Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар 2023, 10:30

ӘҒЗӘМ ҒӘҘЕЛБАЕВ ИЖАДЫ

Оло юлдан өсәү барабыҙМамыҡ кеүек йомшаҡ ҡар яуа,Ел дә иҫмәй ғәжәп саф һауа.Иркен һулап юлдан атлайым,Ә янымда —улым, атайым.Оло юлдан өсәү барабыҙ!Яңы ҡарҙа өс эҙ һалабыҙ.Улым ҡарҙа тәүге эҙ һалаШуғалырмы бигерәк шат бала.Атайым да ҡарҙа эҙ һала,Атайымдан сәйер эҙ ҡала.Эҙҙәр ҡала ике таяҡтан,Бер эҙ ҡала һыңар аяҡтан.Ҡарайым да уның эҙенә,Ҡарайым да уйсан йөҙөнә.Иҫкә алам ҡанлы йылдарҙы,Атай үткән данлы юлдарҙа.Ҡан дошманды илдән биҙҙереп,Бер аяғын яуҙа өҙҙөрөп,Ҡултыҡ таяғында ир бара—Йөрәгемдә тәрән эҙ ҡала.Бына бөгөн йомшаҡ ҡар яуа,Ел дә иҫмәй ғәжәп саф һауа.Ә янымда килә шат бала—Улым ап-аҡ ҡарға шатлана.Ҡарайым да уның эҙенә,Ҡарайым да нурлы йөҙөнәБулмаһын тип шундай заманаҠайғы күрһәтмәһен балаға.Хәҙергеләй булһын бары ла,Ап-аҡ ҡына булһын ҡары ла.Кеше гел саф һауа һулыһын,Дары-төтөн еҫе булмаһын.Ил ирҙәре яуға сапмаһын,Сабый йөҙөн ҡайғы япмаһын.Хөкөм һөрһөн ерҙә тыныслыҡ,Яу килмәһә, беҙҙә ҡылыс юҡ.  

ӘҒЗӘМ ҒӘҘЕЛБАЕВ ИЖАДЫ
ӘҒЗӘМ ҒӘҘЕЛБАЕВ ИЖАДЫ

Ғәҙелбаев Әғзәм Наурйән улы (1946-1990)
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуып, Шүлкә ауылында үҫеп буй еткергән Әғзәм—тотош республикаға билдәле Нәбиулла Ғәҙелбаевтың (Нәби сәсән) ейәне.
Бай хис-тойғо, шиғри күңел, тел байлығы менән бер рәттән оҫта һүрәт төшөрөү, күңелгә үтеп инерлек баянда уйнау, балыҡсы, һунарсы һәләте, балҡып торған ҡарашлы, матур буй-һын, әммә шул уҡ ваҡытта үкенесле яҙмыш яҙған була Әғзәм Ғәҙелбаевҡа.
Тыуған еренә, уның матур тәбиғәтенә, кешеләренә оло мөхәббәт йөрөткән Әғзәмдең һәр шиғыры тере урманды күҙ алдына баҫтыра.
Үҙе лә тәбиғәт балаһы булған шағирҙың күңеле тынғыһыҙ, йөрәге яланғас кеүек—тормоштоң һәр иҫкән еле яралаған уны, бәлки үҙенә аңлау ҙа тапмағандыр,ләкин ул тормошҡа зарланмай.
Урман тормошон, йәнлек-ҡоштарҙы бик яҡшы белгән шағир әҫәрҙәрендә тәбиғәтте тасуирлап ҡына ҡалмай, уның аша кеше тормошон да сағылдыра.
Әйткәндәй, Әғзәм Ғәҙелбаев бөгөн күптәргә билдә булған, йырсы, шағир Фәнис Сирбаевтың олатаһы (әсәһенең ағаһы).

Яңғыҙ япраҡ
Урын һайлап тирәк янында,
Балыҡ тотам Һаҡмар буйында.
Күҙем ҡалҡыуыста булһа ла
Балыҡ ҡына түгел уйымда.
Әле генә ошо тирәктән,
Көсһөҙ иҫеп ҡуйған елгә лә,
Өҙөлдө лә төштө бер япраҡ,
Һыуға төштө минең эргәлә.
Йөҙөп китте япраҡ бойһоноп,
Тулҡынланып аҡҡан шаршыға.
Белмәй меҫкен ҡабат ҡайтмаҫын—
Йөҙә алмай япраҡ ҡаршыға.
Йылға тулҡындары көслө шул—
Япраҡ йә ярҙарға ҡағыла,
Йәки оҙаҡ батып тора ла
Ҡалҡып сыҡҡан була тағы ла.
Күпме ағыр тиһең, һыу һеңһә,
Ауырайып төпкә батасаҡ.
Тирәк япраҡтары шаулашыр
Ә ул һыу төбөндә ятасаҡ.
...Балыҡ тотам Һаҡмар буйында,
Оло тирәк тора ҡаршымда.
Күҙем ҡалҡыуыста булһа ла
Бик буталсыҡ уйҙар башымда.
Яр башында үҫкән ҙур тирәк
Иргә терәк булған ил микән?
Ағып киткән яңғыҙ япраҡ
Илдән айырылған ир микән?
Ҡапыл ғына иҫеп ҡуйған ел
Тормоштағы хәтәр ел микән?
Яңғыҙ япраҡ—шуға бирешкән
Ихтыярһыҙ, көсһөҙ ир микән?

 

Тыуған яҡ
Был ниндәй яҡ? Ниндәй тылсымлы?
Әкиәтме, әллә ысынмы?
Ҡарағайҙар күккә тейгәндәр,
Ауыл өҫтөнә баш эйгәндәр.
Өс йылға тарата сихри йыр:
Шүлкә, «Әбей эскән», Йылайыр.
Ауыл эргәһендә кейеге,
Ҡарағайҙа уйнай тейене.
Уны аулай йыртҡыс һыуһары,
Бәрҙе менән тулы һыуҙары.
Ауыл тыным ҡояш батыуға
Етеҙ шәшке сыға ятыуға.
Төлкө сысҡансылай аҡланда
һуйыр уйнай таңдар атҡанда.
Көҙҙәр етеп, япраҡ ҡойолғас,
Һалҡын ҡыш килерҙәй тойолғас,
Көс һынаша ата мышылар,
Һынып бөтә нәҙек шыршылар.
Өң әҙерләй айыу, бурһыҡтар,
Бошонмай тик сыбар тумыртҡа.
Урман докторы көн итерлек
Ҡарағайҙа аҙыҡ етерлек.
Һомғол ҡарағайлы урманым—
Һыуыҡтарҙа бер ҡат юрғаным.
Эҫеләрҙә еләҫ булған ер,
Һинһеҙ күңел иләҫ булған ер.
Планетала фәҡәт берҙән-бер—
Был матур яҡ—минең тыуған ер.

Ямғыр болото
Илгиҙәр елгә әсиргә
Төшкәнме әллә болот?
Һыҡтап илап үтеп бара
Илай-илай уҙа болот
Иркен күк йөҙөн солғап.
Ел тотҡонон ҡыуып бара,
Йәшен-ҡылысын болғап.
Болотҡайҙың күҙ йәштәрен
Күк үлән эскән була.
Шау сәскә менән биҙәлеп,
Үрелеп үҫкән була.
Үкенмәҫ инем, әгәр ҙә
Ямғыр болото булһам,
Күк үлән шытып сығырлыҡ,
Йәшенләп яуып уҙһам.

 

 

Ташҡындан һуң
Көслө ямғыр! Күктә йәшен-уҡ!
Йөрәк шаша, башта аҡыл юҡ.
Йылға ташып, ярҙар күмелде,
Хис-тойғолар алды күңелде.
Ямғыр үтте, ҡояш асылды,
Хистәр һүнде, йөрәк баҫылды.
Йылға ярҙар менән сикләнде
Аҡыл элеп, йөрәк бикләнде.
Сабыр йөрәк нишләп ашҡынған—
Күләүектәр ҡалды ташҡындан.

 

Автобустағы уйҙар
Автобуста китеп барам,
Саҡырым-саҡырым үтеп барам.
Алыҫ булғас үтер арам,
Төрлө уйҙар һүтеп барам:
Айыуҙы беҙ йыртҡыс тибеҙ,
Бүрене мал йыҡҡыс тибеҙ.
Гел ҡан эсә яуыз тибеҙ,
Шуға ҡыҙыл ауыҙ тибеҙ.
Автобуста барам. Еләм,
Төрлө уйҙар уйлап киләм.
Минең янда—һылыу ҡатын,
Байҡап алам да өҫ-башын
Ҡапыл тәрән уйға ҡалам:
(Гонаһтарҙан ҡотҡар Аллам!)
Уй, кеше лә йыртҡыс икән,
Бөтәһен дә йыҡҡыс икән.
Кәзәләрҙе тотоп алып,
Тояҡтарын бәйләп һалып,
Тырнап-тарап, шар үкертеп,
Ябына бит шәл күпертеп.
Кроликтарҙы ҡыҙыҡ итеп,
(Яп-яланғас, ҡыҙыл итеп),
Йөнөн йолҡоп, яйын шәйләп
Кәпәс-фәлән кейә бәйләп.
Һыуһар, төлкө, бүреләрҙең
Шытырҙатып тиреләрен
Һыҙырабыҙ—һөнәр күреп
Тегер өсөн тун, йә бүрек.
Салабыҙ ҡаҙ, ат, һыйырҙы
(Меҫкендәр белмәй һуйырҙы)
Йәшәйҙәр ни нужам бар тип,
Бына тигән хужам бар тип.
Автобуста китеп барам,
Пассажирҙарға күҙ һалам:
Бесәй кәпәс, шәшке яға,
Эттән унты... Ә бер ағай
Кейеп алған айыу туны.
Күреп ҡалғас, ана шуны
Кәйеф китте, күңел тула
Шик юҡ—кеше йыртҡыс була.
Айыуҙарҙан, бүреләрҙән
Әҙәм уҫал булып сыға.
Кеше тиреһе ябынған
Айыуҙар юҡ ана шуға.
...Бәрәс яға, һарыҡ яға,
Кейеп мин дә китеп барам.
Төрлө уйҙар һүтеп барам,
Ауылыма етеп барам.

 

Автор:Резеда Валиева