Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
29 Март , 08:23

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта!                                       

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

    Инәй сал сәстәрен ҡаҡ һөйәк бармаҡтары менән аралап ебәрҙе:

     - Күңел, тигәнең күккә яҡын, тел тигәнең йырға тартым. Ҡыҙ саҡтан “Ғилмияза”ны яраттым. Көйләгәнең яҙмышҡа ятҡандай тормошоңа юш килә ҡайһы саҡ. – Ул ҡайнар сәй менән ирендәрен сылатып алғас, йырлап та бәрҙе:

                                            Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,

                                            Урал тауы буйлап көн битләп.

                                            Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,

                                            Аяҡтарым талһа, имгәкләп...

   Тамаҡ төбөнән саҡ ишетерлек кенә булып һығылып, һыҙылып сыҡһа ла Зәғифә инәйҙең ипле тауышы үтә лә моңло, әһаңлы ине. Ул уның тоҙ төҫөнә ингән күҙ төптәренә һағыш, һағыныу эҙҙәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡһа ла, тотош өй эсен йәмләп, нурландырып, ҡотландырып ебәрҙе. Йыр иртәнге бала-ҡояштың күңел түрен тирбәтеп, тирбәлдереп алғандыр, һис шикһеҙ алғандыр, шулай булмаһа, берҙән-бер тәҙрәнән көләс йөҙөн күрһәтеп йылмайып баҡмаҫ ине. Йырлаусыларҙың да төрлөһө була, бәғзеләр кәрәк булған өсөн тейешлекте үтәп кенә көй һуҙалар, ә ҡайһы берәүҙәр күңеленә, йәненә һыймағанды ян-тирәһенә тарата, теләп, яратып тарата. Һуңғыһы инде беҙ йәшәгән донъяны матурлай, йәнде иркәләй, бөләңгерт тормошто йәмле, мәғәнәле итә.

     Бер аҙ тын ултырғас ҡыймай ғына һорорға иттем:

     - Инәй, һин сығышың менән Урыҫбайҙан шикелле, әгәр яңылышмаһам?

     - Шунан. Ҡайтмағаныма ни ғүмер! Әммә өмөттө өҙгәнем юҡ әле, бер ҡайтып урарға йыйынып көн һайын аяҡтарымды нығытам. Сәфәргә сәхәрҙә йәйәүләп сығып бер һыуһын атлаһаң тиҙ арала Ашҡаҙарға барып етергә мөмкин, иртәгеһенә Ҡаҙыршаға, ары, билде һыға быуып тырышһаң Ғәлиәхмәттең үҙенә артылдым, тигән һүҙ. Теге яғына, тау аҫтына тәгәрләһәң дә Урыҫбайға бараһың да төшәһең  у!

     Ҡайһылайтып кешенең уй-хыялын һүндермәк, емермәк кәрәк, ҡеүәтләп ебәрәм ыңғайы бер:

     - Һеҙҙең аҙымға яйлаһаң көн ярымда бараһың да етәһең инде!

     Хәлен самалаған инәй шик белдереңкерәй:

     - Көн ярымда уҡ етеп бумаҫ, ике көн тирәһе, шай.

    Уйға батыңҡырап ултыра инек, инәй бер аҙ теремекләнә төштө:

     - Әллә улым, һин дә йырлаштырып алаһыңмы?

     - Әлләсе, ҡабалан барыр ерем бар...

     - Һис ҡасан ашыҡма, ашыҡҡан етмәҫ, бойорған етер, тигән Аллаһы Тәғәлә!

     - Иртә таңдан ауыҙ күтәреп йырлап ултырыу килешер микән?

     - Килешмәй тағы, һин миндә һыйы һығылған табында ҡунаҡта утыраһың да баһа!

     - Боронғо йырҙарҙы белмәйем бит әле...

     - Ә һин хәҙергене көйлә, йәнеңдә ятҡанды, күңелеңде тирбәткәнде һайлап, йырҙың йыртығы юҡ.

          Ҡайһылайтып оло кешенең һүҙен йығаһың? Күмәгәйе тупайған тамағымды ҡырып алғас торна муйынымды юғарыға һоноп, сәгер күҙҙәремде ҡыҫа төшөп, аллы-гөллө тауышланып йырлап та ебәрҙем:

                                    Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,

                                    Хәтерҙә бормалы һыу юлы.

                                    Онотолмай беренсе саф мөхәббәт.

                                    Онотолмай Ағиҙел һылыуы...

     - Бына бит ҡайһылай килешле! – Инәй минең семтем дә моң әҫәре сағылмаған йырымды маҡтап алған булды ла, ары дауам итте. – Бар ул ер йөҙөндә мәхәппәт, бар, ул бумаһа гөлдәр, ҡыуаҡтар сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!

Институтта әҙәби осрашыу мәлендә бер ҡыҙ миңә һорау бирҙе:

     - Ерҙә мөхәббәт барлығын нимә менән иҫбат итә алаһығыҙ?

    Күпте күргән, күпте кисергән аҡыллы кешеләй яуап ҡайтарған булдым шул саҡ:

     - Мөхәббәт булмаһа гөлдәр сәскә атмаҫ, ҡоштар һайрамаҫ ине!

   Инәй хәтирәләрен яңырта:

     - Йәш саҡта миңә бер егет ғашиҡ булды бит, уйламағанда-көтмәгәндә!

     - Бына ишетмәһәң ишет!

     - Күрмәһәң – күр, тип тә өҫтәп ебәргән бу!

     - Тегене әйтәм, күрмәлекле булғандыр!

     - Һыу һөлөгө ише, ул буй-һын тиһеңме, ул төҫ-баш тиһеңме, торғаны алпамыша!

     - Була бит донъяла ташҡа баҫылған кәртинкәләй ыҫбай кешеләр! – Инәйҙең һиҙгер ҡарашынан тартынғандай һонтор, йоҡа кәүҙәмде ҡабарта биреп турыландырам, яҫы маңлайымды, асҡалаҡ йөҙөмдө һыпырам.

     - Кәртинкә, тигән булаһың, ҡайтыш нимә менән сағыштырып, ул һыбайлы атынан төшөп байҡарлыҡ, йәйәүле ятып ҡаралыҡ уҙаман ине; башында ҡама кәпәс, өҫтөндә бил тирәһе һоро төҫтәге билдек менән уралған ҡанатлы ҡыҙыл бишмәт, гәләфи салбар, аяғында хром итектәр, итектәре баҫҡан һайын шығыр-шығыр килә. Ауылға килеп инеп, атынан һикереп төшөүе була уны шундуҡ бала-саға уратып та ала: “Еҙнәй, тупайған кеҫәләреңдәге кәнфит менән һыйла әле?” “Кәнфит түгел бит ул, гәләфи!” “Гәләфи булһа ла ашайбыҙ!” тиҙәр тегеләр. – Зәғифә ҡарсыҡ үҙе уйлап сығарған хәл-ваҡиғанан ҡыҙыҡ табып кеткелдәп көлөп ебәрә.

     - Бигерәк кәттә булған икән дә баһа ул егет!

     - Кәттәнән былайыраҡ, ә мин һайланып уны күҙгә элмәгән булдым, алйот!

     - Зерә лә хата эш эшләгәнһең, инәй!

     - Әйтмә лә, бына бөгөн балда-майҙа йөҙөп, рәхәтлеккә кинәнеп кенә йәшәр инем.

     - Теге егетте әйтәм, һине күҙләргә ҡасан килә торғайны?

     - Ҡасан тип ни, иртәһен дә кисен дә, күрше ауылдан ине бит у!

     - Нимә менән йөрөнө?

     - У саҡта тихника, тигәнең юҡ ине бит, һыбай, билдәле, һыбайлыға ҡайҙа ла юл.

     - Аты...

     - Аты, тимә, толпары, тиң!

     - Эйе, толпары шәп булғандыр?

     - Эйәргә ҡушарлап һағып йөрөмәгәс уның шәплеген этем белһен, иллә төҫө шәп ине, әллә ҡайҙан йылҡылдап күренә ине.

     - Күк инеме әллә?

     - Күк-буҙ!

     - Күк күҙҙе тишеп бара, буҙ инде төҫтө күпкә тыйнаҡландыра! – тип әкиәтте элеп алған булам.

   Ғәйепләп әйтмәйем, ҡатын-ҡыҙҙың булмышын бик тырышһаң да үҙгәртеү мөмкин түгел, ғаиләле булһа ла, балалар үҫтерһә лә, ул һәр саҡ, хатта ҡартайғансы, күк атҡа атланған принцтың көтмәгәндә килеп инерен көтөп, уның ҡасан да булһа шулай булырына зар-интизар булып йәшәй. Кемде генә алма, һәр саҡ хыялына батып, матур, яҡшы, яҡты көндәрҙең килеренә ышана. Яҡты маяҡтай ышаныс алға әйҙәй тереклекте.

    Кеше көнлө Зәғифә инәй ҙә тыуған төйәгенә бер ҡайтып әйләнергә йыйынып, аяҡтарын нығытып көн итте, йәнә теге күк-буҙ толпарға атланған йәшлек мөхәббәтенең уны эҙләп табырына инанды.

    Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта!

                                      

                                       

 

 

Автор:Хайдар Тапаков