Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
16 Апрель , 15:51

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.

         – Красавица, мне кажется, Вы, деньги потеряли! Сколько? - Русса һупа­ла­ға­ны апаруҡ ҡыйыу яңғыраны.

Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.
Мин бит һиңә йылынырға керҙем. Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.

      Дөйөм ятаҡта шәмбе һайын ойошторолған, ғәҙәткә ингән мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Ҡушарлап теҙелгән өҫтәлдәр ҡабыр ризыҡтан һығылып тормаһа ла, табында арзанлы иҫерткес эсемлектәр мул һәм етерлек. Шул суррогат араҡы тул­ты­р­ы­л­ған ше­шә­ләр, бушап, кар­а­уат аҫтына тәгәрәгән һайын йөҙҙәр ҡыҙарҙы, заводта көн оҙоно эшләп талсыҡ­ҡан егеттәрҙең маңлайҙарына тир бәреп сыҡты, кемуҙарҙан, ярышып, береһе икенсеһен бүлдереп шаулашҡан йәштәр тауышына күмелгән мәжлес ҡуҙғыған ҡорт күселәй тоноҡ геүләне.

        Тәүҙә саманы белеп, сикте ашырмай һөйләнелгән көләмәстәр, тора-бара бөтөнләй тоҙ­­һоҙланып, мәжлес уртаһында мәғәнәһеҙ лөғәт һатыу кимәленә төштө. Ҡыҙ­ыҡ­мы­лыр - юҡмылыр, ҡарап, абайлап тормайҙар, көләмәс көлдөрөр өсөн һөйләнелгәс, ауыҙҙарын тү­ш­­әм­гә терәп иләмһеҙ һа­һ­ылдай бирәләр.

   Егеттәрҙең әрһеҙ, йылғыр ҡулдары эргәһендәге ҡыҙ­ҙар­ҙың һығылмалы йомшаҡ би­л­­дәрен, унан түбәнерәк урындарын матҡып үҙҙәренә ҡым­т­ып тарта. Ҡытыҡта-ры күптән ал­ынғанға күрә дәртле, ажарлы һәрмәүҙәргә тегеләре лә күптән күн­гән, күнеү генә түгел хатта ҡайһылыр ким­әлдә ош­ондай ҡомһоҙ ҡыҫыуҙарҙы үҙҙәре үк тел­әй­ҙәр шикелле, шуға күрмәмеш тә һиҙмәмеш ҡиәфәтендә ултыра бирәләр. Йәшерен, ҡы­р­ағай те­л­әк, ар­аҡы ҡе­ү­әте бергә ҡушылып, ым-ишара ау­лау­сыларҙың күҙҙәрен хәтәр яндыра, ос­ҡон­ла­н­ды­ра.

     “Уф, ни тиклем дә ялҡытҡыс, йәнгә тейгес күренеш… Әллә күпме ҡабатланған һәм ҡаб­ат­ла­на­с­аҡ та­бын, әллә күпме ҡабатланһа ла уға тамсы ла йәм, яңылыҡ өҫ-тәлмәйәсәк.”

   Оҙаҡламай эскегә әүәҫтәре иҫ­­е­р­­еп тәгәрәйәсәк, ләззәт көҫәгәндәре парланышып алып аулаҡ бүлмәләргә тараласаҡ. Ир­тә­геһен тө­ш­кә тиклем йоҡо һимертеү, унан һуң ҡалған-боҫҡанға әҙерәк өҫтәп баш тө­ҙәтеү. Ки­­сәге иҫерек башҡа ҡылынған мажараларҙы, мәҙәктәрҙе иҫтәренә төшөрөп көлөшөп тә алған бу­лырҙар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын кер йыуырға, бүлмәләрен йыйыштырырға, ал­дағы хеҙмәт аҙнаһына әҙер­ләнергә ке­р­е­шеп китә, егет-ел­ән миңрәүләнгән зиһененә аныҡ ҡына маҡсат төйнәй алмай, ди­х­лофосҡа яртылаш ағыуланып ни үле, ни тере тү­гел хәлдә туҙғышҡан себен өйөрөләй, ҡала урамдарына һиб­е­­лә. Көн кискә ау­ы­шып, эңер төшкәс, башҡасараҡ ял итергә ва­ҡ­ыт ҡалмай. Ятаҡта әҙәби китаптар күренмәй тиер­лек, йыйыштырыулы, еренә еткереп йы­һаз­л­а­­ндырылған ял бү­лмәһе һәр ва­ҡ­ыттағыса бикле. Тикшереүселәр килһә, бына беҙ­ҙең эшселәр ни­се­ге­рәк мә­ҙ­ә­ниәтле ша­р­т­­тарҙа ял итә, тип ялған хәбәр һалалар ҙа тегеләр күҙҙән юғалыу менән бү­л­мә­не ҡа­баттан йоҙ­аҡ­­­лай­ҙар. Комендантты ла аңла­рға мөмкин, сөнки бүлмә күп ос­раҡ­та тәм­әке тартыу мө­й­өшө ит­еп файҙаланыла, йә төнөн унда ғашиҡтар инеп бикләнергә әүәҫ, иркен зал­да инде шау-шыу ҡуптарып һуғ­ы­шып алған саҡ-тар ҙа булманы түгел бул­ды.

      Дүшәмбе - шәмбе көндәре, иртәнән алып кискә тиклем, ыҫлы торбаларын сыс­айт­ҡан завод ҡоромло булмышына меңәрләгән эшсене һеңдерә, йота. Ә аҙнаның һуңғы көнө, буй­ҙаҡ­тар өсөн көтөлгән ял - ошо мә­ж­лес. Эш хаҡы алған осорға тура килһә, та­бын бигерәк тә йомарт ойошторола, дө­р­өҫөрәге, завод торбаларын хәтерләтеп һерәйгән төрлө ҙурлыҡтағы шешәләр менән өҫтәл өҫтө тула. Бигерәк үҙгәреп китте шул заманалар, эш хаҡын да һуңлатып, йә онотҡанда бер бирә башланылар. Тоҙ яламаған һыйыр ише ошо көнгә хә­стәрләп са­­б­ыулағастары әмәле табыла, шәмбене йыйылмай үткәргәндәре юҡ. Ар­ыт­ты, ялҡыт­ты… Күргем килмәй… Сығып һыҙырға ине бынан!..

      Әсғәт үҙе лә һиҙмәҫтән уға ындым, тартыныуһыҙ һыйынып ултырған, йыбан-ып ҡына көй­шәгән Зарифаны эргәһенән этәргәндәй итте. Тегеһе тыңлаулы тар-тылып шы­­­лды, сырайы үҙгәрмәне лә. Хәйер, уның саманан тыш буяҡ яғылған йөҙөндәге уйҙы, ки­с­е­рештәрҙе тойомлау мөм­кин дә түгел. Йығылмай торған йомро төплө ҡур­саҡ һымаҡ ауышыусан йән инде За­р­ифа, ишарала ғына, йәбешкәк дегәнәктәй хәҙер ҡабаттан килеп һылашасаҡ.

        Егет артыҡ ихласламай, ваҡыт үткәрер өсөн генә йөрөй башлағайны, ҡыҙ, би­г­е­р­әк тә һуңғы осорҙа, бөтөнләй эҫенде лә китте, уны үҙенең хәләл яртыһы итеп иҫ-әп­ләй. Туғандарына алып барып таныштырыу теләген дә асыҡтан-асыҡ ярҙы ла һалды. Әс­ғәт кенә, мәшәҡәттәре күплеккә һылтанып, ҡыҙҙың ауылында күренеүҙе кисек­тереп ки­лә. Муйынына ташланған ҡороҡтоң яйлап ҡыҫыла барыуын шәйләгән йәш ай­ғы­р­ҙай тоя-һиҙенә, мәле еткәс уға ла сигенер урын ҡалмаясаҡ, яҙмыш-ына буй­һо­н­оп ғаилә тәр­тәһенә керәсәк, кәләшенең ҡыҫҡа “теҙгене” артынан эйәрәсәк. Яратамы һуң ул уны? Ан­ыҡ ҡына әйтә алмай. Үҙе уйлап сығарған аҡланыу ҡануны өҙлөкһөҙ мейе­һен игәй: “Бө­тәһе лә яратып, ғашиҡ утында янып өйләнмәй әле, өйрәнермен, һәү­етемсә йә­шәр ҙә ки­т­ер­беҙ… Әкиәт­тәрҙә һөйләнгән, китаптарҙа данланған мөхәб­бәткә ымһы­н­ып былай ҙа ут­ыҙ йәш­те ашатланым…”

      Уғаса кемеһелер магнитофон төймәһенә баҫты. Бүлмә эсен йөрәк түре­н­ән урғыл­ған моңло йыр сорнап алды. Ят та, шул уҡ ваҡытта күңел хистәрен тир­бәте-рлек яғ­ы­м­­лы ла был көйҙө тәүләп ишетеүе Әсғәттең. Ғәжәп тә түгел - һәр быуын­дың үҙ мо­ңо, үҙ көйө. Улар осорондағы йырҙар артыҡлап йырланмай шул хәҙер. “ Һе, ҡайһылай ҙа мо­­ңло, йөрәктең иң нескә ҡылдарына ҡағыла бит. Бө­гөнгө бәғ­ер­һеҙ, моңһоҙ заманда ун­дай көйҙәр яҙыусылар ҙа бар икән әле!»

       Ярышып һөйләшкән, ҡысҡырышҡан, көлгән, сәрелдәгән, үкергән тауыштар араһынан йырҙың һүҙҙәрен асығыраҡ ишетергә теләп, ҡалҡына биреп ҡуйҙы.

                                          Йылмай әле, тынысландыр мине,

                                          Онотоп тор борсоу уйыңды.

                                          Мин бит һиңә йылынырға керҙем-

                                          Туҡталышы һиндә юлымдың…

       – Етте, моңайып йәшәр саҡ үтте, типтерә, ҡолас киреп гулять итә торғаны килде! - Кем­дер маг­­ни­то­фонды һүндерҙе лә, сыйылдап һамаҡлап та ебәрҙе:

                                          Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,

                                          Нужа күрмә никакуй.

                                          Тәҙрәңдән елдәр өрһә,

                                          Фуфайкаңды тыҡ та ҡу-у-у-у-й!

     Был тынсыу бүлмәлә ары ултырырлыҡ тәҡәте ҡалманы Әсғәттең, тәмәке тар-тып инергә сыҡҡанын күрһәтергә теләгәндәй, костюм кеҫәһенән алған сигаретты бар­маҡ­тарында әүәләй-әүәләй урынынан торҙо, юл ыңғайы бүлмә ишеге төбөнә эленгән кей­ем­дәр өйөмөнән күн курткаһын эләктерҙе.

   Көрәгәсе Шамил лауылдап ҡалды:

       – Һин, егет, табынды ташлап ҡасыуҙы ғәҙәт итеп алдың һуңғы осорҙа, әллә аҫыл ҡошто ситтән тибергә инде яйың? Ҡара уны, Зарифа судҡа бирһә, беҙ уны яҡлаясаҡбыҙ!

    Урынһыҙ шаяртыуҙың һуңғы һүҙҙәре арттан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалдылар. Ултырғанда һиҙҙертмәһә лә ашамай эскәс, араҡы быуындарын алғайны. Егет һалҡын стенаға маңлайын терәп бер аҙ онотолоп торғандан һуң, һуҡыр ке­шеләй, һәрмәнә-бәүелә, ҡараңғы подъездан түбәнгә ҡарай тәнтерәкләне.

    Аҫҡы ҡатта вахтерша Нәғимә апай, төмөз танауының төбөнә батҡан ҡара тума­лаҡ күҙҙәрен секрәйтеп, эргәһенән үтеп барыусыны һағыҙаҡтай саҡты:

        – Бөгөн дә тинтәкләнеп, таң ҡараңғыһында ҡайтһаң, керетмәйем. Һеҙ - йөҙ­әр­ләгән, мин - бер үҙем. Олоғайған көнөмдә миңә лә тыныслыҡ кәрәк. Ишекте өҙ-лөкһөҙ ас­ып-ябып ултырырға әллә бында мин шасауай тиһеңме!..

    “Тыныс йәшәгең килһә, өйөндә генә ултыр, убыр, алған пенсияңа туймай, бында темеҫкенеп йөрөгәнсе!..”

   Эсенән зәһәр уҫаллашты Әсғәт, ләкин уйын тышҡа сығарманы. Тәмәке тоҡан­д­ы­р­ған шырпы бөртөгөн әүәләп килә ине, сәйнәгәнен ауыҙында эркелгән шайыҡҡа ҡу­шып, иҙәнгә ласылдата төкөрҙө, ҡайымлашып та мәшәҡәтләнмәне. Уҫал бәйләнеүгә яһил яуабы шул булды.

      Тышта октябрь аҙаҡтарының рашҡылы кисе. Көндәр, көҙ айы булыуға ҡара­м­аҫтан, сәңгеткес һалҡындарҙан һуң ҡапыл йылытып ебәргәнгәме, тирә-йүнде һөт-тәй томан ҡаплаған, ике-өс аҙымдан бер ни күренмәй. Күктән ҡары ҡатыш ваҡ ямғыр һи­б­ә­ләй. Ҡар бөртөктәре һауала уҡ үҙенең аҡлығын, паклығын юғалта, төҫһөҙләнеп кир­бес стеналарға, тимер бағаналарға һылаша, шунан аҫҡа һырғалай, ергә төш­кән­дәре лә күҙ асып йомған арала һорғолт өйрәгә әүерелә. Юғарыла төпһөҙ ҡараңғылыҡ, әй­т­е­рһең дә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡап-ҡара йыһан-биҙрә-һенән гонаһлы ерҙе кинәнеп һалҡын һыуҙа ҡойондора. Бар донъя тумбығып өшөй, дерелдәй төҫлө. “Үҙем өш­ө­йөм инде әллә?” Әсғәт, ҡулындағы курткаһын кейеп, замогын юғары күтәрҙе, бумалалай сәстәре ты­р­пайған ялан башын, йәш­ерергә теләгәндәй, торғоҙолған яға эсенә тартты.

      Ғәҙәти көндәрҙә туҡталышта өйкөлөшкән, тротуар тултырып үткән-һүткән халыҡ ағ­ы­мы бөгөн шаҡтай кәмегән, һирәгәйгән. Шулай булмай тағы, бындай кө-ндө берәҙәк эт тә урам ҡыҙырмай, ышыҡ урынға боҫа.

       Ауыр ыңғырашып, юлда, асфальт уйымдарында эркелгән бысраҡ һыуҙы шап­ты­р­латып троллейбус күренде. Ҡабырғаһындағы номерҙы шәйләне, тимәк был шайтан арбаһы ҡала үҙәгенә табан бара. Үҙенең барыр ерен аныҡ ҡына тоҫмалла-маған егет, ишек асылыуға, эс яҡҡа ҡарай һикерҙе.

       Троллейбус салоны ла ярым буш. Кәйефһеҙ, күшеккән кешеләр уны шәйлә­мәнеләр ҙә. Кисерештәр сағылмаған битараф йөҙлө әҙәмдәр таш балбалдай һерәйгәндәр, ул­ар­ҙың бер кемдә эше юҡ. Билдәле, ҡала урамында тәгәрәп ятһаң да ярҙамға килеүсе таб­ыл­маҫ. Үҙе ауылдан булғанғамы, ошо йәмһеҙ күренешкә һаман да күнегә алмай, хат­та яңылыш имгәнеп, ярҙам өмөт итеп, ят ерҙә аунап ятыуҙан ҡурҡа. «Әллә яң­ғыҙ ти­н­терәп йөрөгәнсе Зарифаға өйләнергә лә ҡуйырға инде? Был ҡотһоҙ, һалҡын ҡа­­ла­ла тәнен, йәнен йылытыусы, уның тураһында хәс­тәр­ләү­се булыр, исмаһам. Ҡайнар һөйөү, ғи­шыҡ тотоу, саф мөхәббәт - шағирҙар, яҙыу­сы­лар уйлап сығарған китап фәлсәфәһе!» Ҡайҙа ба­ра һуң әле ул? Аяҡтары, ихтыярынан тыш, ҡала үҙәгендәге ҙур ресторан май­ҙан­­сы­ғына ҡарай атлай.

       Үткәндә лә бөгөнгө һымағыраҡ ойошторолған табындан ҡасып ошонда килде. Аҡ­саға һатылған төнгө “күбәләктәрҙең” береһен эләктереп, уның аулаҡ өйөндә ҡу­н­ып сыҡты. Тик ул саҡта ялған иркәләүҙәрҙән, оятһыҙ ләззәттән һыуһыны ҡан­ма­ға­й­ны. Бәлки, был юлы шул һылыуҡайҙарҙың тәжрибәлерәге күңелен табыр, өшөгән йә­н­­ен йылытыр?.. Әй, сәсрәп китһен донъяһы, ҡайҙа аҙып туҙһа ла уға барыбер!..

       Йонсоу һауа торошо ла баҫа алмаған ресторан майҙансығындағы ығы-зығыны, ул көндәгесә гөрләп тора. Бы­н­да ямғыр маҙаһыҙламай, уның еүеш сар­пы­уынан йорттоң тышҡа һалындырып эшләнгән эшләпәгә тартым ялтыр ҡыйығы һаҡлай. Ул ма­йҙансыҡты ла яртылаш тиерлек үҙенең эсенә алған. Саманан тыш яҡтылыҡ алғы йө­ҙө быяланан ғына хасил ресторандың эсен һыуҙай асыҡ итеп күрһәтә. Аллы-гөллө кейенгән ҡунаҡтарҙың һый-хөрмәт һығылған өҫтәлдәр араһынан улай-былай үтке­ләү­е аквариум эсендә ем эҙләп төртәләнгән алһыу елпеүесле, ҡыҙыл ҡойроҡло тәтәй балыҡтарҙы хәтерләтә. Тышта аҙыр­аҡ һыуынырға, тәмәке көйрәтергә, һауа һуларға сыҡҡан, еңелсә ярһыған халыҡ мыжғый, эске яҡтан көслө му­з­ыка ағыла. Күптәр айҙар буйы эш хаҡы ала алмай интегә, бында көн дә байрам, көн дә туй. Кемдең шулай аҡсаһы кеҫәһенә һыймай типтерә торғандыр, белмәҫһең. Фә­к­ир­ҙәр, хәйерселәр менән донъя тулған, май кикереүселәр ҙә артты шул бөгөн. Саманан ашты.

     Ситкәрәк барып баҫты, тәмәке тоҡандырҙы, ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл ҡа­­р-ашын тирә-яғына йүнәлтте, теләгәнен эҙләне. Ул эҙләгәндәр бында байтаҡ ҡына кү­­ренә, таный белергә генә кәрәк. Ана, ҡыҫҡа юбка, бөтә ағзаларын былтайтҡан, һы­ҙ­­аттарының тәрәнлеген зерә айырып күрһәткән тар кейем кейгән ҡыҙ цемент стенаға янтайған да, буйондороҡһоҙ ҡиәфәттә тәмәке тарта, шул фиғеле менән ир-атты үҙенә йәлеп итергә тырыша. «Әһлей олатай һымаҡ борхота был, нәзәкәтлерәк ҡы­лан­һасы… Йәнә ул Зарифа ише килешһеҙ биҙәнгән…» Арыраҡ, яңы фасонда тегелгән плащ ит­ә­г­е­нән тулы балтырҙарын килешле күрһәтеп, урта буйлыһы баҫҡан. Иңенә тиклем төшөрөп киҫтергән сәстәре йөҙөн тотошлай тиерлек ҡаплай. “Юрамал боҫа, би­г­е­р­әк йәш күренә шул.” Бөтөнләй ситтә, мөй-өшкә һый­ы­н­ы­б­ы­раҡ, күҙгә артыҡ ташл­а­н­ып бармаған кейемдә йәш ҡатын тора. “ Төнгө кәсепкә баҫ­ҡанмы, әл­лә берәйһен кө­т­әме? Улай тиһәң, был ваҡытта яңғыҙы…” Уға иғ­ти­бар­лаңҡырап те­к­әлде. Сөнки ҡа­т­ы­н­ды ресторан эсенән төшкән яҡ­ты­лыҡ­та асыҡ төҫмөрләргә мөмкин.

     Теҙенән түбән төшкән киң итәкле күлдәге, күн курткаһы нәҙек-өҙөк кәүҙәне кип­сәл­дереп һы­лашҡан. Аяҡтарын өҙлөкһөҙ алмаш-тилмәшләп баҫа. “Резина итектәр кейһәң, аяҡ­та­р­­­ың сыланмаҫ ине!” Үҙ уйына үҙенә йылмайып ҡуйҙы егет. Бында улайтып ке­й­е­неп йөрөргә ау­ыл ерелер шул! Ҡатын ҡара көҙ тип тормаған башына ҡы­р­ы­н­ы­р­аҡ итеп килешле бирет һалған. Йөҙө асыҡ, яғымлы. Тумалсай ғына бит ал­ма­лары, ыҡ­сым танауы, ҡымтылған бүлтек ирендәре та­н­ыш та, яҡын да һымаҡ. Бирет сите­н­ән күренгән сөм ҡара сәс шәл­кем­е аҡ маң­ла­й­ында таралған. «Ҡайҙа осраттым һуң уны? Әл­лә танһыҡлап күрергә  теләгән йөҙ ге­н­ә­ме бары?»

     Биниһая ваҡыт икеләнде егет, ыуаланып урынында тапанды, шунан өйкөлөшкән халыҡ араһын йырмаслап маҡсатһыҙ ғына йөрөп әйләнде, мәгәр күҙәткәне ҡа­рашынан аҙға ғына булһа ла яҙ­лыҡ­маны. Ҡатын да уның яғына аҙға ғына һир­пел­де, тик шунда уҡ иғ­ти­барын икенсе, фырт кейенгән егеттәр төркөмөнә йү-нәлтте. “Күҙенә элергә лә теләм­әй… Ҡарап ҡарарбыҙ…” Яртылаш  тартылған тәмәкеһен тө­кө­рөп һү­н­дереп, сүп һа­у­­ытына ырғытты ла курткаһының салғыйын тартҡылаштырып төҙәтеп, маңлайына һибелгән сәстәрен бармаҡтары менән аралап тарап алғас ашығып атлап кү­ҙ­әткән еренә йүнәлде. Эсенән аңлайышһыҙ ҡал-тырау йүгереп үтһә лә үҙен ты­ныс­лан­ды­р­ҙы: “Ни­н­дә­йҙер “күбәләк” алдында ебеп төшмә, әрһеҙ, тәүәккәл ҡыл­ан!»

               – Красавица, мне кажется, Вы, деньги потеряли! Сколько? - Русса һупа­ла­ға­ны апаруҡ ҡыйыу яңғыраны.

                                                                                         Дауамы бар.

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков