Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
10 Июнь 2022, 08:24

Моң төҫө

       Хәҙер аныҡ беләм, һәр моңдоң төҫө була: “Һағыныу” йыры ап-аҡ төҫтә, “Сирень сәскәләре”неке зәңгәр. Шул аҡ һәм зәңгәр моңдо ишетһәм күҙ алдыма саф, һиҙгер, аҡ күңелле, ярҙамсыл Рауил килә лә баҫа, тимәк әҙәм балаһы күңеленең дә төҫө була.

Моң төҫө
Моң төҫө

       Рауил дуҫым минән теүәл 3 йәшкә кесе ине. Кесе булһа ла гелән үҙен минең менән менән типә-тиң ҡуйҙы, хатта күпте күргән, күпте кисергән кешеләй ҡылана ла ине ҡайһы саҡ. Матур йырланы. Моңло. Шуғалыр мин Стәрле институтына уҡырға ингәндә, ул бер нисә йыл һуңғараҡ шул уҡ ҡалала урынлашҡан мәҙәни-ағартыу училищыһын һайланы. Институттың ятағына хәл бе-лергә тип йыш килеп йөрөй торғайны.

      Рауилдың бер матур холҡо булды – ауыр саҡтарҙа кешене яҡлап кәйефен күтәрә белде.

     Дәүләт имтихандарына әҙерләнеп уҡыу йортон тамамларға йыйынып йөрөлә. Бына бит бәлә – һуңғы мәлдә асыҡланыуынса - диплом эшем тикшерелмәгән һәм баһаланмаған. Ул ғына ла түгел, етәксем көнъяҡҡа ялға киткән. Нисек инде, ышандырып ал да ҡайҙалыр сығып олаҡ, был бит битарафлыҡ, эшеңә яуапһыҙ ҡарау! Хәҙер диплом эшһеҙ мине имтихан тапшырырға үткәрмәйәсәктәр, тиңдәштәрең менән бергә уҡыуҙы бөтөрөү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

     Көйәләнеп төндө йоҡоһоҙ үткәрҙем дә иртә таң менән бер ниндәй маҡсатһыҙ ҡала ҡыҙырырға сығып киттем. Кинотеатрға билет алып көндөҙгө сеансҡа индем. “Волчья яма” кинофильмын күрһәтәләр ине. Сыҙау ҡайҙа, бер 10-15 минут ултырҙым да сығып киттем. Күңелһеҙ, салт аяҙ көн төҫһөҙләнгән, ҡала хас та бүре соҡорона оҡшап ҡалған. Ҡайтып карауатыма ауҙым. Ғәҙәтенсә баянын ҡосаҡлап Рауил килеп инде, инде лә карауат ситенә ултырғас йырлап та ебәрҙе:

                                                    Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,

                                                    Хәтерләтеп йәмле май кисен...

      Йырын тамамланы ла минең йән торошон һиҙеп алып өҫтәне:

       - Балтаң һыуға төшмәһен, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, иғтибар ит, күк салт аяҙ, алмағастар күкрәп сәскә атҡан, аҡ бәбәктәр селтәрле ҡар ише ергә һибелә!

       Ысынлап та иртәгеһен минең сетерекле мәсьәлә майлап ҡуйғандай ыңғай яҡҡа тәгәрәне.

      Ауыл Советында эшләп йөрөгәндә бер ниндәй нигеҙһеҙ бәлә яҡтылар, сөнки был ғәҙәттән тыш хәл өсөн кемдер яуап бирергә тейеш ине, ә ул хәл минең билә-мәлә булған, тимәк бөтә бәләнең башында рәйес тора. Бергәләп ҡарар ҡабул иткәндәр йәшенде, күләгәгә шылды. Япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Ҡурҡыныс енәйәтсе-ләй иң тәүҙә милиция начальнигы саҡыртып алды, шунан прокурор. Иң аҙаҡтан, ҡат-ҡат аңлатмалар яҙҙырғандан һуң эшемде район бюроһына ҡуйҙылар. Бюро пар-тия сафынан сығара икән, енәйәт эше асасаҡтар, ҡалған осраҡта ҡотолам. Иң аптыратҡаны шул булды – ошоғаса яҡыныма иҫәпләнгән кеше мине партия сафынан сығарырға тип ҡул күтәрҙе. Ярай әле райкомдың Беренсе секретары, райондың башҡарма комитеты рәйесе яҡлап алып ҡалдылар...

      Иртәгеһен эшкә килдем. Эшкә тотонорға ҡул бармай, көнө буйы ултырҙым кабинетта. Исмаһам күңел өсөн телефоны ла шылтырамай, хәйерһеҙ. Кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡтым. Клуб күтәрмәһенә баҫҡан Рауил кемделер көтә ине шикелле. Мине абайлағас инергә саҡырып ишекте асты, шунан эргәһенә ҡуйған баянын алып сәхнәгә күтәрелде лә йырлап ебәрҙе:

                                      Сирень сәскәләрен бүләк итәм,

                                      Саф күңелдән ҡабул итһәгеҙ....

    Хәҙер аныҡ беләм, һәр моңдоң төҫө була: “Һағыныу” йыры ап-аҡ төҫтә, “Сирень сәскәләре”неке зәңгәр. Шул аҡ һәм зәңгәр моңдо ишетһәм күҙ алдыма саф, һиҙгер, аҡ күңелле, ярҙамсыл Рауил килә лә баҫа, тимәк әҙәм балаһы күңеленең дә төҫө була.

      

Автор:Хайдар Тапаков