АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Ғинуар 2023, 20:05

ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ

Мәликә Ғәфүровнаны ауылда ғәйбәтсе тип беләләр. Әгәр ниндәйҙер хәбәрҙе таратыр кәрәк булһа, иғлан яҙыу урынына уға һөйләү ҙә етә ине. “Сер” итеп әйткәнең дә һә тигәнсе ауылды урап сыға... Әммә уны ауылда барыһы ла яратты. Сөнки ул ихлас, ярҙамсыл. Һәр саҡ аҡсалы ла булды, бурысҡа ла биреп тора ине... Яңғыҙ йәшәй Мәликә. Был ауылға күсеп килгәненә бер 20 йыл барҙыр. Әйтеүҙәренсә, ире мәрхүм булған, балалары юҡ.

ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ
ЕР ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ

Мәликә Ғәфүровнаны ауылда ғәйбәтсе тип беләләр. Әгәр ниндәйҙер хәбәрҙе таратыр кәрәк булһа, иғлан яҙыу урынына уға һөйләү ҙә етә ине. “Сер” итеп әйткәнең дә һә тигәнсе ауылды урап сыға... Әммә уны ауылда барыһы ла яратты. Сөнки ул ихлас, ярҙамсыл. Һәр саҡ аҡсалы ла булды, бурысҡа ла биреп тора ине...

Яңғыҙ йәшәй Мәликә. Был ауылға күсеп килгәненә бер 20 йыл барҙыр. Әйтеүҙәренсә, ире мәрхүм булған, балалары юҡ.

Эшкә шәп, сос тип беләләр үҙен. Йәй еттеме күпләп еләк йыя һәм һата. Бер шулай ҡалаға еләк алып бара. Вокзал янына ултырып:

Ер еләккәйҙәре беште инде,

Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ...

--тип үҙенең яратҡан йырын йырлап ултыра.
Был йырҙы ишетеп янына бер ир йүгереп килә:

--Мәликә Ғәфүровна, был һеҙме ул?

--Мин! Еләк алаһыңмы? Әйҙә, ал, иртәнсәк кенә йыйҙым!

--Һеҙ әле генә “Ер еләккәйҙәре беште инде” тип йырланығыҙ...

--Ер еләккәйҙәре беште инде, Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ....—Мәликә йәнә йырлап ебәрә.

--Мәликә Ғәфүровна, һеҙ мине иҫләйһегеҙме?—ир өмөт менән ҡараны.—Кабулда госпиталдә ятҡайным. Йәрәхәтле инем. Һеҙ мине баҡтығыҙ. Хатта кәрт һалып, оҙон ғүмерле булаһығыҙ, тигәйнегеҙ. Иҫләйһегеҙме?

--Барыһына ла шулай тинем, оҙон ғүмер юраным. Һеҙ бит ауыр яралы булдығыҙ. Бик һирәктәр иҫән ҡалды.—тине Мәликә йәшле күҙҙәре менән.—Һин иҫәнһең. Көслөһөң, тимәк. Бик шатмын.

--Пассажирҙар, автобус ҡуҙғала,--тип ҡысҡырғастар ир йәһәт кенә Мәликә Ғәфүровнаның ике биҙрә еләген дә алды ла ҡабаланып китә башланы.

--Туҡта, сдача бирәйем.

--Юҡ, кәрәкәмәй. Мәликә Ғәфүровна, һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ? Мин һеҙгә килеп сығам әле, табырмын һеҙҙе.

--Бынау яҡын ғына ауылда,--тип Мәликә ауыл яғына төртөп күрһәтте.—Туҡта, сдачаңды ал, бигерәк күп аҡса ҡалдырып китеп бараһың.

--Кәрәкмәй. Мин һеҙҙе табырмын,--ир һөрәнләп автобусҡа инеп китте.

Мәликә Ғәфүровна аптырап тороп ҡалды. Унан ауылына йыйынды.

ХХХ

Мәликә медицина училищеһында уҡыны. Шул йылдарҙа һылыу лейтенант менән танышты. Бер йылдан гөрләп туй үтте. Һәм күп тә үтмәй уларҙы Афғанстан айырҙы. Ирегеҙ яралы тигән хат алғас, Мәликә ай-вайына ҡуймай Кабулға шәфҡәт туташы булып юлланды. Ире ҡулында үлде. Һөйгәне үлгәс тә Мәликә госпиталдә эшләүен дауам итте. Күптәрҙе баҡты. Өмөт бирәм тип кәрт һалды, оҙон ғүмер юраны. Шунда эшләгәндә лә әҙ булһа ла кәйефтәрен күтрәрәм тип, йырлап ебәрә ине ул. “Ер еләккәйҙәре беште инде, Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ...” Яратҡан йыры булды.
Хәҙер килеп һәр береһен иҫләп бөтәһеңме инде? Онотолған инде... Әле еләк алған ирҙе лә иҫләмәй Мәликә Ғәфүровна. “Ярай, иҫән ҡалғас, бик яҡшы. Һау булһын!”--тип кенә уйлап ҡуйҙы.



ХХХ
Был мәлдә автобуста китеп барыусы Мансур телефондан дуҫына шылтыратты:

--Илдар, беләһеңме кемде осраттым? Мәликә Ғәфүровнаны! Кабул госпиталендәге медсестраны иҫләйһеңме?
--Әлбиттә, иҫләйем,--тине теге остан дуҫы.—Ул булмаһа, бөгөн беҙ иҫән булыр инекме икән? Ул миңә кәрт һалып, режиссер буласаҡһың тигәйне. Булдым бит.

--Эйе шул. Ә нимә вәғәҙә иттең уға шунда, иҫләйһеңме?

--Эйе, минең киноның төп геройы булырһығыҙ, бөтә илгә шул йырығыҙҙы йырларһығыҙ тигәйнем.  Ә ҡайҙа йәшәй ул? Табып бирә алаһыңмы?

--Әлбиттә, икәүләп барырбыҙ, рәхмәт әйтербеҙ!


ХХХ

Күп тә үтмәй Мәликә Ғәфүровна документаль фильмдың төп геройы булып, “Ер еләккәйҙәре” тип йырлап ултыра ине...

Автор:Резеда Валиева