Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Март , 10:04

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

 - Ер аяғы ер башынан килгән күстәнәс сәйҙең зәхмәте зәһәр икән дә баһа, баштарым зыр әйләнеп китте, хатта! – Былай булғас хәл белеү оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Күренеүенсә, инәйҙең көйләп алырға, йырлап ебәрергә яйы.

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы. Хәйҙәр Тапаҡов.

      Күп тапҡырҙар яҙһам да, ҡабат-ҡабат ҡабатланған ерҙәре бер аҙ ҡайтышланһа ла әйтер һүҙем Зәғифә инәй хаҡында. Ул беҙгә күрше булып, урам аша аласыҡтай ғына һалам ҡыйыҡлы өйөндә йәшәне. Бөгөн ҡалай ҡыйыҡлы, рәшәткә тәҙрәле кирбестән һалынған, ян-тирәһе бейек ҡойма менән уратылған ике-өс ҡатлы коттедждар бермә-бер ишәйгән осорҙа, әллә нишләп, һаман да булһа, һалам ҡыйыҡлы, уҫаҡ бүрәнәләрҙән һалынған, аҡбалсыҡ менән аҡланған бикһеҙ ауыл өйҙәрен һағынам, ишек тотҡалары алтынға мансылған бейек һарайҙар батшаларға тәғәйен, ә минең йәнемә иһә ана шул танһыҡ аҡлыҡ, сафлыҡ, етмәне, һәм әлеге көндә лә етмәй. Тыумыштан һуҡыр ине инәй, сығышы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылынан, тик беҙгә ниндәйерәк урау юлдар менән килеп эләккәндер, төшкәндер, уныһын инде, бер Хоҙай белә, һәр хәлдә мин иҫ белгәндә ул беҙгә ҡырҡ ҡор-шау быялалы тәҙрә өлгөләрен терәп, йүнәлтеп ҡарап йәшәй ине инде. Һуҡырлығын иҫәпкә алмағанда төҫкә-башҡа башҡа ауыл әбейҙәренән бер яғы менән дә айырылмағайны ул: тәбәнәк буй, йоҡа кәүҙә, таралып күренгән ап-аҡ сәстәр, йыйырсыҡтар менән сыбарланған ирәбе йөҙ. Миңә ҡалһа уны Леонардо Да Винчиның донъяла киң билдәле Моно Лизаһына оҡшата инем. Әллә көндә күреп йөрөп күҙ өйрәнеп киткәнгәме, әллә икенсе сәбәпме, Зәғифә инәй ете диңгеҙ аръяғындағы Лизаға ҡарағанда матурыраҡ та, һылыуыраҡ та, һөйкөмлөрәк тә ине шикелле. Бер ҡатлыраҡ ихлас ҡылыҡһырлауым арттырыу ҙа шаштырыу ҙа түгел. Уның тәү ҡарашҡа сәйер иҫәпләнгән ике ғәҙәте ныҡ хәтерҙә ҡалған; көн яҡтыһын сырамытып күрмәһә (ошо килеш тә үҙен күҙлеләрҙән былайыраҡҡа иҫәпләне) лә, иртә таңдан, шунан ҡараңғы төшөп төн уртаһы ауғансы өйөндә утын ҡабыҙа һәм иртә яҙҙан ҡара көҙ еткәнсе, ҡояш сығып байығанға ҡәҙәр өйөнөң стеналарын һәрмәп ҡуңалтаҡ өйөн зыр-түңәрәк уратып, әйлән-бәйлән әйләнгеләп йөрөй. Өйө уратаһы таҡырланып бөткән берләм һуҡмаҡ менән ҡайылғайны, балдаҡҡа алынғайны. Ҡарсыҡтың өйөндә ут тоҡаныуы була әсәйем былай ти: “Ана, инәйең ҡара таңдан уянып үҙенә ҡунаҡтар саҡыра ла башланы, тағы уның тәҙрәһендәге уттар урам юлын яҡшы яҡтырта, ҡараңғыла үткән-һүткәнгә абынмай үтеп китеү өсөн ҡулай!” Шул ҡылығы менән инәй башҡаларҙың барыр юлын яҡтыртып, ҡараңғыны ҡасырып йәшәне. Тағы шуны өҫтәп әйтмәксемен, Зәғифә инәй маңлай күҙе менән түгел, иң әүәл күңел күҙе менән күрҙе һәм ҡабул итте әйләнә-тирәһен. Күңел күҙе инде үҙ сиратында маңлай соҡорҙарына батҡандарға ҡарағанда үткерерәк тә, төпкөрөрәк тә, хислерәк тә. Уны тотош ауыл халҡы ҡараны, ауырһынмайынса теләп ҡараны, унан ҡалһа аҙна һайын мәктәптән эт өйөрөләй тимур командаһы килә. Ир-ат ҡырҙан утын килтереп бысып-ярып өйҙө йыл әйләнәһенә йылы тотһа, кәрәккәндә йортто, таҡта солансаны, инер-сығыр тупһа тирәһен һипләһә, ҡатын-ҡыҙ иһә кейем-һалым, түшәнер-яҫтаныр, ҡабым ризыҡ хәстәрләне, ҡайғыртты, иҙәнгә ҡый-һай, тәҙрә төбөнә, түшәмгә саң ҡундырманы. Кеше-кешене яратмағанда, мөрхәтһенмәгәндә, күңелдәре тарыҡҡанда, көнитмештең аҫты-өҫкә килеп боларғанда, Зәғифә инәй ише артыҡтар, кеше көнлөләр бөгөн йәшәй алмаҫтар ине, билләһи, йәшәй алмаҫтар ине. Булмаҫтайҙы һөйләмәйем, ысынында шул.

   Бер көн әсәйем яулыҡҡа ашанты төйнәгәйне, инәйҙең хәлен белергә, тип боролдом. Уйым – оҙаҡ тотҡарланмай ғына инеү ҙә, ҡулымдағын ҡалдырып сығыу, әсәйемдән өлкән кеше менән һүҙем, хәбәрем берекмәҫе көн кеүек асыҡ. Өй эсе яҡты, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Аҡ ҡорғандары ян-яҡҡа тартылған тәҙрә төбөндә тамсы гөлө тамылйып сәскә ата. Һығылдырып һый теҙелгән урындығының түренә ҡәҙерле ҡунаҡтай ҡуҡырайып ҡунған инәй бер үҙе генә. Минең аяҡ тауыштарын ишетеү менән уның йөҙө йылмайыуҙан балҡып китте:

     - Бына бит, бәхетленең ҡунағы бер көндә, Хәйҙәр улым да килә ята, яңғыҙ тамағыма аш үтмәй аптыранып утыра инем әле, бик тә йәтеш килеп сыҡты, әйҙә, һыйла инәйеңде! – Инәй күҙленән ғәйре, һаҡ ҡолаҡ, аяҡ тауыштарынан кемдең килгәнен, кемдең ингәнен шундуҡ һиҙемләп ала һәм һис ҡасан яңылышмай. Тыбызыҡлағандай аяҡтарымды алмаш-тилмәшләгәс теләкһеҙ генә урындыҡ ҡырлауына һағып, һағайырға мәжбүр булдым. Урындыҡҡа йәйелгән ашаулыҡҡа ҙур ҡунаҡ саҡырғандағылай тәғәм теҙелгәйне; бер күнәк һыу һыйҙырмалы еҙ самауырҙың янына теленгән өй икмәге, әрсеп бешерелгән картуф, ватылған һыйыр майы, эремсекле май, яңы айыртылған ҡаймаҡ, бөрлөгән, ер еләге ҡайнатмалары, бетәү бешерелгән йомортҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә текә ханбикәгә, хөкөмдар батшабикәгә эләкмәҫ татлы-тәмле һый ҡуйылған.

     - Әхмәҙейҙең бисәһе Хәҙисә әпкилде быларҙы әле генә. Килтергәнен хәстәрләп

алдыма теҙҙе, мине ошонда мендереп утыртып ҡуйҙы ла, ҡабалан йомошом бар, тип ҡайтып та китте. – Зәғифә инәй алдына ҡуйылғандың ҡайҙан икәнлеген аңлатты, төшөндөрҙө.

     - Әсәйем тауыҡ һурпаһы, түтәрәм икмәк, йомарлам май, йәнә бер әсмүха камауай шәкәр, бер әсмуха һинд сәйе ебәрҙе!

     - Һе, улайға уҡ китһә, мин дә һурпаһыҙ, итһеҙ утырмайым шыпа, ә бына күгәрсен һөтөләй таптырмаған һинд сәйе ҡайҙан килеп юлыҡты һеҙгә?

     - Кейәүҙәге өлкән апайым Матрайҙа һатыусы булып эшләй бит. Шул ике әсмүха ебәргән, әсәйем береһен һеҙгә һалды!

     - Йәмиләнең ҡулы бигерәк балыуан шул, ә йомартҡа игелек икеләтә артып әйләнеп ҡайта! Мына бәрәкәт, бына рәхәт, мына рәхмәт, мынау сәйнүктәге грузин таҡта сәйен хәҙер үк ҡаҡ та шул ожмах һыйын мул итеп услап һалып әбәр! – Эш тапмаған эш тапҡан, тигәндәй, бынан тиҙ генә сығып ысҡынып булмаясағын тойомланым.

      Инәйҙең өҫтөндә эре сәскә биҙәкле, оҙон, иркен итәкле күлдәк.

     - Күлдәгегеҙҙе әйтәм, бигерәк матур, инәй!

     - Сағыу сәскә биҙәклене үҙ күрәм, теләгемә ярашлы, Әхмәҙулланың бисәһе Ғаҡиҙә тегеп кейҙерҙе, йә килешәме?! – Инәй ҡаҡ һөйәк яурындарын бейетеп ҡыйпаңланы. Ни хәл итмәк, ни ҡылмаҡ, ниндәй торошта ла, ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, сепрәк-сапраҡты оло байлыҡтай күрә.

     - Килешмәгән ҡайҙа, ауылда бындай күлдәклеләрҙең күренгәндәре юҡ әлегә!

     - Әйтмә лә, шулай икәнлеген бында утырып та беләм!

     Ҡаймаҡ туҡылған бер сынаяҡ һинд сәйен түңкәрәһенән һемергән ҡарсыҡтың йөҙө алһыуланып китте:

     - Ер аяғы ер башынан килгән күстәнәс сәйҙең зәхмәте зәһәр икән дә баһа, баштарым зыр әйләнеп китте, хатта! – Былай булғас хәл белеү оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Күренеүенсә, инәйҙең көйләп алырға, йырлап ебәрергә яйы. Ни булһа ла булыр, тип, ыңғайға һыпырам:

     - Был сәй башты ғына әйләндереп ҡалмай, телде лә сисә торған.

                                                                                          (Аҙағы бар.)

 

 

Автор:Хайдар Тапаков