Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Апрель , 15:18

Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

Миңә ҡалһа сәскә исемле шул апай үлмәгән, ул һаман да йәшәй һәм күңеле түрендә йөрөткән йырҙарын көйләп донъяны йәмләп, кешеләрҙе йәшәргә, сабыр, сыҙамлы, кешелекле булырға өндәп, ирен етәкләп беҙҙең арала һаман да булһа йөрөп ята төҫлө...

Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.
Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов. Аҙағы.

- Ауылда Илһам теплица эшләгәйне бынан бер нисә йыл элек, уны яғып йылыта инек. Яңы йылдан һуң ундағы түтәлдәрҙе тултырып ләлә сәскәләрен сәсәбеҙ ҙә, ирем иң беренсе гөлләмәне миңә бүләк итә, шунан ҡалғанын тотош ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына буш-лай таратабыҙ. Йылда ҡабатлана килгән йолабыҙ шул булды. Тиҙҙән яҙ байрамы етә...

- Вәғәҙә бирмәйем, әммә барып әйләнергә тырышырмын.

- Бара ҡалһағыҙ, күршебеҙ Гөлйыһанға еткер, сәскәләрҙе яҙ байрамында беҙҙең исемдән ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарына өләшһен.

    Ординаторҙар бүлмәһенә инһәм Ғәлиев шунда ултыра. Ҡайһы берәүҙәрҙән: “Врачтар һәр ауырыуҙың хәленә инеп, йәлләп ултыра алмайҙар, шуға уларҙың күңелдәре ҡатып бөткән!” тигән ғәйепләү һүҙҙәрен ишетергә тура килә, әммә төптө улай түгел, улар ҙа бит тере кеше, һәр уңышҡа бала ише ҡыуаналар, яттарҙың ғазаптарын, өҙгәләнеүҙәрен йөрә-ктәре аша үткәрәләр. Хирургия бүлегенең көндәлек торошо ла унда ятҡан ауырыуҙарҙың хәленә туранан-тура бәйле. Күрәм, Урал Ғиниәтовичтың кәйефе лә шәптән түгел, мине абайлағас һаулыҡ һорашыуымды ла алып тормай асыулы өндәште:

- Ни ҡыйратаһың был ваҡытта, эш көнө бит әллә ҡасан тамамланды. Бынан ҡайтып инә белмәйһең, ҡайҙа морон терәгәнһең әле шул?

- Еҙнәйҙәргә. Теге ҡатындың янына инеп сыҡҡайным. 

- Һин әйткән тегегә операцияны мин яһағанды беләһең.

- Ҡатмарлы операция булғанлыҡтан мине яҡынлатмаһағыҙ ҙа, операционныйҙа инем.

- Һуҡыр түгелмен, күрҙем. Биш сәғәттән ашыу тырыштыҡ. Күреп тораһың, уңышһыҙ тамамланды, инфекция тотош ҡорһаҡты биләп алған. Таҙартып, физраствор, антибиотиктар менән йыуып маташтыҡ, файҙаһыҙ.

- Үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ, һеҙ бит Алла түгел.

- Бына быныһын дөрөҫ әйттең, сараһыҙлыҡтан ҡулымдан килмәҫтәйгә тотондом.

Барыбер ҡыйын. Минең пациент бит, ҡапыл кәрәкһәм, тип дежур врачҡа һалығымды һалмай бында ултырам әле. Бөгөн ҡатындың тыуған көнө булһа ла, ҡунаҡтар саҡырылһа ла больницала ҡунырмын, моғайын, үҙем өсөн шулай тынысыраҡ. – Эргәһендәге күшеткаға ымланы.

- Бәлки?..

- Әйҙә, мыртый үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдамайыҡ!

- Иң һуңынан өмөт үлә.

- Бында өмөтләнерлеге лә ҡалманы шул.

- “Бер нимәгә лә сик юҡ, ҡаршылыҡтар ғына бар, ә ҡаршылыҡтарҙы һәр саҡ аша сығырға мөмкин!” тигән бер аҡыл эйәһе.

- Ул һин хәтергә төшөргән аҡыл эйәһе яңылышҡан, әҙәм балаһы мәңгелеккә килмәй был ергә, бер килеп иртәме-һуңмы ул китә донъяны ҡалдырып, уның йәшәүен тәҡдире сикләй. Янында булдым, тиһең, нимә ти?

- Өндәшмәй, һөйләшмәй, тиерлек, бер кемде ғәйепләмәй ҙә.

- Нишләп ғәйепләһен, ғәйепле әҙәм күптән билдәле!

- Бер үтенесем генә бар, ти.

- Ниндәйерәк?

- Ауылда, теплицала сәскәләр үҫтергәндәр ошоға саҡлы, шуларҙы күргем килә, ти.

- Сәскәләр, тигән сәле? – Теремекләнгәндәй итте. – Бәлки был ауырыуҙың һуңғы үтенеселер.

- Мин дә шулай уйлайым.

- Барып ҡайт!

- Студент һәр саҡ йәйәүле Мәхмүт.

- Уныһы проблема булмаҫ, “Тиҙ ярҙам” машинаһын ал, Урал ағай ҡушты, тиһәң, баш тартмаҫтар, тик бер аяғың бында, икенсеһе тегендә, аңланыңмы?

- Бәлки иртәгә барырмын, үҙегеҙ әйттегеҙ бит, эш көнө бөткәнгә әллә ҡасан.

- Юҡ, бөгөн барып ҡайт, хәҙер үк! Төшөндөңмө?! Бөгөн барып ҡайт, иртәгә һорағанын тотторорһоң, иртәнән һуңға һуң булып ҡуйыуы бар!

   Вызовҡа сығып киткән машинаны көтөп алғансы ла апаруҡ ваҡыт китте. Станция фельдшерҙары һүҙһеҙ ризалыҡтарын бирһәләр ҙә һәр ваҡыттағыса водитель Петр ҡаршы төшөп ҡаштарын емерҙе:

- Ехать в такую даль, еще в такое время, а если погода испортится то тогда как?

- Бөтәһе лә һәйбәт булыр! – тип тынысландырҙым тегене.

- Һәйбәт булыр имеш?! Унда нимәңде юғалттың, ни артынан бараһың?

- Әжәл дарыуы артынан!

  Ары һүҙ ҡуйыртырға теләмәгән водитель юлға тексәйеп ҡарап рулен асыу менән унда-бында борғоларға кереште.

    Ауылға барып еткәнсе еңер яҡынлағайны ине инде, ауырыуҙың өйөн табып уның күршеһенә ингәнсе ҡараңғы төштө. Күршеләре уҡытыусылар, әлеге мәлдә ире мәктәптә китһә лә, бәхетебеҙгә күрә ҡатыны өйҙә икән.

      Түрбашта аш-һыу хәстәрләп аҙапланған ҡатын ҡаршыма сығып әйҙүкләне лә ултырғыс тартып яныма ултырҙы:

- Ҡуй инде, әйтәгүр, күҙ асып йомғансы ғаилә ошо хәлгә тарыр, тип кем уйлаған, көтмәгәндә-уйламағанда Илһам ҡазаланып ҡуйҙы, хәҙер Ләлә үҙе ауыр хәлдә. Илһам мәктәптә черчениенан, рәсемдән уҡыта ине. Хәҙер йыл аҙағы яҡынлашҡас урынына икенсе уҡытыусы ла юҡ, дәрестәрен икенсе фәндәр менән алыштыралар.  Кәртә-ҡура тирәһен, мал-тыуарҙы ҡараштырған булабыҙ, теплицаның мейесен яғабыҙ көн һайын, сөнки унда даими йыйылыҡты тоторға кәрәк. Ни йомош менән килдегеҙ, әллә Ләләгә кисекмәҫтән берәй нимә кәрәк булып киттеме?

- Теплицалағы иренең сәскәләрен күргем килә, ти.

- Сәскәләр?.. Килеүен килгәс, әйҙәгеҙ...

       Алты мөйөшлө, ҡалай ҡыйыҡлы йорт, кәртә-ҡура тирәһе йыйнаҡ, ҡарҙан таҙартып ҡуйылған. Лапаҫҡа терәп тейерлек пластик көмбәҙ менән ябылған теплица күренә. Ҡатын алдан үтеп көпләнгән шаршауҙы бер яҡҡа тартып ишекте асып ебәреүе булды, теп-лица төрлө төҫтәрҙәге уттар менән балҡып китеп магнитофонға яҙылған йыр яңғыраны:

                               Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер,

                               Йәшендәрҙәй кәрәк йәшнәргә.

                               Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,

                               Йәшәргә лә әле йәшәргә...

    Аптырап ҡалыуымды күргән ҡатын телгә килде:

- Был уттар, магнитофондың йырлап ебәреүе Илһамдың тормошҡа ашырған хыялый фантазияһы, ә йырҙы Ләлә йырлай!

     Ә теплицаның эсе әкиәт донъяһы һымаҡ, күҙҙе ҡамаштырылыҡ уттар балҡышында, әһаңле йыр оҙатыуында түтәлдәрҙәге сәскәгә бөрөләнгән ләләләр ожмах баҡсаһылай балҡып күренә.

- Был сәскәләрҙе ҡайҙа итергә лә белмәйбеҙ хәҙер.

    Ауырыуҙың әйткәндәрен еткерҙем.

- Беҙҙеке түгел бит әле, шулай ҙа теләген үтәрбеҙ инде, ни хәл итмәк. Бәлки, үҙе лә үҙ аяҡтарында ҡайтып инер. Баянан бирле һорарға ҡыймайым, Ләләнең хәле нисек әле?

- Үткәргән операцияға ярашлы.

- Операция хаҡында беләбеҙ, алға китеш бармы?

- Әлегә сыҙарлыҡ.

   Уратып яуаплауымдың асылын төшөнгән ҡатындың йөҙө төмһәреп китте:

- Беҙ нисәнсе көн инде барып әйләнергә йыйынһаҡ та ике өйҙөң малын, теплицаны ҡалдырып китә алмайбыҙ, өҫтәүенә көн һайын дәрестәр. Өҫтәп күстәнәс һалайым булмаһа?

- Юҡ, ул сәскәләр генә һораны.

    Кабина йылы булһа ла курткамды сисеп ләләләр гөлләмәһен шуның менән ураным. Ҡулымдағына ымлаған Петр аптырауын белдереп һыҙғырып ҡуйҙы:

- Ошомо әжәл дарыуың?

- Нимә, оҡшамағанмы ни? Әгәр теләгең булһа ошондай уҡ ожмах бүләген ҡатыныңа ла алып ҡайта алаһың!

- Кәрәге бер тин, бушлай бирһәләр ҙә алмайым, бисәмә сәскә генә түгел ойоҡ та бүләк итмәнем ошоғаса.

- Улайһа ул һинең менән нисек йәшәй икән?

- Йәшәмәй ҡайҙа барһын, өйрәнгән, күнгән! Ә әжәл дарыуы ниндәйерәк була беләһеңме? – Ул ҡоғорлайына сиртте. – Ул ошо ерҙе йылытып төшөп китә лә кәйефте күтәрә, диңгеҙҙе тубыҡтан итеп алдыңа ҡуйылған ауырлыҡтарҙы һә, тигәнсе еңергә ярҙам итә!

   Армиянан һуң да Иҫәнғол дауаханаһында бер аҙ эшләп алырға тура килде. Мин  килгәнсе үк Петр эшенән киткән ине инде. Уның хаҡында белешергә иткәйнем, сифатһыҙ араҡы эсеп янып үлде, тинеләр. Шулай итеп ул инанған, ышанған әжәл дарыуы уны мәңгелеккә алып киткәйне...

    Эшкә килеүемә ауырыуҙың хәле ҡырҡа ҡырҡыулашып киткәйне, уны реанимация бүлегенә күсергәндәр, янына инергә рөхсәт итмәйҙәр. Ваҡытһыҙыраҡ йөрөүемде аңлаһам да бүлек мөдиренән индем.

- Ни ҡалған һиңә унда?! – тине “Ауырыу тарихы” йыйылмаһында соҡонған Баҙарғолов ҡаштарын төйөп.

- Тиҙҙән бит 8 март!

- Булһа ни булған?

- Ләләләр гөлләмәһе индереп сығайым, тигәйнем.

- Уны ҡайҙан таптың, тем более беҙҙә, ауыл ерендә?

- Шул сәскәне күргем килә, тигәйне, һуңғы ингәнемдә, шуға хәстәрләнем. – Урал Ғиниәтовичты уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға теләмәй ауылға барып урауымды әйтеп торманым.

- Һуңғы ингәнемдә, хәстәрләнем! Тоже мне кавалер, тоже мне романтик! Бөгөн ситуация совсем по-другому. Унда сәскә ҡайғыһы юҡ!

- Беләм.

- Белгәсең бик яҡшы!

    Ныҡышыуҙан файҙа юҡлығын аңлағанға сығыу яғына йүнәлдем.

- Туҡта әле. Сәскәләр таптым, тиһең, ҡайҙа уларың?

- Ишек төбөндәге кушеткала.

- Керет!

   Гөлләмәне күргәс йомшарғандай итте:

- Тере сәскәләр... яҙ хәбәрселәре... Бар. Һиңә 5 минут ваҡыт!

- Аңланым. Рәхмәт.

Был юлы ҡатындың зәңгәр күҙҙәре йомоҡ инеләр. Сәскәне карауат ҡырына һалыуым булды ул уны һарғылт төҫ алған ҡулы менән ҡарманы, шунан ирендәренән рәхмәт урынына теге йыр һығылып сыҡты:

                                       Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,

                                       Йәшәргә лә әле йәшәргә...

    Ләлә апай ауыр хәлдә ятып ҡалды ә мин аҙна аҙағында практикам бөткәнгә Сибайға юлландым. Һуңынан телефон аша шылтыратып хәлен белмәнем, дөрөҫөн генә әйткәндә белергә теләмәнем дә, әгәр шулай итһәм: “Дауахана эргәһенән генә аҡҡан Эйек кирегә аҡмаймы шул?” тип белешкән һымағыраҡ килеп сығыр ине. Һыуҙарҙың кирегә аҡҡанын күргәндән күрмәгәнең яҡшы.

     Ошо йырҙарҙың һирәк-һаяҡ радио аша башҡарылыуын ишетеп ҡалһам, шул апай иҫ-кә килә лә төшә. Бармағыбыҙға сүп инһә лә ғауғаланырға тотоноп китәбеҙ, була бит сыҙамлы һәм сабырлы кешеләр! Ә сыҙамлы һәм сабырлы булырға нимә ярҙам итә?! Мәғәнәле йәшәү, һәм тормошҡа ғашиҡ һүҙҙәрҙе моңға әүерелдергән йырҙарҙыр, моғайын. Йырҙарға килгәндә йыр бәғзе берәүҙәрҙе йәшәтә лә йәшәртә лә. Миңә ҡалһа сәскә исемле шул апай үлмәгән, ул һаман да йәшәй һәм күңеле түрендә йөрөткән йырҙарын көйләп донъяны йәмләп, кешеләрҙе йәшәргә, сабыр, сыҙамлы, кешелекле булырға өндәп, ирен етәкләп беҙҙең арала һаман да булһа йөрөп ята төҫлө...

    

Автор:Хайдар Тапаков