АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар 2023, 14:05

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)

 - Йомошоң ҙурҙан икән дә баһа! - Зөбилә еңгә ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ ян-дырып көлөп ебәрҙе. - Һис һүҙһеҙ еренә еткереп үтәрбеҙ уны. Матур итеп йырла, штубы! Мин дә һиңә ҡушылып көйләп ултырырмын! - Лыҡы фиғелле, уның уйыны-ысыны ла гел бергә йөрөй, ҡасан шаяртҡанын, ҡасан етди һөйләгәнен бар, аңғарып ҡара. Шулай ҙа эскә йылы йүгерҙе, еңгә ҡушылғас, бирешмәҫбеҙ.  

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)
Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)

        - Апай, миңә иң әүәл үткелеккә сығып элгестәге бишмәтемде, кәпәсемде алып инеп кейергә кәрәк.

        - Уныһы нимәгә тағы?

        - Һуң шайморатовсылар дивизияһын сасҡау һыуыҡтар төшкәс, ҡара көҙҙә ойошторғандар, әҙерләгәндәр ҙа баһа!

        - Дөрөҫ әйттең, тарихты беләһең, быныһы һәйбәт, әммә йылы кейенеп ҡуҫтарланыуың артыҡ.

        - Шыпа ла артыҡ түгел! Бөтөн эшләгән, һөйләгән нимә ысынбарлыҡҡа тап килеп торорға тейеш, шул сағында ғына ул ышандыра.

    Булаттың аптыратҡыс тамашаһынан, минең урынһыҙ кәмиттән аңҡы-тиң-кегә ҡалған уҡытыусы, теләһә ни ҡыл, тигәндәй, тамам битарафлыҡҡа бирелеп ҡу-лын һелтәне:

       - Ҡаҙалып ҡына кит!

       - Э-э-э, ҡайҙа ҡаҙалырға, ҡасан?

       - Кейенеп инәм, тинең дәһә, бар, һәләтлә!

Апайыбыҙ рөхсәтен биргәс урын-еренә еткерҙем, булғас булһын, тип Илфаттың табанлы быймаларын һалдырып кейҙем, Әғзәмдең һиҙерәп урын-урыны менән тишелгән, төгө ҡасҡан дебет шарфын балта һабылай арыҡ муйыныма урап алдым, әсе елдән һаҡланырға теләгәндәй ҡырма кәпәсемдең ҡолаҡсындарын төшөрөп бәйләнем, ҡырҡ ямау бейәләйҙәремде кейҙем.

Йыйынып бөткәс әҙерлегемде белдереп тамағымды ҡырҙым. Бөтә класс донъяһын онотоп, өңөлөп ҡарап ултыра: Фәһим ошоғаса күрелмәгән ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй, өмөт иткәндәй аңшайып, асылған ауыҙын йоморға онотҡан, Зәкиә һауалы йылмая биреп баҡҡан, класыбыҙ һандуғасы Нәҙилә иһә, йә ҡулың-дан килһә маташтыр, мине уҙҙыра алырһың микән, тигән һымағыраҡ итеп, мыҫҡыллағандай төбәлгән.

                            Башҡорттар китте һуғышҡа,

                            Оҙатып ҡалды күк Урал.

                            Ат уйнатып алдан бара,

                            Шайморатов генерал!

Тауыш ҡеүәте, һөрәнләү көсө бар шул дәдәңдә, сарғаланып ҡысҡырыуымдан ҡырҡ ҡоршаулы тәҙрә быялалары зыңлап китте, уҡытыусының алдында ятҡан журнал өҫтөнә юғарынан, түбә таҡтаһы ярығынан шыптырҙаған тауыш сығарып бер семтем саң ҡойолдо. Арыу ғына килеп сыҡҡас саманан үткәреп, сиктән ашырып ебәрҙем: бейеү хәрәкәттәрен яһап аяҡтарымды ат тыбызыҡлауына оҡшатып тыпырҙатҡандан аҙаҡ алғы партаға йоҙроҡлап тондорҙом да бейәләйҙәремде иҙәнгә атып бәргәс йондоҙ төшөрөп тимерҙән һуғылған һалдат төймәләрен ысҡындырып ебәреп ҡанатлы бишмәтемдең салғыйҙарын уңлы-һуллы елпелдәтергә тотондом. Ниһайәт дәһшәтле, тетрәндергес сығышымды тамамланым да йә, ни әйтерһегеҙ ошонан аҙаҡ, тигәндәй, еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарымды кирә баҫып һөҙгәк бүлтерәк бәрәстәй класҡа ҡарап тексәйҙем. Һабаҡташтарым шаңҡығандай ултыра, Нәҙилә иҫһеҙ-оҫһоҙға ҡалып тамам һеңгәҙәгән, ултырып ҡарарлыҡ рәт-хәле ҡалмаған Илфат таҙ табыты сыбарлаған таҡыр башын партаға һалған. Арбатҡыс сығыш шауҡымынан ауырлыҡ менән арынған, бер аҙ һеңгәҙәй төшкән  Хөмәйрә апай биниһая ваҡыттан һуң телгә килде:

       - Хәрби маршҡа оҡшатып матур башҡарҙың, афарин!

       - Ә кәк-же!

       - Тик ҡайһы бер артыҡ ерҙәр бар...

       - Йырҙың йыртығы юҡ, артыҡ булырға куплеттағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп йырланым да баһа!

       - Уныһына һүҙ ҙә юҡ, тик бына йән көскә партаға тондороуың, аяҡтарың менән иҙән таҡтаһын төйөүең, бишмәт салғыйҙарын елпеүең сәйер килеп сыҡты.

       - Нимәһе сәйер, Шайморатов генерал һуғышсылары менән дөбөр-шатыр, дошмандың ҡотон, өрәйен алып, утлы дауыл ҡуптарып яуға китеп бара ла баһа, уны тамашасы ышанһын өсөн нисек тә күрһәтергә, һынландырырға кәрәк, ә эйәр аҫтында уйнаған атта салғыйҙы елпемәй сабып ҡара!

       - Дөрөҫ әйттең. Шулай ҙа тегендә, радиоузелда, тыныс ҡына баҫып йырла, сәбәләнмә, йәме, ә беҙ яугирҙарҙың ҡыш көнө һыбай юрттырып яуға китеп барыу-ҙарын күҙ алдыбыҙға килтереп ултырырбыҙ, шулаймы, балалар?

       - Шулай! - Класс уҡытыусы апайыбыҙҙың әйткәндәрен йөпләп кемуҙарҙан шау-гөр килде.  

   Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҙсылыҡ һәр саҡ күпселеккә буйһона, шулай ҙа тиҫкәре, һере, үҙһүҙле, киренең-киреһе булараҡ, яйһыҙ ерҙә урынһыҙ сығынлаған ҡонандай үҙ уйымда ҡалдым, концертта ҡатнашыусыларҙың аныҡ исемлеге ойоштороусылар тарафынан раҫланыу менән ентекләп әҙерләнергә тотондом: ағастан юнып мылтыҡ, алтатар, ҡылыс әтмәләнем, фуфайка яурынбаштарына ҡыҙылдан погондар тегеп таҡтым, билемде яҫы һалдат ҡайышы менән һыға быуҙым.

Бына көтөлгән көн килеп етте, концерт ғәҙәттә киске етелә башлана. Әлегә ваҡыт бар. Шулай булғас, бөгөн раҙианан йырлайым, онотоп тыңламай ҡалмағыҙ, үкенерһегеҙ һуңынан тип, киҫәтеп эргә-тирәләге күршеләрҙе теүәлләп йәүкәләп сыҡтым.

       - Килештереп йырла, кемдеке - шуныҡы! - тине ҡаршыбыҙҙа йәшәгән Ырыҫбикә апай. Аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло ҡатын, яңғыҙы көн итһә лә эшсәнлеге яғынан егәрле ирҙәргә биргеһеҙ, хужалығы ялт итеп тора, кәртәһе тулы мал-тыуар. Ырыҫбикә сыбыҡ осо туған беҙгә, шуға ике өй араһындағы һуҡмаҡ таҡыр, йомоштарыбыҙ уртаҡ. Уның әйткәндәре күңелемә майҙай яғылды.

       - Килештереп йыра, тинем дә ул... – Ырыҫбикә апай уйланғандай итте лә түрбаш яғынан өс бөртөк йомортҡа алып сыҡты. – Көндәр йылыға тартҡас тауыҡтарым һала башланы. Әйҙә, былай итәйек, йырлаған саҡта тауышың ҡарлыҡ-маһын, һығылмалы сыҡһын өсөн радиоузелға барырҙан алда ошоларҙың береһен һытып эс, файҙаһы тейер.

       - Бәлки, кәрәкмәҫ, апай, ә? Һис ҡасан сей йомортҡа эскәнем юҡ!

       - Кәрәк, тирәкте йыҡтыра! Минең әйткәнде эшлә!

       - Һин маңҡа, сабакы малай ҙа ҡул араһына ингәс, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?! - тине ҡаршы яҡ урамдан бер яҡ ҡырҙараҡ йәшәгән Ғәзинур ағай миңә һы-нағандай итеп ҡарап. - Шулай түгелме, Ғаҡиҙә! - Ул урындыҡ ҡырлауында йөн иләп аҙапланған ҡатынына мөрәжәғәт итте, тегеһе хәтерләүҙәргә бирелеп элеп үк алды:

       - Ҡул араһына инер, тиҙҙән егет тә булып китер әле. Уның яңы тыуған, сеп-сей сағы бөгөнгөләй күҙ алдымда: эсе көптәй, аяҡтары ептәй...

       - Хөрт йырлаһаң белеп ҡуй, - тине Ғәзинур суғырмаҡланып ҡатҡан һуҡ бармағын сысайтып янап, аҡ һалған уң яҡ күҙен ҡыҫа төшөп, - сыбыртҡы менән ярам, һыҙырам, мәтри!

Ҡурҡыта инде шунда, шарҙауай фиғелле ҡырағаһыҙ кеше ул, ә һүҙ сыбалт-ыуы - фатиха, ризалыҡ биреп ултырыуы. Уның арҡыс-торҡос хәбәре лә булмышы-ма дәрт өҫтәгәндәй итте.

Өй аша Иҙрис ағайҙарҙың ғаиләһе. Ағай малсы, һауын һыйырҙарын баға, Зөбилә еңгә быҙауҙар ҡарай. Барып ингәнемдә еңгә ҡаҙан тирәһендә нимәлер бешерә-төшөрә ине, ҡалаҡ тотҡан балалары, телеграф сымына теҙелешеп ҡунған ҡара-баш турғайҙар ише ашарға көтөп түрҙәге урындыҡты түңәрәкләп ултырғандар. Иҙрис ағай эштән ҡайтып өлгөрмәгән. Зөбилә еңгә башым күренеү менән ихласлап түргә саҡырҙы:

       - Һөйләмәй йөрөйһөң, ҡәйнеш, әйҙә табынға яҡынла, хәҙер тары бутҡаһы бешеп сығыр.

       - Юҡ, ҡабалан йомош артынан йөрөй инем.

       - Иң тәүлә һыйлаш, шунан йырлаш, тиҙәрме әле?

       - Әйтерем бик ҡабалан ине бит әле.

       - Ул тиклем үк өтөп алып барғасың, әйт!

       - Бер сәғәт тирәһенән раҙианан йырлайым, шуны тыңлай алмаҫһығыҙ микән тип һуғылғайным да...

       - Йомошоң ҙурҙан икән дә баһа! - Зөбилә еңгә ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ ян-дырып көлөп ебәрҙе. - Һис һүҙһеҙ еренә еткереп үтәрбеҙ уны. Матур итеп йырла, штубы! Мин дә һиңә ҡушылып көйләп ултырырмын! - Лыҡы фиғелле, уның уйыны-ысыны ла гел бергә йөрөй, ҡасан шаяртҡанын, ҡасан етди һөйләгәнен бар, аңғарып ҡара. Шулай ҙа эскә йылы йүгерҙе, еңгә ҡушылғас, бирешмәҫбеҙ.

 

Автор:Хайдар Тапаков