Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
18 Апрель , 10:11

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

Бала йәнлеләр кескәйҙәрҙе төрлөсә һөйләндерергә әүәҫ булалар, шунан оло кинәнес табалар. Алдында ятҡан, илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, алһыу битле, ебәктәй бөҙрә сәсле, уйынсыҡ ҡурсаҡтай ғына кәүҙәле ошо балаға ҡарата күңелендә лә аңлата алмаҫлыҡ наҙ уянды, ғүмерҙә ҡулланмаған иркә һүҙҙәрен әйткеһе килде. Хәтерендә, Әһлей ҡарттың ҙур бохар бесәйе бар ине. Малай иркәләнгеһе килгән мәл­дәрендә уны күтәрә лә битен оҙон йөнгә ышҡый, үҙе бесәйҙең ҡолағына быш­ы­л­дай: “Бәләкәсем минең, матурҡайым минең…” Ҡарт ялбыр ҡаштары аҫтынан уны күҙәтә, тамаҡ төбөнән иңрәүгә оҡшаш өн сыға, тәмәке төтөнөнә йәшләнгән күҙ­ҙәрен һыпыра.

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Өсөнсө киҫәк. Хәйҙәр Тапаҡов.

     Әйбер шылғаны йәнә ҡабатланды.

               – Бесәйегеҙ бигерәк ҙур икән! - Һикереп торҙо, һалдат етеҙлегендә кей­ен­де, ипләп баҫып тауыш килгән яҡҡа атланы, ҡапыл тартып ишекте асты. Ҡараңғы бүлмәлә баланың мышнап илауы ишетелде. Һәрмәнеп утты ҡабыҙыуға иҙәнгә йәй­ел­гән түшәктә мендәргә йөҙтүбән ҡапланып илап ятыусы биш-алты йәшлек ҡыҙ бала кү­ренде. Аптырап юғалып ҡалды башта, шунан йығылған ултырғысты торғоҙоп ултырҙы ла туб­ыҡтарына терһәкләнеп сикәләрен ҡушусланы. Күҙ алдынан тиҙ йүгергән кино­ка­д­рҙарылай бала саҡ йылдары йүгереште.

     Уға ете-һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр, ҡапыл әсәһе үлеп китте. Сирләшкә булды әсәһе, һаулыҡҡа туя алманы. Ул уның өҙлөкһөҙ йүткерә-йүткерә уколдар ҡаҙатып йө­­рөгәнен генә хәтерләй, тағы маңлайындағы сәс өрпәген йомшаҡ ҡулдары менән һы­й­пауы хәтерендә. Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡандарын яҙа-йоҙа күрһә лә, аңына барып етмәгәнгә ер­ләгән көнө артыҡлап өҙгөләнмәгәйне, аҙаҡтан оҙаҡ түгелеп илап, ҡәҙерлеһен юҡһынып йөрөнө.

    Атаһы оҙаҡ ҡына тол йөрөгәс, бисәлеккә күрше ауылда йәшәгән һатыусы Вәли­мә­не алып ҡайтты. “Ен” ҡушаматлы, ирҙәрсә етеҙ, ҡаты хәрәкәтле, һөйләшкәндә һүҙҙең рәтен бе­л­мә­гән ғәййәр ҡатын ине. Уның ҡылыҡ-фиғеле турала һуңғараҡ, иҫ белгәс кенә төшөндө, иш­етте, ишетеү генә түгел, бире бисәнең аламалыҡтарын үҙ елкәһендә татыны. Етем йо­р­тҡа ҡатын-ҡыҙ заты инһә лә, йылылыҡ, яҡтылыҡ, хәстәрле наҙ өҫтәлмәне. Туп­һанан аша ат­лағанда уҡ енләнеп килеп ингәйне Вәлимә, шул ел-дауыл ул барҙа бер ҡа­­сан да тынманы, баҫылманы, ир кеше ҡатындан уңманы, малай әсәле булманы. Йортҡа өҫтәлгән яң­­­ылыҡ - эскелек булды. Вәлимә магазиндың араҡыһын йәшникләп өйгә ал­ып ҡайт­ып, төндәр буйы хаҡты ике-өс тапҡыр арттырып һатыу итте, үҙе лә эсте, ирен дә ыл­ы­ҡтырҙы. Иҫергән саҡтарында өйҙә бала бар тип тормай тартыныуһыҙ сисенеп таш­лай ҙа иренең алдына ултыра, уны оятһыҙ иркәләй башлай. Атаһы тартына, тартыла, тороп китергә самалай:

               – Вәлимә, бала бар бит, уңайһыҙ…

               – Ни өсөн мине кейәүгә сыҡҡан тиһең, теләгемдең ташып торған сағы, дәр­т­емде ҡандырырлыҡ ир кәрәк, кәрле айғырҙай көнө-төнө баҫҡан ир кәрәк! Был маңҡа ла буласаҡ абышҡа, күрһен, өйрәнә торһон. Ә әлегә бушлай стриптиз кү­р­һәтәм! - Вә­л­имә йәмһеҙ хихылдап көлөп ебәрә лә күлдәген һала, керле йыуылған эс кейемдәрендә ҡала, өй эсенә әсе тир еҫе тарала.

     Тормоштары кирегә тәгәрәне. Тағы ла ике йылдан уны үкһеҙ етем итеп атаһы яҡты доньянан китте. Лаяҡыл иҫерек килеш төнө буйы урамда, ҡапҡалары төбөндә ятып өшөнгән. Март ай­ының төнө булһа ла һалҡынса һауа, боҙло ҡар ни ҡуйһын, бы­лай ҙа шешә төбөнә текләп мөҙөргән ирҙе ҡотҡара алманылар. Ә өйҙәге эскелек ға­и­лә башлығын ер ҡу­йы­ны­на тыҡҡандан һуң яңынан дауам итте. Элеккегә ҡарағанда ла ҡоторобораҡ, яр­һы­быраҡ типтерҙеләр. Ҡуйынына араҡы, көмөшкә, йә банкала әс­егән бал тығып кил­гән ирҙәр һис тартыныуһыҙ үгәй әсә менән ҡуна ҡалалар. Теге­лә­р­­ҙең бисәләре килеп әллә нисә тапҡыр тәҙрәләрен ҡойоп киттеләр, фәһем алмаһа, ал­м­ай икән кеше, Вәлимә өйөккән кәнтәйҙәй уйнаш итеүен туҡтатманы. Яһилыраҡтары тарафынан күҙҙәре кү­г­­әреп, биттәре сапсылып та йөрөнө, оятын юғалтҡан нәмә һис ни булмағандай шул йө­ҙө менән ласылдатып һағыҙын сәйнәй-сәйнәй ауыл ғәйбәтен ҡуйыртып һөйләп һа­т­ыу итеп торор ине. Сир­ат­та­ғы һөйәре килһә, Вәлимә аш өйөнөң урындығына ҡол­аҡ­сы­ндай яҫтыҡ, соландан индереп алама толоп быраҡтыра ла төкрөктәрен сәсеп аҡ­ы­ра:

               – Йоҡла ошонда, малай аҡтығы, аяҡлы имгәк! Толоп аҫтынан башыңды кү­р­һәтһәң, шешә менән башыңды сәсрәтә һуғып ярам, билләһи. Атайың артынан дөмөкмәнең дә исмаһам, миңә бер һалыҡ!

     Бөгәрләнеп ята ла арыҡ муйынын эскә тарта, ҡурҡышынан үҙе дерелдәй, үҙе илай. Ҡайҙа ғына барһын, морон төртөр кешеһе булмағас.

     Ике ай самаһы шулай интеккәс, бер кис ҡасып сығып китте лә күрше ауылға юл­ланды. Унда атаһының алыҫ булһа ла туған тейеше - итексе Әһлей ҡарт йәшәй ине.

     Ара алыҫ түгел, ике-өс саҡрым ғына булһа ла оҙаҡ атланы. Күренер-күренмәҫ төнгө юлда яҙа баҫып йығылып китә, тағы тора, тағы нимәгәлер эләгеп тәкмәсләй. Өҫтө-башы юл туҙанына буялып бөттө. Күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йылға булып аҡҡан күҙ йәштәре шул туҙанға болғанып биттәрен бысратты. Юл ситендәге ҡыуаҡтар ҙа ал­баҫ­ты­лай ҡу­рҡыныс күренәләр, өкө уфылдаһа йөрәге ярылырҙай була.

     Барып етте. Өйҙө тиҙ тапты, сөнки әллә ҡасан йоҡлаған ауылда Әһлей ҡарт ҡына утын һүн­дер­мәгәйне. Төнгө ҡунаҡты күреүгә хужаның иҫе китмәне, тором-баштай тө­т­әгән ма­х­орка тәмәкеһен ауыҙының бер ситенән икенсеһенә күсерҙе лә, ташбыҡ күҙҙәр­ен шуҡ ҡыҫа төшөп һәүетемсә өндәште:

               – Ә-ә-ә, улым, һинме был? Әйҙә-әйҙә үт, түрҙән уҙ, хәҙер сәй ҡуйып еб-әрәм. Сәйгүн ҡайнағансы, мә, тамағыңды ялғай тор.

     Малай ҡайраҡтай сөсө икмәкте кимерә-кимерә итексенең ҡулында уйнаған сүк­еш­тең туҡылдауын йоҡо аралаш ишетә, итек ҡалыбының ҡуңыс эсенә бер инеп бер сы­ғыуын йомола барған күҙ ҡабаҡтары араһынан күҙәтә, ә башы үҙенән-үҙе эргә­һен­дәге яҫтыҡҡа терәлә.

     Иртәгеһен сәй янында һүҙҙе ҡарт үҙе башланы.

               – Ул ен бисәлә башҡаса йәшәй алмаҫһың, улым. Хәлеңде ишетеп бик тә кө­йә­лә­неп йөрөй инем. Ул бейә, бөтә ауыл айғырҙарын эйәртеп, минең күршелә йәшәне бит атайыңа барып юлыҡҡансы. Атайыңа, Вәлитйәнгә лә әйтмәнем түгел әйттем, ты­ң­­ламаны, иҫерек килеш бәй­лән­де лә батты юханың түшәгенә, ҡотолор әмәлен тап­ма­ны. Һылыу имеш, һылыулыҡты үтемле тауар ише баҙарға сығарып һатып булмай. Тормош көт­кәндә иң тәүҙә уңғанлыҡ, игелек, әҙәмсә тәүфиҡ кәрәк… Бындағы өйө әл­лә ҡасан сереп ау­шайҙы, тегендәгеһе ни яландай иркен, яңы, кәртә-ҡура тирәһе лә шы­ң­ғырҙап тора. Хәҙер уны өйөгөҙҙән ҡыуалап та сығара алмаясаҡтар. Хужалыҡты ҡу­лдан ысҡындырмаҫ өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Яйын-рәтен табыр, кәрәкһә сил­сә­ү­ит рәй­есен дә, унан юға­ры­ра­ғын да майлар, яйлар, эсеп һөйрәлеп йөрөһә лә йылан ая­ғын киҫер хәйләкәр бисә бит ул. Ап-тырайым, шул ирҙәр ошо йыбытҡының ҡайһы ер­е­нә ҡыҙы­ғаларҙыр! Тфү! Кеше йығылғанға мин ултырам осаны ыуып, тигәндәй, ҡы­ҫ­ыр көйөккә көймәйек әле.

     Ҡарт йылтырап ҡатҡан күфәйкә кеҫәһенән ҡаҡашҡан кисет сығарып “кәзә тояғы” төрҙө лә яғылған ҡара мунса ише төтәй башланы. Тынысланды. Тамағын ҡырып ал­ғас һүҙен ары дауам итте:

               – Әллә улым бында ҡала ла ҡуяһыңмы? Минең дә бит ауыр саҡта ауыҙыма һыу һалыр туғаным юҡ. Инәйең дә йортобоҙҙо етемһерәтеп бик иртә ҡуҙғалды. Ҡана һуң шул әхирәт тигән ергә бер төп­­тән киткәндә! Риза булһаң, икәү йәшәрбеҙ, ә? - Ҡарашында инәлеү, ялбарыу яр­ылып ята. - Хоҙайҙан ике генә нимә һора, балам - үҙеңдең һау­лы­ғ­ыңды һәм миңә ун йыл самаһы ғүмер, күбе кәрәкмәй. Нисек тә көңгөр-ҡаңғыр итеп бер­гә­ләп көн итербеҙ әле. Артыҡ мулыҡ-маһалар ҙа пинсеһен ваҡытында биреп торалар, итек төпләп, быйма табанлауҙан килә бер аҙ. Шулай булғас бирешмәбеҙ.

     Ҡалды малай, ҡыуанып ҡалды. Шулай итеп, артабанғы яҙмышы бик тиҙ, һәм ың­ғай хәл ителде. Мәктәпкә тыуған ауылына йөрөп уҡыны. Тик бер тапҡыр ҙа атай ту­пһаһына боролманы, ояһы туҙҙырылған ҡошсоҡтай биҙгәйне шул. Киреһенсә, урамда үгәй әсәһе тап булып ҡуймағайы, тип ҡурҡып йүгерә-атлай үтә. Ғәжәпкә ҡар­шы, теге­һе бер тапҡыр ҙа осраманы.

     Ҡырыҫ булды Әһлей ҡарт. Ғәҙел һәм ҡырыҫ. Тапҡанының ҡәҙерен белергә өй­рәт­те, харамға ҡағылдырманы. Үҙ баҡсаһына сәсеп үҫтергән махорканы көнө-төнө бор­х­о­тһа ла араҡыға ҡағылманы, эскәндәрҙе өнәмәне. Малайҙы көсөнән килгән эштән дә тыйманы. Шу­ға­лыр­мы уға йәйен - арба, ҡышын сана һөйрәп яҡындағы урман­дан ҡоро-һары ташыу, шишмәнән көйәнтәләп һыу килтереү көндәлек еңел эш­тәр­ҙән иҫәпләнде.

      Мәктәпте тамамлағас та ситкә талпынманы. Ҡарттың ҡарыуы ҡатҡайны, итек төпләү, ҡышын быйма табанлау үҫмерҙең төп шөғөлөнә әүерелде. Кисен тиҫ-терҙәренә эйәреп клуб, урам юлын тапамай, кәсебе менән булаша. Ниңә файҙаһыҙға ваҡыт үт­кә­рергә! Төп шөғөлөнән тыш ваҡыт табып китапхананан ҡултыҡ тултырып әҙәби китап алып ҡайта. Китаптар, унан ҡалһа рәсем төшөрөү бөләңгерт тормошон яҡ­тырта, йәшәүенә мәғәнә өҫтәй.

      Күҙе төшөп, ымһынып йөрөгән ҡыҙы ла юҡ. Ғәжәп - йөрәге буш. Ҡыҙҙарға ҡарай ҙа ирекһеҙҙән уларҙы Вәлимә менән сағыштырырға керешеп китә… һәм күп кенә ур­таҡ һыҙаттар таба. Таба ла дәрте һүрелә. Күҙ алдына үгәй әсәһенең айғыр танһыҡлаған бейәләй уйнаш ойоштороуы килеп баҫа, тәне ытырғана. Теш-тәрен шығырҙата: «Һеҙ бө­тә­геҙ ҙә бер заттан…»

   Армияға китер мәл еткәс, Әһлей ҡарт артыҡ ғауғаланманы, әйткәне шул булды:

              – Бар, улым, ир ғәйрәтлеһе ил һаҡларға тейеш, имен-аман йөрөп ҡайт, хәл­ем­де күршеләргә хат яҙып белешеп торорһоң. Бирешмәм.

      Яңылышты ҡарт. Ул армияға китеп йылын да тултырып өлгөрмәне, ауылдан ҡа­­­й­ғылы хәбәр алды. Әһлей ауылдаштарын маҙаһыҙламай, йонсотмай ғына бый-ма та­банлап ултырған ерендә йөрәген тотоп тәгәрәп  мәңгегә күҙ­ҙәрен йомғайны. Ерләш­е­ргә ҡайтты, тик һуңланы. Шуға ауылға ҡайтып инеү менән тура зыяратҡа йүнәлде. Ер өҫтөн буҙартып ҡар япҡан ноябрь урталары ине. Көн салт аяҙ. Ҡәберҙе мамыҡ юр­­ғанға төр­гән йоҡа ҡар ҡатламы ҡояш нурҙарында меңәрләгән ынйы мәрйен­дә­р­еләй балҡый. Түм­әләскә кемеһелер ыҡсым итеп бура ла һуҡҡайны. Башы, аяғы осона таш та ҡуй­ған­дар, хатта кемеһелер ҡағыҙ сәскә лә килтереп һалған. Иг­е­л­ек­ле, ғә­ҙел, эшһөйәр, кеш­е­ле­кле Әһлей ҡартты рәхмәтле ауылдаштары шулайтып ер­енә ет­ке­реп һуңғы юлға оҙатҡайнылар. Инде ысын мәғәнәһендә япа-яңғыҙы ҡалды. Шу­ға­лырмы хеҙмәттән ҡайтышлай ошо ҡалаға туҡталғайны, бөтөнләйгә ҡалды да ҡу­й­ҙы. Хәҙер дөйөм ята­ҡ­та йәшәй, заводта эшләй…

           Уйҙарына бирелеп ултыра торғас, үҙенең ҡайҙалығын иҫенә төшөрөп, терт­ләп китте, шунан ашығып ҡыҙыйҙы йыуатты:

        – Илама, илама инде, йә, тыныслан.

  Бала буҫыҡҡан йөҙөн борҙо:

       – Һин кем?

       – Минме? Әсәйеңдең танышы. Ямғыр аҫтында йөрөнөм-йөрөнөм дә, йылы­н­ып сығайым тип, һеҙгә боролдом.

       – Әсәйемә ҡағылма, мин ҡурҡам! - Ҡыҙыҡай ныҡлап һыҡтарға кереште.

       – Ҡурҡма, ҡағылмайым бит, бына – ҡаршыңда ултырам.

       – Башҡаса беҙгә килмә лә.

       – Ярай, килмәҫмен, тыныслан ғына.

    Бала йәнлеләр кескәйҙәрҙе төрлөсә һөйләндерергә әүәҫ булалар, шунан оло кинәнес табалар. Алдында ятҡан, илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, алһыу битле, ебәктәй бөҙрә сәсле, уйынсыҡ ҡурсаҡтай ғына кәүҙәле ошо балаға ҡарата күңелендә лә аңлата алмаҫлыҡ наҙ уянды, ғүмерҙә ҡулланмаған иркә һүҙҙәрен әйткеһе килде. Хәтерендә, Әһлей ҡарттың ҙур бохар бесәйе бар ине. Малай иркәләнгеһе килгән мәл­дәрендә уны күтәрә лә битен оҙон йөнгә ышҡый, үҙе бесәйҙең ҡолағына быш­ы­л­дай: “Бәләкәсем минең, матурҡайым минең…” Ҡарт ялбыр ҡаштары аҫтынан уны күҙәтә, тамаҡ төбөнән иңрәүгә оҡшаш өн сыға, тәмәке төтөнөнә йәшләнгән күҙ­ҙәрен һыпыра.

    Ул тилберләнеп ҡыҙыҡайҙы хәстәрләргә керешеп китте:

       – Әйҙә әле, иң тәүҙә еүешләнгән битте, танауҙы ҡоротайыҡ. Бына шулай, бына шулай!  - Кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып еүеш танауҙы һөрттө. - Ныҡ итеп һеңгер әле?! Үәт маладис! - Усы менән йәшләнгән күҙ ситтәрен һыпырҙы. - Бына ошолай итеп хәстәрләмәһәң матур ҡыҙ ямаҡай булып күренәсе. Исемең дә матурҙыр әле, ивет?

     Ҡыҙыҡай ысынлап та тынысланды, хатта ул уның бит-йөҙөн рәткә килтергәндә лә, бөтәрләнеп бөткән түшәген ипкә килтереп, юрғанын киренән ябып, ян-тирәһен ҡы­м­тыштырғанда ла ҡарышманы, күндәм генә ятты, һорауға ихлас яуапланы:

        – Гөлкәй була исемем.

        –Ҡайһылай гүзәл исем - Гөлкәй! Бәләкәй генә матур ғына гөл, тимәк.

        – Ә һинеке?

        – Минекеме? - Бындай һорауҙы көтмәгәнгә аптырап ҡалды, шунан яртылаш ау­ыҙын ҡаплап зал яғына ишетелмәҫлек итеп шыбырҙаны:

        –  Әсғәт ағайың булырмын…

 

 

Автор:Хайдар Тапаков