АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Ғинуар 2023, 15:00

Минең исемем Донъя

Һеҙгә бер риүәйәт. Егет кеше бик матур ҡыҙға ғашиҡ була. Атаһын кәләш һоратырға ебәрә. Атаһы ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була. Ата менән ул араһында ыҙғыш китә. Былар муллаға баралар. Мулла ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була. Китәләр ҡазыйға. Ҡазый ҡыҙға үҙе ғашиҡ була. Китә талаш. Шунда ҡыҙ әйтә, кем мине беренсе булып ҡыуып етә, мин шуныҡы булам. Әйтә лә атҡа менеп сабып китә. Тегеләр ҡыҙ артынан ҡыуа төшәләр. Бара торғас, береһе ҡолап ҡала, икенсеһе осоп төшә. Шунда ҡыҙ туҡтай ҙа әйтә., минен исемем ДОНЪЯ ти, күпме генә минең арттан ҡыуһағыҙ ҙа ҡыуып етә алмаҫһығыҙ. Шулай дуҫтар! Донъя артынан ҡыуып та, әле бер кем дә уны тотоп алғаны юҡ, бер кем дә мәңгелек түгел. 

Минең исемем Донъя
Минең исемем Донъя

Шуға Яңы йылда ата-әсәләрҙең, туғандарҙың, яҡындарҙың, балаларҙың, таныш-белештәрҙең, дуҫтарҙың ҡәҙерҙәрен белеп, татыулыҡта йәшәргә яҙһын.

Автор:Гульдар Кадаева