АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Июнь 2022, 10:08

Сәй эсеүе, ни эсеүе...

   Әхмәр Үтәбайҙың фәйләсүф күҙәтеүҙәре меңдән ашып китһә, был минең беренсе күҙәтеүем!

Сәй эсеүе, ни эсеүе...
Сәй эсеүе, ни эсеүе...

       Әхмәр торғаны менән фәйләсүф, башына сәллә, ҡулына тылсымлы таяҡ ҡына етмәй, әгәр улары ла булһа өҙлөкһөҙ ил гиҙгән дәрүишкә тартыр, оҡшап ҡалыр ине, билләһи! Тағы ул ябай ғына көндәлек күренешкә тәрән мәғәнә, тос фекер һалып уны аҡһаҡал күҙ-әтеүенә әүерелдерә белә, ә был инде бик һирәктәргә тәтегән һәләт. Нимә хаҡындалыр әйтер алдынан күҙҙәрен ҡыҫа төшә лә һуҡ бармағын юғарыға сәнсеп хәбәрен башлай, әйтеп үткәнемсә мәғәнәле, төпкөр, аҡыллы хәбәр. Нишләп шул нимәне баштараҡ мин белмәгәнмен дә күрмәгәнмен икән, тип үртәлеп тә ҡуяһың ҡайһы саҡ.

     Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың ашханаһында оло табын ойошторғандар. Һуңлаң-ҡырап килеп индем дә өҫтәл артына баҫҡас һут һауытын юғарыға сөйөп: “Һеҙҙең һаул-ыҡҡа, ағай-эне!” тинем дә төп күтәрә эсеп тә ебәрҙем. Эргәмдә ултырған Әхмәр йәнә күҙ-ҙәрен осҡонландырып бармағын юғарыға сәнсте:

       - Абзый, һис ҡасан аяғөҫтө эсергә ярамай, сөнки шыйыҡлыҡ тура ас эсәктәргә үтмәйенсә бер ни тиклем ваҡыт ашҡаҙанда туҡталып ҡалып унда таралырға тейеш, был хаҡта Ҡөрьәндә лә яҙылған! – Ултырғайным дауам итте. – Ә сәй эсеүгә килгәндә уны бик бәләкәй уртлап ҡына ауыҙға алаһың, хатта йотоп мәшәҡәтләнеү ҙә кә-рәкмәй. Шул саҡта ул шайыҡ биҙҙәренә һеңеп, лимфа төйөндәре аша тура ҡанға йүгерә. Сәйҙең файҙаһы, сихәте лә шунда инде, көнъяҡ сәйханаларында урындыҡта аяҡ бөкләп ултырып ашыҡмай ғына әңгәмә ҡорған бабайҙарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле!

     Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай беҙгә килделәр. Әхмәр түрҙәге ҡурайымды алып ойоҫҡотоп “Буранбай”ҙы уйнап ебәрҙе, шунан минең эш кабинетына үтеп оҙаҡ ҡына әҙәбиәт, мәҙәниәт тураһында һөйләшеп фекер алышып ултырҙыҡ. Табынға ҡуйылған сәйгә ҡағылманыҡ та шикелле.

        Хәҙер Әхмәр ише бармағымды юғарыға сәнсеп шуны иҫбатлайым – әгәр һеҙҙе сәй табынына саҡырғандар, йә һеҙ кемдәргәлер өндәшкәнһегеҙ икән, унда һыу һы-йырылай эсең йәйелгәнсе сәй һемереү мотлаҡ түгел, бында аяҡ һуҙып ебәреп ашыҡмай ғына көңгөр-ҡаңғыр итеү мөһим һәм ҡәҙерле. Шул ыңғай йүнәлешле, күңелгә ятҡан, яҡтылыҡ һәм нурға нағышланған , игелеккә, миһырбанлыҡҡа туҡылған әңгәмә нервы күҙәнәктәре буйлап йөрәккә барып етә, шунан ул ыңғай уй, йән ҡәнәғәт-легенә әүерелеп тура баш мейеһенә һикерә һәм шундуҡ онотолмаҫ хәтирә кимәленә олғаша, шул матур хәтирә үҙ сиратында маңлайҙағы һырҙарҙы, биттәге йыйыр-сыҡтарҙы яҙырға, сал сәстәрҙе ҡарайтырға булышлыҡ итә, хатта бер нисә йылға йәшәртеп тә ебәрә. Әҙәпле, аҡыллы ҡунаҡтар, матур, йәмле табын, яҡшы хәбәр бына ошондай илаһи ҡөҙрәткә эйә!

        Әхмәр Үтәбайҙың фәйләсүф күҙәтеүҙәре меңдән ашып китһә, был минең беренсе күҙәтеүем!

Автор:Хайдар Тапаков