Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Июнь 2022, 15:17

Ҡуласа. Хикәйә. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)

  – Эргәгеҙҙә инем балам, зыярат эргәһендәге сауҡалыҡта ағасты ҡосаҡлап үк­һ­ей инем… Ауыл халҡына, райондан килгәндәргә күренергә батырсылыҡ итмәнем. Ул­арҙың хөкөм иткән асыулы ҡараштарын күтәрә алмаҫ инем барыбер…  Шунан төн еткәс зыяратҡа инеп таң атҡансы Юлай улым менән һөйләшеп, серләшеп ултырҙым… Билләһи, тауышын ишеттем уның, ул да мине асыҡ ишетте һәм аңланы… Алла бар был донъяла, балам, йәшәй-йәшәй шуға инандым. Намыҫ әҙәм балаһына Алла тараф­ынан би­релгән һәләт… Ә мин намыҫһыҙ йәшәнем, ғәйеплемен,  һеҙҙән яр­лы­ҡау, кисер­еү өм­өт итмәйем…

Ҡуласа. Хикәйә. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. (Алтынсы киҫәк. Дауамы бар.)

– Шулай итеп, иҫтәлекле, хәтерҙә ҡалырлыҡ осрашыуҙы дауам итәйек, хөр-мәт­ле ағай-эне!.. - Рөстәм Ишмөхәмәтович ишек яғындағылар­ға мыҫҡыллы ҡарашын ат­ты. - Бе­­ренсе һүҙҙе һеҙгә бирәйек, Мәликә Мансуровна, бә­л­ки атайығыҙға әйтер, оло­лар кө­нө алдынан уға еткерер теләктәрегеҙ барҙыр… Ысын­­ын әйткәндә, Мәликә Ман­суровна, һеҙҙең атайығыҙҙың ҡа­рттар йортонда йәш­ә­­гәнен белмәнем. Был минең өсөн көт­ө­лмә­гән, һәм өҫтәргә кәрәк, шатлыҡлы булмаған яңыл­ыҡ… Һеҙҙең менән нисә йыл бергә-бергә, ҡулға ҡул тотоношоп эшләргә тура килде, шул серҙе лә йәш­е­реп тотҡанһығыҙ… Көтмәгән инем, көтмәгән инем! - Ҡулында әйләндергеләгән күҙлеген өҫт­ә­л­гә ырғытты ла тәкәббер төбәлеп креслоһында ҡайҡайҙы.

       Башлыҡ­тың был хәрәкәтенә өйрәнеп бөткән, тимәк - ул үҙен хаҡлы тип тоя, тим­әк - ул сығарған ҡарар ҡаты һәм аяуһыҙ буласаҡ.

       Мәликә Мансуровна яй ғына ҡалҡты, лакҡа ҡатырылған сәстәренә ҡағылды, күлдәк итәген тартып төҙәтештерҙе. Тағы ла бер тапҡыр бүлмәләгеләргә ҡарашын һир­п­те, тишерҙәй итеп атаһына төбәлде:

            – Һаумыһығыҙ, Мансур Зәбирович, танынығыҙмы, был мин, Мәликә ҡыҙың бу­лам…

            – Һауғынаһыңмы, балам… - Мансур ҡарт уң ҡулында ҡалған ике бөртөк ба-р­мағы менән лупа күҙлеген төҙәтте лә башын баҫты.

            – Мин һеҙгә бала түгел, шуны иҫегеҙгә һеңдерегеҙ! Яҡты донъяға тыуҙырыу ғы­­на аҙ, атай исемен йөрөтөү өсөн ауыҙҙағы һуңғы телемде өҙөп ҡаптырып бала-ны тәрбиәләп үҫтереү ҙә зарур. - Аяуһыҙ башлауын тойоп баҫыла төштө. - Әсәй­ем дә мин­дә йәшәй, имен әлегә…

            – Ишетеп ятам…

            – Ишетәм, тигәнсе уны эҙләп табып, килеп хәлен белһәң, үҙеңдең ҡайҙа­лығың­ды еткерһәң арыу булыр ине. - Ары рәсмилек һаҡлап ҡала алмай «һин»гә күс-те. -  Юғ­­­иһә, атаһынан баш тартҡан енәйәтселәй мир алдында баҫып тороуы ми­ңә лә еңел тү­гел.

            – Ҡыҙым, бында тамсы ла ғәйебем юҡ, минең өсөн һинең менән осра­шыу көтө­л­мәгән хәл.

            – Көтөлмәгәнме, әллә ҡыуаныслымы?

            – Ҡыуаныслы…

            – Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, Мансур Зәбирович, ә мин был осрашыуҙа шашып ҡыуанырлыҡ сәбәп тапмайым. Һинең хәлеңде лә аңлайым, ҡыуаныуҙан би­герәк тет­рә­неп ултыраһыңдыр. Үҙеңә мәғлүм, бының өсөн йөйҙәр, күңелеңде сыр­ма­лт­ҡан тө­й­өндәр етерлек. - Башлыҡҡа ҡараны. - Рәхмәт, Рөстәм Ишмөхәмәтович, ҡа­йһылай ҙа матур, онотол­маҫ ос­р­ашыу ойошторған­һығыҙ, бала сағыма ҡайтып ур­а­ғ­андай булдым.

      Башлыҡ хәл-ваҡиғаны асығыраҡ күрергә теләгәндәй күҙлеген кире алып кейеп ур­ыбаҫарҙарына мәғәнәле ҡарап ҡуйһа ла яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Мәликә дауам итте:

            – Алдан уҡ иҫкәртәм, беҙҙең бөгөнгө әңгәмәләшеү еңелдән булмаясаҡ. Икәүҙән-икәү ултырып аңлашһаҡ күпкә еңелерәккә төшөр ине лә бит, тик ни хәл ит-әһең, бары менән ба­йрам, тиҙәрме әле? - Яман һулап ҡуйҙы ла ҡарашы менән бө-ршәйеп ҡалған кәлбер кәүҙәне өттө. - Беҙҙән ғү­мерең буйы ҡасып-боҫоп йәшәнең, ә бына уның нил­ек­тән икәнлеген аңламаным, әле лә аңламайым. Һине ғәфү итә алмайым, атай, сөнки беҙ­ҙә йәшәгәнеңдә гел әсәйҙе йәберләнең, кәмһеттең, мыҫҡыл иттең…

            – Ҡыҙым!..

            – Бүлдермә, берүк, һуңынан аҡланырһың, әгәр аҡлана алһаң! Рөстәм Иш­мө­хәмәтович, мөмкин булһа һыу бирегеҙ әле?

            – Рәхим итегеҙ, Мәликә Мансуровна!

       Һыу йотоп тамағын сылатҡан, тулҡынланыуын бер аҙ баҫҡан Мәликә Ишйәрова дауам итте:

            – Балаларыңа ни көн күрһәттең һуң?  Һин булмағанда өйгә ҡот, йылылыҡ һәм яҡты­лыҡ инеп ҡала торғайны, быныһын бөтәһенең алдында асыҡтан-асыҡ әйтә ал­ам. Өйөн боҙ һарайына, яҡындарын ҡурҡытыу һәм мыҫҡыллау объектына әйләндер­гән әҙәм үҙен ғаиләлә баш итеп иҫәпләй аламы? Юҡ! Хәҙер ҡара минең маңлайға, бы­н­ау йөйҙө хәтерләй­һең­ме? Хәтер­ләүең бик тә икеле, сөнки лаяҡыл иҫерек инең! Балаһы­н­ың ҡанын ағыҙған ке­ше атай исемен йөрөтөргә хаҡлымы? Тағы ла юҡ! Иртәге­һ­ен ғә­фү үтенәһе урынға яңынан тау­ыш ҡуптар­ып әсәйемде урамға алып сығып типке­лә­н­ең, сәстәрен йолҡҡос­ла­ның. Ишек ал­­дында елдә туҙышҡан сәстәрҙе ғүмеремдең һуңғы көндәренә ҡәҙәр онотаһым түгел. Тағы эс­кән килеш тракторыңа ултырып ал­ып күр­ше­ләрҙең яңы ғы­на сыҡҡан ҡаҙ се­бештә­рен тапаттың. Инәлеге имгәнгән, себеш­тәре иҙелгән ата ҡаҙ ҡош теле менән ҡа­рғамаған тиһеңме!? Һин ғаиләң өсөн генә түгел, тотош ауыл өсөн дә имгәк инең, хөр­мәтле ал­дын­ғы тракторсы! Ниндәй генә хеҙмәт булһа ла ул иң әүәл аҡыл менән һуға­рылырға һәм нығытылырға тейеш. Шул саҡта ғына ул йәм­ғиәт өсөн файҙалы. Һуҡ­ыр, мәғәнәһ­еҙ хеҙмәт атҡарып шуның еме­ш­енә, һөҙөмтәһенә ҡыуанырға беҙ бит ҡол­дар түгел! Һин ғүмерең буйы ер һөрҙөң, иген һу­ҡ­тың, былар маҡтауға лайыҡ, тик ғаиләңдәге­ләрҙең күңелен һөрөп аҡтарырға, йә­н­­дәрен туҡмаҡларға тейеш түгел инең…

            – Ҡыҙым, үтенәм етер…

            – Юҡ, етмәне әле, бөгөн әйтмәһәм, был хаҡта тағы ла ҡасан әйтәм!

            – Мәликә Мансуровна, әйткәндәрегеҙ аңлашылды, Һеҙ бер аҙ тынысланғансы, фекер туплағансы бә­лки башҡаларҙы тыңларбыҙ, ә? - Осрашыуҙың көтөлмәгән йүнә­л­еш алыуынан юғалыңҡырап ҡалған башлыҡ сараға рәс­ми төҫ биреп һөйлә-ш­еүҙе һә­үетемсә йүнәлешкә борорға теләне. - Бәлки, Фәрит Яман­ғолов әфәндене тыңлап ҡа­рабыҙ? Ни өсөн ҡәҙерле әсәһе бөгөнгө көндә ҡарттар йорт­о­нда көн итә икән?

            – Әсәй үҙе теләп китте, фатирығыҙ тар, мин түгел, үҙегеҙ һыя алмайһығыҙ әле, ҡарт кешегә пакуй кәрәк, тине. - Урынынан теләр-теләмәҫ ҡалҡҡан Яманғолов ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.

    Яманғолов һүҙ алғас урта төштә ултырған, ҡойто ғына кейенгән һикһән йәштәр са­маһындағы әбей иҙәнгә һалынып тиерлек төшкән итәген һыпырғылап ҡымғыр-лай би­реп ҡуйҙы, ап-аҡ сәстәрен, тәрән һырҙар сыбарла­ған маңлайын ыуҙы ла ҡулы менән тештәр тойолмаған мөйтәңләк иренле ауы­ҙын ҡа­п­ланы. Күренеп тора, нәҫ баҫҡан, фа­­ни донъяға ҡул һелтәгән ҡарсыҡтың һүҙ ал­ы­рға ла, ризаһыҙлығын әйтергә лә, бәх­әсләшергә лә, үҙ-үҙен яҡларға ла яйы юҡ. Тоҙ тө­ҫөн алған күҙҙәр генә бар тирә-яҡҡа рәнйеп, үпкәләп ҡарайҙар.  

            – Фатирығыҙ нисә бүлмәле, Фәрит Әлтәфович? - Быны социаль мәсьәләләр буй­ынса урынбаҫар һораны.

            – Һуң, тар ғына дүрт бүлмәле өкәлтәк инде шунда: зал, йоҡо, малайҙың бүлмә­л­әре, тағы минең эш кабинеты, бөттө-китте. Етмешенсе йылдарҙағы йорт пл-аниро­в­ка­һы бит беҙҙә, дөй­өм майҙан бөгөнгө бер бүлмәле фатир кимәлендә генә. Бисә лә, һы­йып булмай, тип көн һайын игәй, ҡо­лаҡ итен ашай… Ысынлап та шу-лай, донья көтөүе ауырлашты, ҡайҙа ҡарама тар, ҡайҙа ҡарама ҡыҫынҡы. Иркенлек, ысвабода етмәй замана кешеһенә…

            – Тормош хәлең үтә лә ауыр икән дә баһа, Фәрит Әлтәфович, шуға иртәгә үк уны яҡшыртыу йәһәт­енән ғариза яҙып килтер! - Башлыҡ әсе ҡапҡандай йөҙөн сирҙы.

            – Што һеҙ, кәрәкмәй, быныһы артыҡ, мин бит ыскрумный, баҫалҡы, әҙәпле кеше! - Кинәйәне аң­ла­­­маған Яманғолов үҙенекен тыҡыны. - Әсәйемә килгәндә, айына бер барып, уның хәлен белеп, йәшәү шарттары менән танышып, бағыусыларына ҡәтғи талаптар ҡуй­ып торабыҙ. Што һин, кант­рүлләү необходимо, как никак мине бағып үҫтергән әсәй бит ул!

            – Әсәйегеҙгә матди ярҙам күрһәтәһегеҙме һуң, - тине иҡтисад буйынса урынба­ҫ­ар.

            – Ә кәк же! - Яманғолов ҡупырайҙы - Мәҫәлән ололар көнө айҡанлы ба­р­лыҡ аҙыҡ-түлеккә биш процент ташлама яһаным, әсәйем генә түгел, барлыҡ әсәләр ярлы эшҡыуарҙың йомартлығын күреп ҡыу­ан­һындар әйҙә!

            – Рөстәм Ишмөхәмәтович, Фәрит Әлтәфовичтың әсәһенең тормош хәлен конт­рол­ләүен бәлки аҙаҡҡараҡ ҡалдырырбыҙ, мин бит әле әйтеп бөтмәнем. – Уры-нында тапанған Ишйәрова турайып баҫты.

            – Разве я прутив, улар һораны, мин яуап бирҙем. – Нигеҙле, урынлы бәйләнеүҙәрҙән ваҡытлыса бу­лһа ла ҡот­олған Яманғолов ултыра һалып күршеһенең яурыны артына боҫто.

            – Мансур Забирович! - Тарҡалған уйҙарын тупларға теләгән Мәликә бер аҙ тын торҙо - Юлай ағайымды Афғанстандан ҡурғаш табутҡа тығып ҡайтарғандар­ы­н­да уны ерләү мәлендә тотош район халҡы йыйылды, ә һин ҡайҙа инең?

      Мансур ҡарт ҡалҡты, көҙгө елдә тирбәлгән ағастай бәүелеп торҙо, бер яҡҡа ҡы­р­ын шылған түбәтәйен төҙәтте, танау осона шылған күҙлеген алып күрмәлекһеҙ пин­ж­ә­генең түш кеҫәһенә тыҡты ла тупыс ҡул һырты менән йәшләнгән күҙҙәрен ыуғас ауыр тын алып, быуылғандай ғыжылданы:

            – Эргәгеҙҙә инем балам, зыярат эргәһендәге сауҡалыҡта ағасты ҡосаҡлап үк­һ­ей инем… Ауыл халҡына, райондан килгәндәргә күренергә батырсылыҡ итмә-нем. Ул­арҙың хөкөм иткән асыулы ҡараштарын күтәрә алмаҫ инем барыбер…  Шунан төн еткәс зыяратҡа инеп таң атҡансы Юлай улым менән һөйләшеп, серләшеп ултырҙым… Билләһи, тауышын ишеттем уның, ул да мине асыҡ ишетте һәм аңланы… Алла бар был донъяла, балам, йәшәй-йәшәй шуға инандым. Намыҫ әҙәм балаһына Алла тараф­ынан би­релгән һәләт… Ә мин намыҫһыҙ йәшәнем, ғәйеплемен,  һеҙҙән яр­лы­ҡау, кисер­еү өм­өт итмәйем…

      Атаһының һуңлаған үкенеү һүҙҙәрен ишеткән Мәликә Мансуровна сыҙап ҡала ал­­маны йәшенә төйөлөп сығыу яғына ҡарай атланы. Уны тотҡарлаусы булманы.

 

                                                                    

Автор:Хайдар Тапаков