Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
18 Ғинуар 2023, 08:04

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк.)

       Дәрестә тема буйынса яуап тотоуым күптәр өсөн ҡабатланмаҫ бер кәмиткә, бушлай күрһәтелгән мауыҡтырғыс тамашаға әүерелә. Руссаны ватам, емерәм генә, аң кимәлдәре түбәндәр, йыйын наҙандар, зиһен офоҡтары сикләнгәндәр еренә еткереп төшөнһөн өсөн өнһөҙ ымлайым, ҡаш һикертеп ишаралайым, ҡәтғилекте күрһәтергә теләгәндә ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулдарымды болғап ебәрәм, әйткәндәрем һыумейе баштарына барып етмәһә аяҡтарымды тыпырҙатам.

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк.)
Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк.)

       - Здравствуйте! – тине ҡыҙ яҡын кешеһенә мөрәжәғәт иткәндәй.

       - Привет!

       - Меня зовут Лена, если вы не против, сядем вместе?

       - А я Хайдар, Хайдар Тапаков из лесного Зилаира. Знаете такое место?

       - Конечно знаю, Зилаирский район. Там, в райцентре живут наши родственники. У вас очень красивая, нетронутая цивилизацией девственная природа.

      “Ә-ә-ә, бына ни өсөн һырпаланып бараһың икән, йән тартмаһа ла ҡан тарта, тигәндәре шулдыр”, тип уйымдан фекер төйнәнем дә дауам иттем. - Кәнишне, не прутив, давай, сядем, у нас ведь так поют: “Садись дружок, рядом со мной, в сердце будет веселей!” – Ҡыҙ мәғәнәһеҙ, урынһыҙ хәбәр һатыуымды итәғәтле генә, аҙаҡҡаса тыңлап бөттө лә мине артынан эйәртергә теләп алға үтте.

       Кабинеттың урта тирәһендәге партаға оҡшаш өҫтәлде биләнек. Иртәнсәк йыуынғандан һуң битемде “Шипр” одеколоны менән сылатҡайным, ҡыҙҙан ул заманда үтә һирәктәр ҡулланған француз хушбыйының наҙлы еҫе килде. Өҫтөнә кейгәне лә ҡойоп ҡуйғандай кәүҙәһенә һылашҡан, килешле, ҡиммәтле, затлы, моғайын да аҡсаны иркен тотонған етеш ғаиләлә йәшәйҙер. Ыңғайлай ҡалған хәлдә лә быны бисә итеп алып булмаҫ, тип кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарар сығарҙым күңелемдән, был һылыу беҙҙең ҡор кешеһе түгел, өйләнгән хәлдә лә ҡатын тигәнең йә сабылған бесәнде йыя алмаҫ, йә һыйыр һауырға, йә яҙлы-көҙлө һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡып алырға эшкинмәҫ, йә ауыл мейесендә икмәк бешерергә ҡулынан килмәҫ, ундайҙарҙы беҙҙә ҡойолдороғо ҡойолған һәпрә, тиҙәр. Хилаф уй уйлауҙан уңайһыҙланғандай ҡыҙ яғына ғәйепле төҫтә ҡарап ҡуйғайным, ул да аңланым теләгеңде, тигәндәй ҙур күҙҙәрен, уймаҡ ирендәрен көлдөрҙө.

       Училищыла үткән тантананан һуң йәйәүле ҡаҙаҡтай әйберҙәремде йөкмәп алып ҡаб-аттан ҡала үҙәгенә ҡарай йүнәлдем. Кеҫәмдә ятҡан адресҡа ярашлы ҡасандыр беҙҙә йәшәп киткән, шуға ауылдаш иҫәпләнгән Мәрфуға апайҙы эҙләп таптым. Ваҡытлыса булһа ла ҡайҙа ла морон төртөргә кәрәк бит инде. Бында, дүртенсе ҡатта урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙа хужабикәнән тыш тағы ла ике студент көн күрә икән дә баһа, хәйерһеҙ. Апай кемдең балаһы икәнлегемде белешкәндән һуң әсәйең игелекле кеше, мин уны яҡшы беләм, ятаҡ йүнләгәнсе, яңы урын тапҡансы тип йәшәргә индерҙе. Оло байлыҡҡа юлыҡҡандай ҡыуанып киттем, индермәгән хәлдә ҡунаҡханала ҡуныуҙан ваз кисеп (ваз кисмәгән хәлдә лә һылтауын табып унда мине яҡын юлатмаҫтар ине), тимер юл вокзалында төн үткәрергә ниәтләгәйнем. Иҫке планировкаға ярашлы эшләнгән фатир бәләкәй генә, тар ергә таяу булып йәнә мин өҫтәлдем. Өс үҫмер теҙелешеп ятып иҙәндә йоҡлап йөрөйбөҙ, яҫтаныр, ябыныр булып та түшәнер әйбер тапмағанлыҡтан аҫтыбыҙға йоҡа одеал һалған булабыҙ. Мин һөйәк тә тиренән әүәләнгәнлектән таң атҡансы ҡаҡ ағасты ҡаты таҡтаға ышҡыған ише хәтәр тауыш сығарып тыһырлығы сығып әйләнгеләп сығам. Туҡланыуға килгәндә көн һайын икмәк, өлөшләп, мыҫҡаллап бүленгән сәй, тышына “Очень вкусный суп быстрого приготовления” тип яҙылған ус аяһылай пакет һатып алған булам. Әҙер, тәмле суп, тигәне киптерелгән борсаҡ, кишер, кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр бөртөксәләренән ғибәрәт, бешергән һурпаң шыр һыу тиер инең дә, унда суртан күҙҙәреләй тоҙлоҡ йөҙөп йөрөгән була, шулай итеп уртлағаның ашҡаҙанда аҙға ғына булһа ла тотҡарланмай, юлын табып үтәнән-үтә тура эсәккә төшә. Ҡалған йәшелсәләре ярарлыҡ, эҙһеҙ бата, ә бына борсаҡ тигәнең геүелдәтеп, таһор-тоһор килтереп эсте ташыра. Ҡала ла ҡала, тип иҫтәре китә, бәғзеләрҙең, шунда ынтылалар, көн итәйем, үлмәйем дә ҡалмайым, тип йәбешеп ятҡан булалар, баҡтиһәң ҡаланың түшәме бейек булһа ла һурпаһы шыйыҡ икән дә баһа, шуны төшөндөм, белдем хәҙер.                                                                            

        Ни тиһәң дә бында мәҙәниәткә яҡын мөхит, эргәлә генә “Октябрҙың 40 йыллығы” исемендәге мәҙәниәт һарайы (хәҙерге филармония), уға “Труд” стадионы терәлгән, мәҙәниәт һарайы алдына ҡулын алға һоноп, үсләшкәндәй миңә артын күрһәтеп, һыртын ҡуйып, тиҙерәк һыпырт бынан тигәндәй ҡайтыр юл яғына ишаралап Ленин һәйкәле баҫҡан. Мәктәптә, бәләкәй кластарҙа уҡығанда: “Ленин һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән!” тип йырлай торғайныҡ. Даһийыбыҙ бында ла минең эргәлә, тик шуныһы, уның яҡынлығы, коммунизм хөрриәтен вәғәҙәләүе түшәгемде йомшартмай, ас тамағымды туйҙырмай.

       Балконға сығып баҫһам ҡойто ояһынан башын сысайтҡан бахыр сыйырсыҡ, юҡ, яуында күшеккән ҡарабаш турғай хәлендә тоям үҙемде. Күктән беҙҙең тарафҡа ағылған болоттарға төбәлеп мөңрәп кенә йырлап та ебәрәм ҡайһы саҡ, ыңғайы бер күҙҙәремде шәмәртеп илап та алғылайым:

 

                                                 Ағыла ла болот ағыла,

                                                 Тауҙар арты, ауылым яғына…

 

       Минең ҡайҙалыҡты әлегә бер кем дә белмәй. Баш осонда ҡыйығың булмауҙан, берәҙ-әктәй эт типкеһендә көн итеүҙән, күтән һурпаһын һемереүҙән дә ауыр яҙмыш юҡ икән ер йөҙөндә!        

       Шулай итеп ҡала ҡыҙы Лена менән танышып киттек. Бик мөләйем, баҫалҡы, тәрбиәле, зыялы ине ул. Ҡайһылыр кимәлдә яҡташ булыуҙан инде әллә мине яҡын күрҙе, ҡайҙа барһам ул шунда тағылып эйәрә, ҡайҙа ултырһам яныма килә һалып етә.

      Мин дә үҙ сиратымда итәғәтлек күрһәтеп Ленаны дәрестәрҙән һуң фатирына саҡлы оҙатып ҡуям. Һүҙ ҡушышмай етәкләшеп барабыҙ, буш эскәмйәгә юлыҡһаҡ шунда ултырып көҙгө тәбиғәт матурлығына һоҡланабыҙ, тротуар ситендә теҙелгән тирәктәрҙән тирелеп япраҡтар яуыуын тамаша ҡылабыҙ, күҙәтәбеҙ.

            - Хәйҙәр?..

            - Әү... - Биттәремде көҙгө ҡояшҡа ҡуйып күҙҙәремде йомоп ирәүәнләгәнлектән иренеп кенә яуаплайым.

            - Тәү тапҡыр һине осратҡас беләһеңме нимәгә иғтибар иттем?

            - Нимәгә инде? Моғайын да тас маңлайыма ҡарағанһыңдыр, ул Сократтыҡы ише киң бит.

            - Юҡ, Сократ йәмһеҙ, ә һин һөйкөмлөһөң...

            - Был моғайын да комплименттыр?

            - Комплимент түгел, ысынбарлыҡта шулай. Иң әүәл мине һинең күҙҙәрең йәлеп итте, күҙҙәр кешенең күңел көҙгөһө, тиҙәр бит, улар аҡыллылар, уйсандар... Икенсе яҡтан һин хас та энәләрен тырпайтҡан терпе, эргәңә теләһә кемде яҡын юлатмайһың. Ә миңә ана шул осло энәләрең ҡәҙерле... Бына, медицина училищыһын тамамларһың да ауырыуҙы белемең, тылсымлы ҡулдарың менән түгел, моғайын да арбатҡыс күҙҙәрең менән дауаларһың, аяҡҡа баҫтырырһың.

            - Юҡ, уҡыуҙы тамамлағас медицина хеҙмәткәре булып эшләмәмдер.

            - Кем булып инде ул саҡта?

            - Еңел булмаған яҙыусы яҙмышын һайлармын да һинең хаҡта матур хикәйә яҙырмын.

             - Ниндәйерәк әҫәр?

             - Сыңғыҙ Айытматовтың “Йәмилә”һе кимәлендә, унан да кәм түгел!

            - Улайһа һоҡланғыс буласаҡ, ә миңә күрһәтерһеңме яҙғаныңды?

            - Һис һүҙһеҙ! Тик ул бик күп йылдар үткәс кенә яҙылыр.

            - Ә мин көтөргә риза...

            - Һин минең өсөн, беләһеңме кем?

            - Кем инде?

            - Әҙәм балаһы һәр саҡ үҙенең икенсе яртыһы менән тыуа. Быныһы инде бәхәсһеҙ. Беҙ игеҙәк булып тыуғанбыҙ, иң әүәл мин, шунан саҡ ҡына ҡалыңҡырап һин... Тыуғанбыҙ ҙа оло һуҡмаҡҡа төшөп етәкләшеп киткәнбеҙ ҙә һаман да шулай барабыҙ һымаҡ...

             - Тимәк мин һинең икенсе яртың?

             - Эйе, яҡын кешем, тоғро дуҫым, ышанған иптәшем...

             - Бер туған яҡынымдай күрәм һине, дуҫ булып йәшәйек, йәме?

             - Йә.

            - Бик сәйер кеше һин, ҡайһы саҡ холҡоңдо аҙағынаса төшөнөп тә етмәйем, хыялланырға яратаһың, уйлап сығарырға әүәҫһең...

            - Тап өҫтөнә баҫтың, хыяллана башлаһам туҡтай алмай ҙа ҡуям.

            - Әйҙә, хыялый, беҙгә киттек, ҡайнар сәй менән һыйлармын үҙеңде. Кофе эскең киләме, Бразилия кофыһын?!

            - Ундай хан эсемлеген ошоғаса тәмләп ҡарағаным юҡ.

            - Атайым сит илгә командировкаға барғанда алып ҡайтты.

     Урыныбыҙҙан ҡалҡабыҙ.

     Яңғыҙлыҡтан аралар, ауыр саҡта йыуатыр Лена янымда булғас, ошоғаса шыҡһыҙ һәм ят күренгән Сибай ҙа яйлап йәнемә ята, күңелемә яҡын була башланы.

    Дәрестә тема буйынса яуап тотоуым күптәр өсөн ҡабатланмаҫ бер кәмиткә, бушлай күрһәтелгән мауыҡтырғыс тамашаға әүерелә. Руссаны ватам, емерәм генә, аң кимәлдәре түбәндәр, йыйын наҙандар, зиһен офоҡтары сикләнгәндәр еренә еткереп төшөнһөн өсөн өнһөҙ ымлайым, ҡаш һикертеп ишаралайым, ҡәтғилекте күрһәтергә теләгәндә ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулдарымды болғап ебәрәм, әйткәндәрем һыумейе баштарына барып етмәһә аяҡтарымды тыпырҙатам. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы һаһылдай тотош группа, әйтерһең дә айыу бейетәләр. Лена ғына өнһөҙ, ул ғына минең яҡлы: ярҙам итергә, күтәрмәләргә теләгәндәй урынында ултырып сыҙамай, аяғөҫтө баҫа ла талпынып-талпынып ала. Ҙур ауырлыҡ менән, көс еткеһеҙ йөктө бушатҡандай этеп-төртөп яуап биреүҙе тамамлайым да ауыр эш башҡарғандай итеп еңел һулап ҡуям, тиргә батҡан маңлайҙы ҡул һырты менән һыпырам, уҡытыусы журналға бәләкәй генә итеп “өслө”нө теркәп ҡуя, төплө, киң даирәле сығышым күңеленә ятып етмәһә, килтерелгән дәлил-дәрем мөрхәтһендермәһә “ике”лене сәпәй йыш ҡына. Бер мәл “ике”ләрем бишәү булып китте, билдәле булыуынса алты “ике” алыусыларҙы училищынан ҡыуалайҙар. Лена ла мине дәртләндерергә, рухландырырға теләп ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуя: “Пять “неуд”, и не больше, соблюдай паритет!” Әйтеүе генә анһат, шуға күрә бирелгән өйгә эште төн йоҡламай шиғыр һымаҡ ятлайым.

 

Автор:Хайдар Тапаков