АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Ғинуар 2023, 14:32

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)

      Шул мәл көтмәгәндә кемдер арттан килеп йомшаҡ ҡына итеп етәкләп алды. Ҡайырылып ҡараһам - һылыу бер ҡыҙ йылмая биреп ҡарап тора, кейгән кейеме лә йыйнаҡ, бөхтә, ҡаштарын, ирендәрен дә буямаған, хас та ябай, итәғәтле, бәләкәй саҡтан минең менән уйнап, аралашып үҫкән ауыл балаһы. Нескә талсыбыҡтай сибек кенә кәүҙәле, төпһөҙ күлдәй зәңгәр күҙле ылыҡтырғыс ҡыҙҙың икенән үрелгән ҡабарынҡы етендәй һары сәс толомо иңенә ятҡан. “Әһә, егеттең алтынын, аҫылын, бер тигәнен танырлыҡтар ҙа бар икән әле бында!” тип тантана иттем эсемдән.

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)
Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Икенсе киҫәк.)

    Ҡаланың беренсе участкаһында саман өйҙәргә оҡшатып апаруҡ оҙон итеп эшләнгән, шифер ҡыйыҡлы 6-8 барактан ойошҡан училищы ҡаласығына йәйәүләп киттем. Уҡыу корпустары, студенттар өсөн ятаҡ, ашхана бөтәһе бер урында икән. Тимер юл аръяғындағы төпһәндең төбөндәге ҡаҡланда урынлашҡан ер, бында автобус маршруты йөрөү ҡаралмаған, йәнәһе лә. Уҡырға ингәс әле өс йыл дауамында ошо уҡыу йортон ҡала дауаханалары менән тоташтырып иртәле-кисле әллә күпме ыҙаланасаҡмын әле. Арматуранан йәбештереп ҡоршалған оло ишектәре ян-яҡҡа шар асылған инер ҡапҡаның башына зәңгәр төҫкә буялған киҫелгән ҡалай хәрефтәр менән “Сибайское медицинское училище” тип яҙылған алтаҡта элгәндәр. Ҡаласыҡҡа инмәҫ элек әле уң ҡулдағы баракта теген комбинатының дөйөм ятағы урынлашҡан. Бында башлыса ҡыҙ-ҡырҡындың йәшәүе бәхәсһеҙ, тимәк күрер күҙҙе йәмләр матурлыҡ бар, ожмах эргәлә генә, быныһы һәйбәт, тип уйлап ҡуйҙым. Алтаҡтаға килгәндә, уртаҡул кимәлендә әүәләнгән ижад емеше йәмһеҙ һәм әр-пешерәк килеп сыҡҡан, эш мәнеһе, шөғөл рәте белмәгән берәй йүнһеҙе маташтырған-дыр, күрәһең. Ҡыйыуһыҙ ҡаранып, ышанысһыҙ аҙымлап эскә үткәс әлегә иртә булған-лыҡтан артмаҡлаған әйберҙәремде төп корпустың өй нигеҙенә һалдым да килгән-киткә-ндәрҙе ентекләп күҙәтергә тотондом. Байрамса кейенеп алып, шау-гөр килеп, ҡулдарына гөлләмәләр тотоп әле үтәһе тантанаға ағылғандарҙың исмаһам берәүһе минең яҡҡа ҡар-аш ташлаһасы, иғтибар итһәсе, юҡ бит, әйтерһең дә төбәлеп бағыуға лайыҡһыҙ, тигеҙ ерҙә урынһыҙ һерәйгән түңгәкмен, ҡош-ҡорт өркөтөргә ҡуйылған баҡса ҡарасҡыһымын. Кинәт кенә ауылға ҡайтҡым килеп китте нишләптер; башы эштән сыҡмаған йонсоу йөҙлө әсәйемде, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған халаттың хужаһы, әҙәм күҙенә салына һалып бармаған, күрмәлекһеҙ, ҡылыйлауыраҡ, уң аяғы ҡарыш самаһы ҡыҫҡа булғанлыҡтан аушаңлап атлаған, аҡһаҡ Мәрхәбә апайҙы, йөк башына мендереп ултыртып, хәйерле сәфәр теләп оҙатып тороп ҡалған ырҙын табағы мөдире энә йотҡан бурҙайҙай тыртыҡ кәүҙәле Ғиниәт ағайҙы, шауҡал һынлы туҡал һыйырыбыҙҙы, ҡайтып инә белмәгән Аҙғын ҡушаматлы кә-зәбеҙҙе,  өрөү-абалауҙың ни икәнлеген белмәгән ялбыр йөнлө этебеҙ Алғырҙы, ҡаймаҡ туҡылған һинд сәйен генә үҙһенеүсе Принцесса ҡушаматлы аҡ бохар бесәйебеҙҙе иҫкә төшөрөп юҡһындым. “Әллә бөтәһен дә күтәреп һуғып ҡайтырға ла китергәме? Кемгә кәрәгем бар бында минең, кемгә хәжәтмен, танһыҡмын?.. Юҡ, ярамай, ярты юлда туҡтап ҡалып, мәленән алда ҡул күтәреп, еңелеп өйрәнмәгәнмен… - Кинәт күңелемдә тыйып торғоһоҙ сәм уянды. – Нишләп илаҡ малайҙай мәмәйләнеп тораһың әле, ҡыйыу ҡылан, әрһеҙ бул, Хәйҙәр!..”                                                                        

        Күрәм - минең ише үтә лә сәйер, ала-сола, прастуйы ҡатыш сатиндан, бумазыйҙан кейенгәндәр башҡаса күҙгә салынмай, тимәк мин берҙән-бермен, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле өлгөмөн, шуға ситләп, ятһырап, ғәжәпләнеп, таһырайып ҡарап үтәләрҙер янымдан.  Мин дә үҙ сиратымда юғарынан аҫҡа, тегеләрҙе түбәнһетеп-кәмһетеп, һауалы ҡыланып таҫырайып, аяҡтарымды тарбайтып, байлығына маһайған төрөк солтанылай бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә ғорур, ҡыйыу ҡарап баҫҡанмын. Әлегә күрмәлекһеҙгә иҫәпләп күҙгә элмәһәгеҙ ҙә бер килеп күрмәгәнегеҙҙе күрһәтермен, танымаһағыҙ танытырмын, тип яһил теш ҡайрайым эсемдән. Ниһайәт, бында уҡығандар, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөткәс группаларға бүленеп төп корпус алдына линейкаға теҙелергә ҡуштылар. Бында уҡыған тотош студенттар һанын уҡытыусыларына ҡушып хисаплаһаң ике йөҙ, өс йөҙҙән артмаҫтыр. Студенттар әйтерһең дә күл буйына һыуға ҡойонорға төшкән ауыл ҡаҙҙары инде, бөтәһе лә ап-аҡ кейемдә. Барыбер күрер күҙгә матур, йәмле. Барак мөйөшөнә, аулаҡҡа ышыҡланып бармаҡ буйы оҙонлоҡ таҫмалар ярҙамында арттан эленмәле, урын-урыны менән тишелеп һиҙерәй төшкән теге санитарка халатын, ҡабарынҡы башлыҡты кейеп ебәргәйнем, беҙҙең ауылдағы Үҙәк ферманың алдынғы һауынсыһы Гөлфариза апайға оҡшаным да ҡалдым. Фельдшерҙар группаһын табып яр ситендә үҫкән һомғол ҡарағайҙай ҡайҡайып иң алға баҫырға өмөт иткәйнем дә шыпа ла ғына ирек бирмәнеләр, белекһеҙҙәр, тотошлайы менән күрмәлекле күренеште боҙаһың, тулайым йәмде ебәрәһең, типмелер әле генә үҙен етәксе тип таныштырған тәбәнәк буйлы, сәстәренә иртә сал ҡунған, мөләйем йөҙлө Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы итәғәтле, тәрбиәле генә итеп әйҙәп башҡалар күҙенән йәшереп, дөйөм мир йөҙөнән ҡасырып мине арт яҡҡа ҡарай етәкләне. Иҫем дә китмәне, ҡылъяйманым да, ҡайҙа торһам да миңә ни барыбер, юғалып ҡалмам! Тағы шуға иғтибар иттем, утыҙ кешенән торған беҙҙең төркөмдә барлығы, мине ҡушып иҫәпләгәндә дүрт егет икән, берәүбеҙ, Армия сафынан ҡайтҡас уҡырға ингәндер, сағыш-тырмаса оло йәштәге, етди йөҙлө ерән сәсле урыҫ. Уларҙы ла ситнәтеп артҡараҡ баҫтырып ҡуйғандар. Ауыл ғәҙәтенә ярашлы бисә-сәсәне алға ҡуйырға, түргә сығарырға, ир-аттан уҙҙырып хәбәр һөйләтергә яратмайым. Ни хәл итәһең, ят мөхиттәмен бит, нисек тә өйрәнергә, сыҙарға, түҙергә ҡала.  Ҡаҡ янбашым менән уңлы-һуллы этеп урын даулап, хәстәрләп, барып тороу менән эргәмә баҫҡан нәҙекәйбил ҡыҙҙың бер тотам биленә шаян төрттөм дә тегеңә ирәбе тексәйгәндән һуң вата-емерә былай тинем: “Девушка, красавица, вы мне очень-очень нравитесь, при виде вас потерял дар речи, будьте моей верной женой!” Теге остоҡай тертләп китеп ситкә тартылды ла уҫал ыҫылданы: “Неоттесенная деревня, чурбан несчастный, ну ты нахал!” “Выйди, а, не пожалеешь!” “Шас, разбежалась!”

      Төҫ-башы артистыҡылай ылыҡтырғыс, 30-35 йәштәр тирәһендәге директор тауышын күтәрмәй генә танауы аҫтынан мөжөлдәп оҙон-оҙаҡ телмәр тотто, кәүҙәһе солоҡ умартаһылай бейек уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар һөйәк тирәсле күҙлеген бер һалып, бер кейеп биниһая ваҡыт, уҡыу йортоноң тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡағиҙәләрен теҙеп әйтеп дөйөм таҙалыҡ, тәртип хаҡында мөнәжәт һөйләгән муллалай ҡыланып нотоҡ тыҡыны. Был ике кеше – директор Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллин, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Ишмөхәмәтов Ишбулды Лотфулла улы минең киләсәктәге яҙмышымда төп ролдәрҙең береһен уйнаясаҡтар, күтәрмәләйәсәктәр, яҡлаясаҡтар әле! Ишбулды Лотфулла улы шахмат яратты, ә минең уйындың был төрө буйынса беренсе разряд, район ярыштарында беренсе урындарҙы алып йөрөй торғайным. Яйы сыҡҡан һайын аулаҡ урын таба инек. Уйын барышында тормош хәлдәре хаҡында ла әңгәмә ҡороп алабыҙ. Ишбулды ағай һис тә еңелергә яратманы, партияны оттора ҡалһа ишеккә арҡыры баҫып сығармай ҙа ҡуя. Шулай итеп ҡай-һы саҡ төн уртаһына саҡлы ултырып ташлайбыҙ. Линейканың аҙағында һыу буйы итеп теҙеп уҙған йылда уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашыусыларҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләргә тотондолар. Белеп, һиҙеп, урынлы бәйләнгәнмен икән, эргәмдәге теге ҡыҙға ла рәхмәт хатын тотторҙолар. Был эре генә, тиҡый атлап сығып алды ла бына ҡара, күр, көнләш тигәндәй ҡағыҙын минең яҡҡа һонғайны, хуплауымды белгертеп баш бармағымды күрһәттем, күптән аралашҡан яҡынымдай күреп шаян күҙ ҡыҫтым, йәнәһе лә миңә бисәлеккә барырға лайыҡһың. Былайтып оҙон-оҙаҡ һерәйеп тороу ялҡыта, теңкәне ҡорота башланы, алаптай ауыҙымды күккә өңрәйтеп асып иҫнәп алдым, сөнки сит-яттарға тәтегән һанһыҙ бүләкләүҙәр миңә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгелдәр. Тантана тамамланғас беҙҙе тәғәйен урындарға тараттылар. Тураһын әйтергә кәрәк, фельдшерҙарға тейешле кабинет шыпа ла ғына күңелгә ятманы, сөнки аквариумға оҡшаш спиртлы һауыттарға һалынған кеше ағзаларының айырым өлөштәре стена буйлатып теҙеп ҡуйы-лғайны, өҫтәүенә йод, формалин, хлорка еҫе танауҙы ярып алып бара. Шуның менән генә бөтһә ҡана ла һуң, юҡ бит, бер яҡ ситкә оло өҫтәлгә аяҡтарын тарбайтып бала табырға йыйынған ҡатындың муляжын урынлаштырғандар. Муляж ҡатындың яланғас саты хәтәр амбаразуралай өңөрәйеп миңә ҡарай йүнәлтелгән. Өркөткөс, юҡ, һеңгәҙәткес күренеш! Ҡайҙан килеп юлыҡтым әле мин бында, ормаһарҙан, эштең ни менән барып бөтөрөн аҙағынаса уйламай, аҡҡа төрөлгән ожмахмы был, әллә гөнаһлы тамуҡтың үҙеме? Шул екһенеүҙән тәнем ҡымырйып китте, былай ҙа терпеләй тырпайған сәстәрем тағы ла тырпая төштөләр.

   Бит-йөҙҙәрен килештереп, урын-еренә еткереп һылап-һыйпаған, ҡурсаҡтай итеп кейенеп алған осоҡ ҡала ҡыҙҙары мине күҙгә лә элмәйҙәр, бәғзеләре өҫтөмдәге кейемемә ишаралап пырх та пырх көләләр өҫтәүенә. “Әйҙә, әлегә иркенләп ширҡаңлағыҙ, һуңынан аҫылдарҙан-аҫыл егетте бүлешә алмай талашып та йөрөрһөгөҙ әле, ә мин һеҙҙең бешкәнме-сейме икәнлегегеҙҙе бармаҡ менән сиртеп кенә самалармын!” тип тынысландырам үҙемде. Шул мәл көтмәгәндә кемдер арттан килеп йомшаҡ ҡына итеп етәкләп алды. Ҡайырылып ҡараһам - һылыу бер ҡыҙ йылмая биреп ҡарап тора, кейгән кейеме лә йыйнаҡ, бөхтә, ҡаштарын, ирендәрен дә буямаған, хас та ябай, итәғәтле, бәләкәй саҡтан минең менән уйнап, аралашып үҫкән ауыл балаһы. Нескә талсыбыҡтай сибек кенә кәүҙәле, төпһөҙ күлдәй зәңгәр күҙле ылыҡтырғыс ҡыҙҙың икенән үрелгән ҡабарынҡы етендәй һары сәс толомо иңенә ятҡан. “Әһә, егеттең алтынын, аҫылын, бер тигәнен танырлыҡтар ҙа бар икән әле бында!” тип тантана иттем эсемдән.

                                                                                                   (Дауамы бар.)

 

Автор:Хайдар Тапаков