Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
28 Ғинуар 2023, 13:35

Минең ямғыр. Хикәйә. Заһиҙә Мусина.

– Ләйсән ямғыры яуған мәлдә, миңә әсәйем сәләм әйтә! Ул күктән миңә ҡарап ултыра ла: “Ләйсән! Һаумы, ҡыҙым!” — ти.Мин тағы күккә ҡараным. Ләйсән апайҙың әсәһен бер күрергә ине. Ул унда юҡ ине. Ҡояш ҡына. Әсәһе Хоҙай олатай эргәһендә, ти Ләйсән апай. Мин уның аҫылынған икәнен дә беләм, атай әйтте. Тик Ләйсән апайҙың үҙенән һорағым килмәй. Илап ҡуйһа шунан?– Әсәй күренмәй унда, — тип көлөп ебәрҙе Ләйсән апай минең һауаға ҡарағанымды күреп. — Ул хәҙер күренмәҫ донъяла. Беҙ уны күрмәйбеҙ ҙә, ишетмәйбеҙ ҙә. Ул беҙҙе күрә лә, ишетә лә. Минең менән әсәй ошолай ямғыр аша ғына һөйләшә. Шуға ла тик Ләйсән ямғыры бар. Шуға ла минең ямғырым ул.

Минең ямғыр. Хикәйә. Заһиҙә Мусина.
Минең ямғыр. Хикәйә. Заһиҙә Мусина.
Автор:Гульдар Кадаева