Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
17 Июнь 2022, 08:25

Ҡуласа. Хикәйә. ( Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

   – Йә, бына мин ҡайттым! - Һалынып төшкән ялан башын кинәт ҡалҡытҡан ата ҡыҙарған күҙҙәрен хәтәр яндырып ҡарап һөжүмгә күсте. - Йәнә ләх булғансы эс­к­ән, тим­әксеһегеҙме? Имею пра­во! Патаму што, мин ул колхоздың хеҙмәт алдынғыһы, ураҡ батыры, бик белгеһеҙ килһә! Колхоздыҡы ғына түгел, райондыҡылыр ҙа әле. Ырайунда минең һымаҡ итеп, тырышып эшләгән бер кем дә юҡ! Бер кем дә! Шуға ла мине күрәләр иң башта, мине, пиридауикты маҡтайҙар. Маҡтамаҫ та инеләр, тотош ауылды бер кеше туйҙырып, аҫырап торғас башҡаса хәлдәре лә юҡ…

Ҡуласа. Хикәйә. ( Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. ( Өсөнсө киҫәк. Дауамы бар.)

– Алдынғы тракторсы Мансур Булатов, урып-йыйыу эштәренең барышын йомғаҡлап идара сығарған ҡарарға ярашлы  колхоздың ураҡ чемпионы тип билдәләнә, һәм  «Урал» мотоциклы менән бүләк­л­ә­нә!.. -  Ауыл клубы бер аҙға ғына тын торҙо ла гөрләтеп ҡул сабырға тотондо, рәт­т­ә­р­ҙә ху­плау ауаздары ишетелде: «Маладис ҡорлаш, һынатмайһың, әй, бында мот­о­ц­икл  ал­дың, районда моғайын да «Москвич»ҡа ултыртып ҡайтарырҙар!.. Сосһың да инде, енеңде ҡушып эшләтә­һең­дер билләһи, юғиһә… Мансур һинән бер сирек, былай бул­ғ­ас аҙна буйы туҡтамай йыуырға була!.. Сәхнәгә сыҡҡас бер юлы рәхәт­лән­дереп бейе лә ҡуй инде, ойотоп баҫҡаныңды күптән күргән юҡ!..» Күтәрмәлә тәмәке тарт­ҡа­н­д­ыр, ишекте шар асып килеп ингән атаһы ауыҙында быҫҡыған тәмә­ке­һен иҙәнгә ыр­ғы­т­ып кирза итеге­нең үксәһе менән тызыны ла маҡтауҙарҙан күркәләй ҡаб­арып, үҙе ме­н­ән бергә көҙгө һалҡын һауаны, ҡырҡыу папирос еҫен эйәртеп, ҡырып йыуыл­ған иҙ­ә­н­дә бысраҡ эҙҙәр ҡалдырып сәхнә яғына ыңғайланы. Шул мәлдә алғы рәт­тә ул­тырған бухгалтер Вәлимә эргәһенән үте­ү­сегә ишеттерерлек итеп кенә шыбырҙаны: «Ма­н­­сурч­ик, ҡулсырчик, бөгөн кил, көтәм…» Яратмай Мәликә шул ширҡаңдаҡ би­сәне, күрҙе ниһә талағы таша башлай. Колхоз кан­тораһында баш бухгалтер Яңыбай ағайҙың яр­ҙамсыһы булып ултырған ҡатынға йо­мош табып йыш һуғыла атаһы. Эй­әреп барһа атаһының кәнсә күтәрмәһе­н­дә күре­неү­ен көтөп ала ал­май хәле бөтә. Ә те­г­е­һе сығырға ашыҡмай, ваҡыт-ваҡыт тәҙрә аша тыш яҡҡа, ҡаршы яҡ урам ултыр­ғы­сында суҡай­ғ­ан ҡыҙына күҙ атып ала ла ки­ре юғ­ала. Шулай итеп хәтһеҙ ваҡыт көт­өргә мә­жбүр итә: йылы көндәрҙә беленмәһә лә һыуыҡ­та­рҙа шоҡорайып, быҫҡаҡта кү­шег­еп этлән­е­ү­ҙ­ә­ре еңелдән түгел. Атаһы нин­д­әйҙер эс­ке дәрт менән, күҙҙәре осҡонланып килеп сы­ға ла фуфайка кеҫәһенән бәләкәй көҙгө киҫәге килтереп сығарып  ҡыҙыл таптар яғ­ыл­ған биттәрен, муйынын ҡу­лъ­яулыҡ менән һөртөргә кереш­еп китә. Ҡайт­ы­ш­лай мага­з­ин­ға һуғылалар ҙа төргәккә төр-өп тәм-том һатып алған атаһы ҡырыҫ ҡарап уҫал ки­ҫ­әтә: «Мә, кәнфит аша. Вәл­имә апайыңа барғанды әсәйеңә әй­т­еп ҡуйма! Ыс­матри, яң­ы­л­ыш ысҡын­дыр­һаң, Юл­ай ағ­айыңа, Фәрзәнәгә, Фәһимә­гә ҡу­шып һыҙ­ы­р­ам!..» Һыҙ­ы­­р­ам, һүҙенән үтә лә ҡурҡа Мәликә, ҡурҡһа ла ғаиләлә иң кесе бала бул­а­раҡ уға атаһының салбар ҡа­й­ышы тәт­егәне юҡ әл­е­­гә. Хәй­ер, башҡаларға ла туҡмаҡ-йәб­ер эләгә һа­лып бар-май, ай­ыҡ са­ҡ­та атаһы йыуаш­ай­ып, баҫ­алҡыланып ҡала, хәүеф-хәтәрҙән һипһен­гән терпе­л­әй эсенә йомола, ауыҙынан артыҡ хәбәр тартып алырмын, тимә. Шундай саҡтарын­да ул йөк атылай эш­кә егелә, алды-ял­ды белмәй көнө-төнө тир түгә, ҡайтып күренә белм­әй, эс­т­еме - йәненә ша­­й­тан инеп оялаймы ни, бар тирә-яғ­ын ватып-еме­р­ергә әҙер. Атаһы әллә ярата, әллә яҡын кү­рә, уны гелән үҙе ме­н­ән эйәртә. Бына әле лә башҡалар өйҙә ҡалды, улар икәүләшеп клубҡа кил­деләр. Бер төркөм бала-саға менән сәх­нә алд­ы­н­д­а­ғы иҙәндә ултырған Мәл­и­кә Вәл­имә яғына уҫал ҡарап: «Ата­й­ым ҡул­сыр түгел - Ма­нсур-батыр, быйылғы ураҡ батыры! - тип ҡысҡы­рҙы ла ҡыу­а­ныслы тауыш мен­ән ары сәрелдә­не, - атай, ат­аҡайым, мотоциклыңа иң тәүлә әс­ә­йем­де, шун­ан беҙҙе ул­тыр­тып ауыл бу­й­ла­т­ып елде­р­еп кенә йөрөтөрһөң, йә­ме!?» Мото­ци­клдың асҡы­сын ба­р­маҡ­та­р­ын­да уйнатҡан ат­а­һы уны, аяҡтары аҫтында буталған баланы, бар тип тә бел­мәй терәл­еп тиерлек үт­те лә Вәли­м­ә­гә һир­пе­леп ша­ян ҡаш һикертеп шуҡ күҙ ҡыҫты. Тегеһе уның арты­нан эй­әр­ге­һе кил­гә­нгәлер, кейемен кипсәлдергән тығыҙ кәүҙәһен, тумалаҡ түштәрен уйнаҡ­ла­т­ып ҡа­л­ҡына би­реп ҡуйҙы. Клубтан сыҡҡас күмәк халыҡ араһында атаһынан яҙлыҡты ла ҡуйҙы. Бер уң яғына, бер һул яғына ҡарап оҙаҡ ҡына клуб күтәрмәһендә тапанғас ҡараңғыла яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып ҡайтыр яғына йүнәлгәндәргә эйәрҙе. Шулай ҙа клубта ишеткәненән кәйефе күтәренке ине.

    Йүгерә-атлай, дөбөр-шатыр баҫып  ҡайтып инде лә ишек ябылыу ме­н­ән ҡыуаныслы яр һалды:

            – Әсәй, беләһеңме, атайыма колхоз мотоцикл бүләк итте! Шуның ҡыҙыл бант бәйләнгән асҡысын то­т­ош ауыл халҡы алдында колхоз хужаһы Ғәлимйән олат-ай ата­йыма тотторҙо! Ат­а­й­ым сәхнәнән төшкән ыңғайы мине күтәреп алды ла: «Һине мото­циклда елдереп ал­ып йөр­ө­­й­өм!» тине, әсәй һине, тағы Юлай ағайымды, йәнә Фәрзәнә менән Фәһимәне лә бер юлы ултыртып алып ҡунаҡҡа ла барыр-быҙ әле, тине. Көн­ләш­еүҙән, анау Нәси­м­әнең былай ҙа ҡарасман йөҙө төмһәреп китте, аҫҡы ирене һыйыр­ҙыҡы ише һа­л­бырап төштө. - Үҙ алдығынан үҙе ҡыҙыҡ табып ширҡылдап көлөп ебәрҙе. -  Ҡарап торһаң эй мәрәкә инде!

            – Тәтелдәмә әле, ярыҡ барабан, ағайың, апайҙарың дәр­ес әҙерләй, һинең ише эшһеҙ түгел бит улар! - Түрбашта ҡамыр баҫып аҙапланған әсәһе башын ҡа-лҡытып орошмай ғына иҫ­кәртте лә кире эйелде.

            – Аңламайһығыҙмы әллә, беҙгә матас бүләк иттеләр, бер кемдеке лә юҡ, ә беҙ­ҙе­ке бар! - Ҡуйырҙан ҡуйманы Мәликә, иҙән уртаһына баҫып ҡулдарын һелтәп бы­т­ы­л­дай бирҙе. Ҡаштарын йыйырған Юлай ағаһы иҫе лә китмәне шикелле, мыштыр-мы­ш­тыр килеп сумкаһына китаптарын тултырырға керешеп китте, Фәрзәнә менән Фә­һ­и­мә тырышып-тырышып дәфтәрҙәренә яҙыуҙарында булдылар. Ҡамырын әүәләп бө­т­кән әсәһе табаҡтың өҫтөнә ашаулыҡты бөкләп ябып ҡаҙанлыҡ яғына индергәс, ҡом­ған менән ашыҡмай ғына ҡулдарын сайҙы ла тыныс өндәшеп уның тыйып тор­ғоһоҙ та­н­т­а­наһын һүрелтергә тырышты:

            – Колхоз идараһының ҡарары хаҡында бер аҙна элек үк билдәле ине инде. Кү­р­­ше Нәғимә инәйең инеп һөйөнсөләп тә сыҡты. Бөгөн сәхнәнән шул эйәһен тап­ҡан бү­­­ләкте иғлан ғына ит­те­ләр. 

            – Улайһа нишләп һин дә барманың ул, ундай ҙур бүләкте икәүләп, етәкләшеп сы­ғып алған­да ла аҙ әле.

            – Атайың клубҡа йөрөгәнемде яратып етмәй шул, колхоз ағзаһы булып хисап­л­анмаған ба­ш­ың менән унда ни ҡалған һиңә, ти.

            – Уның ҡарауы һин өйҙә эшләйһең әсәй, атайҙың ҡырҙан ҡайтҡанын көтөп ала­һың, керҙәрен йыуаһың, тамағына йүнәтәһең, беҙҙе ҡарайһың.

            – Шулай ҙа бит, ул уны беләме, ярмуш…

            – Нишләп атайыма гел исем тағаһығыҙ ул, Вәлимә апай уға бөгөн ҡулсыр, ти­не, һин ярмуш, тиһең.

            – Ҡулсырлығын ул ғына белә торғандыр. - Арыған йөҙҙән борсолоу күлә­гәһе йү­гереп үтте.

            – Әсәй, әйҙә былай итәбеҙ, хәҙер күмәкләп аш өйҙәге урындыҡ аҫтындағы тәмле­кәстәрҙе бында сығарып өҫтәлгә ҡуйып атайҙы ҡар­ш­ы­лайбыҙ. Ул ҡайтып инһен дә, әл­­лә ҡәҙерле ҡун­аҡ киләме беҙгә, тип уны көткәнде лә һиҙмәй аптырап торһон. Шун­ан көлөп ебәрһәк, бөтәһен дә аңлар, төшөнөр. Эй, мәрәкә бул­ыр, иб­ет!?

            – Атайың тиң-тошона бүләген йыуҙырып йөрөп һуңға ҡалып ҡайтыр шу, ә һе­ҙ­гә йоҡ­ларға кәрәк… - Этеп алып барған ярһыуға ыңғайлай төшкән әсәһе ҡул-дарын алъя­п­ҡысына һөртөштөрөп юғалып ҡалды.

            – Шулайтайыҡ, инде әсәй, ә беҙ ярҙам итербеҙ! - Мәликә өҫтөндәге йоҡа би-ш­мә­т­ен һалып ырғытты ла ҡамыр еҫе килгән еүеш ҡулға барып йәбеште. Әсәһе лә дәрт­ләнеп китте шикелле:

            – Ай, Аллам, белә тороп әҙерләнмәй тик йөрөнөмсө, һин әйтмәһәң белегем дә юҡ, шыпа. Балалар, ярҙамлашығыҙ, әләйгәс.

     Октябрь байрамына, Яңы Йылға тип һаҡлап тотҡан тәм-томдо өҫтәлгә теҙеүгә ар­тыҡ күп ваҡыт китмә­не, өҫтәп картуф әрсеп бешерергә ҡуйҙылар, теге ҡалҡып өл­гө­р­мәгән ҡамырҙы йәйеп табикмәк әтмәләнеләр. Күҙҙе иркәләгән бындай ризыҡтар ылғ­ый эләгеп бармағанлыҡтан Мәликәнең ауыҙына ҡара һыу эркелде. Ауыҙ һыуын ҡы­л­ҡ­ылдатып йотоп өҫтәл яғына ҡарап-ҡарап ала, әммә башҡаларҙан алда үрелеп табы­­­ндың йәмен, матурлығын ебәреүҙән тартына, үҙендә тыйылыр көс таба. Картуф әрсеү менән Юл­ай ағаһы булашһа, апалары таби­к­мәк бешергән әсәләре эргәһендә өйрөлөп-сөй­рө­л­дө­ләр, ҡыҙарып бешкән, хуш еҫ бөрккән түңәрәктәрҙе бер яҡ ситтәге тәрилкәгә һа­лып то­­­­­р­ҙ­о­лар, ә ул банкаларҙан һауыттарға сейә, еләк, ҡарағат, бөрлөгән ҡайнатмаларын һа­л­­ды. Ағ­аһы байрамға тигән матур күлдәген, ҡа­ра сатин ыштанын кейеп алған бу­л­ды, ә ҡыҙ­ҙар сиратлашып сәстәрен тарашып то­ломдарына бант ҡаҙанылар, әсәһенең өҫт­өн­­дәге сәскә биҙәкле күлдәге лә бигерәк кил­еш­ле. Бөтәһе лә әҙер булғас өҫтәл тирә­ләй ул­т­­ырып атаһын көтөргә керештеләр. Үҙенә ҡалһа бигерәк сыҙамһыҙ шул, бер ни­сә та­п­ҡыр күт­әрмәгә сығып әйләнде. Тупһаға һөйәлеп көҙгө төн ҡараңғылығына күп­ме ге­нә өңөлөп тө-бәлһә лә ҡапҡаны шығырҙатып асып инеүсе булманы. Ярты төн ау­ыш­ҡансы ҡайтмаған атаны көтөп тә ала алмағас, ҡайҙа етте шунда ятып әү­ел­йеп кит­­­­­те­ләр.

    Таҡта солан стенаһын таһыр-тоһор бәрелгеләп, ишекте шар асып, шунан ҡаҡ­лы­ҡтыра ябып ингән тауышҡа һиҫкәнеп уян­ды­­лар. Ишек яңағына йәбешеп, бол-ғаңлап лаяҡыл иҫерек атаһы баҫып тора ине. Ҡайтышлай бер нисә урында йығылғандыр, фу­файкаһы, салбары ҡойоланып бөткән, итектәре эт алғыһыҙ бысраҡ. Әсәһе диванға ҡы­рын ятып торған еренән ҡал­ҡ­ынды ла сәстәрен рәтләштереп хәүеф-хафа көткәндәй йөҙөн һағайтып бер яҡ ситкә баҫ­ты, Юлай ағаһы, апалары ла йоҡоларынан айный ал­­­м­ай аңҡы-тиңке килеп иҫнәп ул­тыралар.

            – Йә, бына мин ҡайттым! - Һалынып төшкән ялан башын кинәт ҡалҡытҡан ата ҡыҙарған күҙҙәрен хәтәр яндырып ҡарап һөжүмгә күсте. - Йәнә ләх булғансы эс­к­ән, тим­әксеһегеҙме? Имею пра­во! Патаму што, мин ул колхоздың хеҙмәт алдынғыһы, ураҡ батыры, бик белгеһеҙ килһә! Колхоздыҡы ғына түгел, райондыҡылыр ҙа әле. Ырайунда минең һымаҡ итеп, тырышып эшләгән бер кем дә юҡ! Бер кем дә! Шуға ла мине күрәләр иң башта, мине, пиридауикты маҡтайҙар. Маҡтамаҫ та инеләр, тотош ауылды бер кеше туйҙырып, аҫырап торғас башҡаса хәлдәре лә юҡ… Ызнашит мин ауылда берәү генә! Какой ауыл ырайунда, тотош республикала!  Ә һеҙ, - балаларына ҡамсылай һалынған ҡулын алға ташлап төрттө, - елкәмде кимергән паразиттар, баш­ымды ҡымырйытып без канса маҙаһыҙлаған ас беттәр, әсә­й­е­г­еҙ өҙлөкһөҙ көсөкләгән кәнтәй һәм бездельница! Ма-Ма-Маһира, иреңдең тап­ҡа­н-та­­­янғанына йәшәгәнлегеңде беләһеңме, йы­б­ы­тҡы! -  Быуындары тотмағанғалыр, иш­ек яңағына арҡаһы менән терәлгәйне аяҡтары ал яҡ­ҡа шыуып китеп тырпырап иҙ­ә­н­гә һуйҙайҙы, шунан өйәҙәй-йонсой ҡалҡынды ла ике ҡулына терһәкләнгән килеш шу­н­да ҡалды.

 

Автор:Хайдар Тапаков