Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Апрель , 08:40

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

Һуңғы сиккә еткәндә телефон трубкаһын алып таныш номерҙы йыйырға күп тапҡырҙар ынтылдым. Шулай ҙа үҙ-үҙемде еңергә, ғорур булып ҡалырға көсөм етте...

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Дүртенсе киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

– Ипләп әйтһәң дә, һинеке лә шәп! Әсғәт!

        – Гөлкәй, артыҡ шаулама! - Алдығының асылыуына уңайһыҙланып китте, үҙе һаман бышылдауында булды. - Һин йоҡла йәме, төн уртаһында күршеләрен уят­ыр­лыҡ итеп аҡыллы ҡыҙ шауламай инде ул. Ә мин ҡайтайым, әсәйең менән хуш­ла­ш­а­йым да ҡуҙғалайым - Ихтыярынан тыш, эйелеп, ҡыҙыҡайҙың йомшаҡ сәстәренән һыпырҙы, ар­ҡа­һынан һөйҙө. - Тыныс йоҡо, бәләкәсем!

       – Тыныс йоҡо! Ағай, бая беҙгә килмә, тип алдатып ҡына әйткән инем.

   Боролдо, йылмайып баш ҡаҡты, аңланым, йәнәһе. Залға сығыуға ҡатын да ке­йенгәйне, өҫтәл артына ултырған, биттәре буйлап йәштәр тәгәрәй. Ул тауышһыҙ ғына илай ине. Ул да ултырғысты тартып, уның йәнәшәһенә бөршәйҙе.

    Ҡатын ҡул һырты менән йәштәрен һыпырҙы, ҡарашы осҡондар сәсрәтә:

       – Йә, Әсғәт (исемгә баҫым яһаны), иҫ киткес урынға килеп эләктең түгелме, хеҙ­мә­т­­ләндереү оҡшанымы?

       – Ул турала һөйләшмәйек әле… Иң башта танышайыҡ, исемең нисек?

       – Ниңә кәрәкте төнгө күбәләктең исеме? Фәхишәнең исеме булмай! Һәр ҡунған ур­­­ыныңда ҡыҙҙарҙың исемен төпсөнөп йөрөйһөңмө?

       – Уҫаллашма.

       – Исемем - Гөлбикә! Ышанмаһаң, паспортымды күрһәтәм. Нимә, мине алда­ны­л­ар, тимәксеһеңме? Әйткәндәй, төнгө хеҙмәткә хаҡ билдәләмәгәйнек, күпме аҡса кә­р­әк, ти­нең әле?! Бик күп! Фәхишәнең кеҫәһендә икмәклек тә аҡсаһы юҡ. Төнгө хеҙмәт­лә­н­де­реү тамаҡ ялғарлыҡ хәйер булыр. Йә, мөхәббәт уйынын бик килештереп баш­ла­ға­й­ныҡ түгелме, дауам ит­ә­йек!

      – Етте, тыныслан, Гөлбикә!

       Ҡатын йөҙөн услап үкһей башланы. Ул да шымтайҙы, йыуатырлыҡ һүҙҙәр та-ба ал­маны. Һыҡтау оҙаҡҡа һуҙылғас, торҙо, ары, нимә эшләргә белмәгәндәй, сәстәрен ба­рмаҡтарына араланы, өҫтөндәге свитерен төҙәтештерҙе, ишек төбөнә элен­гән ку­рт­ка­һын үрелеп алды:

      – Гөлбикә, ҡайтайым инде. Нисектер уңайһыҙ килеп сыҡты, берүк ғәфү итегеҙ… кисерә алһағыҙ, кисерегеҙ...

      – Әсғәт! - Гөлбикә көҙгө янына килде, бит-йөҙөн тәртипкә килтерҙе, туҙышҡан сәс­тә­рен тараны ла һораулы төбәлеп әйтте: - Яңылышмаһам, һеҙ ҙә теге урынға ҡаң­ғы­р­ып барып сыҡтығыҙ шикелле. Аҙашҡан, бәргеләнеп-һуғылып үҙенә урын таба ал­м­а­ғ­ан кешегә оҡшағанһығыҙ. Ресторан майҙанында уҡ һеҙҙең хаҡта шулай уйлағайным Тупаҫ, әрһеҙ ҡыланырға тырышыуығыҙ - яһалма битлек кенә. Беҙҙе, ҡат­ын-ҡыҙҙар ха­лҡын, алдап булмай ул…

    Тегеһе урынында тапанып тороуында булды, яуап ҡайтарманы.

     – Ултыр, килеүен-килгәс, яңғыҙаҡ ҡатындың эс серен белеп кит, исмаһам. Юғиһә минең турала насар фекерҙә ҡалырһың. Ваҡытыңды оҙаҡ алмам.

     Кире ултырҙы, Гөлбикә ҡулдарын ҡаушырып стенаға һөйәлде:

     – Инкубатор тоҡомонан мин, балалар йортонда тәрбиәләндем, - тип һүҙ башланы ҡатын. - Атай хәстәре, әсәй наҙы тойоп үҫергә яҙманы. Атайым, әсәйем хаҡ-ында өҙә-йы­рта булһа ла белергә тырышыуым уңышһыҙлыҡ менән тамамланды. Балалар йор­т­она ҡайһылайыраҡ барып эләккәнмендер, бер Хоҙай белә. Билдәле, унда үҫкән ба­лалар үҙ­­аллы, саманан тыш әрһеҙ булалар, хистәргә бирелә һалып бармайҙар. Ә мин - ки­р­е­һе, нишләптер һәр ваҡыт ярҙамға мохтажмын, таянысһыҙ ҡоларға ғына то­р­ам.

    Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона урынлаштырыу хәстәрен күрҙеләр, сти­п­е­ндияһын да тәғәйенләнеләр. Уҡыуҙа үҙем дә, алдынғылар рәтендә йөрөмәһәм дә, һә­й­­бәттәр иҫәбендә инем. Балалар йортонан булғас, рәт сығырлыҡ та тойолғас, ярҙам иттеләр. Элек дәүләт кеше тураһында хәстәрлек күрә ине барыбер. Хәҙер бөтәһе лә де­м­о­кратия төшөнсәһе, ялтырауыҡ лозунгылар аҫтына күмелеп ҡалды.

    Артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына институттың өсөнсө курсын тамамланым. Шул йылы үҙ­ем­дең буласаҡ иремде осраттым. Ирем, тип ауыҙ тултырып әйтергә хаҡым да юҡтыр, бәлки.

    Ҡала етәкселәре институтҡа студенттар менән традицияға әүерелгән осрашыуға ки­л­гәйнеләр. Ул мине тап итте лә шул мәлдән артымдан ҡалмаҫ булды. Йәш егет һымаҡ йүгермәһә лә, үҙенең барлығын, минең турала хәстәрлек күреүен өҙлөкһөҙ һиҙҙертте.

    Ҡара «Волга»ла елдереүсе абруйлы ҙур түрә ине ул. Урта йәштәрҙә, өйләнгән, ике улы үҫеп килә. Быларын да йәшермәне. Ә мин - тәжрибәһеҙ, бер ҡатлы ҡыҙыҡай. Ул тик уныҡы ғына булыуымды үтенде, алтын тауҙары, нужаһыҙ киләсәк вәғәҙә итте. Һүҙҙәрен эш менән дә иҫбатланы. Уҡыу йортон да бөтмәгән көйгә сиратһыҙ-ниһеҙ һә ти­гәнсе ошо фатирға индем. Күптәр ундай бәхетте тиҫтәләрсә йылдар көтә, ҙур ғаи­лә­ле була тороп дөйөм ятаҡта көн итә. Тағы, бығаса кеймәгән, төшөмә лә инмәгән затлы кей­емдәргә күмелдем. Кинәйәләп еткереүсеһе лә таб-ылды - әгәр үҙеңде “тәрбиәле” тотма­һ­аң, ошоларҙың бөтәһе лә күҙ асып йомғансы юҡҡа сығасаҡ. Институттан ҡыу­ыуҙа­ры ла бик ихтимал. Ундай тәүәккәл, әрһеҙҙән ҡотолоп буламы - ҡурҡтым, һындым, бирелдем.

     Шул көндән алып ике яҡлы тормош менән йәшәй башланым, уҡыу йорто сту­дент­каһы һәм… өйләнгән ир һөйәркәһе. Ундай йәшәүҙең йәменән ғазаптары кү­бе­рәк. Һө­йәрең ике-өс көнгә бер килеп иркәләй, наҙлай, ир һыуһынын ҡандыра ла ҡа­бала­нып ҡайтып китә. Ә һин итек ҡойоһон һөртөп алған иҙән сепрәгеләй ултырып ҡа­ла­һың.

     Шулай бер нисә йыл дауам итте. Институтты бөтөрҙөм, йонсомай ғына ҡаланан эш­ен дә таптым. Билдәле - законһыҙ иремдең ҡөҙрәте хәл итте быларҙы.

     Тормошом сағыштырмаса яйға һалынғас, үҙ теләгем менән ауырға ҡалып, ошо ҡы­­ҙ­ымды таптым. Таш ҡапсыҡта яңғыҙым йәшәгәнсе, икәү булырбыҙ, исмаһам, тин­ем. Ысынлап та, Гөлкәй тормошома йәм өҫтәне, йәшәүемде яҡтыртты, ҡыуанысым да, йыуанысым да ул ғына бит.

    Эсемде яндырғаны тағы шул булды, бала тыуҙы, ә атаһы уны - ҡанынан яралған йәнде - үҙ итеп ҡабул итмәне. Йәнәһе, уның теләгенән тыш тыуған бала. Әйткәндәрен үтәүҙәренә ныҡ ғәҙәтләнгән түрә психологияһы! Бала табыу йортона үҙенең урынба­ҫ­а­­­рының машинаһын ебәргәйне, шоферы ла йыйынып сыҡҡанымсы алан-йолан ҡа­р­а­нып өркөп торҙо, енәйәт ҡылған тиерһең.

     Миңә килгәнендә лә һөйәрем балаһын ҡулына алыу түгел, боролоп та ҡараманы, эргәһенә барманы. Гөлкәй илай башлаһа, теге көйһөҙләнергә тотона - миңә иғтибар юҡ, ял итеп булмай, өйҙән һыҡра еҫе сыға - таба инде һылтауын. Шик-шөбһәгә ҡал­дым. Шиктәрем йәнемде әрнетеп кенә ҡуйманы, тәрәнәйә барып, тынғылыҡ бирмәүсе ҡурҡыуға әүерелде. Тормошомдоң бөтөнлөгө сатнаны һәм мин етеш, ауырлыҡһыҙ йәшәүемдән баш тартырға булдым.

     Ниңә мин үҙ-үҙемде алдарға тейешмен?! Ситлектә йәшәгән ҡоштан ҡайһы ерем ай­ы­рыла? Уны ла бит йылы, яҡты урынға ситлеккә бикләп ҡуялар ҙа, ашаталар ҙа аша­талар, ашаталар ҙа ашаталар. Өй хужаһына бер нимә генә кәрәк - ҡош өйҙө йәмләргә һәм кәрәкле ваҡытта һайрарға бурыслы. Әгәр ҙә ҡош имгәнһә йә ауырып китһә? Йылдар үт­ер, кемгә булһа ла кәрәгем ҡалырмы? Унан тик бер генә нимәне - ты­н­ыс­л­ы­ҡ­та ҡа­л­дырыуын һәм ирек биреүен үтендем. Мин бит ҡол түгел, ғаиләне ҡотло, йәмле ит­еү өс­өн яр­а­т­ылған ҡатын-ҡыҙ! Тағы сит ғаилә йылыһына ымһынып күпме йәшәргә мөм­кин? Яҡы­ндарыңа бөтөнләй ҡайт, уларға хыянат итмә, тип тә өҫтәнем. 

     Ошо хаҡта ишеткәс, һөйәремдең түрәлек һуты һеңгән, һәммәһенә лә битараф ҡала белгән битлек-йөҙө төмһәрҙе, йоҡа ирендәре ҡыҫылды, күгәрткәнсе ҡыр-ылған си­кә­лә­рендәге мускулдары бейеште, туң күҙҙәрендә хәтәр сатҡылар пәйҙә булды. Ал­тын те­штәргә ҡыҫылып мыҫҡыллы өн сыҡты:

               – Һин уйлай ҙа беләһеңме ни әле?

               - Беләм. Мин робот түгел!

     Кейенеп ишек төбөнә килгәс, боролоп зәһәр, уҫал, яһил итеп ҡараны ла былай тине:

               – Туйып һикерәһең ҡыҙыҡай. Һиңә әҙерәк асығып алыу файҙалы булыр. Ми­х­­нәт­тәр елкәңде баҫһа, шылтырат, телефон номерын беләһең…

     Ысынлап та юҡлыҡ үҙен тиҙ һиҙҙертте. Шулай булмай ни ҡалала бәләкәй генә эш ха­ҡына йәшәп ҡара! Алғаның да квартплата, башҡа сығымдар түләүҙән артмай. Тан­ыш-белештәрҙән дә үтескә өҙлөкһөҙ аҡса теләнселәп булмай, улар үҙҙәре саҡ осто-ос­ҡа ялғап көн итә.  Балалар йортонан булғас, туған-тыумаса ҡайҙа инде ул!

     Һуңғы сиккә еткәндә телефон трубкаһын алып таныш номерҙы йыйырға күп тапҡырҙар ынтылдым. Шулай ҙа үҙ-үҙемде еңергә, ғорур булып ҡалырға көсөм етте.

     Бер көн эштән ҡайтышлай урамда институтта бергә уҡыған таныш ҡыҙҙы осрат­тым. Уны ни, танырлыҡ та түгел, һуңғы модаға ярашлы, килешле итеп кейенеп, биҙә­неп-төҙәнеп алған. Күренеп то­ра - һайланырлыҡ форсаты бар.

     Миңә инеп, оҙаҡ ҡына сәй янында һөйләшеп ултырҙыҡ. Әңгәмә нисек йәшәү, көн итеүгә килеп терәлгәс, бик үк асылып китмәһәм дә ауырлыҡҡа, аҡса юҡлыҡҡа зарла­н­ып алдым.

     Ҡунағым ғәжәпләнеүенән ҡаштарын юғары сөйҙө:

               – Гөлбикә, бөгөнгө заманда йүнһеҙҙәр, эшлектән сыҡҡан зәғифтәр генә йон­соп йәшәй. Тимәк яйын таба белмәйһең!

               – Әйберҙәремде сығарып һатайыммы?

               – Ниңә алынған әйберҙе һатырға, киреһенсә, яңыларын алырға кәрәк.

               – Ниндәй аҡсаға?

               – Былай сибәрлегең һүнмәгән әлегә. - Курсташым мине баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, әйтерһең дә, ниндәйҙер тауарҙы баһалай, хаҡ ҡуя. - Модно итеп кейенеп, өҫ-ба­шыңды рәткә килтерһәң, һинең тирәлә ир-ат шәрбәткә ябырылған бал ҡорттары һы­м­аҡ ураласаҡ…

               – Был бит үҙ-үҙеңде һатыу!

               – Килем килтерә торған нәмә ваҡытында ҡулланылырға тейеш, тауарҙың һуң­ынан үтмәүе бар! Конкуренция көслө баҙарҙа. Йәшһең, сибәрһең, өлгөрөп ҡал! Һи­нең төҫ-баш миндә булһа, валютчица булып долларҙар менән генә эш итер инем әле.

               – Ә намыҫ?

 

Автор:Хайдар Тапаков