уға, сөнки ул иҫ белгәнсе шунда йәшәп алды. Ҡартәсәй -ҡартатайлы, атайлы ине ул унда.
Яҡшылап аңламай ҙа ҡалды Зөфәр атаһы менән әсәһе ыҙғышын. Кем, нимәгә, нишләп булды уларҙың талашы? Өләсәһе әйтмешләй, этем түгел суртым ғына белһен! Мәз килеп урамда малайҙар менән уйынсыҡ машинаға ҡом тейәп уйнап ултыралар ине Зөфәрҙәр, әсәһе килеп тыһырлата еңенән һөрәп алды ла, елтерәтеп урам буйлатып ошо өйгә алып килеп индерҙе. Шул көндән башҡаса барманылар ул аҡ йортҡа. Атаһы килде шикелле ул, тик әсәһе ҡапҡанан уҡ ҡыуып ҡайтарҙы. Дүрт йәш тулып килә ине Зөфәргә ул мәл, бала булһа ла вис аңлап, һиҙеп йөрөнө. Аҙаҡ ҡына аңланы был өйҙөң өләсәләренең иҫке аласығы икәнен. Ҡыҙының кейәүен ташлап ҡайтып ултырыуын өләсәһе лә яратманы, әрләне хатта. Зөфәр йоҡлағанға һалышып, юрған аҫтынан өләсәһен ҡеүәтләп, нығыраҡ әрлә, ишеү ишеү ҙә, тип теләп ятты...
Зөфәр яңылыш ҡына ла атай тип һүҙ башлаһа әсәһе яман туҙынып әрләй торғайны ул саҡта. Бер көн хатта тупһалағы һөйәүле селектең төйҙәһе менән балтырын яндыра һуҡты. Йәй ине, шортик кенә кейгәс, яланғас тәненә һепертке ныҡ тейгәндер инде. Ул саҡта ла Зөфәр ошо ҡыйыҡҡа үрмәләп туйғансы "атай, атай, атай мине алып ки-и-и-ит", тип һөйләнә-һөйләнә илағайны...
Юҡ, бөгөн ул һуғылманы, хатта әрләнмәне лә. Шулай ҙа һағыныу мендерҙе уны ҡыйыҡҡа, атаһын һағынды Зөфәр…
Эх, ошо мәлдә анау тыҡрыҡ аша атаһы үтеп барһын ине! Зөфәр моғайын да көрт кисеп булһа ла уның ҡаршыһына сығыр ине. Атаһы ла уны күреп ҡолас йәйеп килер ине. Эйе-е, ярата бит ул атаһы Зөфәрҙе.
Тик бынау әсәһе генә әллә нимәһенә гел асыулы уға. Класташы Мәхмүттең атаһы кеүек гел иҫерек булһа бер хәл. Тауыш күтәреп боларғаны ла булманы бит хатта.
Һуңғы тапҡыр Зөфәр атаһын мәктәптә күргәйне. Беренсе класҡа барған йылды. Рәсем дәресе ине уларға, кемдер ҡаты ғына ишеккә туҡылдатты. Мәрхәбә апай ишекте ярым асып туҡылдатыусыға күҙ һалды ла: "Зөфәр, ҡәләмеңде һал да, сыҡ әле, һине һорайҙар "- тине.
Йотлоғоп һүрәт төшөрөүгә әүрәһә лә, кем һорай икән ул мине, тип аптырап коридорға сыҡҡайны ул.
Сыҡһа, ни ғәләмәт, атаһы тора. Оҙон бит ул буйға, Зөфәр саҡ уның тубығы тиклем генә ине, хәйер уға шулай тойолдо. Дөм ҡара көҙгө пальто кейгән, башына ҡырын ятҡан кепкаһы, ах, нисек килешә уға!
— Зөфәр, улым һаумы!- эйелеп кенә ҡосағын киң йәйеп ҡосаҡланы уны атаһы.
Зөфәрҙең ҡарлыҡҡан тауышы ишетелер - ишетелмәҫ булып "һамыыы "- тип кенә өҙөп өн сығарғанын ишеттеме икән атаһы шул саҡ? Әллә инде.

Атаһының муйынынан һыға ҡосаҡлаған Зөфәр илағанын белгертмәҫкә тырышып моронон бәлтә яғаһына нығыраҡ батырҙы. Атай кеше барыбер һиҙҙе.
— Илама, илама улым. Ҙур үҫкәс аңларһың мине. Ташлағым килеп ташламаным һине, әсәйең киреләнде бит.Ошоғаса ярашыр юл эҙләнем, ыңғайға бармай һис кенә лә, гел яңғыҙ ҙа йәшәп булмай балам, мин алыҫҡа китәм улым, һинең менән хушлашырға тип килдем, -тине.
Зөфәр ишеткәндәренән оторо буҫығып иланы ла иланы. Атаһы йыуатып арҡаһынан һыйпай -һыйпай әллә нимәләр һөйләне, тик Зөфәр ишетмәне. Уның күңелен бер һүҙ өттө : китә, китә, атай китә...

Класс ишеген Мәрхәбә апайы асып :"Зөфәр, дәрескә ин, етәр ул һеҙгә "- тигәс кенә, талпандай ҡаҙалған моронон атаһының муйынынан саҡ айырып алып, ең осона ебек танауын, бит-күҙен һөртөп, атаһы менән ирҙәрсә ҡул биреп хушлашып инеп китте Зөфәр.

Еңел булып ҡалды малайға ошо күрешеүҙән һуң. Әйтерһең дә атаһы килеп ошо ҡыҫҡа ғына аралашыуҙа бар йөрәгенең һөйөүен һығып малайына бүләк итеп китте.
Уҡытыусыларынан тыш бер кем белмәне шикелле Зөфәрҙең атаһы менән ошо күрешеүен.
Йоҡоһоҙ төндәрендә ул һәр саҡ ошо татлы мәлде иҫләп "йылыныр" ғәҙәт алды. Ауыр саҡтарында ҡолаҡ осонда "илама улым, илама, ирҙәр иламай" тигән һүҙе яңғыраны.
Шунан аҙаҡ дәрес мәлендә класс ишеген кемдер туҡылдатһа, Зөфәрҙең йөрәге жыу итеп ҡала торғайны гел, Мәрхәбә апайының ауыҙына текләп, "Зөфәр сыҡ!"-тип әйтер тип көттө. Тик башҡаса бындай осраҡ ҡабатланманы...

Бер ял көнө иртәһендә өләсәһе тыны ҡурылып сәсәп уларға килеп инде. Зөфәр шаршау менән көплө йоҡо бүлмәһендә торорға йыбанып ята ине әле. Инде лә, тупһанан уҡ һаумы шәпме юҡ, хәбәрен теҙеп тә китте:
— Ҡыҙым, ҡуй инде, ошо үсегеүең менән үҙәгемә үткәрҙең бит! Исмаһам баланы йәлләр инең?! Атайлы көйө атаһыҙ, тере етем иттең бит тәким?! Үҙең ике ҡуйында аунап иркәләп үҫкәс ней, етем еҫен дә белмәйһең. Кейәү ҡатын апҡайтҡан тей бит! Эй Аллам! Тәким ыҡҡа барманың, мына йә инде!
Ҡалайтып ғөмөр буйы бер тыртайғанға инәлеп яңғыҙ йәшәһен, кейәүҙе әйтәм, һәйв-әт ине, еткән малайы ла бар ти теге ҡатындың, эээй, мына йә инде...
Әсәһе ни тигәнен ишетмәне тағын Зөфәр. Әпәт юрған аҫтына сумып арыуыҡ ҡына балауыҙ һығып ятты.

Ысынлап та өләсәһе инеп хәбәр һөйөнсөләгәндән аҙаҡ, оло урам башынан ерән бөҙрә сәсле ят малай мәктәптә күренә башланы. Зөфәрҙән өс йәшкә өлкән ине ул. Исеме лә ят — Ҡасим.

* * *

— Эй, эй, Зөфәр ҡаралэ, кисә Ҡасимдарға ошолай оҙооон машина килде. Хәттәр әй! Тәгәрмәстәре әллә егермегә яҡын инде, иҫәптәп тә бөтөп булмай кү-ү-үп!- парталаш Мәхмүт терһәге менән бөйөрөн тишә яҙып төртөп таҡтаға тексәйгән Зөфәрҙе үҙенә ҡаратып хәбәрен теҙҙе: — Ҡасимдар вис күсеп китәләр тей, шуға шул машина килгән. Кисәнән алып эй тейәйҙәр, эй тейәйҙәр нәмәләрен. Зөлфәт ағай хатта анау дрөндөлөтөн дә тейәне, ну теге барҙаинде матайы, анау бер нимәле, "муравейы"н—эйе, шуны. Машинаһы ҡыҙыҡ әле ул, унысаманы һөрәр микән? Хәҙер ҡайтам да ҡарап ултырам әле ҡойма башына менеп. Эй ҡыҙы-ыҡ! Шарылдатып тауыҡ та тултырҙылар йәшниккә, малдарын да...

Мәхмүттең хәбәренән һуң эсендә ниндәйҙер бер ағзаһы өҙөлөп төшкәндәй һыҙылып һыҙлау башланғанын тойҙо Зөфәр. Нимә-ә? Китәләр ти ме шул? Ҡасим, Зөлфәт ағай тигәс Мәхмүт, тимәк Зөфәрҙең атаһы күсеп китә ауылдан?
Ах! Тәким өлгөрмәне бит Зөфәр теге "эш" те атҡарып!

— Мәхмүт? Ҡасим килде ме ул бөгөн уҡыуға?- һорау биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Зөфәр.
— Килде-е! Ә нимәгә?
— Былай ғына, йомош бар ине,- хәйләгә тартты малай.
— Бергә килдек бөгөн иртән. Бөгөн һеҙҙең мәктәпкә һуңғы тапҡыр барам тип ҡупайып килде хатта. Үҙҙәренең яғына ҡайталар икән. Зөлфәт ағай ҙа китә ти,- Мәхмүт әллә аңламай, әллә аңлы көйө Зөфәрҙе үртәп уның атаһы хаҡында һөйләне.

— Малайҙар! Мәхмүт! Зөфәр! Бытырҙашмағыҙ!- Мәрхәбә апайҙарының киҫәтеүле тауышына турая биреп ҡалҡып ултырҙы улар.
Дәрес ҡайғыһы бөттө Зөфәрҙә. Ысынлап та эсе ауыртып, яндырып әсетеү көсәйҙе. Һалҡын тир бәрҙе битенә, күҙ алдары ҡараңғыланғандай, кәүҙәһе бәүелгәндәй булды.
— Зөфәр! Ни булды? Ауырыйһыңмы әллә?- уҡытыусылары ла һиҙҙе ахры хәлде, шундуҡ эргәһенә килде — йөҙөң ҡасҡан, маңлайың һалҡынса былай, ишетәңме мине?
— Эйе, Мәрхәбә апай, ишетәм. Эсем ауырта әҙерәк,-тип мығырланы малай үҙ сиратында.
— О-о-о, бурҙың эсе ауырта! Хи-хи-хи-хи!-артҡы партанан кемеһелер һаман теге мәлде иҫләтеп көлөп тә ебәрҙе.
--Эй, бур! Май ашаныңмы? Эсең китәме?-быныһы яндаш рәттән класташы "семтеп" ҡараны.
— Ул ни тигән эш ул баллар? Нишләп исем тағаһығыҙ?
Бур булып Зөфәр кемде талаған? Ә кем тотҡан? Ә?

Класс шымды. Зөфәрҙе Мәрхәбә апайының яҡлашыуы аңлатҡыһыҙ еңеллек өҫтәне. Ярай әле уҡытыусыһы ышанмаған уның бур икәненә.
— Зөфәр, ауырыһаң бар ҡайт дәрестән. Буран сығып тора тышта, бишенсе дәресегеҙ физкультура, булмаҫ ул былай ҙа.
Ошо һүҙҙе генә көткән Зөфәр, әле генә һыҙланып ауырыу булып тороуын онотоп, парта өҫтөндәге китап -дәфтәрен шарт- шорт сумкаһына тығып, уҡытыусыһы ҡапыл да кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй ишеккә атылды.

Эстән генә Мәрхәбә апайына мең рәхмәттәр уҡый - уҡый коридорҙан атлап түгел осоп тигәндәй үтеп, гардеробтың ишеген дә шатырлата төкөп асып кейемдәрен кейергә ашыҡты.
Алла, һаҡ баҫып йөрөһәң йыйыштырыусылар килеп сыға, был юлы әллә ойоп киткәндәр сәйләп ултырып, бер кем юҡ.
Зөфәр кейенеп бөттө лә, бар ҡыйыулығын йыйып, өлкән элгесәктәр араһынан ынтылып бер ике кейемде ҡайырып ҡарауға шундуҡ кәрәк нәмәһен табып ҡуйынына тығып, мәктәптән сығып та йүгерҙе.
Шулай ҙа кемдер ҡарап торор ҙа артынан ҡыуа төшөп тотор һымаҡ ине Зөфәрҙе. Боролоп ҡарай — бер кем юҡ. Бәлтә тышынан ҡуйынындағын тота тота ҡыуанып, арыу белмәй йүгерҙе лә йүгерҙе өйөнә малай...

Арҡаһындағы артмағын да ишек тупһаһына быраҡтырып, тура теге ҡыйыҡ эсенә атлыҡты ул.
Буран һыуығын ҡоштар ҙа белә, оянан сыҡмай ҡот- ҡот килеп үҙҙәренсә һөйләшәләр эстә.

Зөфәр тейен етеҙлегендә ҡыйыҡҡа менде лә, күпсеп ятҡан бесән өҫтөнә аяҡ салып ултырып, баянан бирле ҡуйынын йылытып ҡайтҡан, уйҙарын ҡасандан ҡытыҡлап яфалаған әйберҙе бәлтә эсенән һөйрәп сығарып ҡулына алды.
Бына ул! Таныш...Еҫе лә хатта шул уҡ! Бала сағынан белә бит уны Зөфәр! Ҡара ерлеккә һары шаҡмаҡтар төшкән, ҡасандыр атаһы муйынынан төшөрмәй йөрөткән, Зөфәрҙең йөрәген яндырып хәҙер Ҡасим һалынған атаһының шарфы ине ул...
Атай еҫе һеңгән шарф ҡына ине ул...

МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

Автор: