Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Ғинуар 2023, 09:32

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)

  Сыҙамы тамам һынған уҡытыусы устары менән башын ҡушусланы:        - Булат, етте һиңә, бөгөн һин тыныслана беләһеңме, әллә юҡмы?! Тик кенә ултыр! Хәйҙәр, һин нимә әҙерләнең!? - Минән йүнле, әҙәпле хәбәр ишетеүҙән төңө-лгән Хөмәйрә апай ҡәтғи, уҫал мөрәжәғәт итте.        - “Шайморатов генерал”ды!     Ҡырыҫ йөҙ бер аҙ ирәмһерәй төштө...  

Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)
Концерт (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)

       Мәктәп уҡыусыларынан айына бер тапҡыр урындағы радио аша концерт ҡуйҙырта торғайнылар. Баланың йәшерен, бығаса күҙгә бәрелмәгән һәләттәрен асыу, һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, дикцияһын нығытыу йәһәтенән был ғәҙәти эш үҙенә күрә бер мөһим, мәктәптән тыш тәрбиәләү сараһы булғандыр, күрәһең. Иң башта мәк-тәп директоры Оморҙаҡ ағай халыҡ-ара хәл тураһында 10-15 минутлыҡ доклад һөйләй, ул гелән бына нисә йыл инде Вьетнам менән һуғышҡан Америка Ҡушма Штаттарын тәнҡитләүгә, яманлауға ҡорола, шунан сират уҡыусыларға етә: тауыштары үтә көрҙәр яр һалып, илһамланып шиғыр ятлай, күңелендә илаһи моң йө-рөткәндәр бирелеп китеп йыр һуҙа, мөмкинлектәре наҡыҫтар көләмәс һөйләү, әҫәрҙәрҙән өҙөк уҡыу менән генә сикләнә. Ул осорҙа телевизор тигән зәхмәтле, ҡөҙ-рәтле йәшник төшкә лә инеп сыҡмай ине әле, халыҡтың күҙ терәгәне, тыңлағаны - ҡалпаҡлы радио булды. Уны ҡиммәтле йыһаздай, көндәлек ҡулланған кәрәкле әй-берҙәй күреп, ҡәҙерләп, һәр өйҙөң түр яҡ стенаһына беркетәләр ине, аллюминийҙан ҡойолған апаруҡ ҙуры клуб ҡыйығында. Ер шарында, илдә барған, республик-ала булып үткән, әлеге мәлдә  башҡарылып ятҡан һуңғы яңылыҡтар, йыр-моң, ғөмүмән мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт ябайҙарҙан-ябай радио аша аңыбыҙға һеңде. Бына ниндәй илаһи тартыу көсөнә эйә булған икән ул тәрилкәләй генә нәмә! Шулай итеп, ярышып йөрөп, сәмләнеп, бер-беребеҙҙе уҙҙырырға тырышып концерт ҡуябыҙ, сөнки донъяла барлығыңды белгертеп оҫталығыңды тотош ауылға ишеттереү - үҙе үк киң билдәлелеккә торошло оло мәртәбә. Күп яҡлы, ҡабатланмаҫ талантыма килгәндә инде, һәммәһенә хиресмен, маһирмын: ҡош-ҡортто өркөтөрлөк, мал-тыуарҙы һипһендерерлек көр тауыш та бар, ҡысҡырыуы аллы-гөллө ишетелгән көҙгө әтәстекенә тартым үҙенсәлекле моң да тигәндәй, кәрәкһә аша-төшә, яҙа-йоҙа, ҡамыт-ҡомот баҫып туйтаңлап бейеп тә китә алам, бер һүҙ менән әйткәндә егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл фәҡәт минең шәхесемә төбәп сығарылған тиерһең. Шуныһы үкенес - радио аша бөйөргә таянып, ултырып-сүгәләп, йә ҡоласты киң итеп йәйеп ебәреп бейеп кенә булмай, әгәр мөмкин булһа арауыҡ аша булһа ла ауылды дер һелкетер инем, билләһи! Концерт, тигәндәй, конкурсанттарҙы һайлап алыу турына оҡшатып һәр кластан берәмләп тикшереп ҡарап йыйып алалар, йәғни һигеҙ кластан һигеҙ номер. Бер көндө класс сәғәтендә етәксебеҙ Хөмәйрә апай ошо яҡынлашып килгән ваҡиға хаҡында һүҙ башланы:

       - Үткәндә Нәҙилә сығыш яһағайны, унан алда Илфат. Бөгөн ике уҡыусыны – Булат менән Хәйҙәрҙе тыңлап ҡарайыҡ та шуларҙың береһен, лайыҡлыһын үткә-рербеҙ. Йә, кемегеҙ ҡыйыу, кемегеҙ башлай?

       - Кәнишне мин! - Сабырһыҙ, хәрәкәтсән Булат ултырып сыҙамай һикереп үк сыҡты. -  Йырлайым бы юлы!

       - Ниндәйерәкте һайланың?

       - “Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны”, тигән халыҡ йырын!

       - Ә ни сәбәптән ул халыҡтыҡы?

       - Һуң уны мәжлестә йырлайҙар ҙа баһа, үткәндә атайым йырланы, ә ул ау-ыл халҡының күрмәлекле бер вәкиле!

       - Бер тапҡыр ҙа тыңлағаным булманысы, ниндәйерәк икән ул?.. - Лөғәткә һыймаҫ, сафсатаға тартымды ишетеүҙән һипһенгән Хөмәйрә апай һағайғандай итте. - Тәүәккәлләп ҡара, улайһа, артыҡ һүҙ ысҡындырмай, абайлап... - Уҡытыусы иғтибар менән тыңларға әҙерлеген белдереп урынына барып, эйәген терһәкләгән ҡулдарына һалып ултырҙы, беҙ ҙә ғәҙәти булмаған тамашаны ҡарарға йыйынып ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай шымтайыштыҡ.

       Аяғөҫтө баҫҡан Булат алға уҡталды, оло ғәмәл башҡарырға йыйынғандай мейес торбаһылай таушалған, балаҡтары түбән һалынған, ҡалын кизе-мамыҡтан те-гелгән салбарын күтәрә биреп, һалдат ҡайышын нәҙегәртеп эшләнгән билдеген һығыбыраҡ тартты, тын юлын иркенәйтергә теләпмелер сатраш биҙәкле бумазый күлдәгенең өҫкө төймәһен ысҡындырҙы, шунан тымауҙан ҡыҙарған танауын мыршылдатып тартып ебәреп күкрәк тултырып һулағас, тотош класты яңғыратып ош-оғаса һис бер ерҙә, һис кем тарафынан башҡарылмаған, төпкөлдөң төпкөлөндә ятҡан ауылдарҙа бик һирәктәр һуҡмыш мәлдәрҙә һуҙған йырҙы башланы:

 

                                   Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны,

                                    Көрт башында ултыра.

                                    Һыйыр һауам тигәнсе,

                                    Үгеҙ һауып ултыра.

                                    Их, ҡоҙағый, ҡоҙағый...   

       - Булат, тороп тор әле!

       - Пагаҙи, апай, бүлмә, башлағанымды бөтөрәйем дә!

       - Бөтөрөү кәрәкмәй, йырҙың арғы эстәлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.

       - Аңлашылмай әле, иң хәтәре, нәғеҙе, аҙаҡтаныраҡ.

       - Шул хәтәр тигән нимә хәтерҙе ҡалдыра ла инде. Ундай йәпһеҙ йырҙар ра-дио аша яңғырарға тейеш түгел шул, Булат!

       - Йәпһеҙ?!.

       - Йәпһеҙ генә түгел, әҙәпһеҙ!

       - Ништәп?

       - Әҙерләгәнең килешһеҙ бит бигерәк.

       - Нисек инде килешһеҙ, уны бит килештереп, аяҡтарын бөкләп түрҙең иң түренә ҡунаҡлаған атайым йырланы, минең атайым!

       - Ҡасан? - Үткән аҙнала, Әбдрәхмән олатайҙарға баш итенә барғанда мине лә эйәрткәйнеләр, шунда ишеттем.

       - Был бит урам таҡмағы, өҫтәүенә эстәлеге шәптән түгел.

       - Шәп булмаһа һуҡмыш Әбдрәхмән олатай ошо йырҙы тыңлап бөткәндән һуң күҙҙәрен йәшкәҙәтеп иламһырамаҫ, ә Нотфулла ағай, атайымдың йән ҡорҙашы, тыйыла алмай бер килке сеңләмәҫ ине.

   Хөмәйрә апай ары ни ҡылырға белмәй ике уртала тороп, баҙап ҡалды, шикелле, әммә ипле һүҙле, итәғәтле уҡытыусы булараҡ бәхәскә тартым әңгәмәне үҙенсә яйларға тырышты:

       - Ярай, кластан үткәрҙек тә икән ти, тик әҙерләгәнеңде мәктәп етәкселеге ҡабул итмәҫ шул.

       - Директер ағай менән атайым һөйләшеп ҡараһа ламы?

       - Килешә алмаҫтар, сөнки етәксебеҙ ғәҙел, принципиаль, сәнғәтте, мәҙәниәтте тәрәндән аңлай. Һинеке, йә Хәйҙәрҙеке үтмәһә беҙҙең класс концертта ҡат-нашмай ҡала тигән һүҙ, ә был хәл инде, үҙ сиратында башҡа кластар алдында ҡыйырһытылыу. Әйтелгәндәрҙән сығып, әйҙә, былайыраҡ килешәйек, икенсе тапҡыр тыуған ил, Ватанды һөйөргә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклеге хаҡында берәй матур, эстәлекле шиғыр әҙерлә.

       - Ярай, әтеү. - Булат ризалашҡандай итте, шулай ҙа бирешергә теләмәне, аҙаҡҡаса үҙ фекерендә ҡалды. - “Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны” зерә лә шәп, атайым таҡ-маҡлағас, олатайым илағас. Ә уны ҡайҙа башҡарырға  у саҡта?

       - Йырҙың күңелгә яҡын, хистәргә бай икәнлеген төшөнгәндәй иттем. Шу-лай булғас уны яңғыҙ сағыңда, мал һуғарғанда, йә йәй көндәре бесән йыйғанда, бал-ыҡҡа барғанда, кистәрен көтөү ҡаршылағанда эргә-тирәңә ишеттермәй генә танау эсеңдән көйләп йөрөрһөң, йәме?

       - Йә! - Һорауына ыңғай яуап алған Булат ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡалды ла әңгәмә форсатын файҙаланып ҡалырға теләпмелер дауам итте:

       - Апай мин тағы “Баҡыр аҡса” тигән йырҙы беләм бит әле, уны күршебеҙ Аҡһаҡ Ишмөхәмәт былайыраҡ итеп башҡара! - Шулай тине лә баһыу аша һикергән хәрәкәт яһап йырлап та ебәрҙе:

                                           Һикереп төштөм баҡсаға,

                                           Баҫтым баҡыр аҡсаға.

                                           Аҡса, тигәнем, таш икән...

      Сыҙамы тамам һынған уҡытыусы устары менән башын ҡушусланы:

       - Булат, етте һиңә, бөгөн һин тыныслана беләһеңме, әллә юҡмы?! Тик кенә ултыр! Хәйҙәр, һин нимә әҙерләнең!? - Минән йүнле, әҙәпле хәбәр ишетеүҙән төңө-лгән Хөмәйрә апай ҡәтғи, уҫал мөрәжәғәт итте.

       - “Шайморатов генерал”ды!

    Ҡырыҫ йөҙ бер аҙ ирәмһерәй төштө:   

       - Бик тә ҡулай, үтемле йыр һайлағанһың! Ватанды һаҡлаусылар байрамы яҡынлаша, әгәр сығышың йәтеш, ҡолаҡҡа ятышлы килеп сыҡһа шул көнгә бағышлап үткәрелгән концертта ҡатнаштырырҙар, бәлки, уны Еңеү көнөндә ветерандарыбыҙға ишеттерһәк бигерәк тә урынлы булыр. - Булат әрһеҙләшеп таҡта янына ын-тылғайны, Хөмәйрә апай йырымдың аһәңле яңғырарын күҙаллап саҡырғандай итеп ҡулын түргә һондо. - Сыҡ алға!

 

Автор:Хайдар Тапаков