Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Апрель , 08:37

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. (Икенсе өлөш.) Хәйҙәр Тапаҡов.

               – Ошонда, өсөнсө ҡатта йәшәйем. Һеҙ көтөгөҙ, мин хәҙер. - Ҡатын инеп юғ­ал­ды. Уның йү­ге­­рә-атлай юғарыға менеүе, аҙаҡтан түбәнгә төшөүе ишетелде.                – Әйҙәгеҙ. Тик үтенәм, ипләп атлағыҙ. Юғиһә, аяҡ тауыштары таш баҫҡыста әллә ҡайҙа яңғырай.      “ Харап инде. Килештерә, гөнаһһыҙ фәрештә булып ҡылана…”

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. (Икенсе өлөш.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. (Икенсе өлөш.) Хәйҙәр Тапаҡов.

“Хәҙер үҙенең хаҡын әйтәсәк.”

               – Что? - Ҡатын көтөлмәгән мөрәжәғәттән һиҫкәнеп сигенгәндәй итте лә ғәж­ә­пләнгән ҡарашын өндәшеүсегә ҡаҙаны. Ҡаршыһында сандыр кәүҙәле, ҡаҡса яңаҡлы, йәмшегерәк тура танаулы, ҡупшы мыйыҡлы, йәбештерелгән һымаҡ, тура ҡаштары аҫтынан ышаныусан баҡҡан ташбығыраҡ күҙле мосолман егете тор­ған­лы­ғын күргәс, аҙға ғына юғалып ҡалды, ниҙер әйтергә теләп ауыҙын асты, һүҙҙәре сыҡманы.

     Егет тә баҙап тотлоҡто, шунан буталып, башҡортсалап әйтте:

               – Һеҙ… ни теге… аҡсағыҙҙы…

               – Юҡ, юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ, мин бер ни ҙә юғалтманым.

     “Әллә ысынлап та бутаныммы? Булмаҫ! Нисек тә асыҡларға кәрәк. Бик тә яң­ы­л­ышһам, зыян юҡ, ғәфү үтенермен дә һыҙырмын…»

              – Һеҙгә барабыҙмы, әллә…

       «Һалды хәбәр, риза була ҡалһа, әйтерһең алып барыр ере бар… Шыр тиле кеше һин, Әсғәт, һүҙ рәте белмәгән алйот!..»

     Ҡатын да әйтелгәнде элеп алыр хәлдә түгел ине шикелле, аяҡтарын баяғылай алмаш-тилмәшләне, сәстәрен төҙәтеп бирет аҫтына йәшерҙе, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға бе­лмәй аҙапланды, ирендәрен ялап алғас, ҡуйы керпектәрен түбән ҡаҙаны. Ниһайәт ул үҙенең бында ни өсөн килгәнлеген әле генә төшөндө буғай, төшөнкө тауыш менән та­р­ҡау яуапла­ны:

              – Теләһәгеҙ миндә… әйҙәгеҙ… - Башын баҫып ямғыр аҫтына атланы.

     Ҡабаланып алдан төшкән ҡатын эйәреүсегә башҡаса боролоп та ҡараманы, һүҙ ҙә ҡушманы, йыртҡыстан өрккән ҡоралайҙай еңел баҫып юрғаланы ла юрғал-аны. Ырам­лы баҫып атлап уның артынан саҡ өлгөрөп эйәрә.

     “Берәй нимә тип өндәшһәсе, ваҡытлыса булһа ла аралары яҡынайыр, кө­сөр­гә­неш­лек бер аҙ кәмер ине исмаһам… Ниндәй көнгә ҡалдым һуң әле? Үҙем дә һиҙ-мәҫтән фәхишлек һаҙлығына тәгәрәйем түгелме? Китеп бар инде, тана артынан еҫкәнеп тинтәкләнгән иркәк мал һымаҡ!.. Үткәндәгеһе туҡтауһыҙ лыбырҙап теңкәгә тейеп бөткәйне, өҫтәүенә, үҙе ҡуштан тауыҡ һымаҡ һырлығыусан да ине, бының ише ҡырыҫ, ҡырағай түгел…»

     Троллейбусҡа нишләптер төйөп тыҡҡандай килде лә тулдылар, буталсыҡта, юғалтыша яҙҙылар, шуға, халыҡты йырып, бер-береһенә яҡынлап, терәлеп тиер-лек баҫтылар.

     “Һарҡыуға төшәбеҙ, яңы микрорайонға барабыҙ икән. Ара йыраҡ булғанға йө­р­өү­се­ләр күптер…»

     Ҡатындың йөҙөнә ҡараны ла ҡарашын айыра алмай ҡатты ла ҡалды: “Йә Хо­ҙа, ҡайһылай һылыу! Бая күпме генә текәлһә лә алыҫтан йүнләп күрмәгән дә. Иҫ китмәле сибәрҙәрҙе күп тапҡырҙар осратты, ләкин туң, хистәргә ҡорғаҡһыған күңеленең былайтып тертләгәне, ҡуҙғығаны бер тапҡыр ҙа булманы…»

     Ул үҙенә күрә арыу ғына рәссам да ине. Мәктәптә уҡығанында стена гәзите сығ­а­­р­һалар гел уға мөрәжәғәт иттеләр. Армияла хеҙмәт иткәнендә лә Балтик буйындағы тәбиғәт кү­ренеш­тәрен һүрәткә төшөрә лә хат эсенә һалып Әһлей олатаһына ебәрә торғайны. Үҫ­м­ер сағында быйма төпләүҙән ялығып матурлыҡ күрергә теләгәнендә, армияла ҡыҫҡа ғына ял мәлдәрендә ҡулына ҡәләм алып блокнотҡа хыял­ын­дағы ҡыҙ рәсемен һыҙ­ма­л­арға керешә. Күңелендә ниндәй илаһилыҡ балҡый шуны төшөрә. Шул һын әле уның эргәһендә генә китеп бара. «Үҙе, ысын үҙе! Был осраҡлы тап килеү генәме, әллә яҙ­мыштың шая­р­тыуымы?..»

     Оҙаҡ барҙылар. Кемдәрҙер ситкәрәк баҫҡан был икәүҙе этеп-төртөп туҡ­та­лыш­тар­ҙа төшөп ҡалды, яңылары килеп тулды. Һылтау көтөп, сәбәп аңдып килгән егет тр­оллейбус ҡаты ғына итеп һелкеткәйне, юлдашының яурындарынан ҡосаҡланы ла ҡулда­рын баш­ҡа­са алманы. Тегеһе әрһеҙҙе шелтәләргә теләгәндәй уға ҡарап кер­пектәрен елпетте, ләкин өн­дә­ш­мәне, тартыл­маны.

     Күкрәк ситлеген дөбөрҙәтеп типкән йөрәгенең тулауын ишетә, тик йәнәшә­һен­дәгеһенең ярһыуын ғына тойомлай алмай. “Хәйер, нишләп тулҡынланһын, ул ғәҙәти хеҙмәтен башҡара ла баһа. Ошоға саҡлы түшәгендә әллә кемдәр ҡунғандыр әле…” Күңел нескәреүен арзанлы түшәк кимәлендәге фекерләү менән баҫырға теләп шулай уй­ланды.

               – Килеп еттек. Был минең туҡталыш.

               – Ә-ә-ә? Эйе… эйе… - Ҡабаланып шулай тине лә яурында ятҡан ҡул­ын алып ҡатынды алдан үткәрҙе. Төштөләр. Ям­ғыр әҙерәк баҫылған төҫлө. Тик бөтә тирә-яҡ еүешлектән күшеккән, лысма һыуға бат­ҡан. Тротуар ситләтеп теҙ­елгән тир­әктәр, шул яуындан боҫорға теләп, таш йорт­та­р­ға һы­й­ын­ғандар. Ба­ға­на­­лар­ҙан, юғ­ар­ынан һарҡҡан бөләңгерт яҡтылыҡ һылашып ятҡан том­а­н­ды таратмай, кире­һенсә ҡуйырта ғына төшә. Тротуарҙан эйәртенешеп икәү килә. Әле бер нисә сәғәт элек ке­нә бер-береһенең барлығын белмәгән ят кешеләр, ошо аҡ томандан һәм юл­да­р­ын тоҫ­­маллатҡан серле яҡтылыҡтан хасил  до­нь­я­ла сәғәттәр, көндәр, йылд-ар  теҙ­мә­һен аша үт­еп береһе икенсеһенә тағылып  киләләр төҫлө. Бына шулай оҙаҡ, бик оҙаҡ барырға ла барырға ине. Ер сигенә еткәнсе. Унда барып етһәләр кире боролорҙар ине әле.

     Светофор шуҡ күҙ ҡыҫҡан юл сатын үткәс, уңға ҡайырылдылар ҙа тыҡрыҡ һы­м­аҡ бер ерҙән эскә инеп кирбестәй сафтарҙа ҡалҡҡан йорттар теҙмәһен теүәл-ләгәс шу­л­а­р­ҙың береһенең сит­ке подъезына килеп төртөлдөләр.

               – Ошонда, өсөнсө ҡатта йәшәйем. Һеҙ көтөгөҙ, мин хәҙер. - Ҡатын инеп юғ­ал­ды. Уның йү­ге­­рә-атлай юғарыға менеүе, аҙаҡтан түбәнгә төшөүе ишетелде.

               – Әйҙәгеҙ. Тик үтенәм, ипләп атлағыҙ. Юғиһә, аяҡ тауыштары таш баҫҡыс-та әллә ҡайҙа яңғырай.

     “ Харап инде. Килештерә, гөнаһһыҙ фәрештә булып ҡылана…”

     Өҫкә күтәрелделәр. Ҡара дермантин менән көпләнгән, юғарылағы маңлайында быяла күҙе йыз­ыл­да­ған ишекте асып инделәр. Ярым ҡараңғы бирге яҡта сисенделәр ҙә яҡтыртылған залға үттеләр. Бер бүлмәле бәләкәй генә фатир икән. Ыҡ-сым зал да йәнәшәлә уты һү­н­де­релгән, ишеге ябылған яҡ ҡына. Уныһы моғайын аш бүлмәһелер. Затлы йы­һаз­дар ҙа күҙгә ташланмай. Уртала өҫтәл, өҫтәл эргәһе-ндә ике ултырғыс, залдың һул яғ­ы­н­­да диван-карауат, уңда, тәҙрә яҡ мөйөштәге тумбочка өҫтөнә телевизор ҡуй­ыл­ған, аҫҡы өлөшөндә китаптар, уның йәнәш-әһендә зал ишегенә терәлеберәк трю­мо ҡуй­ылған. Трюмоның тумбочкаһы өҫтөнә биҙәнеү әйберҙәре тәртипле итеп теҙелгән. Бар урында ла бөхтәлек күҙгә ташлана. Өҫтәлдә, вазаға ҡуйылған тере сәс­кә­ләр ҙә бүлмәгә йәм, матурлыҡ өҫтәй.

     “Сираттағы һөйәркәһе килтергәндер…”

     Ҡатын көҙгө ҡаршыһына баҫып оҙаҡ итеп сәстәрен тараны, бит-йөҙөн тәртипкә кил­тергәндән һуң ҡунағы янындағы ултырғысҡа ултырҙы ла ҡоро ғына киҫәтте:

       -Ғәфү итегеҙ, ашарға, эсергә тәҡдим итә алмайым.

     “Үҙенең миңә оҡшағанын һиҙҙе, шуның менән алдырырға самалай. Ебемә, бер төн ҡунһаң, башҡаса осрашмаясаҡһығыҙ, теләгәнеңде ҡыл!” Йәнендәге иләҫ-миләҫ ҡаршылыҡты еңеп, тупаҫлығына барып шулай уйлаһа ла итәғәтлек күрһәтте:

              – Зарар юҡ, һыйлы табындан килгән кешемен.

              – Бына быныһы яҡшы. Улайһа нимә эшләйбеҙ?

              – Йоҡлайбыҙ! - Яуап ҡәтғи һәм көслө яңғыраны.

              – Зинһар ныҡ тауышланмағыҙ.

              – Марсель, тиҙәр мине.

              – Эйе… Марсель, - ҡатын үтенесен ҡабатланы, - стена йоҡа, күршеләрҙең ишетеүе бар.

       Ҡабаланмай ғына тороп баҫты, ҡатынды ла иңбаштарынан тотоп ҡалҡытты, биленән ҡыҫып ҡо­са­ҡ­ланы, ирендәренә үрәлде.

              – Марсель, утты һүндерәйек башта…

     “Ҡайҙа килеп эләкте һуң әле ул?»

              – Янһын, миңә ҡамасауламай.

              – Улайһа артыңа борол, мин сисенәм.

              – Барыһын да үтәй алмайым, һылыу тәнеңә һоҡланғым килә.

     Ҡатын ҡыпһыуырҙай ҡулдарҙан ҡотолдо ла карауат янына килде, яҫтыҡтарҙы гөпөлдәтеп ҡабартып, ап-аҡ япма түшәп урын йәйә башланы. Шөғөлөн тамамл-ағас, ялбарыулы өндәште:

             – Үтенәм, Марсель…

     Был юлы йылмайҙы ла тыңлаулы бала ише ҡаршылыҡһыҙ артына боролдо.

     Һәр хәрәкәт трюмо көҙгөһө аша барыбер ҙә ап-асыҡ күренә, бик теләһә лә, егет уғры, нәфсе ҡа­р­а­ш­ын шул яҡтан айыра алманы. Унда сағылған һомғол буй-һын аң­ла­та алмаҫлыҡ ка­мил, ҡабатланмаҫ гүзәл тойолдо. Ҡатындың нәфис муйынын, ҡыҙҙарҙа ғына була то­р­ған, ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡта ҡалҡып ҡабарған тү­ш­тә­р­ен, нескә бил­ен, ым­һын­дырғыс тығыҙ балтырҙарын күҙҙән үткәргәс йәнен  аң­ла­шыл­ма­ған хис-той­ғо­лар ағымы ҡайнар ялҡындай ялмап алды, шул арала ал­ҡы­мына ту­л­ҡынланыу төй­ө­рө килеп ты­ғылды.

               – Кил… Утты һүндерәм, тиһәң, ишек яңағының уң яғына баҫ. - Ҡатын од­еа­л­­ды башынан аша уҡ бөркәнгән дә стена яғына боролоп ятҡан.

     Бүлмәне ҡараңғылағас ҡарһаланып сисенә башланы, тәне ҡалсылдай, ҡул­да­ры тыңлауһыҙ дерелдәшә. Һиҙәптәрен ыҙалай-йонсой ысҡындырып күлдәгенән көс­кә ҡот­ол­ғайны, ғүмерҙә улайтмағанын, салбары аяҡтарына тышалды ла ҡуй­ҙы, иҙәнгә тә­гә­рәй яҙҙы.

     “Эшкинмәгән, Дон-Жуан, оят… Өтәләнеүемде һиҙеп ҡалмаһын тағы, тәжрибәһеҙ, тип көлөр!”

     Бына ул инәнән-тыума яланғас. Тәҙрәнән һарҡҡан һаран яҡтылыҡта үтә лә күрмәлекһеҙ күренгән йоҡа буй-һынынан, ҡамыт аяҡтарынан оялғандай йәлт итеп тү­­шәк­кә сум­ды, хуш еҫле йылымыс кәүҙәне үҙенең яғына борҙо, һутлы ирендәрҙе эҙләп тапты. Ул­ар һалҡын ине. Ҡулдар ҙа, һаҡланырға теләгәндәй ихлас һыйынған түште үҙ­енән ең­ел­сә этәрҙе, ләкин оҙаҡҡа түгел, еңелделәр, арҡандай хәлһеҙләнеп ҡалдылар.

       Ҡатындың биттәрен, муйынын ярһып үбергә тотондо.

     Шул мәлдә аш бүлмәһендә ултырғыс ауған тауыш ишетелде, нимәлер тыһырланы, шунан ҡыштырҙаны.

     Һағайҙы.

               – Кем бар унда? - Башынан ҡырҡ төрлө уй йүгереп үтте, шөрләй биреп тә ҡуйҙы хатта.

               – Кем генә йөрөһөн, бесәйҙер… - Ҡатын вайымһыҙ күренергә тырышһа ла тороп ултырҙы, ҡулдары менән яланғас яурындарын ҡосаҡланы.

                                                                                            (Дауамы бар.)

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков