АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар 2023, 20:10

ӘСӘЙ

Мәзүнә өс балаһын яңғыҙы үҫтерҙе. Ирен һуғышҡан өсөн ултыртҡайнылар. Унан сыҡты, кире ултырҙы. Тағы сыҡты, тағы ултырттылар... Шулай итеп көнө лә бөттө. Мәзүнә балаларын кәм-хур итмәй аяҡҡа баҫтырҙы. Мәктәптә ашнаҡсы булды ул. Һауыт-һаба, иҙән йыуыу эшен дә үҙе иңенә алды. Өс балаһын яңғыҙ үҫтереү анһатмы ни? Нисек кенә ауыр булһа ла зарланманы.

ӘСӘЙ
ӘСӘЙ

Мәзүнә өс балаһын яңғыҙы үҫтерҙе. Ирен һуғышҡан өсөн ултыртҡайнылар. Унан сыҡты, кире ултырҙы. Тағы сыҡты, тағы ултырттылар... Шулай итеп көнө лә бөттө. Мәзүнә балаларын кәм-хур итмәй аяҡҡа баҫтырҙы. Мәктәптә ашнаҡсы булды ул. Посуда йыуыу, иҙән йыуыу эшен дә үҙе иңенә алды. Өс балаһын яңғыҙ үҫтереү анһатмы ни? Нисек кенә ауыр булһа ла зарланманы.

Балалары ҙурайып, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Оло улы Себер тарафтарында төпләнде, ҡыҙы Мәскәүгә сығып китте. Кесе улы ауылда ҡалды, айырым йәшәне. Тик килене менән оҙаҡ торманылар, айырылдылар. Улы эскегә һалышты.

Бер көн Мәзүнә әбей ҡапҡа янында тапаным торғанда күршеһе Сания хәбәр ҡушты:

—Мәзүнә инәй, һаумыһығыҙ, бик оҙаҡ күренмәнегеҙ, әллә сырхап киттегеҙме?

—Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел инде, аяҡтарым ауырта.

—Әйҙә, миңә төшкө сәйгә инегеҙ. Мәктәптә һеҙ беҙҙе бик тәмле итеп ашата инегеҙ, мин дә һеҙҙе һыйлайым әле.

Мәзүнә әбей ҡыуанып ризалашты. Өҫтәл артында һүҙгә-һүҙ ялғанып китте.

—Инәй, һеҙ бик ныҡ ябығып киткәнһегеҙ.

—Ҡартаям инде...

—Өлкән улығыҙ менән ҡыҙығыҙ ҡайтҡаны ла юҡмы? Күренмәйҙәр.

—Юҡ, бигерәк йыраҡта йәшәйҙәр бит. Һәр кемдең үҙ проблемаһы.

—Ә Айратығыҙ? Килеп хәлегеҙҙе белеп торамы?

—Продукты алып килеп ҡалдырып китә.

—Ул эшләйме һуң бер ҡайҙа?

—Юҡ шул, эскегә ныҡ бирелде бит... Минең пенсиямды тотона, үҙенә ала.

—Нисек?

—Ҡуй һөйләмәйем. Хәҙер хәбәр таралыр, әрләй ул мине... Рәхмәт, Сания, бик тәмле булды, мин ҡайтайым инде.

Был хәбәрҙән һуң, Сания ни булһа ла булыр тип, Айратты табып әрләне. Уныһы:

—Нимә шул ҡарсыҡҡа ышанаһыңмы? Ҡыйығы китеп бара, яңылышып хәбәр һөйләй. Мин уның пенсияһының тиненә лә тейгәнем юҡ. Үҙемдең аҡсам етерлек. Ана, кемгәлер утын ярам, ағас тейәшәм, малын ҡарашам... Үҙемде аҫрарлыҡ табып торам...

Сания Айратты әрләүҙән файҙа булмаҫын белеп, Мәзүнә әбейҙең ҡыҙы Айгөлдөң телефон номерын тапты.

—Әсәйең бик ябыҡҡан. Айрат уның бөтә пенсияһын үҙе тотона. Ниңә ҡайтып хәлен белмәйһегеҙ?—тип ҡаты өндәште Сания.

—Көн дә шылтыратып торам. Өндәшмәй ҙә һуң. Барыһы ла яҡшы ти гел,—тине телефондың теге осонан Айгөл.

Ошо һөйләшеүҙән күп тә үтмәй Айгөл ҡайтып төштө. Ул әсәһенең өйөнә инеү менән артынса кәстрүл тотоп Айрат килеп инде. Унда картуф һәм лапшанан торған аш ине.

—Ҡайҙа ите?

—Әсәй ит ашамай барыбер.

—Ошо ашлыһыуыңды үҙең аша, йәме?

Айрат менән Айгөл араһында янъял сыҡты. Айрат туҙынып сығып китте.

—Әсәй, ғәфү ит, оҙаҡ ҡайтманым. Мин һине бында ҡалдырмайым. Үҙем менән алып китәм.

—Айрат ни эшләр? Астан үлә бит...

—Әсәй, Айратҡа 10 йәш түгел, хатта 20 лә, 30 ҙа түгел. Ҡулы, аяғы бар... Ашаттың, тәрбиәләнең, үҫтерҙең...Һинең бурыс күптән төшкән, әсәй. Алып китәм һине! Йыйын. Ә мин күрше Сания апайға инеп рәхмәт әйтеп сығам...

Автор:Резеда Валиева