Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
19 Апрель , 10:19

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

Икеләнеп ур­ы­нында тапанғандан һуң һаҡ ҡына ишек йәнәшәһендәге саҡырыу төймәһенә үрел­де. Эстә ас­ыҡ сағыу булмаған яғымлы көйгә тартым ҡыңғырау тау-ышы ишетелде. Йөрәге өм­өт­лә­неп, ярһып туланы: “Ишек асылырмы?..”

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Аҙағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

               – Намыҫ?! - Ҡунағым шарҡылдап көлөп ебәрҙе. - Какая ты наивная, Гөл­бикә! Ҡайҙа һуң ул намыҫ? Күрһәт, исемен әйт намыҫлы кешенең! Өндәш-мәйһеңме? Шул, шул. Ҡабатлап әйтәм, хәҙер баҙар экономикаһы - бөтә нимәне һатырға, һатып ал­ырға мөмкин. Кем тауарына юғары хаҡ ҡуйып мулыраҡ аҡса ҡайыра, шул ота! Отол­до­ң­мо, түбәнгә тәгәрәнең, тигән һүҙ. Беҙгә институтта: “Кеше кешегә - дуҫ һәм иптәш” тип ты­лҡынылар. Хәтереңә киртеп ҡуй, бөгөн кеше кешегә - бүре! Көслөнөкө донъя! Ас­ыҡҡың килмәһә, алдаш, урла, терһәгең менән этеп башҡаларға юл бирмә!

     Өндәшмәнем. Шулай ҙа был һөйләшеү эҙһеҙ үтмәне, өҙлөкһөҙ мейене игәп торҙо. Уй­лап ҡараһаң, ошоғаса фәхишәнән ҡайһы ерем менән айырылдым әле? Туҡ, йылы тормош, фатир өсөн яратмаған көйгә тәнемде һатып йәшәнем түгелме? Айырма шун­да ғына, фәхишәләр урамда, мин өйҙә… Әллә нисә тапҡыр әҙерләнеп, кейемдәремде ҡабат сисеп ырғытҡан осраҡтарым булды.

     Тормошом, барыбер яйлап-яйлап ошо аҙымды яһарға этәрҙе. Теләнселәй торғас му­­йындан бурысҡа баттым, йәнә балалар баҡсаһы өсөн әллә нисә айға түл-әнмәгән вз­нос­ты талап итә башланылар. Бөгөн ҡыҙым тәүге тапҡыр асыҡҡанын әйткәс, сыҙаманым, тәүәккәлләргә булдым. Күренеүенсә, һунарым уңышһыҙ тамамланды, бәлки, тәжрибә туплаңҡырағас һәйбәт китер.

     Гөлбикә һүрәнке йылмайҙы.

     Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Гөлбикә лә уйҙарына батып тороуында бул-ды, ул да ултырғысында бөгөлөп төштө.

               – Ярай, мин ҡайтайым, һуң бит инде… Һау булығыҙ! - Ҡабаланып ҡал­ҡ­­ын­ды ла сығыу яғына йүнәлде. Ишек тотҡаһына йәбешкәс, оҙата килгән ҡатынға боролдо. - Гөлбикә, һеҙ ул урынға башҡаса бармағыҙ, яраймы?.. Бармағыҙ! Тағы… мин бүре лә, баҫҡынсы ла түгелмен, ҡурҡмағыҙ, намыҫымды ла юғалтмағанмын әлегә. До­н­ъяла яҡшы кешеләр ҙә бөтмәгән… Һин яңғыҙ түгелһең, яңғыҙ түг­е­­л­­һ­ең…

     Тегеһе өндәшмәне. Ә ул ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде.

   Урамда рашҡы баҫылған, күктән өҙлөкһөҙ ағым булып ҡар яуа. Ябалаҡлап осҡан эре ҡар бөртөктәре ебәк шаршау һымаҡ күҙ алдарын томалай. “Былай булғас йонсоу ос­­ор үтер инде, баҙыҡ төҫлө саф ҡыш килер! Ҡыш килә, аҡлаҡ сафлыҡ бөрккән ҡыш!”

   Туҡталышҡа боролоп та тормайынса ырамлы баҫып ап-аҡ тротуарҙан атлап китте.

    – Китсе, Әсғәт, һин йөрөйһөңмө, кеше ҡурҡытып? Сәстәренә ҡар һырып бөткән ҡа­йһылай, үҙе йылмайған була тағы. Ҡайҙа йөрөнөң? - Вахтерша көттөрмәй бикле иш­екте асты ла шулай хәстәрлекле һөйләнеп ҡаршы алды.

   – Ҡайҙа, тиһеңме? - Кинәнеп көлөп ебәрҙе. - Саф һауа һулап йөрөнөм.

   –  Лыҡыланма, һыуыҡ алдырып ятһаң, белерһең әле!

   –  Нәғимә апай, борсолма, йөрәгем ҡайнар минең, вулкан һымаҡ атлығып сығ-ырға тора!

   –  Вулкан йөрәкле егет, бар, тиҙ генә һыуланған кейемеңде алыштыр ҙа кире төш, сәйем ҡайнап сыҡты, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ла бар. Күшеккәнһеңдер, йылынып ки­­тер­һең.

  –  Рәхмәт, Нәғимә апай, икенсе ваҡыт, йәме?

“Уны убырлы ҡарсыҡ тигән булдым, ә ул әсәйем һымаҡ мине ҡайғыртып ултыра…»

  – Тыныс төн булһын, Нәғимә апай!

  – Тыныс йоҡо, балам.

   Араҡы, тәмәке еҫе уҡмашҡан ҡырҡыу еҫле бүлмәгә инде лә, утты ҡабыҙып то­рмаҫтан, карауаты янына килде. Еүеш кейемдәрен сисеп карауат тимеренә элгәс, һа­лҡынса түшәгенә ятты. Һуң булһа ла оҙаҡ йоҡлай алмай ыҙаланды. Күҙ алдын-ан һы­­­лыу йөҙлө теге ҡатын китмәне. «Гөлбикә! Гөл-би-кә!.. Ҡайһылай матур исем! Ҡалала Гө­­л­бикә йәшәй. Иртәгә лә, иртәнән һуңға ла ошо, уның был донъяла барлығын бе­л­дергән тойғоно кисереп рәхәтләнәсәк, сәбәп­һеҙ ҡыуанасаҡ ул. Әллә ғүмерендә тәүге та­пҡыр ғашиҡ булып ҡуйҙы инде? Шулай шик­елле…»

   Ошо татлы уйҙарына ҡыуанып, күҙҙәрен йомдо һәм йылмайған килеш йоҡлап та китте.

   Иртән йоҡоһонан тороуға донъяны ап-аҡ ҡар ҡаплағайны. Ҡар өй ҡыйыҡ-тарына ла, ятаҡтың ҡаршыһындағы спорт майҙансығына ла, майҙансыҡ ситендә бикләнмәй төнгөлөккә ҡалдырылған еңел машиналарҙың өҫтөнә лә аҡ юрған булып һылашҡан. Болотһоҙ күк йөҙөнән яңы ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына күҙҙәр сағыла хатта.

   Егет йүгереп йөрөп йыуынып-ҡырынды ла күрше бүлмәләге магнитофон касс­е­та­һынан ағылған йырға ҡушылып, көйләй-һыҙғыра кейенергә тотондо.

                            Йылмай әле, тынысландыр мине,

                            Онотоп тор борсоу уйыңды…

–  Эй, йоҡо сүлмәктәре, тороғоҙ, ялығыҙҙы йоҡлап үткәрәһегеҙ бит!

Башҡа карауаттарҙа ятҡандар ҡымшанманылар ҙа.

 – Рөстәм, һинең күлдәгеңде кейәм, яраймы? Рәшит, галстугыңды эҙләмә, ул минең муйында булыр, - Ҡысҡырып һөйләнеүендә булды. - Егеттәр, одеколон ҡайҙа, таба алмайымсы?

 Мөйөштәге карауат ҡыбырланы ла одеял аҫтынан боларған сәсле Рәшиттең башы кү­­ренде.

 Күҙҙәрен тырнап асып, кипкән ирендәрен ялап әйткәне шул булды:

   – Ромео, ҡайтышлай, шешәле һыра алып ин әле. Баш сатнай, үләм…

 Башҡа карауаттар ҙа шығырлап ҡуйҙы.

   – Теләгегеҙҙе аңланым, егеттәр! Ярай, онотмаһам алырмын.

   – Онотһаң, беҙҙе бысаҡһыҙ һуйҙың, тип уйла. - Тоноҡ тауыш Рөстәмдеке ине.

  Ятаҡ алдына сыҡҡас, албырғаңҡырап ҡалды. Ут ҡапҡандай ҡайҙа ашыға һуң әле? Тә­үҙә “Балалар донъяһы” магазинына, шунан баҙарға!

  Магазиндан ҙур, уның фекеренсә, иң матур ҡурсаҡты алып ҡултығы аҫтына ҡыҫ­ты­р­ҙы ла сығып трамвайға ултырҙы.

   Баҙар ғәҙәттәгесә ҡырмыҫҡа иләүеләй ҡайнап тора. Әйберҙәр үтемлерәк ерҙә хал­ыҡ ағымын йырып та үтерлек түгел. Көньяҡ кешеләре үҙҙәренә генә хас акцентта мөрә­жәғәт итеп алдарына тауҙай итеп өйөлгән емеш-еләктәрен маҡ-тайҙар. Ит түш­кә­ләре эленгән урында ауыр балтаның түмәргә дөпөлдәүе ишете-лә.

   Ҡаплы шоколад кәнфиттәре һатып алып китергә лә өлгөрмәне, арттан яғымлы тауыш саҡырҙы:

    - Һеҙ сәскәләр эҙләйһегеҙ шикелле?

   Ситтәрәк һатыу итеүсе урта йәштәрҙәге мөләйем ҡатынды күргән егет, алыр нәмәһен әле генә хәтерләгәндәй, ҡыуанып яуапланы:

    – Эйе, һеҙ яңылышманығыҙ!

“Гөлбикәнең өҫтәлендә сәскәләр бар ине, ул тере сәскәләр ярата. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ менән осрашыуға шулайтыбыраҡ бараһыңдыр, киноларҙа күрһәтәләр ҙә-һә…»

    – Улай булғас, яҡынла, иң матурҙары, янып торғандары, күҙ яуын алғандары, оялсандары миндә генә. - Эргәһенә килеүгә оторо ирәбеләнеп теҙергә тотондо. - Ниндәй тантанаға? Туй, тыуған көн, театр премьераһы?

   – Былай   ғына.

   – Аңлашыла! Свиданиеға, значит! Нисә йәштә? Вообще-то, беҙҙең халыҡтың йәшен һорамайҙар.

   – Ул бик һылыу…

   – Уның сибәрлеге менән ярышҡан, уға соперница булырлыҡтарҙы алмайыҡ. Букет саҡ ҡына тоноғораҡ һәм тыйнаҡ булырға тейеш.

    Ҡатын үҙ алдына һөйләнеп, сәскәләр һайларға керешеп китте һәм бер аҙҙан әҙ­ер­лә­гән гөлләмәһен егеттең ҡулына тотторҙо.

   – Күпме түләргә?

   – Һылыу ҡыҙҙарға тигән бүләк арзан булмай! - Һатыусы мут йылмайып күрәләтә ҙур хаҡты әйтте.

    Кеҫәһенән аҡса сығарып, һатыулашып та тормай һонолған ҡулға йомдорҙо ла рәхмәт әйтеп китеп барҙы.

      Юлдар сатындағы теге светофор, хәҙер уңға боролорға кәрәк. Бына ул йорт. Ҡояшлы тә­­ҙрәләре үҙенә әйҙәп, саҡырып торалар төҫлө. Йүгерә-атлай тейешле ҡатҡа кү­тә­р­ел­де. Егеттең ҡыйыулығы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Икеләнеп ур­ы­нында тапанғандан һуң һаҡ ҡына ишек йәнәшәһендәге саҡырыу төймәһенә үрел­де. Эстә ас­ыҡ сағыу булмаған яғымлы көйгә тартым ҡыңғырау тау-ышы ишетелде. Йөрәге өм­өт­лә­неп, ярһып туланы: “Ишек асылырмы?..”

                                                      

 

 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков