Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Апрель , 08:47

Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов.

    Башымдан йәшен тиҙлегендә үткән уй шул булды: “Нишләп мине, башҡа берәй сибәрерәкте түгел?!”

Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов.
Йәшәргә лә әле, йәшәргә... Хәйҙәр Тапаҡов.

    Сибай медицина училищыһының һуңғы курсында уҡып йөрөгәндә Иҫәнғол дауаханаһында өс айлыҡ дәүләт стажировкаһын үттем, быға тиклем дә бында бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы практикала булғанғамы барлыҡ табиптар, урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәтләндереүсе башҡа персонал менән яҡшы танышмын, дауалау ҡаласығын-да үҙ күргән кешемен. Стажировка үтер урыныңды һайлап алыу мөмкинлеге сыҡҡас һис тә икеләнмәйенсә йәнемә яҡын, күңелем тартҡан хирургия бүлегенә барҙым. Ул саҡта бүлек мөдире булып танылған хирург, атҡаҙанған исемгә лайыҡ Ғәлимйән Баҙарғолов ағай эшләй ине, шунда уҡ Урал Ғиниәтович Ғәлиев, Валерий Ҡәрипович Ҡадыров, яңы ғына уҡыу йортон тамамлап килгән Әхмәт Хәмитовтар йөрөп яталар. Үҙ һөнәрҙәрен тәрәндән белгән оҫталар ине улар, әммә Урал Ғиниәтовичты айырым билдәләп үтергә кәрәк, сөнки унда Хоҙай Тәғәләнән биргән һәләт, һиҙгерлек бар ине, ҡулынан, бысағынан үткәндәр тиҙ арала сәләмәтләнеп аяҡтарына баҫа торғайнылар. Берәй ғәҙәттән тыш хәл, көтөлмәгән ауыр операция килеп сыҡһа дауахананың баш табибы Мирсал Зәйнеғәбдин улы Исмәғилов тиҙ ярҙам станцияһында эшләгәндәргә бойороғон бирә лә һала: “Хәҙер үк ҡайҙан булһа ла Уралды эҙләп табып килтерегеҙ, бындай ауыр ситуацияны ул ғына еңеп сыға ала!”  Ул саҡта кеҫә телефоны, тигән нәмә ике ятып бер төшкә инеп сыҡмай ине әле, шуға өйөндәме, әллә ҡунаҡтамы, әллә күрше тирәләге берәй ауылға йомош менән сығып киткәнме, машина менән теттереп, һөҙөп йөрөп эҙләп табып алалар тегене, табалар ҙа тура дауаха-анаға килтерәләр, ә бында инде уны күптән операция бригадаһы көтөп тора. Ысынлап та кемдеңдер башына төшкән ауыр бәләне еңеп сыға ине ул, һәм барыһы ла ыңғай тамамлана. Мине һис тарһынмайынса, теләп, ҡулың еңел, тип операцияларға ассистент итеп алдылар гелән, ә мин атаҡлы хирург булырға хыялланған кеше ҡыуанып ризалашам, йүгер-еп тиерлек барам. Ассистенттың, бигерәк тә студент-ассистенттың операция өҫтәле артында башҡарғандары ябайҙың ябайы: хирургтың һораған инструментын һәләт кенә алып биреү, кәрәккәндә ярҙам итеп ебәреү, һуңынан яраны тегеп повязка һалыу. Валерий Ҡә-риповичтың йыш ҡына ҡабатлағаны хәтерҙә: “Иң һәйбәт ассистент – операция мәлендә ҡамасауламаған, үҙенең барлығын белдермәгән ассистент!” Баҙарғолов ағай: “Һин торғаның менән әҙер хирургһың, Армияға барып ҡайт та медицина институтына юллан, шунан туп-тура беҙгә килерһең!” тип кәңәшен дә биргәйне. Армияла сержанттар мәктәбенең санчасында хеҙмәт иткәндә инде хәрби округ госпиталенең начальнигы полковник Яблуновскийҙың тәҡдиме менән хәрби медицина академияһына йүнәлтмә бирергә булып киттеләр бер заман, бик һирәктәргә эләккән, күктән аңғармаҫтан төшкән бәхет икәнлеген белһәм дә тыуған төйәктән ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгәнлектән, Балтик буйында Салауат батырыбыҙ ише ғүмерлеккә ҡалырға теләмәй ымһындырғыс ҡоҙалауҙан баш тарттым. Ҡайтҡас Ғәлимйән ағайҙың теге саҡ әйткәнен онотмай медицина институтына имтихандар тапшырып ауырлыҡһыҙ уҡырға индем. Уҡыуҙар башланмаҫ борон уҡ ике юл сатында тороп ҡалдым: “Ауылдағы әсәй минһеҙ, яңғыҙ үҙе ҡалайтыр, күпме былайтып, берәҙәкләнеп ил гиҙергә мөмкин?!” Ыңғай, кире яҡтарҙы көнитмеш бизмәненә һалып айыҡ аҡыл менән үлсәгәс, кире ҡаҡмаҫлыҡ ҡарарға килеп Стәрлетамаҡ институтындағы рус теле һәм әҙәбиәте факультетының ситтән тороп уҡыу бүлеген һайланым, тик медицинанан һис ҡасан ситләшмәнем, ситләшмәм дә, тәүге һайлаған һөнәр беренсе мөхәббәт һымаҡ бер ҡасан да онотолмай, биҙҙермәй икән. Яҙыу-һыҙыу шөғөлөнә хиресләнгәс медицинаға ҡағылышлы бик күп әҫәрҙәр яҙҙым, ауырыу-һыҙланыуҙарҙы күреп-белгән, йөрәктән елгәреп, күңел аша үткәргән аҡ халатлылар араһынан булғас яҙғандарым уҡыусыларымды ышандыра. Ижад ҡәләмемде бик йыш ҡына үткер скалпелдәй күреп китәм ҡайһы саҡ, тик ул уҡыусының хыялын, өмөтөн киҫергә, йәнен аяуһыҙ ҡыйырға тейеш түгел, киреһенсә дауаларға, сихәтләндерергә, сәләмәтләндерергә бурыслы.

     Шулай итеп Иҫәнғолда практика үтәм, ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тигәндәй көндәр-ем тәүлек әйләнәһенә дауаханала үтә, шунда туҡланам, шунда ятып йоҡлайым, ә ҡыҙҙарға килгәндә инде, сиртеп ҡарап һайла ла ал, күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡтары ҡыйшаңлап, шир-ҡаңлап эргәлә генә йөрөп яталар.

   Төпкөл ауылдан урта йәштәрҙәге бер ауырыуҙы килтерҙеләр, исеме Ләлә ине, ә бына фамилияһы иҫтә ҡалмаған. Һомғол буйлы, ҡалын шоморт ҡара сәстәре биленә ҡәҙәр төшөп торған һылыу йөҙлө ҡатын ине ул. Уны күреү менән шуға иғтибар иттем, ауыл ере-нән тип әйтмәҫһең дә, өҫтөнә кейгән кейеме лә ыҫбай, тәненә һылашып, килешеп кенә тора. Һуңынан асыҡланыуынса ул ауылдарында клуб мөдире булып эшләгән, алған һөнәренә ярашлы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә актив ҡатнашҡан,  йырларға яратҡан, концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа сәхнәнән төшмәгән. Килтерҙеләр, тим, тик бик һуңлап килтер-ҙеләр. Уның һуҡыр эсәге шартлап хәле киң перетонитҡа барып олғашҡайны, йәғни эренле процесс тотош ҡорһаҡ ҡыуышлығын солғап алғайны. Табиптар күпме генә көс һалһалар ҙа сирҙе ыңғай яҡҡа йүнәлтә, үҙгәртә алманылар. Һуңғы сиктә уның ҡорһаҡ шаршауының бер өлөшөн алып, ҙур яраны асыҡ ҡалдырып бер үҙен интенсив хирургия палатаһына һалып ҡуйҙылар.

    Әллә уны йәлләүҙән, әллә нисек тә булһа хәлен еңеләйтергә теләүҙән көн һайын янына инеп-сыҡҡан булам. Шуныһы - һис ҡасан уның ауыҙынан зарланыу һүҙҙәрен ишетмәнем, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙан йөҙөн йыйырғанын күрмәнем. Ожмахтың үҙенә олғашырға йыйынғандай зәңгәр күҙҙәрен түшәмгә төбәп тик ята, ҡап-ҡара сәстәре тирә-яҡҡа һибелгән, һылыу йөҙө ҡағыҙҙай ап-аҡ. Инәм дә һүҙһеҙ-ниһеҙ карауат янындағы берҙән-бер ултырғысҡа бөршәйеп ултырам. Ауырыу тәүҡарашҡа мине абайламай ҙа, күрмәй ҙә һымаҡ, күрмәгәс янынан ҡыумай ҙа. Ултырабыҙ шулай икебеҙ ике уйға батып. Ҡайһы саҡ ул шыб-ырҙап хәл-торошон һөйләй, ҡайһы саҡ ишетелерлек итеп көйләргә тотона:

                                                  Һин һорама, хәлең нисек, тиеп,

                                                  Йәшәйем мин сабыр итә итә.

                                                  Белгең килһә минең хәлдәремде,

                                                  Күҙҙәремә ҡара, шул да етә...

    Ә уның күҙҙәренә тотош күк зәңгәрлеге һыйған төҫлө...

- Саҡ ҡына булһа ла йоҡлап алырға ине, йоҡоһоҙлоҡтан арыным. Йоҡлай алмағас онотолғандай әүелйейем дә һаташам ғына... Алай ҙа яныма инеп-сығаһың, хәлемде белер бер яҡыным да юҡ бит минең. Үҙем сығышым менән Әлшәй районынанмын, ирем детдом балаһы. Бөйөрҙәрем сирләгәнлектән врачтар бала табырға ҡушманы. Икәүҙән-икәү генә йәшәнек шулай. Бәхетле, матур йәшәнек. Йәшәнек, ирем Илһам бынан бер ай элек аварияға эләгеп һәләк булды. – Ауырыу түшәмгә ҡарашын терәгән дә хәбәрен миңә түгел, кемгәлер һөйләй төҫлө. – Ирем менән Өфөлә сәнғәт училищыһында уҡып йөрөгәндә таныштыҡ. Мин вокал, ул графика бүлегендә уҡый инек. Таныштыҡ, тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ, бер ятаҡта икебеҙ ике ҡатта йәшәгәнлектән осрашҡанда баш ҡағып иҫәнләшеп йөрөй торғайныҡ. Модаға ярашлы итеп кейенгән текә холоҡло егет ине ул. Өҫтәүенә телгә лә бөткән, һөйкөмлө лә. Төҫкә-башҡа сибәр, үткен, аралашыусан егет тирәһендә башлыса ҡала ҡыҙҙары урала, ә ул береһенә лә яҡынларға теләмәй үҙаллы йөрөй бирә.  Мин яңғыҙ әсәнең яңғыҙ балаһы, аҡса етмәгәнлектән өҫтөмә кейгәнем дә ауылсараҡ ине: мәктәптән килгән иҫке пальто, балитәкле күлдәк, аяҡтарымда тапалып бөткән ботинкал-ар, башымда әсәйем мәлендә һылыулыҡҡа кейгән, хәҙер килеп йөнө ҡойола башлаған төлкө кәпәсе. Үҙемде башҡалар араһында ҡырағай кейектәй ситен тотам, абайламаҫтан мөрәжәғәт итһәләр ҡыҙара-бүртеп ҡапыл юғалып ҡалам, ҡасып-боҫорға әҙермен. Бер кис көтмәгәндә-уйламағанда мине Илһам коридорҙа осратып кафеға сәй эсергә саҡырҙы. Бына – көтөлмәгән яңылыҡ! Башымдан йәшен тиҙлегендә үткән уй шул булды: “Нишләп мине, башҡа берәй сибәрерәкте түгел?!” Һылтауын табып тәүҙә ҡырҡа баш тарттым, егет ныҡыш булып сыҡҡас өсөнсө көнгә генә теләр-теләмәҫ ризалаштым. Киттек уҡыуҙарҙан һуң ятаҡтың эргәһендә урынлашҡан кафеға. Икебеҙ ике яҡтаныраҡ арауыҡ һаҡлап атлайбыҙ. Илһам кафыға ингәс пальтомды һалдырырға ярҙам итергә теләгәйне ситкә тартылдым: “Рәхмәт, мин үҙем...” Башҡа өҫтәлдәр артында матур, заманса кейенеп килгәндәр ултыра, үҙҙәрен килешле, тәрбиәле тоталар, һөйләшеүҙәре лә икенсе. Ә минең өҫтөмдә теге күлдәк. Эсемдән үртәләм: “Ошо кейемдәр минең тәнемә һылашып ҡатҡандармы ик-ән әллә? Их, аҡсам ғына юҡ шул, кейенер инем мин дә башҡалар ише, килештереп...” Кә-йефем юҡ, алдыбыҙға официант килтергән кофе ла хәл-торошома ярашлы һалҡын, тәмһеҙ һымаҡ. Ә эргәмдәге егетем миңә һөйөү тулы күҙҙәре менән яратып төбәлгән. Ошо беҙҙең тәүге осрашыуҙы йыш ҡына хәтеремә төшөрәм. Хәҙер матур кейемдәр кейеп йөрөһәм дә шул кейемһеҙ бәхетле саҡтарымды һағынам...

Илһамым исеменә ярашлы илһамлы кеше ине, һәр тотонғанын матурлап, ян-тирәһен йәмләп йәшәне. Йәшәне, тип әйтергә телем дә әйләнмәй. Ул киндергә майлы буяуҙар яғып икебеҙҙең һыйынышып ултырған картинаны яҙып түрбашҡа элеп ҡуйҙы. Картина бик матур килеп сыҡһа ла үлгән кешеләргә һәйкәл ҡалҡытыуға оҡшатып иремдең был эшен күңелемдән ҡабул итмәнем. Уны юғалтыу ҡайғыһынан түшәккә ятҡайным, эсемдең аҫҡы өлөшө бимазаларға тотондо, бөйөр өйәнәге йыш ҡабатланып торғанлыҡтан ауырт-ыуға башта иғтибар бирмәнем, үтер әле тинем. Түҙер әмәлем ҡалмағас ҡына үҙебеҙҙәге фельдшерға мөрәжәғәт иттем. Ул кисекмәҫтән “тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртып бында оҙатты. Хәҙер ойоп китһәм гел бер үк төштө күрәм, Илһамым мине гел үҙенең янына са-ҡыра. Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер...

- Бөтәһе лә һәйбәт тамамланыр, һәр кеше лә сырхап китә инде ул, ә һуңынан сәләмәтләнә.

- Үҙ хәлемде үҙем белгәнгә генә әйтеүем. Маңлайға яҙған яҙмыштан ҡасырмын, тимә, ни булһа ла булыр, шуға тынысмын.

- Күңелегеҙ теләгән, йәнегеҙ ятҡан берәй аҙыҡты килтерәйемме әллә?

- Температурам төшмәгәс өҙлөкһөҙ һыу ғына эскем килә, врачтар ярамай, тип уны ла тыйҙылар. – Үрелеп стакандан һыу уртлап ирендәрен сылата. – Бына һеҙ минең янымдан сыҡмайһығыҙ, ә беҙ һинең менән таныштар ҙа түгел хатта.

       Исемемде әйттем дә дауам иттем:

- Бында стажировка үтәм, практикам тамамлана ла инде, тиҙҙән ҡайтырға.

- Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа имен-аман ғына йәшәгеҙ берүк. Һөнәрегеҙгә килгәндә һеҙ уны дөрөҫ һайлағанһығыҙ, миһырбанлы кешегә оҡшағанһығыҙ, врач иң элек дарыуҙар, бысаҡ менән түгел йылы ҡараш, яҡшы һүҙ менән дауалай. Бер нимә кәрәкмәй, тиһәм дә, теләгем юҡ түгел...

- Һорағыҙ, бәлки үтәй алырмын?

 

Автор:Хайдар Тапаков