Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
6 Май 2022, 08:18

Ашнаҡсы

       Совет һалдатының һуғышта дошмандың тамағын ҡайғыртып, уны һыйлап йөрөмәгәнлеге билдәле, шулай ҙа  ер йөҙөндә ике демократик һөнәр бар - медицина хеҙмәткәре һәм ашнаҡсы. Уларҙың изге бурысы - кешене дауалау һәм ашатыу. Кем булыуына ҡарамаҫтан.

Ашнаҡсы
Ашнаҡсы

Еңеү байрамы алдынан һуғыш ветеранын класс сәғәтенә саҡырҙыҡ. Ул юбилей айҡанлы бирелгәндәрен түгел, яуҙа алған берҙән-бер миҙалын тағып килгәйне. Әңгәм-әләшеү, аралашыу бик тә йылы, ихласлыҡ шарттарында үтте. Балалар береһе икенсеһен уҙҙырып, бүлеп төпсөнәләр генә. Осрашыу аҙағында бер малай, олатай, был награданы ни өсөн алдың, тип һораны.

       - Һуғышта мин ашнаҡсы булдым бит, балалар. Ҡашығаяғымды шауҙырлатып Сталинградтан Венгрияға ҡәҙәр барып еттем. Мәлендә өлгөртөп аш бешергән өсөн

бирҙеләр мыны, маршал Василевский үҙе тапшырҙы - Ҡәҙерлелер, йөҙө  һиҙелеп тоноҡланған, таға барып сепрәге төҫһөҙләнеп бөткән миҙалын һыйпай биреп ҡуйҙы.

       - Кемдәрҙе ашаттығыҙ инде? - тигән сираттағы бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ һорауға һүҙҙең йәбен, рәтен белмәгән ауыл ҡарты юғалыңҡырап ҡалды башта, шунан силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй былай тип яуапланы. - Мин бит гел алғы һыҙыҡта йөрөнөм, осраҡлы ылауға палиуая күхнәмде тағып. Асыҡһалар яныма килеп беҙҙекеләр ҙә ашап китәләр ине… нимесләр ҙә…

  Бөтә класс менән дәррәү көлөп ебәрҙек, беҙгә ҡунағыбыҙ ҙа ҡушылды. Совет һалдатының һуғышта дошмандың тамағын ҡайғыртып, уны һыйлап йөрөмәгәнлеге билдәле, шулай ҙа  ер йөҙөндә ике демократик һөнәр бар - медицина хеҙмәткәре һәм ашнаҡсы. Уларҙың изге бурысы - кешене дауалау һәм ашатыу. Кем булыуына ҡарамаҫтан.

 

Автор:Хайдар Тапаков