АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
5 Май 2022, 10:29

Еңел мәсьәлә

       Хәҙер берәй ауыр мәсьәлә килеп тыуһа ҡолағымда Әхмәҙулла Туляшевтың тауышы яңғырап киткәндәй:      – Һе, был мәсьәләне хәл итеүе еп-еңел генә ул!

Еңел мәсьәлә
Еңел мәсьәлә

   Һуғышҡа ҡәҙәр Темәс педагогия училищыһын тамамлаған уҡытыусы Әхмәҙулла Туля-шев үҙенең оптимистик рухлы булыуы менән иҫемдә ҡалған. Беҙҙән тау үренә ҡарай өс-дүрт өй аша ғына йәшәне ул. Урта буйлы, йоҡа кәүҙәле, төҫ-башҡа ла урта саманан ары китмәгән иллене ашатлаған  ир. Ул шул тиклем дә ҡарт күренгәйне теге саҡ миңә, бала кешегә. Хәҙер ошо юлдарҙы яҙған, сал сәсле ағайға һипһенеп, ятһынып ҡарайҙарҙыр инде бәғзе берәүҙәр, ни хәл итмәк? Шул торошта ла әле бирешергә теләмәй үҙемде һам-ан типһә тимер өҙөрлөккә иҫәпләйем тағы.

   Бер аяғын һуғышта өҙҙөрөп ҡайтҡанлыҡтан  көнө ҡултыҡ таяғына ҡалғайны Әхмәҙулла олатайҙың, йәнә үпкәһенә ултырған мина ярсығы урынынан ҡуҙғалып яҙлы-көҙлө ҡан төкөрөп тә йонсоно. Хужалыҡты ир ҡулы тота бит, сырхауынан, зәғифлегенән киң-гәгәс хужалыҡ ҡаралтылары ла ташландыҡҡа ҡалды. Уның тағы ла бер етешһеҙ яғын әйтмәү мөмкин түгел, яугир булараҡ “нарком өлөшө”нә ныҡ күнегеп киткәйне. Шунан айырыла алманы. Гел ҡыҙмаса ла һуҡмыш. Байрам итеп ташлап дәрескә һуңлаңҡырап китһә, ҡанатлы ҡул санаһын һөйрәп уҡыусылары килә һалып етә, ә ул таяҡтарын ҡосаҡлап  ҡырын ятып йырлай-йырлай мәктәп яғына ҡарай йүнәлә. Әхмәҙулла олатай мине уҡытманы, мәгәр тәжрибәле, аҡыллы, тормошто, балалар психологияһын төптән белгән, педагогиканы урынлы ҡулланған уҡытыусыны бөтәһе лә яратты, хөрмәт итте. Мәктәпкә барыр-ҡайтыр һуҡмағы беҙҙең тапҡырҙан үткәс күренә бит, ул башҡа уҡытыусыларҙың ҡулынан төшмәгән, китаптар, дәфтәрҙәр тулған дәү портфелде үҙе менән йөрөтмәне, бәлки ул нимәһе булмағандыр ҙа:  уҡытыу планы башында, әйтере - теленең осонда, тәрбиә са-раһы йомшаҡ, мәрхәмәтле ҡарашында.  Булмышы тәрбиәсе, маңлайына яҙылған һөнәре мөғәллим ине уның.  Ә эсеүенә килгәндә, ул саҡта фронттан ҡайтҡан бөтәһе лә араҡы менән мауыға  ине лә баһа. Был етешһеҙлек түгел, яуҙа йөрөп ҡайтҡан ир-аттың башына төшкән оло бәлә, ҡаза ине. Һуғыш уларҙы  шул нәмәгә хиресләндерҙе. Эскелектең кире эҙемтәләрен бөгөн дә кисерәбеҙ.

       Шулай итеп, берәй ауырлыҡ килеп сыҡһа, Әхмәҙулла олатайға йүгерәм. Ә ул тыңлап бөтә лә һүҙҙе былайыраҡ башлай:

       - Һе, ул да булдымы бер мәсьәлә, уны хәл итеүе еп-еңел генә ул!

   Көҙ көнө, мине октябрятҡа ҡабул иткәс илай-илай барып индем.

       - Нимәгә буҙлайһың көндө болартып? - Ул урынлы-урынһыҙ сарғаланыуҙы өнәп еткермәй торғайны.

       - Уктәбрәткә ҡабул иттеләр…

       - Итһәләр яҡшы булған, уның өсөн яр һалалармы тағы?!

       - Бөтәһенең дә йондоҙло ызначогы бар, ә миңә ҡалмаған. Пуштыла ла бөткән, тинеләр.

       Әхмәҙулла уйланғандай итеп тынып ҡалды ла былай тип һораны:

       - Ә һин ишеттеңме әле бер хәбәр?

       - Ю-ю-ю-ҡҡ… - Тыныслана алмай һаман да танауымды мырш-мырш тартам.

       - Хәҙер һинең класташтарың тағып йөрөгән значоктарҙы мынан бүтән бөтөнләй сығармаясаҡтар, бөттө-китте! Улар шул иҫке нәмәләре менән йөрөйәсәктәр пионерға алғансы!

       - Минсе? - Ышанмайыраҡ ҡарайым.

       - Яңы сыҡҡан значок иҫ китмәле шәп буласаҡ, сөнки уның ҡап уртаһына баҙлап торған лампочка беркетәсәктәр. Башҡаларҙыҡы төҫһөҙ генә, ә һинеке күҙҙең яуын алып яна! Хәтәр бит, ә?!

   Ундай нәмәне сығарманылар әлбиттә, мәгәр лампочкалы, тирә-яғына хәтәр осҡондар та-ратҡан значоктың бер килеп түшемә ҡаҙаласағын көтөп йәшәнем. Ә уҡытыусының мине төп башына ултыртыуына тамсы ла үпкәләмәнем, сөнки ул мәлендә ярһыуымды, асыуымды, ҡара көнләшеүемде баҫа белде. Ә  шаштырып ебәреп һөйләүгә килгәндә - күңелгә өмөт һалған, хыялды ҡуҙғытҡан  уйҙырма алдыҡҡа иҫәпләнмәй.

Мәктәпте тамамлап училищыға уҡырға ингәс йомошһоҙ ғына барып сығырға иттем.

       - Тегендә нисек урынлаштың? - тип ҡыҙыҡһынды олатайым.

       - Көндәр һыуынһа ла ятаҡҡа яҡмайҙар әлегә, шуға килеп тороп һыуыҡ, ике одеал аҫтында ҡалтыранып ятабыҙ!

       - Иҫең киткән икән юҡ-барға. Иң мөһиме - ҡыйыҡ аҫтында йоҡлайһығыҙ. Тегендә, алғы һыҙыҡта аҙна самаһы ҡар өҫтөндә яттыҡ. Сасҡау һыуыҡ. Башты ҡал-ҡытырлыҡ, окоп соҡорлоҡ әмәл юҡ, бөтә төр ҡоралдарҙан аталар ғына, таң атһа һауала самолеттар баш осонда өйрөлөп бомба ырғытырға тотона, унан ҡалһа “Тигр”танкылары өҫкә ябырыла. Ә беҙҙең өҫтә фуфайка, аяҡта кирза итек, тиретун тураһында хыялланыу ҙа урынһыҙ! Шул мәлдә сысҡанға, юҡ энә күҙәүендәй бөжәккә әүерелеп ергә һеңге, юҡҡа сыҡҡы килә. Ҡайһы саҡ ҡурҡыштан илап ебәрәбеҙ, ыштан төбөн еүешләүселәр ҙә булғандыр, бәлки, сөнки ҡурҡыу һәр тереклек өсөн тәбиғи тойғо. Ҡурҡыу оят түгел, ҡурҡыуҙы еңә белмәү оят. Ҡотобоҙ алыныуҙан сеңләнек, аҫтыбыҙға бес иттек, әммә артҡа сигенмәнек, шуныһы мөһим. Төн етһә командир йоҡлап китеп туңып ҡуймаһындар былар, тип, шыуышып йөрөп  беҙҙе өҙлөкһөҙ әйләндереп сыға, утын әрҙәнәһе һымаҡ итеп. Бына шулай, улым, ә һин өшөйбөҙ, тип мыжыған булаһың…

       Телһеҙ ҡалдым. Оят булып китте.

     Ул ныҡ ауырып үлем түшәгендә ятҡанда хәлен беләйем тип йәнә уларҙың яғына йүнәлдем. Өйҙөң асыҡ ишегенән йыр тауышы ишетелә:

                                     Вставай, страна огромная,

                                     Вставай на смертный бой!..

 Ауырыу патефонына һуғыш марштарын ҡуйып тыңлап ята икән. Мине шәйләгәс һүнеп барған ҡарашын нурландырып күҙ ҡыҫты:

       - Мин ни инәйеңә иркәләнеп ятам әле шунда. Әжәлдән нисә тапҡыр ҡасып ҡотолондо - Сталинград янында, Курск ҡулсаһында, шунан Кинегсбергты алғанда. Бына күрерһең был юлы ла бирешмәм, бирешмәм!

Быуылыулы йүтәлләүенән арынып бер аҙ тын ятҡас сираттағы кәңәшен бирҙе:

       - Йәшәйештә хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр булмай, шуны һис ҡасан хәтереңдән сығарма, улым. Әҙәм балаһы өсөн иң ҡурҡынысы - үлем. Әммә унан ошоғаса бер кем дә ҡасып ҡотолғаны юҡ әле. Шулай булғас кешенең төп шөғөлө, мәғәнәһеҙ үлемде көтөп ултырыу түгел - алдына килеп баҫҡан ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе еңел ген хәл итеп, булғанына шөкөр ҡылып, барына ҡыуанып йәшәү. Ә мин ошолай оптимистик кәйефтә йәшәргә үҙемдең командирымдан өйрәндем. Ул да һис ҡасан бирешмәне, киҫкен мәлдәрҙә уның өсөн хәл ителмәҫлек проблемалар булманы. Бөгөнгөләй хәтеремдә, Сталинград алышынан һуң беҙҙе Курск ҡулсаһына ебәрҙеләр. Дошман менән үлемесле алыштан һуң ротанан барлығы утыҙ-ҡырҡ кеше тороп ҡалғанбыҙҙыр. Батальонға барып ҡушылыу өсөн ун-биш, егерме саҡрым ара. Яралылар күп, ә ҡалғандарыбыҙ шыуышыр сиккә етеп хәлһеҙләнгәнбеҙ. Аптырғандың көнөнән бер йәш егетте штаб урынлашҡан ауылға йәйәү ебәрҙек. Ярҙамға өмөт итеп әлбиттә. Командирыбыҙ башҡа ылау таба алмағандыр, беҙгә ҡаршы оркестр ултыртып бер полуторка ебәргән. Яралыларҙы ҡоралдарҙы машинаға тейәнек һәм теҙелеп баҫҡайныҡ ҡына оркестр дәртле көй уйнап ебәрҙе һәм маршҡа баҫып батальон биләмәһенә барып еткәнбеҙҙе  һиҙмәгәнбеҙ ҙә! Бына дәртле йыр нишләтә кешене! Әлеге көндә аяҡҡа баҫып китмәмме тип һуғыш марштарын тыңлап ятам әле!

   Хәҙер берәй ауыр мәсьәлә килеп тыуһа ҡолағымда Әхмәҙулла Туляшевтың тауышы яң-ғырап киткәндәй:

     – Һе, был мәсьәләне хәл итеүе еп-еңел генә ул!

 

 

Автор:Хайдар Тапаков