Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Май 2022, 08:38

Концерт

Бер көн йырыбыҙҙы түбәнге оста йәшәгән Райхан инәй ишетеп торған. Уның улы яу ҡырында ятып ҡалған, тип һөйләйҙәр. Бына ул тыңлап бөттө лә үҙ алдына һөйләнгәндәй былай тине:       - Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған иле-геҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!

Концерт
Концерт

       Мәктәп уҡыусыларынан айына бер тапҡыр урындағы радио аша концерт ҡуйҙырта тор-ғайнылар. Баланың йәшерен, бығаса күҙгә бәрелмәгән һәләттәрен асыу, һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, дикцияһын нығытыу йәһәтенән был ғәҙәти эш үҙенә күрә бер мөһим, мәктәптән тыш тәрбиәләү сараһы булғандыр, күрәһең. Иң башта мәктәп директоры Ғүмәр ағай халыҡ-ара хәл тураһында 10-15 минутлыҡ доклад һөйләй, ул башлыса бына нисә йыл инде Вьетнам менән һуғышҡан Америка Ҡушма Штаттарын тәнҡитләүгә яманлауға ҡорола, шунан сират уҡыусыларға етә: тауыштары үтә көрҙәр яр һалып, илһамланып шиғыр һөйләй, күңелендә илаһи моң йөрөткәндәр бирелеп китеп йыр һуҙа, мөмкинлектәре наҡы-ҫтар көләмәс һөйләү, әҫәрҙәрҙән өҙөк уҡыу менән генә сикләнә. Ул осорҙа телевизор тигән зәхмәтле йәшник төшкә лә инеп сыҡмай ине әле, халыҡтың күҙ терәгәне, тыңлағаны - ҡалпаҡлы радио булды. Уны ҡиммәтле йыһаздай, көндәлек ҡулланған кәрәкле әйберҙәй күреп, ҡәҙерләп, һәр өйҙөң түр яҡ стенаһына беркетәләр ине, аллюминийҙан ҡойолған апаруҡ ҙуры клуб ҡыйығында. Ер шарында, илдә барған, республикала булып үткән, башҡарылып ятҡан һуңғы яңылыҡтар, йыр-моң, ғөмүмән мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт ябайҙарҙан-ябай радио аша аңыбыҙға һеңде. Бына ниндәй ҡөҙрәткә эйә булған икән ул тәрилкәләй генә нәмә! Шулай итеп, ярышып йөрөп, сәмләнеп, бер-беребеҙҙе уҙҙырырға тырыш-ып концерт ҡуябыҙ, сөнки донъяла барлығыңды белгертеп оҫталығыңды тотош ауылға ишеттереү - үҙе үк киң билдәлелеккә торошло оло мәртәбә. Күп яҡлы, ҡабатланмаҫ талантыма килгәндә инде, һәммәһенә хиресмен, маһирмын: ҡош-ҡортто өркөтөрлөк көр тауыш та бар, ҡысҡырыуы аллы-гөллө ишетелгән көҙгө әтәстекенә тартым моң да тигән-дәй, кәрәкһә аша-төшә, яҙа-йоҙа, ҡамыт-ҡомот баҫып туйтаңлап бейеп тә китә алам, бер һүҙ менән әйткәндә егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл фәҡәт минең шәхесемә төбәп сығарылған һымаҡ. Шуныһы үкенес - радио аша бөйөргә таянып, ултырып-сүгәләп, йә ҡоласты киң итеп йәйеп ебәреп бейеп кенә булмай, әгәр мөмкин булһа арауыҡ аша булһа ла ауылды дер һелкетер инем, билләһи! Концерт, тигәндәй, конкурсанттарҙы һайлап алыу турына оҡшатып һәр кластан берәмләп тикшереп йыйып алалар, йәғни һигеҙ кластан һигеҙ номер. Бер көндө класс сәғәтендә етәксебеҙ Хәнифә апай ошо яҡынлашып килгән ваҡиға хаҡында һүҙ башланы:

       - Үткәндә Нәсимә сығыш яһағайны, унан алда Зиннур. Бөгөн ике уҡыусыны - Булат менән Хәйҙәрҙе тыңлап ҡарайыҡ та шуларҙың береһен, лайыҡлыһын үткәрербеҙ. Йә, кемегеҙ ҡыйыу, кемегеҙ башлай?
       - Кәнишне мин! - Сабырһыҙ, хәрәкәтсән Булат ултырып сыҙамай һикереп үк сыҡты. - Йырлайым бы юлы!
       - Ниндәйерәкте һайланың?
       - “Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны”, тигән халыҡ йыры!
       - Ә ни сәбәптән ул халыҡтыҡы?
       - Һуң уны мәжлестә йырлайҙар ҙа баһа, үткәндә атайым йырланы, ә ул халыҡтың бер вәкиле!
       - Бер тапҡыр ҙа тыңлағаным юҡсы, ниндәйерәк икән ул?.. - Лөғәткә һыймаҫ, сафсатаға тартымды ишетеүҙән һипһенгән Хәнифә апай һағайғандай итте. - Тәүәккәлләп ҡара, улайһа, артыҡ һүҙ ысҡындырмай, абайлап... - Уҡытыусы иғтибар менән тыңларға әҙерлеген белдереп урынына барып, эйәген терһәкләп ултырҙы, беҙ ҙә ғәҙәти булмаған тамаша-ны ҡарарға йыйынып һыу уртлағандай шымтайыштыҡ.
       Аяғөҫтө баҫҡан Булат алға уҡталды, оло ғәмәл башҡарырға йыйынғандай мейес торбаһылай таушалған балаҡтары түбән һалынған, ҡалын кизе-мамыҡтан тегелгән салбарын күтәрә биреп, бил ҡайышын һығыбыраҡ тартты, тын юлын иркенәйтергә теләпмелер сатраш биҙәкле бумазый күлдәгенең өҫкө төймәһен ысҡындырҙы, шунан тымаулы танауын мыршылдатып тартып ебәреп күкрәк тултырып һулағас, тотош класты яңғыратып ошоғаса һис бер ерҙә, һис кем тарафынан башҡарылмаған йырҙы башланы:

Ҡоҙағыйҙың ҡомғаны,
Көрт башында ултыра.
Һыйыр һауам тигәнсе,
Үгеҙ һауып ултыра.

Их, ҡоҙағый, ҡоҙағый...

       - Булат, тороп тор әле!
       - Пагаҙи, апай, бүлмә, башлағанымды бөтөрәйем дә!
       - Бөтөрөү кәрәкмәй, йырҙың арғы эстәлеге һүҙһеҙ ҙә билдәле.
       - Билдәле түгел әле, иң хәтәре, нәғеҙе, аҙаҡтаныраҡ.
       - Шул хәтәр тигән нимә хәтерҙе ҡалдыра ла инде. Ундай йәпһеҙ йырҙар радио аша яңғырарға тейеш түгел шул, Булат!
       - Ништәп?
       - Әҙерләгәнең килешһеҙгә оҡшаған.
       - Нисек инде килешһеҙ, уны бит килештереп, аяҡтарын бөкләп түрҙең иң түренә ҡунаҡлаған атайым йырланы, минең атайым!
       - Ҡасан?
       - Үткән аҙнала, Әбдрәхмән олатайҙарға баш итенә барғанда мине лә эйәрткәйнеләр, шунда ишеттем.
       - Был бит урам таҡмағы, өҫтәүенә эстәлеге шәптән түгел.
       - Шәп булмаһа һуҡмыш Әбдрәхмән олатай ошо йырҙы тыңлап бөткәндән һуң күҙҙәрен йәшкәҙәтеп иламһырамаҫ, ә Насырйән ағай, атайымдың йән ҡорҙашы, тыйыла ал-май бер килке сеңләмәҫ ине.
       Хәнифә апай ары ни ҡылырға белмәй ике уртала тороп ҡалды, шикелле, әммә ипле һүҙле, итәғәтле уҡытыусы булараҡ бәхәскә тартым әңгәмәне үҙенсә яйларға тырышты:
       - Ярай, кластан үткәрҙек тә икән ти, тик әҙерләгәнеңде мәктәп етәкселеге ҡабул итмәҫ шул.
       - Директер ағай менән атайым һөйләшеп ҡараһа ламы?
       - Килешә алмаҫтар, сөнки етәксебеҙ ғәҙел, принципиаль, сәнғәтте, мәҙәниәтте тәрәндән аңлай. Һинеке, йә Хәйҙәрҙеке үтмәһә беҙҙең класс концертта ҡатнашмай ҡала тигән һүҙ. Шулай булғас, әйҙә, былайыраҡ килешәйек, икенсе тапҡыр тыуған ил, Ватанды һөй-өргә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклеге хаҡында берәй матур, эстәлекле шиғыр әҙерлә.
       - Ярай, әтеү. - Булат ризалашҡандай итте, шулай ҙа бирешергә теләмәне, аҙаҡҡаса үҙ фекерендә ҡалды. - Ҡомған зерә лә шәп, атайым таҡмаҡлағас, олатайым илағас. Ә уны ҡайҙа башҡарырға у саҡта?
       - Йырҙың күңелгә яҡын, хистәргә бай икәнлеген төшөнгәндәй иттем. Шулай булғас уны яңғыҙ сағыңда, мал һуғарғанда, йә йәй көндәре бесән йыйғанда, балыҡҡа барғанда эргә-тирәңә ишеттермәй генә танау эсеңдән көйләп йөрөрһөң, йәме?
Йә! - Һорауына ыңғай яуап алған Булат ҡәнәғәт ҡиәфәттә урынына барып ултырҙы.
       - Хәйҙәр, һин нимә әҙерләнең инде?
       - “Шайморатов генерал”ды!
       - Бик тә ҡулай, үтемле йыр һайлағанһың! Ватанды һаҡлаусылар байрамы яҡынлаша, әгәр сығышың йәтеш, ҡолаҡҡа ятышлы килеп сыҡһа шул көнгә бағышлап үткәрелгән концертта ҡатнаштырырҙар, бәлки, уны Еңеү көнөндә ветерандарыбыҙға ишеттерһәк бик тә урынлы булыр. - Булат әрһеҙләшеп алға сыҡҡайны, Хәнифә апай йырымдың аһәңле яңғырарын күҙаллап саҡырғандай ҡулын түргә һондо. - Сыҡ алға!
       - Апай, миңә иң әүәл залға сығып элгестәге бишмәтемде, кәпәсемде алып инеп кейергә кәрәк.
       - Уныһы нимәгә?
       - Һуң шайморатовсылар дивизияһын сасҡау һыуыҡтар төшкәс, ҡара көҙҙә ойошторғандар ҙа баһа!
       - Дөрөҫ әйттең, әммә йылы кейенеп ҡуҫтарланыуың артыҡ.
       - Шыпа ла артыҡ түгел! Бөтөн нимә ысынбарлыҡҡа тап килеп торорға тейеш, шул сағында ғына ул ышандыра.
       Булаттың тамашаһынан, минең кәмиттән аңҡы-тиңкегә ҡалған уҡытыусы, теләһә ни ҡыл, тигәндәй ҡулын һелтәне:
       - Үҙең ҡара улайһа.
       Апайыбыҙ рөхсәт иткәс урын-еренә еткерҙем, булғас булһын, тип Зиннурҙың табанлы быймаһын һалдырып кейҙем, Зөфәрҙең һиҙерәп урын-урыны менән тишелгән дебет шарфын балта һабылай арыҡ муйыныма урап алдым, әсе елдән һаҡланырға теләгәндәй кәпәсемдең ҡолаҡсындарын төшөрөп бәйләнем, ямаулы бейәләйҙәремде кейҙем.
       Йыйынып бөткәс әҙерлегемде белдереп тамағымды ҡырҙым. Бөтә класс донъяһын онот-оп өңөлөп ҡарап ултыра: Фәһим ошоғаса күрелмәгән ниндәйер мөғжизә көткәндәй, өмөт иткәндәй аңшайып, асылған ауыҙын йоморға онотҡан, Зәкиә йылмая биреп баҡҡан, йыр-сы Нәсимә иһә, йә ҡулыңдан килһә маташтыр, тигән һымағыраҡ итеп, мыҫҡыллағандай төбәлгән.

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара,
Шайморатов генерал!

       Тауыш ҡеүәте, һөрәнләү көсө бар шул дәдәңдә, сарғаланып ҡысҡырыуымдан ҡырҡ ҡоршаулы тәҙрә быялалары зыңлап китте, уҡытыусының алдында ятҡан журнал өҫт-өнә юғарынан, түбә таҡтаһы ярығынан шыптырҙаған тауыш сығарып бер семтем саң ҡойолдо. Арыу ғына килеп сыҡҡас саманан үткәреп, сиктән аштырҙым: бейеү хәрәкәттәрен яһап аяҡтарымды ат тыбызыҡлауына оҡшатып тыпырҙатҡандан аҙаҡ алғы партаға йоҙроҡлап тондорҙом да бейәләйҙәремде иҙәнгә атып бәргәс тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәреп бишмәтем салғыйҙарын уңлы-һуллы елпелдәтергә тотондом. Ниһайәт дәһшәтле, тетрәндергес сығышымды тамамланым да йә, ни әйтерһегеҙ ош-онан һуң, тигәндәй, еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарымды кирә баҫып класҡа ҡарап тексәйҙем. Һабаҡташтарым шаңҡығандай ултыра, Нәсимә иҫһеҙ-оҫһоҙға ҡалып тамам һеңгәҙәгән, ултырып ҡарарлыҡ рәт-хәле ҡалмаған Зөфәр таҡыр башын партаға һалған. Арбатҡыс номер шауҡымынан ауырлыҡ менән арынған Хәнифә апай биниһая ваҡ-ыттан һуң телгә килде:
       - Хәрби маршҡа оҡшатып матур башҡарҙың, афарин! Тик ҡайһы бер артыҡ ерҙәр бар...
       - Йырҙың йыртығы юҡ, артыҡ булырға куплеттағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп йырланым да баһа!
       - Уныһына һүҙ ҙә юҡ, тик бына йән көскә партаға тондороуың, аяҡтарың менән иҙән таҡтаһын төйөүең, бишмәт салғыйҙарын елпеүең сәйер килеп сыҡты.
       - Нимәһе сәйер, Шайморатов генерал һуғышсылары менән дөбөр-шатыр, дошмандың ҡотон, өрәйен алып, утлы дауыл ҡуптарып яуға китеп бара ла баһа, уны тамашасы ышанһын өсөн нисек тә күрһәтергә, һынландырырға кәрәк, ә эйәр аҫтында уйнаған атта салғыйҙы елпемәй барып ҡара!
       - Дөрөҫ әйттең. Шулай ҙа тегендә, радиоузелда, тыныс ҡына баҫып йырла, сәбәләнмә, йәме, ә беҙ яугирҙарҙың ҡыш көнө һыбай юрттырып яуға китеп барыуҙарын күҙ алдыбыҙға килтереп ултырырбыҙ, шулаймы, балалар?
       - Шулай! - Класс уҡытыусы апайыбыҙҙың әйткәндәрен йөпләп кемуҙарҙан шау-гөр килде.

       Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҙсылыҡ һәр саҡ күпселеккә буйһона, шулай ҙа тиҫкәре, һере,
үҙһүҙле, киренең-киреһе булараҡ, яйһыҙ ерҙә урынһыҙ сығынлаған ҡонандай үҙ уйымда ҡалдым, концертта ҡатнашыусыларҙың аныҡ исемлеге ойоштор-оусылар тарафынан раҫланыу менән ентекләп әҙерләнергә тотондом: ағастан юнып мылтыҡ, ҡылыс әтмәләнем, фуфайка яурынбаштарына ҡыҙылдан погондар таҡтым, билемде яҫы һалдат ҡайышы менән һыға быуҙым.
       Бына көтөлгән көн килеп етте, концерт ғәҙәттә киске етелә башлана. Әлегә ваҡыт бар. Шулай булғас, бөгөн раҙианан йырлайым, онотоп тыңламай ҡалмағыҙ, үкенерһегеҙ һуңынан тип, киҫәтеп эргә-тирәләге күршеләрҙе теүәлләп сыҡтым.
       - Килештереп йырла, кемдеке - шуныҡы! - тине ҡаршыбыҙҙа йәшәгән Һылыубикә апай. Аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло ҡатын, яңғыҙы көн итһә лә эшсәнлеге яғынан егәрле ирҙ-әргә биргеһеҙ, хужалығы ялт итеп тора, кәртәһе тулы мал-тыуар. Һылыубикә сыбыҡ осо туған беҙгә, шуға ике өй араһындағы һуҡмаҡ таҡыр, йомоштарыбыҙ уртаҡ. Уның әйткәндәре күңелемә майҙай яғылды.
       - Һин маңҡа, сабакы малай ҙа ҡул араһына ингәс, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?! – тине ҡаршы яҡ урамдан бер яҡ ҡырҙараҡ йәшәгән Әхмәҙулла ағай миңә һынағандай итеп ҡарап. - Шулай түгелме, Ғаҡиҙә! - Ул урындыҡ ҡырлауында йөн иләп аҙапланған ҡатын-ына мөрәжәғәт итте, тегеһе хәтерләүҙәргә бирелеп элеп үк алды:
       - Ҡул араһына инер, тиҙҙән егет тә булып китер әле. Уның яңы тыуған, сеп-сей сағы бөгөнгөләй күҙ алдымда: эсе көптәй, аяҡтары ептәй...
       - Хөрт йырлаһаң белеп ҡуй, - тине Әхмәҙулла суғырмаҡланып ҡатҡан һуҡ бармағын сысайтып янап, аҡ һалған уң яҡ күҙен ҡыҫа төшөп, - сыбыртҡы менән ярам, мәтри!
       Ҡурҡыта инде шунда, шарҙауай фиғелле ҡырағаһыҙ кеше ул, ә һүҙ сыбалтыуы - фатиха, ризалыҡ биреүе. Уның арҡыс-торҡос хәбәре лә булмышыма дәрт өҫтәгәндәй итте.
       Өй аша Иҙрис ағайҙарҙың ғаиләһе . Ағай малсы, һауын һыйырҙарын баға, Зәбихә еңгә быҙауҙар ҡарай. Барып ингәнемдә еңгә ҡаҙан тирәһендә нимәлер бешерә-төшөрә ине, ҡа-лаҡ тотҡан балалары ашарға көтөп урындыҡ түңәрәкләп ултырғандар. Иҙрис ағай эштән ҡайтып өлгөрмәгән. Зәбихә еңгә башым күренеү менән ихласлап түргә саҡырҙы:
       - Һөйләмәй йөрөйһөң, ҡәйнеш, әйҙә табынға яҡынла, хәҙер тары бутҡаһы бешеп сығыр.
       - Юҡ, ҡабалан йомош артынан йөрөй инем.
       - Ниндәйерәк йомош икән ул?
       - Бер сәғәт тирәһенән раҙианан йырлайым, шуны тыңлай алмаҫһығыҙ микән, тип һуғылғайным да...
Йомошоң ҙурҙан икән дә баһа! - Зәбихә еңгә ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ яндырып көлөп ебәрҙе. - Һис һүҙһеҙ еренә еткереп үтәрбеҙ уны. Матур итеп йырла, штубы! Мин дә һиңә ҡушылып ултырырмын! - Лыҡы фиғелле, уның уйыны-ысыны ла гел бергә йөрөй, ҡасан шаяртҡанын, ҡасан етди һөйләгәнен бар, аңғарып ҡара. Шулай ҙа эскә йылы йүг-ерҙе, еңгә ҡушылғас, бирешмәҫбеҙ.
       Шулай итеп һөйөнсөләп бөттөм. Барыһы ла тыңларға әҙер,тотошо ла минең яҡлы. Тимәк, сығышым уңышлы сығасаҡ.
       Билдәле ваҡыт етеп, әҙерләгән кейемдәремде кейеп, билемә ҡылыс тағып, яурыныма мылтыҡ аҫып, ҡайышыма алтатар ҡыҫтырғас һәр хәрәкәтемде күҙәтеп ултырған әсәйемә өндәштем:
       - Мин киттем, әсәй!
       - Өҙәрем сәфәргә ҡуҙғалғандай йыйындың, әҙерләндең, балам! Яуға барыуың уйын рәүешендә генә ҡалһын инде, атайың да бит Шайморатов дивизияһында эскадрон командиры булған. Ә йырлауыңа килгәндә радионы бар тауышына асып ултырырмын, уңыштар һиңә!
       Ауылдың урта төшөндәге ҙур булмаған йорт ҡап уртанан таҡта менән бүленгән, бер яғында почта бүлексәһе, икенсе яртыһында радиоузел. Ауыл ҡыҙырып һуңлаңҡырап кителгән, мин барыуға йыйылып бөткәндәр ине инде. Тауышланырға ярамағанлыҡтан тып-тын ҡалып бирге яҡта өйкөлөшкәндәр. Ваҡыты еткәс уларҙы төпкә берәмләп үткәрәсәктәр. Әле унан Ғүмәр ағайҙың тауышы ишетелә, тимәк, ул сығышын башлаған. Пионервожатый Фәрзәнә апай яныма килеп бышылданы:
       - Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса, иң беренсе һинең йырыңды ҡуйғанбыҙ! - Өҫ-башыма күҙ атты. - Был ниндәй маскарад тағы?
       - Һуң, йырларға тип килдем!
       - Кейенеп-яһаныпмы? Ул бит радионан күренмәй, хәҙер үк сисен!
       Ғүмәр ағай сығыш яһап бөтөп сығыу менән мине ҡоралһыҙландырып төпкә үткәрҙеләр. Ҡаршы яҡ стена ҡырындағы өҫтәлгә экранына әллә ниндәй һандар яҙылған, эсендә лампочкалары йызлаған, сымдарға тоташтырылған ике йәшник урынлаштырылған, ҡап-уртаға тояҡтарға беркетелгән микрофон ҡуйылған. Ике ултырғыс. Суфыя еңгәй шуларҙың береһенә ултырырға ҡушып ымланы ла сығышымды иғлан итте:
       - Заһир Исмәғилев музыкаһы, Ҡадир Даян шиғыры - “Шайморатов генерал”. Башҡара өсөнсө класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Хәйҙәр Тапаҡов.
       Алдынғыһы тине, ударнигы тимәне, шул арифметика сей елкәгә тейә, ҡәһәрең, сирек һайын фәҡәт шунан “өслө” сыға ла ҡуя. Яратмайым шыпа теүәлләүҙәрҙе: ҡушыу-алыу, ҡабатлау-бүлеүҙе. Эх, иҫәпләүҙәрҙе белмәгән, хисаплауҙарҙы һанға һуҡмаған дәүләттә йәшәргә ине!
       Ошоғаса миңә бер кем дә улай килештереп һүҙ бирмәгәс яңы ҡапҡаға ҡарап тызырайған бәрән рәүешендә аптырандым да ҡалдым.
Йә! - тине Суфыя еңгәй. - Ауыҙыңды микрофонға ныҡ яҡын килтермә!
       Ҡурҡам шул микрофон тигән нәмәнән. Тауыҡ йомортҡаһынан ары китмәгән тимерҙе алдыма ҡуйһалар тамағым кибә, быуындарым тотмай ҡалсылдай, сәбәпһеҙҙән күҙ алдарым ҡараңғылана ла китә.
       - Башла, тим бит...
       - Нимәне?
       - Йырҙы...
       - Ҡайһы еренән?
       - Баштан...
       - Ҡурҡам бит әле!
       Суфыя еңгәй микрофонды алыҫайтып ниндәйҙер төймәһенә баҫты, моғайын да тауышын ваҡытлыса һүндергәндер.
       - Ебегән! Үҙең ниндәй шәп йырҙы һайлағанһың! - Уҡытыусы уҫал ҡылана. - Шайморатовсыларҙың исемен һатаһың!
       - Минме?
       - Һәр хәлдә мин түгел инде!
       Күҙ алдыма ҡылыстарын болғап дошман танкыларына ынтылған ҡыйыу яугирҙәр кил-еп баҫты. Улар шул мәлдә моғайын да ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгәндәрҙер, күҙ алда-рында тыуған ер, яҡындары торғандыр. Ә мин?! Ҡайһылай ҙа оят!
       - Тоҡандырығыҙ микрофонды хәҙер үк. Ныҡ итеп ҡысҡырып яңынан иғлан итегеҙ! Хәйҙәр Тапаҡов был йырын ауылдың барлыҡ ветерандарына бағышлай, тип тә өҫтәгеҙ!
       Дошман амбразураһы алдында торғандай турайып баҫып, ҡоластарымды йәйеп ебә-реп, теге саҡтағылай радиоузелды дер һелкетеп йырлап ебәрҙем:

Башҡорттар китте һуғышҡа...

       Ошо юлдарҙы йырлағанда өҫтәлгә һуғырға, аяҡтарҙы тыпырҙатырға ярамағанлыҡт-ан йоҙроҡтарымды ҡаты итеп төйөп, быйма эсендәге бармаҡтарымды йыбырлатып, күҙ-ҙәремде хәтәр осҡонландырып ебәрҙем. Бәйгелә сабып барған аттай тулаған, дөбөрҙәгән йөрәгем тибешен, тыңлаусылар арауыҡ аша булһа ла ишеткәндәрҙер, һис шикһеҙ ишеткәндәрҙер.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

       Йырлап бөттөм дә сират көтөүселәр араһына сыҡтым. Фәрзәнә апай маҡтап ҡуйҙы:
       - Шәп башҡарҙың, радио тыңлаусыларҙың заявкаһы буйынса ойошторолған концертта ла ҡатнашырһың былай булғас, уны һин үҙең генә йырлап йөрөмә, башҡаларға ла өйрәт, йәме?
       Өйрәтмәгән ҡайҙа өйрәттем: уръяҡ, урта төш, түбән яҡ малайҙарына. Һуғыш уйынына йыйылһаҡ уйынды “Шайморатов генерал”дан башлайбыҙ.
       Бер көн йырыбыҙҙы түбәнге оста йәшәгән Райхан инәй ишетеп торған. Уның улы яу ҡырында ятып ҡалған, тип һөйләйҙәр. Бына ул тыңлап бөттө лә үҙ алдына һөйләнгәндәй былай тине:
       - Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған иле-геҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!



 

 

 

 

 

 

 

 

 

 




 


Автор:Хайдар Тапаков