АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
11 Ғинуар 2022, 19:06

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)

       Өмөтһөҙ әрнеүле тауыштан бары ағастарҙа ҡалған һуңғы япраҡтар ғына өҙөлөп ер­гә һибелде.  

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Бишенсе киҫәк.)

     Шулай янып-көйөп йөрөп, йәйҙе үткәрҙем. Былар имтихан тапшырырға Өфөгә юл­ланды. Хыялым - Розалия имтихандарын тапшыра алмай, кире ҡайтһын. Хоҙ­а­й­ҙан һо­­рағаным ҡабул булды, Розалия ҡайтты, Фәрит уҡырға кергән тәки.

      Ҡыҙ ни ҡайтты ла һауынсы булып эшкә төштө лә китте. Ҡайҙа тиһегеҙме? Беҙ-ҙең бү­лексәгә. Иптәш ҡыҙҙары менән ферманан алыҫ түгел дөйөм ятаҡҡа ур-ынлаштылар. Бәхетем баштан ашты, хәҙер уны теләгән ваҡытта күрәсәкмен, гел янымда ғына буласаҡ. Күңелдә өмөтлө генә уйҙар ҙа ярала башланы. Эшкә лә фермаға күстем. Унда даими тракторсы таба алмай йөҙәгән управляющий шундуҡ ҡуш ҡуллап ризалашты. Трак­т­о­рҙа малдарға аҙыҡ ташыйым. Яйы сыҡҡанда һылтауын табып, ҡыҙҙар ятағы яғына боролорға ғына торам. «Һыу килтерәйемме, ҡыҙҙар, плитә-үтектәрегеҙҙең спирале янманымы, та­­­ғы ниндәй йомоштар-ығыҙ бар?» Остоҡай ҡыҙҙарға ни етә ҡалды, егеп йомошай­ҙар.

      Эстән һыҙып йөрөйөм, ә Розалияға тойғоларымды асырға уйламайым да. Ҡый­ы­у­­лыҡ етмәй, уны күрҙениһәм, ебей ҙә ҡуям.

    Ҡыҙ үҙе көн һайын почта юлынан ҡайтмай. Армиянан ҡайтҡан Хәлил, һалдат кей­емен һалмай, значоктарын тағып, ҡыҙҙың артынан йөрөп ҡараны ла ҡул һелтәне. Хә­ҙер Розалияның тирәһендә ситтә йөрөп ҡайтып, ферма мөдире булып эшләгән Әнүәр урала. Уның хәле лә алдан билдәле. Шулай булыуға ҡарамаҫ-тан, нисә барһаң да ҡа­ймаҡ сәлдерергә йыйынған бесәй ише ятаҡ тирәһендә һырпалана.

       Урып-йыйыуҙы ослап, малдар ҡураға ингәс, ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн үт­кәрергә булдылар. Ҡытлыҡ заманда табылмаҫтайҙы юллап ыҙалаланмай-ҙар түрәләр, шауҙырлатып араҡы килтереп, эре мал һуйып аш бешерәләр ҙә табын ҡоралар.

      Мәжлестә ҡатын-ҡыҙ араҡыға артыҡ әүәҫләнмәгәс, өлөштәре ир-атҡа ҡала. Ун­ың ҡарауы тегеләре тәгәрәгәнсе эсә. Бөтә байрамдың йәме, күңел асыу шун-ан ғибә­рәт. Үҙ­­ем дә ул көндө ашханала ҡыҙмаса булғансы ғына ултырҙым да ятаҡҡа йүнәлдем. Ро­залияны ауылына алып барырға һөйләшкәйнек.

  Фермаға етәрәк малсылар йортонан сығып килгән Әнүәр ҡул болғай, нимәлер иш­а­р­а­лай, йомош бар, тимәксе. Боролдом. Артымдан ишек ябылыуға был эстән бикләп үк ҡуйҙы. Өҫтәлгә яртылаш эселгән шешә ултыртты. Кеҫәһенән икмәк һыныҡтары сы­ғ­­арҙы. Күренеп тора, йомош-маҙары булмаған, уға ошо шешәне төпләшерлек әшнә кә­­­­рәккән. Стакандарға араҡы тамыҙғас, шау тарамыш ҡулға ялғанған оҙон бармаҡтарын тырпайтып, тыңлауһыҙ һалам сәстәрен тараштыр-ған булды ла, ҡыу йөҙөндә маһайыу ғәләмәте сағылдырып, алдындағын күтәрҙе:

            – Йә, Мырҙабулатов, беҙҙең кеүек түрә менән дә тот әле. - Үҙенекен ынтылыуҙа ауыҙына оҙатҡас, сәсәй-сытырая дауам итте. – Яратмайым малсылар-ға болғанып эс­еүҙе. Уларҙың шул һөйләшеүҙәре һыйыр, тиҙәк тирәһенән ары китмәй. - Әнүәр таҙа­р­тыу күрмәгән һары тештәрен ыржайтып йылмайғандай итте.

     Мин дә, ҡыҙып алған кеше, һыйҙан баш тартманым. Тәмәке ҡабыҙып ебәрҙек. Һүҙ­гә һүҙ ялғап, барлы-юҡлы һыйҙың ғүмерен оҙайтып ултыра торғас, Әнүәр һо-рап ҡуй­ҙы:

            – Фәниә менән хәлдәр нисек? Өйләнәһеңдер?  Байтаҡтан бирле тағылышып һөйрәләһегеҙ ши­келле.

            – Әллә, ул турала уйламаным әле.

            – Уйла, ҡустым. - Оҙаҡламай мин дә ҡамыт кейәм. Етте, биҙҙерҙе буйҙаҡ йө-р­өү. Алынаһы малға ине лә әллә ҡасан һалынған… - Ирендәрен хәйләкәр бөрөштөрҙө. Өндәшмәгәс, тыңлай тип булһа кәрәк, шапырыныуында булды. - Һи-и-и, ҡустым, ағ­аң тамаҡлаған ҡыҙҙарҙы иҫәпләй китһәң, быуа быуырлыҡ, әй! Йәшһең шул әле, бе­лмәйһең тейелмәгәндәргә бураҙна һалыуҙың тәмен! - Ауыҙынан аҡҡан шайығын бысраҡ ҡул һырты менән һыпырҙы. - Йәш тай өйрәтеү ише ауыр ҙа, ләззәтле лә шөғ­өл. һиңә әйтәйем. Өйрәттеңме - ул тотошлайы менән һинеке. Розалия ла тәүлә ҡаршы­лашып маташҡайны…

            – Нимә?! - «Розалия» һүҙе вайымһыҙ ултырған мине кинәт ярһытып ебәрҙе. - Нимә тинең?

            – Ебәр муйынды, ебәр, тим! Быуаһың бит - Тимер бармаҡтарға ҡапҡан Әнү-әр оло ауыҙын түшәмгә терәп яңылыш килеп мурҙаға эләккән шамбылай тыпырсынды. - Фәниәне баҫҡаныңда икеһен бергә ҡатлап һалмаҡсыһыңмы әллә… Е-еб-бәрр!..

       Көсәнеп тартыла торғас ысҡынып, ишек яҡ стенаға сигенде, ҡаҡашҡан яғаһын, ҡайышланған галстугын төҙәтештерҙе лә, кәүҙәһен алға ташлап, бармаҡ янаны:

            – Артыҡ осонма, йәме, Мырҙабулатов! Кемлегемде, ниндәй вазифала йөрөгән­легемде беләһең! Һәр һөйәркә өсөн түрәләрҙең яғаһынан ала башлаһаң, низнай, эшең­дә оҙаҡҡа сыҙарһың микән…

            – Етте! Әгәр тағы ла Розалия тураһында берәй бысраҡ һүҙ әйтһәң, башыңды стенаға сәсрәтермен! - Быны тағы матҡып алып стенаға һелтәнем дә иш-екте ҡаты яб­ып тышҡа йүгерҙем.

  «Белорусь» ты тоҡандырып ятаҡҡа яҡынлауға бәләкәй ҡапҡа ауыҙында Розалия кү­ренде. Сәғәтенә ҡарап-ҡарап ала. Көтә. Башына аҡ башлыҡ, шундай уҡ бирсәткә­ләр кейеп ебәргән. Өҫтөнә һылашып торған зәңгәр төҫтәге спорт курткаһы, килешле джин­сы, аяҡтарында кроссовкалар. Килеп туҡтау менән осоп тигәндәй инеп ултыр­ҙы, шат йылмайҙы:

            – Әхмәт-рәхмәт, көтә торғас көтөк булдым. Ҡыҙҙарҙы көттөрөү килешмәй.

            – Майға буялаһың бит, плащ та кеймәгәнһең.

            – Ә һин мине алып барырыңды алдан белдең, кабинаңды ентекләп һөртөш-төрөр инең. - Ҡыҙ ирештерә һалды.

  Розалия шаяра-көлә тәтелдәй бирә, минең күңелде баяғы Әнүәр менән булған ос­раш­ыу тырнай.

 «Ин һалдым, тип кәпәренгән була… Ышанмайым! Хәйер, ышан ҡыҙҙарға, бигер­әк тә хәҙерге заманда… Ана бит, ҡайҙа ҡарама, һүрәттәрҙә, тоҡандырһаң, телеви­з­ор­ҙа яр­ым-шәрә ҡатын-ҡыҙ, аҙғынлыҡ… Саф мөхәббәттең эҙе лә ҡалмаған, барыһы ла аҡ­са­ға һатыла… Ғашиҡ булып, төн йоҡоларымды йоҡламай йөрөйөм тағы… Мәм­әй…»

            – Розалия!

            – Әү, кем тейә?

            – Әнүәр нишләп һеҙҙән сығышмай?

            – Бәй, бөтә ауыл белә тороп, һин белмәйһеңдәме ни? Өйләнәм, тип йөрөй бит түрә.

            – Кемгә? - Йөрәк урынынан ҡупты.

            – Кемгә булһын, миңә! - Розалия шыңғырҙатып көлөп ебәрҙе.

            – Ә һин?

            – Кейәү барҙа сығып ҡалайыммы икән тим. - Ҡыҙ һаман көлә, әллә уйнап-шая­р­тып һөйләй, әллә ысынлап.

       Йән асыуыма газға баҫтым, «Белорусь» йәшен тиҙлегендәй алға уҡталды.

            – Нимә эшләйһең, Әхмәт! - Ҡыҙ ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе. - Ауабыҙ бит!

            – Һинең менән үлһәм дә үкенмәйем!

     Трактор юлдан янтайып, сиҙәмдән бара башланы, уңда-һулда ағастар ялт-йолт ит­еп ҡала, тәгәрмәстәр аҫтында түмгәктәр, сысҡан төртөндөһө тап килһә, эре таш эл­әк­һә, трактор хәтәр аушаңлап китә.

       Розалия беләгемә матҡып йәбешкән дә сытырҙатып күҙҙәрен йомған.

            – Әхмәт!

    Асырғаныулы тауыш аңыма килтергәндәй итте. Тормозға баҫтым. «Белорусь» шып туҡ­таны. Ергә һикереүгә артымдан Розалия ла ынтылды.

     Боролоп аяҡтары ергә тейергә лә өлгөрмәгән ҡыҙҙы эләктереп алдым да ипләп ке­нә ергә баҫтырҙым:

            – Розалия, мин һине яратам, ишетәһеңме, яратам! Фәритеңә лә, Әнүәргә лә, бер кемгә лә бирмәйем!

      Башта хәрәкәттәре йомшарып, албырғап иҫен йыя алмай ҡосағыма һыйынған ҡыҙ мине этеп ебәрҙе лә ситкә янтайҙы:

            – Әхмәт, ни ҡыланышың был? Һинән араҡы еҫе килә! Яҡынлама!

            – Розалия, миңә һинһеҙ йәшәү юҡ! Кейәүгә сыҡ, өйләнешәйек…

            – Яҡынлама тим! Ҡысҡырам!

       Ошо мәлдә күҙ алдыма Әнүәрҙең мыҫҡыллы йөҙө килеп баҫты. «Их, һин, мәмәй, ҡыҙҙар ауыҙлыҡларға ла эшкә ашмайһың… Улар бөтәһе лә башта ғына ҡаршылашып ҡыланған булалар, ары майланған ҡайыштай йомшаралар, теләгән яғыңа үрелә­ләр, һуҙылалар…»

       Ҡыҙҙы бер ынтылыуҙа эләктереп алдым да һутлы ирендәренә үрелдем. Ул йөҙөн ситкә борҙо, тартҡылаша башланы. Устарым уның йомро яурындарын тойҙо, аңғар­маҫтан йомро, тығыҙ күкрәктәре тәнемә ҡағылды, сәстәренән килгән аңлашылмаған хуш еҫ иҫертте, тыны битемде өттө.

            – Әхмәт, үтенәм, ебәр… Е-е-е-бәр-р-р!

     Йәнемдә уянған ҡырағай хайуан дәрте самаһыҙ эселгән араҡыға буталды. Бәлә-кәй ге­нә буйлы, нәҙек тал сыбығылай ҡыҙ ләззәт көҫәгән айыуҙай егеткә ҡаршы тора ала­мы ни?..

            – Их! - Әхмәттең йоҙроҡтары тубығын тызыны. - Нишләп үҙемде тыйып ҡа-ла алманым икән, йә булмаһа берәйһе килеп сығып аралаһасы… Хәйер, юлдан әллә ҡай­ҙа ятҡан ҡыуаҡлыҡ араһында эңер мәлендә кем йөрөһөн…

            – А-а-а-ааа!

    Өмөтһөҙ әрнеүле тауыштан бары ағастарҙа ҡалған һуңғы япраҡтар ғына өҙөлөп ер­гә һибелде.

 

Автор:Хайдар Тапаков