АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Июнь 2022, 11:20

ЙӘШЕНЛЕ ЙӘЙЕМ—ӘСӘЙЛЕ САҒЫМ

Ҡапыл донья ҡаранғыланып китте, йәшен йәшнәп ебәрҙе. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ат өркеп беҙҙе алып ҡасты, әсәйемде бөтөнләй тыңламай. Шулай булһа ла нисектер теҙгенде ныҡ тотоп, юлды юғалтмаҫҡа тырышты.

ЙӘШЕНЛЕ ЙӘЙЕМ—ӘСӘЙЛЕ САҒЫМ
ЙӘШЕНЛЕ ЙӘЙЕМ—ӘСӘЙЛЕ САҒЫМ

 БИШЕНСЕ ЙӘЙЕМ ИНЕ... Нәҡ бөгөнгө һымаҡ көн аяҙ, матур йылы...Әсәйем менән Байыштан ат арбаһына бойҙай еме тейәтеп, татлыбайға тура сыҡтыҡ. Дилбегә әсәйем ҡулында. Ундай эш сәфәренә алты балаһы араһынан мине һайлағанға бәхетемдең сиге юҡ ине. Шул мәл ҡапыл донья ҡаранғыланып китте, йәшен йәшнәп ебәрҙе. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ат өркеп беҙҙе алып ҡасты, әсәйемде бөтөнләй тыңламай. Шулай булһа ла нисектер теҙгенде ныҡ тотоп, юлды юғалтмаҫҡа тырышты. Йәшен ат менән арба араһынан ялтлап үтә. Әсәйем кейемдәрен сисеп, эргәһендә нәмә бар шуның менән мине ҡаплап, урап ултыртты, ә мин бер тишек табып ҡарап барам.Үҙем әсәйемде шул хәтлегем йәлләйем: ул бөтөнләй һыуланып өшөгән ине. Йәшендең ныҡ шартылдауынан, арбаны тегеләй йә былай бәргеләнеүенән, ямғыр шаулауынан саҡ ишетеп ҡалам:

—Ныҡ тотон, балам, асма ябыуҙы, ҡарама, күҙеңде йом,—тигән хәстәрлекле һүҙҙәрен...

Ә мин бөтөнләй ҡурҡмайым: миңә рәхәт , мин бит әсәйем менән. Шулай ҡурҡышынан саба торғас, бахыр ат һаҙға алып барып баттырҙы арбаны.

—Алыҫ ҡалманы ауылға, һин ултырып тор. Мин йүгерҙем, кешеләр алып киләм. Ҡурҡма, атты ағасҡа ныҡ бәйләнем. Мин өйрәткән доғаны ҡабатлай тор,—тине лә ҡаранғыла юғалды...

Иҫемә килгәндә урындыҡта ята инем, йылы итеп төргәндәр, самауыр шыжлап ҡайнай. Үҙ-ара һөйләшәләр: «Бойҙайҙы нисек киптерергә?»

Шул мәлдән йәшнәп-йәшнәп ҡойған ямғырҙарҙы яратам. Бөтөнләй ҡурҡмайым. Әсәйемә ни хәтлегем ҡәҙерле икәнемде аңлаған мәлемә, әсәйле сағыма алып ҡайта ул мине...

Дилбәр Биктимерова.

Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева