Беҙҙең ауыл клубы әүәлге мәсет түңендә урынлашҡайны. Түң дә изге, Советтар иленең мәҙәни-ағартыу йорто ла ауырлыҡһыҙ, бер ниндәй сығымһыҙ элекке мәсетте ишек башына аҡайтып алтаҡта яҙып, түбәһенә ҡыҙыл әләм элеп клубҡа әүерелдереүҙән ғибәрәт ине. Һүтелеп яңынан ҡоролған бинаның һылауһыҙ бүрәнәләре ҡарағас ағасынан булғанға әллә, ныҡ, шыңғырап торалар ине. Сходтар, йый-ылыштар, байрамдарҙа концерт күрһәтелгән мәҙәни-ағартыу учреждениеһы клубты таратып ебәреп яңынан мәсет ҡорорға ине лә, дин ул заманда хаҡһыҙ ҡыйырһытылыуға дусар ителгәнгә күрә был мөмкин булмаған, тормошҡа ашмаҫ хыялдай күренде. Ә мулла иһә клубҡа терәлеп тиерлек урынлашҡан тауыҡ кетәгендәй генә өйөндә ҡарсығы менән көн итеп дин ғәмәлдәрен шунда үтәй, атҡа-ра ине. Әйткәндәй, шул әүәлге клуб урынына бөгөн яңынан иман йорто мәсетте күтәреп ҡуйып ауылдаштарыбыҙ үтә лә сауаплы ғәмәл атҡарҙы. Тик әтнәкә шунда, элек мәсет булмағанда мулла бар ине, бөгөн киреһенсә, мәсетебеҙ муллаһыҙ. Әйт-кәндәй, ошондай уйға һалырлыҡ үкенесле күренеш бер беҙҙә генә түгел.
Шулай итеп клуб. Унда аҙнаһына ике тапҡыр кино ла күрһәтәләр ине. Бәлә-кәй генә движокты тоҡандырып ебәреп, “Украина” киноустановкаһы ярҙамында. Киноустановка, тип ҙурҙан һалдырһам да ул ике башында ике кескәй ленталы тәгәрмәсе булған, ҡул менән әйләндермәле теген машинаһынан ары китмәгәйне. Киноны аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе, кесаҙна көнө күрһәтәләр. Ошо хаҡтағы афишаны Васильевканан килеп-китеп йөрөгән Петро исемле сеп-сей һары егет лыс хата итеп яҙып элә. Ул саҡтағы хаталарҙы тикшерер белемем минең дә әлепте таяҡ-тан айырыр кимәлдә генә, мәгәр ике кинофильм хәтерҙә ҡалған: “Тешена”, шунан “Браненосис Патумкин”. Һуңынан үҫә төшкәс “Тишина”, “Броненосец Потемкин” киноларын яңынан ҡарарға тура килде.
Киноға инеү хаҡы - балаларға 5, өлкәндәргә 20 тин. Балалар сеансы һарыҡ көтөүенән һуң күрһәтелә, өлкәндәрҙеке һыйырҙар ҡайтып киске һауындан һуң. Шул балалар сеансына ла инә алмай күҙҙәребеҙ тона ине, сөнки ул заманда биш тин дә ҙур аҡса иҫәпләнде. Петро ла зирәк кеше булараҡ хәлебеҙҙе аңлап хаҡты үҙенсә ҡуя, баҡыр тәңкәң юҡ икән, уның урынына ике йомортҡа килтерергә мөмкин. Көнөбөҙ шулай итеп килем сығанағы тауыҡтарға тороп ҡала. Беҙҙең ике тауыҡ, тә-пәйҙәре өшөп туңғанлыҡтан тупыс тояҡлы әтәсебеҙ бар. Бер тауығыбыҙ ҡартайғанға күрә ҡыҫырға ҡалған, икенсе мөстәне ҡасып картуфлыҡ буйында үҫкән кес-ерткән араһына һала йомортҡаһын. Ярай әле йәшертен ояһын беләм, шуныһы яҡшы.
Һарыҡ көтөүе Ҡаулан түңенән күтәрелеп ауыл осонда күренер мәлдә күр-шелә йәшәгән Батырйән дуҫ миңә һуғыла. Картуфлыҡ осондағы кесерткән өйөмө-нөң эргәһендә суҡайған мине эҙләп таба. Кәйефе китеңкерәп торһа ла тауышына өмөтлө күтәреңкелек өҫтәп һорап ҡуйған була:
- Барабыҙмы?
Ҡайҙа икәнлекте һүҙһеҙ аңлаһам да белмәмешкә һалышам:
- Ҡайҙа?
- Ҡайҙа булһын, кинаға! Петро килгән, белдереү ҙә яҙып элгән…
- Кина нисек атала?
- “Висулые рибәтә” (“Веселые ребята”)
- Көтәм әле… Һинең эштәр көйлөлөр инде.
- Ҡайҙан көйлө булһын, өләсәйемә хәйер йома көн төштән һуң ғына төшә, ә бөгөн - кесаҙна…
- Ҡайһылайтаһың, әләйгәс?
- Бына… - Ул усындағы йомортҡаны күрһәтә. - Ошоноң менән барам… Петроның түләүең етмәгән осраҡта өҫтәмә хаҡты нисек алғанын беләм мин! Киттек!
- Киттек, тиһең, ә мин көтәм тинем дә баһа!
- Нимәне?
Кесерткән араһына ымланым:
- Теге мөстәндең йомортҡа һалғанын!
- Һәләтлә, улайһа!
- Нимәһен һәләтләргә, мин тауыҡ түгел дә баһа!
Апаруҡ ултырып ташланыҡ, теге тауыҡ йораты шыпа ла ҡытҡылдарға йыйынмай, шымып тик ята. Сабырһыҙ Батырйән урынынан ҡалҡты:
- Был тауығың йомортҡаһын һалырға түгел, көҙгә саҡлы баҫырға ятҡандыр, шай.
- Нимә эшләйбеҙ, нимә тәҡдим итәһең?
- Уның юлы ябай, хәҙер тауыҡты тотоп алабыҙ ҙа эсен һығабыҙ, шул саҡта йомортҡаһын төшөрмәй хәле юҡ!
- Анһат һиңә, күҙ терәп торғаным ул, әгәр имгәндереп ҡуйһаҡ?
- Нимә булһын, тауыҡ та булдымы мал! Уны ҡазаландырып ҡуйһаҡ бер яйын табырбыҙ әле, юҡ тигәндә Петронан киноны йома көнгә күсереүҙе үтенербеҙ, ул сағында киноға мин өләсәйҙең хәйерлеге менән инермен, ә һин беҙҙең йомортҡа менән!
- Анһат һиңә, беҙҙең йомортҡа менән тисе, уны ҡайһылайтып кире ҡайтарырмын?
- Уны ҡабаландырып һорамайым да баһа! Ҡайтарырһың бер килеп, Армиянан ҡайтып калхузға эшкә төшкәс. Әлегә һәр бирелгән йомортҡаны һарай бүрәнәһенә ҡаҙау менән сыйып тамғалап барырмын, бер йомортҡаның аҡсаға әйләндерелгән баҙар хаҡы - биш тин! Ҡиммәт түгел.
- Пагаҙи, нисек була инде, киноға инеү хаҡы теүәл биш тин, ул булмаған осраҡта ике йомортҡа менән инәбеҙ. Хәҙер биш тинде икегә бүл әле, ниндәйерәк һан килеп сыға, ә?
- Сауҙа мөнәсәбәттәрен белеп еткермәйһең, биреүсе иң әүәл үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта, төшөндөңмө?
Кәрәк тирәкте йыҡтыра, ризалашмай ҡайҙа ғына бараһың инде!
Шулай итеп аныҡ ҡарарға килеп һаҡ ҡына кесерткән өйкөмөнә яҡынланыҡ. Беҙҙең хаслыҡты һиҙеп ҡалған тауыҡ ҡытҡылдап, сарғаланып сығып та ҡасты. Аптыранып ҡалып Батырйәнгә өндәштем:
- Нимә эшләйбеҙ?
- Баҫтырып хәлдән тайҙырабыҙ, барыбер иртәме-һуңмы, осаһына килеп те-рәлгән бит инде, йомортҡаһын төшөрмәй хәле юҡ.
Зыҡ ҡубып тауыҡты баҫтырырға тотондоҡ. Ә ул йылғыр, йә кәртә аҫтына инеп ҡаса, йә баһыу буйлатып йүгерә, унан ҡалһа картуфлыҡ араһына инеп боҫа. Күп этләндек, хәлдән тайҙыҡ тамам, ҡош түгел, йөнлө ен икән, хәйерһеҙ. Бер аҙ тын алғас яңынан абайлап ҡалып ҡыуырға тотонғайныҡ, теге унан нимә таптырған-ыбыҙҙы төшөндө ниһайәт, кәртә буйындағы һалам өҫтөнә алтынға бәрәбәр йомортҡаһын төшөрөп китте.
- Ура! Булды! – Йылы ғына йомортҡаны ҡулыма алып оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрәнләнем.
Киттек эләгә-йығыла клубҡа. Сеанс яңы ғына ашланырға тора икән. Ишек тө-бөн һаҡлаған Петро ҡулын һондо:
- Яйца сюда, сопляки!
- У нас яйцо один штук… у мене и у ниго.
- Что будем делать тогда? - тип һораны киномеханик.
Яйын белгән Батырйән телгә килде:
- Один яйца, астальное кулаком в луб даш, и дастатошно!
- Нет, сопляки, я вам подзатылник не дам, а с большим удовольствием съежу под зад, чтоб знали, долг платежом красен! - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң йомортҡаларыбыҙҙы алды ла ишекте шар асып ебәреп елкәһенән эләктереп, әпәй шүрлегенә менеп Батырйән дуҫты эс яҡҡа оҙатты, артынан шул уҡ юл менән мин остом. Иң алға йөгөнөкләп барып төштөк тә өҫ-башты ҡағырға онотоп, экран алдына, иҙәнгә ултырып мауығып кино ҡарарға тотондоҡ.
Латвияның башҡалаһы Ригала Совет осоронда “Комсомолец” кинотеатры бар ине. Таныш егетем менән шунда кино ҡарарға барҙыҡ. Ул алдан барып билеттар алған да күтәрмәгә үк сығып мине көтөп тора.
- Бындағы киноға нисә йомортҡа менән индерәләр ул? – Үҙем дә абайламаҫтан шул һорауҙы бирҙем дә телемде тешләнем. Танышым да миңә аптырай биреп ҡараны, сөнки ул икенсе, мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнгән, ҡалала үҫкән кеше ине шул.
Бөгөн дә хаталы афишаны, Петроны, йомортҡа һалырға теләмәгән тауыҡты һағынам. Әгәр бөгөн ауылдан “Украина” киноустановкаһында “Веселые ребята” кинофильмын күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йомортҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, кирза итек менән арт һынына алған малайҙай осоп ҡайтыр инем…