Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Март , 10:05

Нисәгә тиклем һанай беләһегеҙ? (Юмористик хикәйә)

Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ математика фәнен ныҡлап өйрәнергә теләнем. Әммә ҡаты ергә иген шытмаҫ, ҡаҡһыған башҡа белем йоҡмаҫ тиҙәр бит. Тыуғанда уҡ ҡаҡшып тыуғанмын, күрәһең. Уҡытыусы апай:– Балалар! Тауыҡ һыңар тәпәйендә баҫып торғанда бер кило ауырлыҡта, ике тәпәйенә баҫһа, нисә кило була? – тип һорауын әйтеп тә өлгөрмәй, башҡалар уйлаған арала, мин, ҡулдарымды тиң күтәреп, яуап та ҡайтарам:– Теп-теүәл ике кило була, апай.– Дөрөҫ түгел. Тауыҡтың ауырлығы, ул һыңар аяҡта торһа ла, ике аяғына баҫһа ла, бер үлсәмдә була. Тимәк, бер килограмм, – тип төҙәтә уҡытыусы.Уҡытыусы апайыбыҙ үҙе лә йәп-йәш, төҫкә-биткә лә ҡыҙарып бешкән алма шикелле, бик сибәр. Көндөҙ беҙҙе уҡыта, кис етеү менән һыу буйына төшөп, унда әрменән ҡайтҡан Ғилметдин ағайға белем һабаҡтарын өйрәтә. Ул уға ҡушыу ғәмәлен төшөндөрә буғай. Ғилметдин ағайға ла математика ауыр бирелә күрәһең. Йылға буйындағы уйһыулыҡта ҡояшта ҡыҙынып ятыр өсөн ҡулайлы оло ялпаҡ таш бар. Ана шул таштың иңен-буйын тултырып “Алия+Ғилметдин” тип, бәке менән уйып яҙып бөткәндәр. Әпекәй бына! Балыҡ ҡармаҡлағанда үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.

Төндә лә уҡытҡас ни, уҡытыусы апайҙың дәрес биргәндә бик тә йоҡоһо килә. Ултырғысында ойоп китеп, башын өҫтәлгә һалып, әҙ генә булһа ла серем итеп алғылай. Әммә оҙаҡҡа түгел. Беҙ парта араһынан бер-беребеҙгә шаярышып осорған ҡағыҙ осҡостарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре апайҙың да башына осоп ҡунғылай.
Иҫенә килеп, әле бына мине баҫтырҙы:
-Йәле, яуап бир: ноль һаны таҡ һанмы, әллә йопмо?
Ике лә уйлап торманым, сөнки беләм:
– Юҡ, – тинем.
– Яуабың дөрөҫ, Фәнүр. Ноль – йоп һан. Ултыр, “дүртле” ҡуям, – тине уҡытыусы апай. Шул саҡ, ен алғырҙары, кластағы бөтә балалар, ҡолаҡ йыртып, хор менән быға ҡаршы төштөләр:
Апай! Фәнүр “йоп” һан тимәне, “юҡ” тип яуапланы.
Ауыҙҙарына һыу уртлап ултырһалар ни булыр ине, әләксе тоҡсайҙарына.
Һығымтаһы буларак, минең көндәлеккә бер ни белмәгәнлегемде аңлатып “берле” билдәһе сәпәлде.
– Тағы ла “таяҡ” тейәп ҡайттыңмы, малай аҡтығы! – тип, кисә генә атайым салбар ҡайышын ысҡындырып, арт һанымда “йәйғор балҡытҡайны”. Әле лә эҫеһе бөтмәгән. Бер төплө сара күрмәй булмай. Уйлай торғас, был бәләнән ҡотолоу ғилләһен уйлап таптым мин. Көндәлектәге “таяҡ”ты “дүртле” билдәһенә төҙәтеү еңел генә икән.
– Бына бит, тырышһаң, булдыраһың, – әсәй башымдан иркәләп, хатта ҡоймаҡ бешереп һыйланы.
Ошо тәртәгә һыймаҫтай алымдың миңә киномеханиктар курсына уҡырға ингәс тә кәрәге сыҡты.
Уҡыу йорто директоры ҡултамғалы ҡағыҙ тоттороп дөйөм ятаҡҡа урынлашырға ебәрҙе. Ҡулымдағы мөһөрлө ҡағыҙ менән танышҡас, комендант:
– Май ахырына тиклем ошо номерҙа йәшәрһең дә, аҙаҡ бүлмәне бушатырһың,-тине. Әйтеүен дөрөҫ әйтә ул, сөнки май аҙағында беҙҙең уҡыуҙар тамамлана. Тик бына... ҡала ҡыҙы менән танышып ятҡан сағым. Өйләнешер инек, йәшебеҙ етенкерәмәй. Юҡһа, квартираларына күсенеп, ҡала кейәүе булып та ҡуйыр инем, бәлки. Ун һигеҙ йәшем августа ғына тула шул. Ә минең башым бер эшләй башланымы, тирмән ташы кеүек дырылдап әйләнә. Бына шул дырылдап әйләнгән сағында коменданттың ҡылын сиртеп ҡарарға ниәт иттем:
– Миңә директор авгусҡа тиклем ошо ятаҡта йәшәргә рөхсәт бирҙе, – тимен. Ул ҡабат мөһөрлө яҙыуҙы әйләндергеләп ҡараны:
– Һин, нимә, әллә математиканы белмәйһеңме? – ти. –Бында рим һаны V яҙылған. Тимәк, биш ай, йәғни йылдың май айы бөткәнсе йәшәйһең. Әгәр V һанына тағы ла өҫтәп өс таяҡ ҡуйылған булһа – һигеҙ ай, йәғни сентябрга тиклем йәшәр инең,– ти, яҙыуҙы кире ҡулыма тоттороп. Диуана директор, рим телендә яҙғансы үҙебеҙҙең телдә яҙһа ни булған?!
Таяҡты әлептән айыра беләбеҙ уныһы. Дөйөм ятаҡта май ахырына тиклем йәшәнем дә, директор биргән теге яҙыуҙағы V һанына йәнә өс таяҡ өҫтәп ҡабат комендант эргәһенә индем. Хоҙайҙың амин тигән мәленә тура килдемме, ҡағыҙға күҙ генә һирпеп алды ла, йәшәй бир, тип, һөйөндөрөп сығарҙы. Бәрәкә алла, машалла. Бирәйем тиһә ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Әммә... Әх, ошо әммәһе булмаһа икән. Мин күҙ һалған ҡала ҡыҙы ноябрь айында ғына балиғ булып, ун һигеҙен тултыра икән. Әпәт теге бәләнән ҡотҡарғыс алымды ҡулланырға тура килә. Дөйөм ятаҡта август аҙағына тиклем йәшәгәс, тәүәкәлләп, директор биргән ҡағыҙҙағы V һаны эргәһендәге өҫтәгән өс таяҡҡа йәнә өс таяҡ өҫтәнем. Бөтәһе алты таяҡ булды хәҙер. Римдәрсә яҙғанда теп-теүәл ун бер ай сыға: VIIIIII. Яҙыуҙы күтәреп күтәренке күңел менән ятаҡ батшаһына йүнәлдем.

 – Миңә директор ноябрь айы бөткәнсе ошонда йәшәргә ризалыҡ бирҙе, – тимен. Ҡағыҙҙы ҡулына алғас, комендант, әйләндерҙе-тулғандырҙы, ят ҡапҡаға ҡараған һарыҡ шикелле бер миңә, бер яҙыуға ҡараны, әйтерһең тәү тапҡыр күреүе. Күҙҙәрен шарландырып:

 – Нәмә был? – ти.

 – Директор үҙ ҡулы менән тултырған мөһөрлө яҙыу, – мәйтәм. – Ана, таяҡтар күп унда... алтау. Етмәһә, тағы ла өҫтәрмен, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

 – Бына нәмә, ҡустым, – ти был. – Ун бер һаны улай яҙылмай. Ялған документ ҡулланғаның өсөн төрмә көтә бит үҙеңде. Башың иҫән саҡта хәҙер үк күҙемдән юғал!– ти, өҫтөмә ырлап. Ярай аяҡтарым етеҙ, саҡ ҡасып ҡотолдом.

 Әлеге ваҡиғаны, хәлемә инмәҫме тигән маҡсаттан сығып, ҡала ҡыҙына аңлатып ҡарағайным, әллә “барин”, әллә “баран” тип күҙҙәре менән быраулап уҫал ҡараны ла, танау осомда ишеген шап итеп ябып, эстән келәгә үк бикләп ҡуйҙы. Ниндәй күгәүен тешләгәндер үҙен, аңлай алманым. Шулай итеп, биштәремде арҡаға аҫтым да, ҡабат ауылыма ҡайтып киттем, кино күрһәтергә.

 Дөрөҫ әйтә икән Хәкимулла бабай, йөҙгә тиклем һанай белгәндәр ҡалаға барып урынлаша, унға тиклем һанай алғандары ауылда тороп ҡала тип. Ҡалһа ни, ауылға ни булған! Әле гөл-сәскәле тәбиғәт ҡосағында кистәрен ауылдаштарҙы бергә йыйып рәхәт сигеп кино күрһәтеп ятҡан сағым. “Кино киске 10да башлана” тип иғлан яҙып элеүем була, шундуҡ йүгерешеп килеп етәләр, рәхмәт яуғырҙары, сөнки мин римдәрсә түгел, үзебеҙҙең һандар менән аңлайышлы итеп яҙам бит!

КАМИЛ ФАЗЛЫЙ.

Автор: