Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
12 Апрель , 15:00

КЕШЕ ХӘЛКӘЙҘӘРЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ

Кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белгән, аралашырға яратҡан әсәйем ҡайҙа ғына барһа ла үҙенә әңгәмәселәр табып алыр, улар менән асылып һөйләшер ине. Район үҙәгендә уны һәр береһе танып, үҙ күреп хәбәр ҡушып ҡаршы ала торғайнылар. Тирмәнгә килһенме, көнкүреш йортона, әҙерләүҙәр контораһына барһынмы, райопоға йәки коопунивермагҡа һуғылһынмы – һәр ҡайҙа үҙенең таныш-белештәре, йәки үҙенсә әйтһәк, “ызнакумдары” булды. Баҙарсы әбей менән бигерәк тә “дуҫтар” ине улар! Ит, май-ҡаймаҡ һата килеүселәрҙе отоп өйрәнгән әбей баштараҡ әсәйемде лә төп башына ултыртмаҡсы булды, ахыры... Тик ҡара иҫәпкә, үлсәү эшенә оҫта булған ҡатын баҙарсыны шунда уҡ “аҡылға ултыртты” – итте үҙе сапҡан кеше булып, һум ғына өлөшөн ҡырға, прилавка аҫтына ташлау менән әсәйем: “Ты что? Меня за тупую принимаещь, да? Сейчас взвешу и цену скажу! Ишь ты, халяву захотела!?” – әсәйемдең тамаҡ төбө менән ҡаты ғына әйтеп, баяғы итте һөйрәп сығарыуы булды, баҙарсы әбей ҡойолоп төштө

КЕШЕ ХӘЛКӘЙҘӘРЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ
КЕШЕ ХӘЛКӘЙҘӘРЕН КЕШЕ БЕЛМӘЙ

Кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белгән, аралашырға яратҡан әсәйем ҡайҙа ғына барһа ла үҙенә әңгәмәселәр табып алыр, улар менән асылып һөйләшер ине. Район үҙәгендә уны һәр береһе танып, үҙ күреп хәбәр ҡушып ҡаршы ала торғайнылар. Тирмәнгә килһенме, көнкүреш йортона, әҙерләүҙәр контораһына барһынмы, райопоға йәки коопунивермагҡа һуғылһынмы – һәр ҡайҙа үҙенең таныш-белештәре, йәки үҙенсә әйтһәк, “ызнакумдары” булды. Баҙарсы әбей менән бигерәк тә “дуҫтар” ине улар! Ит, май-ҡаймаҡ һата килеүселәрҙе отоп өйрәнгән әбей баштараҡ әсәйемде лә төп башына ултыртмаҡсы булды, ахыры... Тик ҡара иҫәпкә, үлсәү эшенә оҫта булған ҡатын баҙарсыны шунда уҡ “аҡылға ултыртты” – итте үҙе сапҡан кеше булып, һум ғына өлөшөн ҡырға, прилавка аҫтына ташлау менән әсәйем: “Ты что? Меня за тупую принимаещь, да? Сейчас взвешу и цену скажу! Ишь ты, халяву захотела!?” – әсәйемдең тамаҡ төбө менән ҡаты ғына әйтеп, баяғы итте һөйрәп сығарыуы булды, баҙарсы әбей ҡойолоп төштө: “Ой, Валима, прости меня, старую! Невзначай получилось...” – тип аҡланырға тотондо. “Знаю, твой “невзначай”... Однако меня не проведещь... запомни мои слова раз и навсегда!” Ошонан һуң баҙарсы әбей әсәйемдән шикләнә, ит һатырға килһәк, үлсәүҙәрен бирә лә: “Делай, как дуще угодно!” – тип, ситкә китә һала ине...
Төш мәле етеүгә бер баш малдың итен һатып, ярайһы ғына болланып алған ололар: “Сәйгә кемгә барабыҙ? Төнә килгәндә Соня апайҙа булдыҡ, был юлы Марусяға барайыҡ. Күстәнәстәрем дә бар...” – тип, һөйләшә-һөйләшә атттарын үҙҙәренә кәрәк урамға боралар. Ә минең, “ысталауай” ашын танһыҡ күргән малайҙың, ашханала туҡталғым килә... Ашнаҡсылар ҙа танып торалар атай-әсәйемде, яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алалар һәр саҡ... “Малайка большой уже стал! Берите для него что-нибудь необычное – вот, например, картошку в мундире! Кстати, ее ваши очень любят!” – ашнаҡсы апай ихлас йылмая. “Нет уж, Люба, с нами такая шутка не пройдет, знаем историю...” – атайым көлөп яуап ҡайтара... В мундире сами сварим, ты лучше вон вареники дай!.. Баҡһаң, беҙҙең ауылдан килгән бер ағай менюла “Картошка в мундире” тигән яҙыуҙы күргәс, нимә була икән, исеменә ҡарағанда бик тәмле нәмәлер, тип уйлап, ике порцияға заказ бирә. Алдына ике тәрилкә әрселмәй бешерелгән картуф килтереп ҡуйғастары, оялышынан ашамай сығып киткән ағай...
“Ызнакум”дарҙа ла минең өсөн ят ризыҡтар йыш була торғайны былай. Маруся инәйҙең кәбеҫтә һәм бәшмәк пирогтарының, Соня инәйҙең курниктарының, Тамара инәй бешергән щиҙарҙың, Тоня апай яраштырған салаттарҙың, бауыр бәлештәренең тәмдәре әле булһа тел осомда... Омлетты ла башлап уларҙың табынында тәмләнем...
Район үҙәгенә күсеп килгәс, башта әсәйем кемдәр менән аралашыр инде, тип борсолғайным. Әммә юҡҡа булған икән – ҙур булмаған йортобоҙ көн дә килде-киттеләр менән тулы булды. Бикйән, Үрге Ғәле, Сәләх, Ҡыпсаҡ, Һаҡтау ауылдарынан үҙебеҙ күргән-белгән кешеләрҙән, туғандарҙан тыш, Ҡаҙырша, Ашҡаҙар, Һабыр, Байғужа, Сәлим, Суртанүҙәк, Ҡамышүҙәк, Япарһаҙ, Һултантимер, Яманһаҙ һ.б. яҡтарҙан бөтөнләй таныш булмаған кешеләр төшкөлөккә килеп йонсотто. Әсәйем бахыр өтөнөп-ҡырынып барыһын да ашатып-эсереп сығара ине... Ә күрше Ейәнсура районы ауылдарынан көнбағыш һатырға килгән ҡатындар аҙналап йәшәй... Хужабикәнең шул тиклем киң күңелле, кешелекле-кеселекле булыуына иҫең китер! Һуңынан күптәре танырға ла теләмәне үҙен. Ундай осраҡтарҙа: “Ярай, Аллаһым ташламаһын, изгелегем ерҙә ятып ҡалмаҫ әле...” – тип йыуаныр ине әсәйем...
Йылайырҙа бында электән йәшәгән урыҫтар араһында йәшәргә тура килде. Халыҡта уларҙы “масалдар” тиҙәр. Ҡаты күңелле, башҡалар менән ҡырыҫ булыуҙары, башҡа милләт вәкилдәрен яратмауҙары менән дандары сыҡҡан уларҙың. Әммә башта беҙҙең ғаиләгә лә ҡырын ҡараған күршеләр менән дә тиҙ уртаҡ тел тапты әрһеҙ ҡатын, ул ғына ла түгел, “наша Валима” булып китте хатта. Тәүге йылдарҙа йыл һайын көҙ һуғым һуя торғайныҡ. Икенсе көнөнә әсәйем мотлаҡ күрше-тирәһен һуғым ашына йыйып ала. Ут күршебеҙ Николай олатай һуғым һуйған мәлдә үк: “Ох, завтра к соседке в гости на бишбармак придем! Тултырму изведаем!” – тип, ҡойма аша һөрәнләп торор ине. Әйткәндәй, ҡатыны Татьяна, ҡәйнәһе, улы Володя менән йәшәне ул. Барыһы ла бик итәғәтле, ярҙамсыл булдылар. Беҙ ғаилә менән бесәнгә китһәк, ҡәйнәһе ике һыйырҙы көтөүҙән ҡаршы алып, кәртәгә ябып, һауып, самауыр ҡайнатып ҡуя, ҡош-ҡорт та ҡараулы. Йыш ҡына үҙе бешергән пирог-маҙарын да индерә ине. Беҙҙең, ыҙаламаһағыҙ ҙа була инде, тиеүебеҙгә: “Мне то что, целый день дома, а вы трудитесь... Не осуждайте уж, в добрых намерениях, с желанием как то помочь вам все сделано...” – тигән булып аҡланыр ине изге күңелле инәй. Әсәйемдең бер өй эсе етемдәрҙе ҡарап тороуын (еҙнәйем үлгәс, апайымды өс балаһы менән үҙ янына күсереп алғайны), үҙенең ике-өс эштә йөрөүен, барыһын да булдырырға тырышыуын күреп йөрөй бит...
Шулай ҙа әсәйем мәрхүмәнең иң яратып аралашҡан, уртаға һалып серләшкән күршеһе Зина апай булғандыр ул. Яҙмыш ҡушыуы менән байтаҡ йылдар төрмәлә ултырып ҡайтҡан ине ул. Тәүҙә ул етенсе урамда сереп, ҡойолоп ултырған алама ғына бер өйҙә йәшәне. Дәүләт ойошма-учреждениелары үҙен эшкә алмағас, кешегә ялланып эшләп, совхоз баҡсаһында сәсеү, утау, ҡаҙыу ише башҡалар әллә ни бармаған ҡара эштәргә йөрөп, йүлгәнеп көн күрҙе. Атаһы мәрхүм булғас, уның ауылдағы өйөн һатып, шул аҡсаға беҙҙең урамдан арыуыраҡ өй алды. Етеш йәшәгән атаһының мөлкәте менән артабан кешесә йәшәп китте ул. Нисек танышып киткәндәрҙер, әммә әсәйем менән бик дуҫ булдылар. “Төрмәлә ултырған, башҡалар яратмаған кеше менән ҡатышаһың... ҡурҡмайһыңмы уның менән бергә еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөргә?” – тип һорай ҡуйҙым әсәйемдән. “Эй, балам, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел! – әсәйемдең нимәгәлер күңеле тулып, күҙҙәренә йәш алды. – Зарураттан сығып гонаһ ҡылғандыр инде... Язаһын татыны бит. Хәҙер мир ҡаға үҙен... Бергә йөрөгәндә уның зар илауҙарын ишетһәң ине... Зинаның күңеле һыуҙан аҡ, һөттән пак ул... Бер һин өйҙә саҡта сәйгә алырмын әле үҙен... үҙенең дә һинең менән аралшҡыһы килә шикелле... “Муталу бы рассказать мою судбу, он бы такое написал...” – ти ҙә йөрөй...”
Бер кис эштән ҡайтып инһәм, әсәйем менән Зина апай һөйләшеп ултыралар.
–Әйҙә, улым, һине көтөп ултырабыҙ, өҫтөңдө алыштыр ҙа, табынға яҡынла, – әсәйем самауырҙан (һуңғы көнөнәсә самауыр сәйе эсте!) сәйнүгенә эҫе һыу бора башланы.
–Здравствуй, Мутал! Как жизнь молодая? – Зина апайҙың кәйефе шәп күренә. – Вот который год общаюсь с твоей мамой, а с тобой кроме “Драсьте-досвидание” ничего не клеется... Сегодня Валима попросила ближе познакомиться...
–Очень приятно! Мин һеҙҙең турала барыһын да беләм шикелле...
–Вряд ли... Кеше һөйләгәндән ишетә беләһеңдер ҙә ул... Әммә уларҙың күбеһе уйҙырма, нахаҡ һүҙҙәр бит ул! Ә бына әсәйең минең яҙмышымды энәһенән-ебенә ҡәҙәр белә...
–Ҡуй инде... Беҙҙең һөйләшкәндәр үҙе бер роман яҙырлыҡ... – Әсәйем, беҙгә сәй яһай-яһай, хәбәргә ҡушыла. – Рассказывай, Зина, рассказывай... Пусть и сын мой знает о твоей судьбе, может ему в будущем в творчестве пригодится...
–Че говорить-то? А может ему не интересно? У них сейчас склад ума другой...
–Һөйләгеҙ, һөйләгеҙ, мин тыңларға әҙер, тартынмағыҙ!
–Ох... тяжело вспоминать... врагу не пожелаю...
Күҙҙәрендәге йәштәрен һөртә-һөртә бер-аҙ илап алғас, Зинаида Афанасьевна үҙенең әсе яҙмышын бәйән итергә тотондо:
–Ҡасандыр мин дә башҡалар кеүек кеше инем. Үҫеп, атай-әсәй ҡанаты аҫтынан сыҡҡас, кейәүгә барҙым... Башта матур ғына йәшәнек, ике балалы булдым... Тик тормош иптәшем эскегә әүәҫләнде, иртән тора ла баш төҙәтергә араҡы таптыра... Араҡы менән күҙе томаланған иргә мине йыға һуғып, иҙән буйлап сәсемдән һөйрәп йөрөп кирза итектәр менән типкеләү бер ни ҙә тормай ине... Оҙаҡ, бик оҙаҡ түҙҙем, балаларым хаҡына, тип сыҙарға тырыштым... Туҡмалыуҙан һуң тәнемдең алыр урыны булмай, ҡойолоп бара торғайны. Шул хәлдә эшкә йөрөгән булдым, нисек тә балаларҙың тамағын туйҙырырға, кешесә йәшәргә кәрәк бит... Тора-бара мине лә үҙенә ҡушып алды, яйлап-яйлап мин дә эсергә өйрәндем... Дальше-больше... ахырҙа сигенә еттем: балаларымды тартып алдылар, сираттағы бер низағта иремде сапҡылап үлтергәнмен һәм оҙайлы срок менән төрмәгә эләктем.... Ә төрмәлә күргәндәремде һөйләп тормайым... Господи, помилуй, Господи, прости, помоги мне, Боже, крест свой донести... – Зина апай, күҙ йәштәренә быуылып, үҙенсә уҡынырға тотондо. – Төрмәлә ултырғанымда, имен-аман ҡайта ҡалһам, башҡаса араҡыға ҡарамаҫҡа ант иттем... Әммә яҙмыш миңә башҡа һынауҙарын әҙерләп ҡуйған ине: йәнемдәй күргән улым менән ҡыҙым мине күрергә лә теләмәнеләр... Барһам, сәләмемде лә алмай, ҡапҡаларынан уҡ ҡыуып ебәрәләр... Ҡасандыр аралашҡан кешеләрем дә һырттарын ҡуйҙы... Туғандарым да минең менән һөйләшмәнеләр. Әммә, иң аяныслыһы, мине бар ерҙә ҡырын ҡараш менән ҡаршы алалар, эшкә алыуҙан баш тарталар, хатта һөйләшеп тә тормайҙар... Рәхмәт әсәйеңә... ул ғына мине аңланы, хәлемә инде, камил аптыранған мәлемдә ярҙамынан ташламаны!
Зина апай урынынан тороп, барып әсәйемде ҡосаҡлай һәм ҡысҡырып һамаҡлай башлай:
–Спасибо тебе, подруга моя, за то что ты мне в трудную минуту руку помощи подала, тебя я не забуду никогда! Заботливей и лучше друга в этом мире не найти... Так будь счастлива, здорова, пусть ждет тебя удача впереди! Не каждый сможет так помочь. .. ты – самый добрый человек!
Зинаида Афанасьевна урынына барып ултырып, сағыу тауыш менән йыр һуҙа:
Ой, цветёт калина в поле у ручья,
Парня молодого полюбила я.
Парня полюбила на свою беду...
Ә үҙенең ике күҙенән субырлап йәш бөртөктәре тәгәрәй...
Көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалған әсәйем башта ни эшләргә белмәй... Унан: “Етәр... етте, Зина! Тыныслан! Барыһы ла артта ҡалды бит хәҙер”, – тип әхирәтен тынысландырырға керешә.
...Оҙаҡламай әсәйем әхирәте Зина тураһында ҡайғылы хәбәр алып ҡайтты:
–Зина оҙаҡ йәшәмәҫ, ахыры... Насар ауырыуға дусар булған... “Ғаиләң ишле, Вәлимә, донъямды һиңә яҙҙырайым, ярҙамыңды күп күрҙем”, – тисе. Баш тарттым. Ҡыҙың менән улың бар бит, шуларға ҡалдырһаң ни була, тигәнемә маң юламаны... Мин улар өсөн, улар минең өсөн юҡтарбыҙ инде... Әсәй, тип эскә тартманылар... Ошо яҡты донъяға тыуҙырғаным өсөн булһа ла кисерә алалар ине бит мине, тип илай...
Көн һайын янына барып, ашатып-эсереп, түшәген алыштырып йөрөнө әсәйем әхирәтенең. Һуңғы көндәрендә янында йоҡларға ла ҡала ине... Ә бер көн иртә менән бығаса күҙ йәштәрен кешегә күрһәтмәгән ҡатын илап ҡайтып инде: “Зинам китте... Йән биргәнсе ҡулдарымды тотоп аҙарынып ятты. Һиңә лә ризалығын бирҙе...”
...Яҙ сығып, ер асылған һайын әсәйем Зина апай менән йөрөгән урман-ҡырҙарға сығып әйләнер ине. Өс-дүрт сәғәт йөрөп, күңеле булып, бер биҙрә бүрекбаштар йыйып ҡайта ла: “Зина дуҫ менән йөрөгән ерҙәремдә булып, уның менән тамаҡ ялғаған урында ял итеп, үҙен күреп һөйләшкәндәй булдым әле... Риза булып ҡына ятһын! Бик матур күңелле ҡатын булды... Ҡәбер генәһен тәрбиәләгән кеше лә юҡтыр инде... байғоштоң...” – ошо һүҙҙәр менән үҙбеҙсә доға ҡыла.
...Бөгөн әсәйем дә, күрше-тирә әбей-бабайҙар ҙа юҡтар инде.Әммә беҙ, йәшерәк быуын, осрашҡан һайын мәрхүмдәрҙең һәр береһен айырым-айырым иҫләп, улар менән булған ҡыҙыҡтарҙы телгә алып, һөйләшеп алабыҙ. Йылайыр ауылының 4-се урамы башында йәшәгән һәр кем үҙ-ара бик татыу булды, башҡорттар ише бер-береһе менән сәйгә йөрөшөп, йәйге кистәрҙә Кардапольцевтарҙың өй алдына йыйылып, күңелле гәпләшеп йәшәне. Маруся инәйҙең көр тауыш менән: “Соседи, бросайте дела! Пора на сборище!” – тигән командаһын көтөп кенә йөрөнөк... Үҙе бер матур иҫтәлек, ысын татыулыҡ өлгөһө булып ҡалды ул көндәр...
Мотал Рәмов.

Автор: