Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Февраль , 20:15

МИНИСТР

Ауыл ерендә кеше бер-береһенә ҡушамат та­ғырға, аҙаҡ ҡуша­маты менән генә өндә­шергә оҫта инде. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙең ысын исеме лә онотола, ул үҙе лә ҡушаматына күнеп, өйрәнеп бөтә.

МИНИСТР
МИНИСТР

Ауылыбыҙҙағы бер инәйҙе ғүмере буйына “Министр” тип йөрөттөләр. Инәйебеҙ хатта шул ҡушаматы менән ғорурланып та ҡуя ине шикелле... Шулай булмай тағы, бындайын да оло исем һәр кемгә тәтемәй ҙә инде! Уны ул йәш кенә ҡыҙ сағында алған. Һуғыш осоронда, тракторҙар утын менән эшләгән мәлдә була был хәл. Колхоз, тракторҙарға яғыу өсөн махсус әҙерләнгән утынды, йәғ­ни чуркаларҙы, баҫыуға алып барырға тип, ат арбаһын ҡулай­лаштырып эш­ләтә. Арбаның алдында күсер өсөн айырым урын-ултырғыс та яһайҙар. Утынды баҫыуға ташыу эшен үҫмер генә ҡыҙ Мәстүрәгә йөкмәтәләр. Тәү­ге тапҡыр әҙер утынды арбаға тейәп китер алдынан инәйебеҙ тәғәйен урынға уңайлап менеп ултыра ла: “Бына ҡалай һәйбәт эшләгәндәр, рәхмәт яуғырҙары! Ултырам инде хәҙер ошонда министр кеүек, ҡупайып!” – тип оҫ­таларҙы маҡтай. Башҡа­ларҙың һәр һүҙен эләктереп алырға ғына торған бәғзеләргә был хәбәр етә ҡала – “министр” ҡу­шаматы инәйгә ғүмерлеккә йәбешә...
“Министр”лығына бер ҙә генә үпкәләмәне ул. Ҡушаматына бәй­ле мәрәкәләр ҙә булып алғылай торғайны... Мәктәп интернатында төнгө няня  булып эшләне. Әйткәндәй, инәйҙең ун­дағы мәҙәктәрен әле булһа иҫ­ләп, көлөшөп алабыҙ. Нишләп­тер интернат малайҙары инәй­ҙең эшкә килер мәлен көтөп, ҡаршы барып ала инек. Ҡа­раңғыла күҙҙәре насар күргән инәй, көсө бөтөп барған фонаригын быҙлатып, күренеү менән малайҙар кемуҙарҙан үсекләшә башлай: “Министр, министр без портфеля!” – тип әбейҙең бер алдына, бер артына сығып, интернатҡа килеп ингәненсә ҡаңғырталар. Бындай хаяһыҙ­лыҡҡа башта рыя ғына ҡараған инәйебеҙҙең дә сабырлығы һынды, ахыры, бер көн эшенән тура мәктәпкә барып, дирек­торыбыҙға зарланған. Билдәле, оло кешене шулай рәнйе­теү­ҙәренә директор битараф ҡала алмай бит инде: дәрес алдынан линейкаға йыйып, интернат малайҙарын ҡыҙған табаға баҫтырмаҡсы була. Бик шаян телле, мәрәкәсел кеше ине ул.
– Бөгөнгө линейкабыҙға ба­ры­ғыҙға ла таныш апай килде, – тип башланы ул һүҙен. – Уның интернат малайҙарына бер аҙ үпкәһе бар. Әйҙәгеҙ, Мәстүрә апай, үҙегеҙ әйтеп китегеҙ әле бөтә линейка алдында!
Инәйебеҙ етди генә ҡиәфәттә алғараҡ сығып баҫты ла, һөйләй башланы.
– Ошо тимата баллары менән эшләп, бөтөн нермым бөттө, ҡустым. Кис эшкә килергә ҡурҡып торам, әллә көтөп торалар инде, алды-артыма сығып, үсекләшергә тотоналар, тәр­типһеҙҙәр...
– Нимә тип үсекләйҙәр һуң, апай? Асыҡлабыраҡ һөйләгеҙ. – директор, әбейҙең ни әйтерен алдан белгәнгә, ихлас йылмайып ебәрә.
– Нимә  тиһендәр, “министр, министр, беспартийный министр”, тип һөрәнләйҙәр, холоҡ­һоҙҙар. Иллене үткәс, партияға инеп торайыммы ни мин? – инәй  асыулы төҫ менән һәр беребеҙгә һынаулы ҡарай.
– Ярай, партияға инәһеңме-юҡмы – үҙең беләһең, апай. Ә “министр” тигәндәре менән ризаһығыҙмы ни? – директор инәйгә үҙ һорауын бирергә ашыға.
– Булмаһамсы... бөтөн ауыл өсөн “министр”мын инде... Ныу, партияға инәһем юҡ, коммунист булмаһам да ҡартайҙым, шө­көр... – ошоно ғына көткән кеүек мәктәп залы уҡыусы­ларҙың һәм уҡытыусыларҙың дәррәү кө­лөүенә күмелә.
– Мәстүрә апай, малайҙар бит һеҙгә, беспартийный, тип түгел, ә, министр без портфеля, тип ҡысҡырған...
– Партфил тотоп йөрөйһөм генә ҡалған... үҙем саҡ килеп етәм үргә торо... Берәй сараһын күрегеҙ, ҡустым, түҙер әмәлем ҡалманы, нирмыларым бөттө хатта... – әллә башҡаларҙың үҙенән көлөүенән риза булмай, әллә башҡа сәбәп менән, инәйебеҙ ҡырт боролоп, ишеккә табан юрғалай, уның үҙ алдына бурылдағаны ғына ишетелеп ҡала... – Уҡытыусыларығыҙҙы әй­тер инем... йыйын шалапай­ҙарға ҡушылып ауыҙ йыралар...
Эс тырнап көлөрлөк мәҙәк­тәре күп ул инәйҙең... Хәбәрҙе бер аҙ арттырып, ҡуйыртып, алдаңҡырап һөйләргә яратыуы ла булышлыҡ иткәндер инде быға. Һәр хәлдә, интернат балалары төнгө няня булып эшләгән инәйҙәрен ҡыҙыҡ итергә әҙер генә торҙо. Бер шулай, балалар йоҡларға ятып, тәрбиәселәр ҡайтып киткәс, инәйҙе алдарға булдыҡ. Сәғәт төнгө ун икеләр тирәһендә иҙәнгә һуғабыҙ, күрше бүлмәлә ятҡан ҡыҙҙар “илашҡан”, ҡысҡырышҡан була, йәнәһе, иҙән аҫтында әллә кемдәр йөрөй... Һаҡ ҡына баҫып, Мәстүрә инәй ҡыҙҙар янына килә: “Ҡурҡмағыҙ, ҡыҙҙар, мин эргәгеҙҙә торам бит...” Беҙ үҙе­беҙҙең яҡтың иҙәнен тағы ту­ҡылдатабыҙ, инәй шым ғына беҙҙең яҡҡа сыға. Был мәлдә ҡыҙҙар үҙҙәренең иҙәнен ту­ҡылдата. “Төртөңгөрҙәр... әллә ҡайҙан беләләр минең ҡайҙа йөрөгәнде?”... Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. “Ҡыҙҙар, мин тышҡа сығып ҡарап инә­йем әле, ауыл ышпаналарының эшелер был...” – инәй, кейенеп, тышҡа сыға. Бер аҙҙан ул кире инеп, хәбәр һала: 
– Ике-өс малай, нигеҙ буйына туңҡайып ятып алғандар ҙа, оҙо-о-он һайғау менән төрткө­ләйҙәр... Әрләп ебәрҙем ҡәһәр һуҡҡырҙарҙы...
– Алдама сәле, инәй, һин соланда ғына торҙоң бит, тышҡа сыҡманың... – ҡыҙҙар инәйҙе юрамал һөйләндерә.
– Аһ, тышҡа сығып барырға... әбей, тигәс тә, әбейҙең йөрәге юҡмы ни?! Тишектән ҡараным!
– Соландың ярығы юҡ та инде!
– Булмаһасы... Йә, ярай, кеше сыусытып, илашып ятмағыҙ, йоҡлағыҙ, давай! Былай ҙа башым ауыртып тора, миңә лә ял кәрәк... – инәйебеҙ һөйләнә-һөйләнә үҙ урынына йүнәлә. Тик балаларҙың шаяртыуы бының менән генә бөтмәй әле... берәй шилмаһы төн уртаһында бәҙрәфкә сығып килергә рөхсәт һорай.
– Уйнама, малай, тағы мине алдаһаң! Шулайтып сыҡҡан булаһығыҙ ҙа, юҡ-бар менән мине ҡурҡытаһығыҙ... Бар, тиҙ генә бул, буранда б... ҡыҫтаған тигән шикелле, бынан түбән теүәлит, тип ауыҙ асаһы булма! – Шулай һөйләнә-һуҡрана инәй ишекте асып, малайҙы тышҡа сығара ла үҙе әлеге лә баяғы орсоғона тотона. Уңарсы булмай янына бер ҡыҙ килеп ултыра.
– Инәй, мин йоҡлай алмайым... әллә әкиәт һөйләй­һегеҙме?
– Шулайтмаған бынауға... Төн уртаһында әкиәт һөйләп ултырыр өсөн килмәгәнмен мин бында...
– Әтеү йоҡо дарыуы бирегеҙ, сәпсим йоҡлап булмай ҙа инде...
Ҡыҙҙың хәбәре менән ал­бырғаған әбей тышҡа сығып киткән малай хаҡында бөтөн­ләй онота. Ул ғына ла түгел, тағы ла бер нисә малай шым ғына тышҡа сығып тая. Бер аҙҙан тәҙрә туҡылдаталар.
– Ете төн уртаһында кемеһе йөрөй тағы? – Ауыр кәүҙәһен көс­кә ҡуҙғатып, инәй тәҙрә янына килә. Насар күргән күҙҙәре менән ай яҡтыһындағы шәүләләргә ҡарап, иҫ-аҡылы китә үҙенең. – Тәүбә-тәүбә, ыстағәфирулла! Ҡыҙым, киләле бында – кем ул, таны­май­һыңмы?
– Уй, инәй, ен бит был... улай оҙон кеше булмай ҙа инде... Етмәһә, ап-аҡ кейемдә... Мин ҡурҡам, инәй, тиҙерәк баш­ҡаларҙы уята һалайыҡ! – Ҡыҙ ике ҡуллап, сатырҙатып әбейгә йәбешә.
– Алла, Алла... ҡолатаһың бит... – Белгән генә доғаларын ҡабатлай-ҡабатлай, инәй әлеге ҡыҙҙы һөйрәп, төпкө бүлмәлә ятҡан ҙур ҡыҙҙар яғына тән­терәкләй. – Ләхәүәллә! Ошо ауылда эш булмауы... Бер генә көн дә эшләмәҫ инем, әйтәгүр... Иртәгә үк директорға әйтәм дә, китәм. Таңым ғына имен атһын инде... Бынау интернат эргә­һендәге һаҙҙы эйәле тиҙәр шул, шуның ғына  ғәләмәте инде... Ыстағәфирулла, ыстағәфирулла!
– Инәй, әллә нимәләр һөй­ләмә инде, мин былай ҙа ҡурҡам!
– Шым! Аслан тауышыңды сығарма! – үҙе бер ни белмәй йоҡлап ятҡан ҡыҙҙы төрткөләй-төрткөләй шыбырҙай. – Тор әле, тор, уян! Ендәр баҫты интернатты!
– Нимә тиһең? – уны-быны аңламаған ҡыҙ йоҡо аралаш һөрәнләп, һорарға ашыға...
– Уй, Аллам, шул тиклем итеп һөрәнләмә! Ана бәләкәй ҡыҙҙы ҡурҡытаһың... Уят башҡа­ларыңды!
Ул арала тыштағы малайҙар сыр-сыу килеп эскә инә.
– Йә, Хоҙайым, үҙең генә арала инде! – Ҡото осҡан инәй, уятҡан ҡыҙының янына ултыра төшә лә, уны һығып ҡосаҡлай. – Ләхәүәллә ҡеүәтә... уй, хәте­рең­де әйтер инем... кәрәк мәлендә доғаһы  ла иҫкә төшмәй бит...
Йоҡоһо тамам осҡан ҡыҙ, ахырҙа, эштең нимәлә икән­ле­генә төшөнөп, малайҙар яғына сығып китә.
– Нимә кеше ҡурҡытып йөрөй­һөгөҙ, төн биреләре?! Ана, инәйҙең йөрәген яра яҙҙығыҙ... Марш карауаттарығыҙға! Иртәгә директорға үҙем ошаҡлайым, маңҡалар!
Малайҙарҙы тынысландырып ингән ҡыҙҙы һаман карауатта ултырған әбейебеҙ ҡыуанып ҡаршы ала.
– Рәхмәт кенә яуһын үҙеңә, ҡыҙым! Тик, ҡарале, был турала уҡытыусыларыңа һөйләп ҡуйма инде! Иртәгә килгәнемдә кән­фит-печеньелар алып килермен үҙеңә, йәме!
– Һеҙҙең ҡурҡҡанығыҙҙы бе­леп шаяралар бит улар... “Уҫал министр” тигән данығыҙ бар... әҙерәк ҡатыраҡ булығыҙ шу­ларға! Төндә балаларҙы һаҡлап ятаһығыҙ, имеш...
– Бөттө, ҡыҙым, бөттө! Йоҡла, бәпәйем! Әҙ генә бер нимә булһа, йөрәгем урынынан ҡуба шул минең... Баяғы бәләкәй ҡыҙ ҡайҙа булды?
– Уның дауна йоҡларға ятты, үҙҙәренең бүлмәһендә!
– Ҡайһы ике арала сығып киткән ул? Әллә ниндәй ендәр һөйләп, башымды бутаны ла, ҡата башындай булып... Ҡараң­ғыла йөҙөн дә абайламаным, исмаһам...
Инәйҙең “ен” тигәне тышҡа сыҡҡан малайҙарҙың бер-береһен елкәләренә ултыртып, аҡ простыня ябынып йөрөүе булыр...
...Башта, көңгөр-ҡаңғыр ки­леп,  әсәһе менән бергә йәшәгән Мәстүрә инәй ҡартлыҡ көнөндә бөтөнләй яңғыҙ ҡалды. Шулай ҙа башҡалар алдында байғош бу­лып ултырманы. Ирле ҡатындар менән ҡатарҙан малын да аҫыраны, баҡса тултырып үҙенә кәрәген сәсте, ҡыҫҡаһы, һин дә мин көн итте. 
Уҫал, уҫал, тиһәләр ҙә, Мәстүрә инәй киң күңелле, изге йәнле әбей булды үҙе. Совет осоронда совхоз бүлексәһе фер­маһында сепараторсы булып эш­ләгән йәшерәк сағында фер­ма өйөндә йәшәне ул. Үткер телле, ғәҙел ҡатындан бар малсы-һауынсылар шөрләй тор­ғайны. Үҙе юҡта көлөп һөй­лә­һәләр ҙә, инәй алдында барыһы ла уның ыңғайына һыпырҙы... Сөнки кешенең йөҙөнә бәреп, тураһын әйтергә яратты.
Уның тағы ла бер сәйер ҡылығы күҙ алдында – совхозға эшкә йөрөгәндә, байрамдарҙа ҡырҙа башҡалар менән бергә ултырмай торғайны. Үҙенә айырым ашъяулыҡ йәйеп, башҡа ашаны...
Һуңғы тапҡыр “министр” инәй менән дауаханала осраштыҡ. Мине танымаҫ, моғайын, тип  өндәшмәй генә янына барып ултырҙым.
– Аһ, ул нишләп һаулыҡ та һорашмайһың, балам? Һаумы, инәй, тиһәң ауыҙың ҡыйшаймаҫ бит...
– Әллә... Һеҙ танырмы икән, тигәйнем дә. Иҫән генә йөрөй­һөгөҙмө, инәй?
– Кит, кемде-кемде, ә һине танымай буламмы?! Интернат­тағы иң тәртипле, иң кеселекле бала булдың... Ишетеп ятам, матур ғына эшләп йөрөйһөң икән... Бәхетле генә бул! Бына, инәйең дә бер әҙерәк ремонтланып сығырға булды... Ә һин ауырыма, йәшһең бит әле, донъяның, ғүмереңдең ҡәҙерен белеп йәшә! Рәхмәт әсәйеңә, балларына матур тәрбиә биргән – барығыҙ ҙа кешегә иплеһегеҙ... 
Ошо осрашыуҙан һуң күп тә үтмәй, Мәстүрә инәйҙең вафатын ишеттем. Әммә уның үткер, һынамсыл ҡарашы, дәү кәүҙәһе әле лә күҙ алдында... Йәне йәннәттә булһын!

     Мотал РӘМОВ.

Фото: utyug.info

Автор: