АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
20 Ғинуар 2023, 09:15

Сөсө күмәс. (Хикәйә)

       Хәҙер иң тәмле, иң татлы көллө күмәс кемдеке, тип һораһалар тамсы ла шикләнмәйенсә әйтәм:        - Һайлай барып иң-иңен алдыма ҡуйған Вәғиҙә апайҙыҡы!

Сөсө күмәс. (Хикәйә)
Сөсө күмәс. (Хикәйә)

      Беҙҙән, Һабырҙан өс-дүрт саҡрымда, район үҙәгенә киткән юлда йәйенке түңдең ике яғын иңләп 30-40 мөрйәнән төтөн сығарған Шәмсетдин ауылы ята торғайны. Хәҙер ул күптән юҡ инде, урынында нигеҙ таштары ла ҡалмаған хатта. Ҡасандыр бында кеше йәшәгәнлеген белдереп, раҫлап өйәңкеләр генә шаулай бары. Йәнә ауылдың ҡап уртаһына, ҡалҡыу түмәләскә Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә бағышлап аҡтан аҡ обелиск ҡуйылған. Ундағы ташҡа уйылған исемлек апаруҡ оҙон ғына, тимәк ил башына төшкән фажиғә бындағы бер йортто ла урап үтмәгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, шул тимер рәшәткә менән уратып алынған ер һәр саҡ таҙа һәм йыйнаҡ, йәй оҙоно унан тере сәскәләр өҙөлмәй. Шәмсетдин эргәһенән аҡҡан Тиләк йылғаһы ағышынан саҡ ҡына түбәнләһәң уң ҡулдағы уйһыулыҡта сыуаштар йәшәгән Әбсәтәй утары булған, һулаҡай, урман тартҡан юлды ҡыуалатып китһәң урыҫтар көн иткән Ҡырымға барып юлығаһың. Бер-береһенә һыйынған ваҡ ауылдар, утарҙар күп булған әүәле, хәҙер улар тамырынан ҡороған ағастай юҡҡа сыҡҡандар, билдәле, урман һирәгәйә барған һайын ер һыйыныр ышығынан яҙа, йылы тотмай, тупрағынан үҫемлектәргә йән һәм йәм биргән дым, һут ҡаса. 

       Шәмсетдин аша үткән һайын быныһы Ишкәле, ә быныһы Файзрахман ағайҙарҙыҡы, ҡалҡыулыҡтағыһы, Вәғиҙә апайҙың баҡсаһындағы тирәк, тип теүәлләп үтәм гелән. Шулай итеп - Таһир Вәғиҙә. Әүәлге Шәмсетдин ауылының ҡап яртыһын Таһировтар биләгәс, һәммәһен дөйөмләштереп Таһирҙар, ти ҙә ҡуялар ине. Ошо ерҙә “Таһир менән Зөһрә ” иҫкә килеп төштө кинәт. Таһиры ҡайҙа булғандыр, уныһы минең өсөн билдәһеҙ ҡалды, ә бына Зөһрә-Вәғиҙә тол ҡалып, әйтем үткәнемсә, түң башындағы ҡыҙғылт-һары балсыҡ менән һыланған кескәй генә, теге берҙән-бер тирәк үҫкән, баһыу тартылған баҡсаһын иҫәпкә алмағанда ян-тирәһе кәртәләнмәгән, соланһыҙ ҡуңалтаҡ йортонда улы, ҡыҙы менән көн итте. Әсәйемдең яҡын әхирәте, серҙәше булғанға күрә район үҙәгенә үтешләй, йә ҡайтышлай йыш ҡына уларға һуғылып үтә инем. Шуныһы хәтерҙә ҡалған, уларҙың өйө һәр саҡ йылы һәм барлыҡ тәҙрәләре ҡояш яғына ҡарап асылғас, яҡты булды, һәм унан тамаҡ төбөн наҙлы иркәләп гелән тәмле икмәк еҫе килде, мәғлүм булыуынса, танһыҡ, танауҙы ғына түгел, булмышты ҡытыҡлаған ошо еҫ үҙе менән ҡот һәм бәрәкәт алып килеүсән.

       Күренеүем була, апай, мине генә ҡәҙерле ҡунаҡтай көткән тиерһең, әйҙүкләп әйҙәп түренә ултыртып ҡуя ла  урындыҡ ситенә әле генә боҫорап ҡайнап сыҡҡан, ҡорһағының бер яғы йәмшегерәк еҙ самауырын ҡуя, аҡ киндер ашаулыҡҡа оло туҫтаҡҡа һалып яңы айыртҡан ҡаймаҡ, сеүәтә тултырып ер еләге ҡайнатмаһын ҡуя ла, йәмкә алып мейесе янына килгәс, унан көлгә күмелгән сөсө күмәсен тартып ала. Мәгәр бүлеп алдыма һалырға ашыҡмай, һәлмәкләп ҡулдарында уйнатҡылаған ҡайнар нәмәне кире мейес тамағына тыға ла былай ти:

        - Сабыр итәйек бер аҙ, сей әле!

    Шунан, әҙерәктән, бер килке икмәкһеҙ сәйҙе һөрпөлдәткәндән һуң көлдөксә ауыҙына икенсе көлсәне килтереп сығара һәм икеләнгәндәй итеп йәнә туҡтала:

        - Быныһы ла бешеп өлгөрмәгән!

      Ниһайәт өсөнсө күмәскә сират  етә:

        - Әһә, бына быныһы иң тәмлеһе, иң ҡайнары, мөтөрләп кенә торғаны, телеңде йоторлоғо!

       Шулай итеп хан һыйын алға ҡуйып сәй табынын дауам итәбеҙ.

      Шәмсетдин ауылы әкренләп юҡҡа сыға башлағас, Вәғиҙә апай күсеп беҙгә  күтәрелде, ауылдың урта төшөнән теге өкәлтәгенән ары китмәгән өй һатып алды. Күтәрелде, тиеүем шунан килә, Шәмсетдин сағыштырмаса түбәндәрәк ята, ә Һабыр – ҡаҡ тау башында. Апай үтә етди сирләп китте, түшәгенә тормаҫ өсөн ныҡлап ятты. Ҡылтамаҡ менән сирләй ине ул, һуңғы сиктә кибә барып былай ҙа йоҡа кәүҙәһе ҡорҙай булып ҡалды. Бер көн хәлен белергә барғанда хушлашыр алдынан ауырыу һүнә барған ҡарашын моңһоуландырып әйтә ҡуйҙы:

        - Ҡустым, мин һиңә мейес төбөнә һалынған берҙән-бер күмәсемде ашаттым, бик беләһең килһә. Ә һин шул хәйләмде төшөнмәнең дә, һеҙмәнең дә, апай бешеп еткәне менән һыйланы, тип уйлап алдандың.

        - Алдау кәрәкмәгәндер, мин шул, эскерһеҙ хәйләгә, мәрәкәгә бер ҡатлы малайҙай ҡыуана торғайным.

        - Ҡайһылай ҙа бәхетле саҡтарым булған!

        - Бер килеп шул күмәскә һыйларһың әле мине, апай, һыйларһың!

     Әҙәм балаһына күпме генә кәрәк тиһең, теге, һүнгән ҡараш кинәт өмөтлө янып китте...

     Хәҙер иң тәмле, иң татлы көллө күмәс кемдеке, тип һораһалар тамсы ла шикләнмәйенсә әйтәм:

       - Һайлай барып иң-иңен алдыма ҡуйған Вәғиҙә апайҙыҡы!

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков