АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Ғинуар 2023, 08:11

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан)

                  Моғайын да ҡурҡышынан йөрәге тотоп ҡайтып киткәндер, теге тәтәйбикә генә күренмәне. Апаруҡ оло йәштәге, ҡырҡылған түмәрҙәй ҡыҫҡа буйлы, биттәре арҡырыға йәйелгән, тумалаҡ күҙле мәрйә башҡаса килеп йөрөмә беҙҙең тирәгә, мәлғүн, тигәндәй ҡулдарын минең тарафҡа һоноп суҡындырыуҙы. Был дини хәрәкәтте мин хәйерле юл теләү итеп ҡабул иттем.

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан)
Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан)

  Ауыл хужалығы техникумына барырға йыйынып та, көтмәгәндә, маҡсатымды ҡырҡа үҙгәртеп, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Сибай ҡалаһының медицина училищыһына уңышлы ғына имтихандар тапшырып уҡырға инеп ҡайтҡайным, һайлаған һөнәремдән үтә лә риза, ҡәнәғәт ҡалған әсәйем, алдан төйнәнеп, әҙерләнеп ҡуйыуың хәйерле, тип, тилбер йүгермәләп йөрөп көнэлгәре мине өҙәрем юлға йыйындыра ла башланы. Тәүбаштағы теләгемдән тайпылып яңы урын һайларға маташыуымды аҙым һайын мине ирештерергә теләп семетеп алырға, яйы сыҡҡан һайын түбәнһетергә әүәҫ кесе апайым һәр ваҡыттағыса әсе төрттөрөп баһаланы: “Ҡапаҡайланып шулай итереңде алдан һиҙгәйнем дә, ниндәй генә ер белгесе, агроном сыҡһын инде һинән?! Ҡара эшкә барымың юҡлығы әллә ҡайҙан күренә, күҙгә ташлана. Бисә-сәсәнекенә тартым сибек ҡулдарың бигерәк нескә, скрипкасыныҡы һымаҡ осло бармаҡтарың ауырыу ағзаларындағы тишек-тошоҡтарҙы соҡоуҙан арыға эшкинмәй!” Бына ошондайыраҡ итеп баһаландым, ҡылыҡһырландым. Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, бер нимәне лә онотоп ҡалдырмай тәфсирләп тыҡшырып, ур-ын еренә еткереп теүәлләү кәрәкле һәм мөһим мәшәҡәт. Артмағыма йыуылған, үтекләнгән кейемдәрем, йөҙөнөң бер яҡ сите китек балҡалаҡ, әлүмин көрөшкә, аяғөҫтө ҡабып тәғәмләнер ризыҡтарым, атап әйткәндә бер банка яңы айыртылған ҡаймаҡ, ярты түтәрәм ҡомалаҡ икмәге, самауыр эсенә һалып бешерелгән ике-өс бөртөк йомортҡа, төйөрөм тауыҡ бото һалынды. Юғалып ҡуйыу, йә талап алыуҙан эс тартып өс унарлыҡ ҡағыҙ аҡ-саны балаҡтары тубыҡтарыма ҡәҙәр төшөп торған ҡара ситса трусигыма бәләкәй янсыҡ әтмәләп шунда һалдыҡ, кеҫәмә әрһеҙләшеп һорауһыҙ тығылһалар ҙа моғайын да бот араһын, сат тирәһен һәрмәп тикшереп темеҫкенергә баштары етмәҫ. Йәшерен кеҫә, тигәндәй, әсәйем теген машинкаһы менән уны дүрт-биш тапҡыр уратып һырып теккәйне, Сибайға килгәс әле, йәмәғәт бәҙрәфенә инеп боҫоп лезвие менән һүтеп аса-ысҡындыра алмай бер булып этләнелде. Талаусы юлбаҫарҙар мөлкәт-байлығымды тапҡан хәлдә лә ошолайтып, минең ише ҡыялырға, йонсорға теләмәй йыбанып ҡул ғына һелтәрҙәр ине бары. Беҙгә, уҡыуҙың беренсе көнөнән үк өҫтөбөҙгә аҡ халат, башыбыҙға ҡалпаҡ кейеп ки-лергә ҡушҡайнылар, шуға дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәйем уңып бешкән икм-әктәй түбә өлөшө ҡабарынҡы башлығын бүләк итте, ауыл кибетендә ундай һөнәри кейем һатылмағас санитарка Мәрхәбә апайҙан фәҡәт бер айға ғына, тип йыуа барып һарғылт төҫкә ингән халатын үтескә алып торҙом. Шулай итеп уҡыу йортоноң иң беренсе, тайпы-лышһыҙ мөҡәддәс бурысы үтәлде, ә ҡалғандары инде ваҡ мәсьәлә.

    Иртәгә китергә тигән көндә алыҫ сәфәргә оҙаҡҡа йыйынғандай тәбиғәткә сығып әйлә-неп урман-ҡырҙар менән хушлашып, мәңгегә киткәндәй бәхилләшеп ҡайтҡан булдым. Яманһыулап, кәйефһеҙ генә кис клубка сыҡҡайным яңылыҡты ишетеп өлгөргән тиҫ-терҙәрем: “О-о-о, доктор Айболит килә ята ла баһа!” тип шау-гөр килеп ҡаршы алдылар. Ҙурлауҙары күңелемә майҙай яғылды.

    Ул саҡта беҙҙең тарафҡа маршрут автобусы йөрөмәгәнлектән уңыш мәлендә элеваторға ашлыҡ ташыған йөк машинаһының кузов башына һағып киттем. Иҙәндәй тигеҙ, туптай тығыҙ иген өҫтөнә ябылған брезентта аяҡ-ҡулдарыңды йән-яҡҡа йәйеп, эсе күпкән тәл-мәрйендәй тырпырап ятыуы үтә лә яйһыҙ, йә берәй йәбешеп барыр тотанағы юҡ, хәйерһеҙ, соҡор-саҡырлы боролмаларҙа бына-бына тәгәрәп төшөп ҡалыр хәлдәмен. Ете юл сатында ятҡан Юлдыбайға етеп ҡырсынташҡа төшкәнсе үткән-һүткән ылауҙарҙан инмәле лә сыҡмалы урман һуҡмағынан күтәрелгән туҙан болото бейектә асманды япҡан янғындай әллә ҡайҙан ауалап күренә. Ҡояш байыр мәлдә Сибайға килеп төшкәндә саң ҡойоно-на ҡойонған өҫ-башым бысранып, эт алғыһыҙға ҡалып буялып бөткәйне, тештәрем, күҙ аҡтарым ғына ағарып күренә, ә маңлайымдан, биттәремдән шыбаҡшып һырғалаған тиргә теге, ҡәһәрле туҙан болғанғанлыҡтан сырайым ҡарасман негрға уҡ тартмаһа ла, кипкән кәүҙәһенә һоро-көңгөрт тән тиреһе һылашып ҡатҡан бәҙәүи сүл ғәрәбенә  оҡшап ҡалға-йны. Аҙаша-төртәләнә, ауырлыҡ менән ыңҡ-мыңҡ килеп һорашып-белешеп, унда-бында бәрлегеп-һуғылып элеваторҙан ҡала үҙәгенә сыҡтым, Киров урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорттан торған “Ирәндек” ҡунаҡханаһын көскә эҙләп таптым. Йорт, башҡаларынан айырмалы рәүештә аҡбалсыҡ менән штукатурланғайны, шуға әллә ҡайҙан балҡып үҙенә саҡырып, әйҙәп тора.  Көтмәгәндә-уйламағанда, бәхетһеҙлегебеҙгә ҡаршы ҡайҙан килеп юлыҡты был берәҙәк, тигәндәй шикләнеп, тексәйеп, паспорт урынына силсәүиттә яҙылған мисәтле справка мәғлүмәттәрен ҡат-ҡат ентекләп тикшереп ҡарағандан һуң ғына рыя ҡабул итеп, теләр-теләмәҫ кенә үткәрҙеләр ике кешелек бүлмәгә, өҫтәүенә ҡайта-ҡайта инеп шикләнеп күҙәтеп мәшәҡәтләнделәр, әйтерһең дә мин ниндәйҙер башкиҫәр, юлбаҫар, сит планетанан килгән рәбәғәтһеҙ, ҡойто йән эйәһе! Тынғылыҡ бирмәй өҙлөкһөҙ ишеккә башын тығып администратор ҡыҙ маҙаһыҙлай өҫтәүенә. Таш фатирҙа яралып, ҡала “теплицаһы” шарттарында үҫкән был тәтәйбикә баштан уҡ күңелемә ятманы; уның буяҡ-кремдар һылашҡан һөймәлекһеҙ бит-йөҙө, яһалма сүстән әтмәләнгән ҡабарынҡы сәсе, уҡтай ҡаҙалырға әҙер оҙон керпектәре, әруахты хәтерләтеп килешһеҙ аҡһыл төҫкә буялған йоҡа ирендәре, тыртыҡ буй-һыны, ҡаҡ һөйәктән хасил, ҡыу һайғауҙай нәҙек сираҡтары, хатта өҫтөнә кейгән кейеме уйынсыҡтар кибетенең түренә ҡуйылған ҡурсаҡтыҡына оҡшаған. Тәтәйбикә бәйләнсек, юҡ йомошто бар итеп табып йәнә килеп инде лә кемлегемде тулыһы менән асыҡларға теләпмелер, ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп һораулы тексәйҙе: “Вы хоть немного понимаете русского языка?” “Великого русского языка штүли? Сәпсим шүт-шүт, - башҡортсалап өҫтәп ҡуйҙым, - шәкәр-сәйлек, икмәк тоҙлоҡ ҡына… ”“ Откуда, из каких окраин взялись… такой, странный, неземной?..” Аң-зиһене һай ғына түгел, таптаҡыр әҙәмдәй мәғәнәһеҙ итеп көлөп ебәрҙем дә: “Из психбольницы я, түлке сегодня выпустили, временно, целых два месяца пролежал там взаперти, теперь на свободе, вүлней казак, теперь для развлечения сжигай что хочешь, режь, убивай кого взду-мается!” тинем. Зым-зыя юҡҡа сыҡты, башҡаса күренмәне теге, һипһенгәндер, шөрләгән-дер, күрәһең, бәләһенән баш аяҡ тип, ҡул һелтәгәндер. Шуныһы ҡулай, бүлмәлә бер үҙ-еммен. Һуң шулай булмай тағы, аҡты ҡаранан айырмаған рухи имгәк, ҡанһыҙ башкиҫәр менән кем генә йәнәш ятырға теләһен, йөрьәт итһен?! Хәрриәт. Аулаҡ. Рәхәт. Кис буйы кейем-һалымымды һөртөп таҙартып, бит-йөҙөмдө әҙәм рәүешенә индерергә тырыштым. Йыуыныу бүлмәһендә башымды кер һабыны менән йыуғандан һуң стенаға беркетелгән көҙгөгә ҡарағайным унан миңә сәстәре хәтәр тырпайған, ташбыҡ күҙле, ҡолғалай муйынлы, арыҡ буй-һынлы, һыны һынһыҙ шүрәлегә тартым ҡарпыш ҡолаҡлы ғифрит ҡараны. Көтмәгәндә ят, һипһендергес кешене тап иткәндәй, күрергә теләмәгән һармаҡ әҙәмде осратҡандай үҙ ҡиәфәтемдән үҙем ҡурҡып киттем.

   Иртән торғас еңелсә тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, эшкәлек шешәгә тартым эсле һауытҡа ҡойолған ҡатыҡ, табала бешерелгән майикмәкте хәтерләткән түңәрәк ҡабартма һатып алдым. Һауыттың башы төҫлө ҡурғаш менән көпләнгәйне. Үҙем менән бәке-маҙар йөрөтмәгәнлектән быны нисегерәк асалар икән, тип тә-ғәмләнергә ингәндәрҙе бер килке ситтән күҙәтергә лә тура килде. Ә уның ғилләһе ябай-ҙан-ябай икән дә баһа, бары шешә тишегенә баш бармаҡ менән баҫырға ғына кәрәк, бына бит донъя күрмәгәнлек, рәт-яй белмәгәнлек, наҙанлыҡ нимә эшләтә!

    Биләгән өҫтәлемә яҡынлаусы табылманы, бер үҙем ултырып тамаҡландым.

    Бүлмәмде администраторға тапшырып әйберҙәремде төйнәп китергә йыйынғайным, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре аяҡлы бәләнән еңел, бәләһеҙ генә ҡотолғанлыҡтарына сикһеҙ ҡыуанып тотош төркөм менән күтәрмәгә сығып, күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатып ҡалдылар. Моғайын да ҡурҡышынан йөрәге тотоп ҡайтып киткәндер, теге тәтәйбикә генә күренмәне. Апаруҡ оло йәштәге, ҡырҡылған түмәрҙәй ҡыҫҡа буйлы, биттәре арҡырыға йәйелгән, тумалаҡ күҙле мәрйә башҡаса килеп йөрөмә беҙҙең тирәгә, мәлғүн, тигәндәй ҡулдарын минең тарафҡа һоноп суҡындырыуҙы. Был дини хәрәкәтте мин хәйерле юл теләү итеп ҡабул иттем.

 

Автор:Хайдар Тапаков