Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Ғинуар 2023, 20:05

ҒҮМЕР ҺОРАЙЫМ

Зәкиә михнәтле көндәр кисерҙе. Бер туҡтауһыҙ эшләнгән химиянан хәле тамам бөткәйне. Тиҙерәк теге донъяға китергә ашыҡты, әсәһен йонсотоп ятырға ла теләмәне. Һыҙланыуҙы баҫа торған препараттарҙан йоҡо аралаш ята ла ята.

ҒҮМЕР ҺОРАЙЫМ
ҒҮМЕР ҺОРАЙЫМ

Зәкиә михнәтле көндәр кисерҙе. Бер туҡтауһыҙ эшләнгән химиянан хәле тамам бөткәйне. Тиҙерәк теге донъяға китергә ашыҡты, әсәһен йонсотоп ятырға ла теләмәне. Һыҙланыуҙы баҫа торған препараттарҙан йоҡо аралаш ята ла ята.

Лилиәһе мәктәптән ҡайта ла тура әсәһе ятҡан бүлмәгә ашыға. Бында дарыу еҫе аңҡып тора. Әсәһе элекке әсәһенә һис оҡшамаған. Ул элек көләс ине. Әле күҙҙәрен йомоп ята. Лилиә янына ултырҙы ла әсәһенең түшенә ҡараны. Күтәрелеп төшәме ул? Әсәһенең тын аламы, юҡмы икәнен шунан белә ул.

- Әсәй. Әсә-ә-әәй, мине ишетәһеңме?

Зәкиә күҙ ҡабағын бер аҙ ҡыбырлатты. Был ишетәм тигәнде аңлатты.

Өләсәһе килеп инде лә:

--Ҡыҙым, ҡолонсағым, әйҙә, ашап ал да дәрес әҙерләйек. Әсәйең ял итһен йәме?

- Өләсәй, әсәй бит бер туҡтауһыҙ йоҡлай. Ҡасан тора ул? Элеккесә әсәйемдең йөрөүен теләйем.

- Эй, балаҡайым, мин дә тороуын теләйем дә ул. Йоҡлау ҙа дауа бит,--тине өләсәһе һәм Лилиә алдына аш ҡуйҙы, ә үҙе йәшле күҙҙәрен йәшерҙе.

“Ғәҙелһеҙлек. Мин йәшәйем, ә йәш ҡыҙым үлем өҫтөндә. Бер нәмә лә эшләп тә, үҙгәртеп тә булмай. Мәсеткә күпме йөрөнөм. Аллаһ алдында ниндәй гонаһым барҙыр. Күпме инәлдем, ялбарҙым...”,--тип уйланы Зәйтүнә әбей.

Зәкиә таңға йән бирҙе. Зәйтүнә әбей төнгө өстәрҙә уянғайны, шул саҡ ҡыҙы ятҡан бүлмәгә күҙ һалды. Иҫән ине әле. Зәйтүнә унан йоҡлай алмай, һаташып сыҡты. Зәкиәһенең бала сағын төшөндә күрҙе: ул йылмая, көлә, йүгереп ҡаса ине. Зәйтүнә уның артынан етә алманы, “Туҡта, ҡайҙан киттең”,--тип баҫтырҙы һәм уянып китте.

Шунда уҡ тороп Зәкиә ятҡан бүлмәгә инде. Киткән... Зәйтүнә бүлмә ишеген ябып, аш бүлмәһенә сыҡты. Үкһеп илауҙан саҡ тыйылып сәйнүк ҡайнатырға ҡуйҙы, Лилиәгә бутҡа бешерҙе. Лилиә тороп, йыуынып, ашап алғас, мәктәп формаһын кейҙе һәм әсәһе ятҡан бүлмәгә ыңғайланы.

  • -Лилиә, әсәйең йоҡлаһын, маҙаһыҙлама йәме,--тине Зәйтүнә әбей.—Мә, алманы сумкаңа һалып ал.

Өләсәһе мәктәпкә оҙатып ҡуйҙы.

--Нимә булды, өләсәй? Бөгөн ҡыҙыҡҡынаһың...

--Йоҡлай алманым, шуға,--тине Зәйтүнә әбей ейәнсәренә.

Ҡайтыу менән “Тиҙ ярҙам” саҡыртты.

  • -Ҡасан үлде? Ниңә һуңлап саҡыраһығыҙ?
    - Ейәнсәрем белмәһен тинем, мәктәпкә оҙаттым да шунан саҡырҙым...

    Зәкиәне килеп алып киттеләр. Зәйтүнә ейәнсәренә ни әйтергә белмәй, яуап эҙләне, таба алманы. Бына, ейәнсәре ҡайтып та инде. Тура әсәһе янына ашыҡты.
  • Әсәй ҡайҙа?
  • Дауаханаға алып киттеләр...


    Лилиә һиҙҙеме, нимәгәлер үпкәләнеме – бүлмәһенә инеп бикләнде, сәй эсергә лә сыҡманы. Зәйтүнә әбей ванна бүлмәһенә инеп, крандан шаптырлатып һыу ағыҙҙы ла Зәкиәһенең телефонынан элекке кейәүенә шылтыратты.
  • -Нимә кәрәк?—тигән тупаҫ тауыш сыҡты теге остан.
  • -Был Зәйтүнә Абдулхаеена. Зәкиә үлде. Лилиә белмәй. Ҡыҙыңды бер нисә көнгә алып тор әле, әсәһен ерләгәнсе күрмәй торһон. Мин дауаханала тинем.
  • -Ярай, хәҙер киләм,--тине кейәүе.

    Ярты сәғәттән Айбулат ишек төбөндә ине. Лилиә атаһын күреп ҡыуанып китте.
  • -Хәлдәрең нисек?
  • -Әсәйҙе дауаханаға алып киткәндәр. Ә өләсәйем мине унда алып бармай.
    - Тимәк, әле ярамай. Әйҙә, паркка барайыҡ, туңдырма ашайыҡ, йә киноға барайыҡ.
  • -Ысынмы?—Лилиә ҡыуанып китте.

    Зәйтүнә әбей тиҙ генә ҡыҙҙың әйберҙәрен йыйҙы ла Айбулатҡа тотторҙо. Улар сығып китеү менән Зәйтүнә әбей дауаханаға ашыҡты.

    Ерләү мәсьәләһе менән кискәсә йөрөнө. Хәле бөттө. “Нисек бөгөлөп төшмәҫкә? Нисек һынмаҫҡа?” Иларлыҡ та хәле ҡалмаған ине. Дарыу эсте.

    Ерләп бөткәс, Айбулат шылтыратты:
  • Лилиәне алып киләм.
  • Ҡалай тиҙ ялҡытҡан?
  • Үҙе ҡайтам ти. Мин хәҙер алып киләм. Һеҙҙең менән һөйләшер кәрәк.

    Нимә хаҡында һөйләшергә уйлай ул? Зәйтүнә әбей уйланды. Сәй ҡуйҙы. Ни тиһәң дә элекке кейәүе.

    Лилиәне күреү менән Зәйтүнә әбей илап ебәрҙе. Өс көндә һағынып та өлгөргән икән. Лилиә лә өләсәһенә һыйынды.

    --Әйҙә, ҡыҙым. Ҡоймаҡ ҡойҙом, кисель бар.

    Сәй эсеп алғас, Зәйтүнә әбей Лилиәне бүлмәһенә оҙатты: “Беҙ атайың менән һөйләшеп алабыҙ”,--тине.
  • -Зәйтүнә Абдулхаеевна, мин һеҙгә насарлыҡ теләмәйем. Әммә һеҙ инде оло йәштә.
  • -Бөтөрҙөң инде ҡыҙымды...
  • -Ярай, ҡыҙың да фәрештә түгел ине.
  • -Ауыҙыңды ипләп ас.
  • -Ярай, һүҙ икенселә. Һеҙ оло. Бер һүҙ етә, һеҙҙән Лилиәне аласаҡтар.
  • -Нимә әйтмәк булаһың?—Зәйтүнә әбей көйөп китте.
  • -Атаһы иҫән баланың...
  • -Һәм нимә тәҡдим итәһең инде?
  • -Минең торор урыным юҡ, кеше фатирында йәшәйем.
  • -Ҡасандыр бөтә нәмәң дә бар ине. Кем ғәйепле?


    - Кәмһетергә ашыҡмағыҙ. Вот, мин үҙ ҡыҙым менән йәшәһәм, уны балалар йортона алмаясаҡтар.
    --Һин нимә?—Зәйтүнә әбейҙең ҡобараһы осоп китте.
  • Минең ауылда алама өй бар. Пропискам шунда. Лилиәне лә шунда ҡуяйыҡ йә һеҙҙең фатирға алмаштырайыҡ. Был формально ғына буласаҡ. Бик булмаһа был фатирҙы минең исемгә яҙҙырығыҙ. Бала атаһы менән булһа, теймәҫтәр.

    -Һин нимә? Аҡылдан яҙҙыңмы?
  • Үҙегеҙ ҡарағыҙ. Мин яҡшылып уйлап ҡына тәҡдим итәм. Әммә опека белеп ҡалһа, баланы ҡарт әбей менән ҡалдырмаҫтар шул.

Зәйтүнә әбейҙең күҙ алды ҡараңғыланып китте.

-Һиңә балаң түгел, фатир кәрәк. Үәт, ҡәбәхәт.

-Ярай, аңланым, һеҙҙең менән тыныс һөйләшеп булмай икән. Шулай ҙа уйларға өс көн бирәм. Һау булығыҙ!

Зәйтүнә әбей ишеткәндәренә ышанырғамы-юҡмы тигәндәй сайҡалып тороп ҡалды.

Лилиә килеп сыҡты:

-Өләсәй, ниңә әйтмәнең миңә? Мин инде бәләкәй түгел.

-Нимәне?

-Мине атайыңда йәшәйһең тип...

-Балам, эшем күп ине, бер нисә көнгә генә ебәргәйнем.

Зәйтүнә ауыр көрһөндө. Арыған ине ул. Кем менән кәңәшләшергә? Нимә эшләргә? Башына тағы бәлә төштө. Әйтте бит ул Зәкиәһенә ошо Айбулатҡа сыҡма тип...Их, йәшлек – йүләрлек, тыңламаны шул.

Иртәгәһенә Зәйтүнә күршеһенең элек милицияла эшләүен иҫенә төшөрҙө лә шунда инде.

  • Петрович, ярҙам ит инде. Ҡайҙа барайым, нимә эшләйем?
  • Кейәүеңә шылтырат. Уйланым, кил, һөйләшәйек тигән. Өҫтәл әҙерлә, араҡы ла ал. Шул саҡ мин юрый инермен. Ҡалғанын үҙем...

    Күршеһе нимә эшләмәк булғандыр, шулай ҙа Зәйтүнә әбей тыңланы. Өҫтәл әҙерләп, кейәүен саҡырҙы. Айбулат дәртле баҫып килеп инде, мул өҫтәлде күреп ах итте.

    Шул саҡ күрше Петрович килеп инде:
  • -О, ниндәй байрам һеҙҙә?
  • -Элекке кейәүем килгәйне. Фатир алмаштырырға килешәбеҙ бына,--тине Зәйтүнә әбей.

    -Ниңә кәрәк ул?
  • - Шулай кәрәк шул. Һин, Петрович, үт. Мә, осрашыу, танышыу хөрмәтенә,--тип Зәйтүнә әбей тегегә рюмка тотторҙо ла үҙе ике ирҙе ҡалдырып сыҡҡан кеше булды.

    Петрович диктафонын ҡуйып алып, Айбулатты һөйләндерҙе, төрлө һорау бирҙе һәм аҫтыртын уйҙарын яҙҙырып алды. Айбулат фатирҙы үҙләштерергә уйлауы һәр һүҙендә ярылып ята ине.

Айбулат иҫерҙе, саҡ ҡайтып китте. Күрше лә үҙ фатирына ҡайтты. Иртәгәһенә күршеһе инеп, диктафондағын ишеттереп, кәңәштәр бирҙе. Бындай шантаждар булһа, төрмәгә лә ебәрергә була тине.

***

Лилиә буй еткерҙе. Бына мәктәпте лә тамамлай.

-Әсәһенә генә оҡшап тора, балаҡайым. Хәҙер үлһәм дә тыныс булырмын. Ҙурайҙың,--тине Зәйтүнә әбей.

-Һин нимә? Мине кем кейәүгә бирә? Кем балаларымды ҡараша?—тине Лилиә турһайып.
-Эй, шулай шул. Хоҙайым ғүмер бирһен,--тине Зәйтүнә әбей.

Лилиә танышҡан бер егетен өләсәһенә күрһәтте. Өләсәһе иләктән иләп кенә ултырҙы, кәңәштәр бирҙе.

Лилиә өләсәһенең кәңәше буйынса берәүһенә кейәүгә сыҡты. Зәйтүнә әбей иһә үҙенә ғүмер һораны:

-Лилиәмдең бәхетен күрергә ине, эй, Аллам. Уның балаһын бер күреп, һөйөп китһәм дә үкенмәҫмен,--тип көн дә Хоҙайға ялбарҙы ул.




Һүрәт интернеттан.

Автор:Резеда Валиева