АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Ғинуар 2022, 10:08

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)

       – Бая аҡҡошто атҡан кешене һин ҡанһыҙлыҡта ғәйепләнең. Ҡанһыҙ кешене белгең килһә, ул – мин! Аҡҡошто мин аттым!

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Өсөнсө киҫәк.)

       Көтөлмәгән осрашыуҙан, аңлайышһыҙ, эткеле-төрткөлө һөйләшеүҙән иҫемде йыя алмай оҙаҡ ҡына ултырҙым. Иртәнге күтәренке кәйеф, ирәүән ғәмһеҙлек хәҙер тапла­н­ып ҡына ҡалманы, һөмһөҙ ир менән сәкәләшкәндән һуң, һыпырып алғандай юҡҡа сы­ҡты, күңел төбөнә үҙемә лә аңлашылмаған борсолоу, хәүеф юшҡыны ултырҙы. Ма­турлыҡ алиһәһе - аҡҡош та инде һоҡланыу түгел, ә зәғифлеге менән йәлләү той­ғо­һо уятты. Әхмәт Мырҙабулатовты күреү теләге лә һүрелде. Шулай ҙа Илһамдың кире боролғанда һуғылып алып ҡайтырын иҫкә төшөрөп, килеү-ен килгәс йомошомдо йом­о­ш­лап ҡайтырға кәрәк тип, Бикбирҙегә йүнәлдем.

     Әхмәттең йортон өйрәтеү буйынса иҙ таптым. Алты мөйөшлө, ҡалай ҡыйығы ҡо­я­шта ялтырап ултырған бейек өй үҙе лә әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Тәҙрә ҡапҡастары, ҙур урыҫ ҡапҡаһы әллә ниндәй һырҙарға семәрләнгән, асыҡ буяуҙарға бу­ялған. Бәләкәй ҡапҡаны асып эскә үткәс тә, ихаталағы таҙалыҡ күҙгә ташлана. Ике яҡлатып оҙон баҡса һуҙылған, унда алма, сейә, ҡарағат ҡыуаҡтары күренә. Бер ба­ҡ­са ҙур гаражға, икенсеһе шифер менән ябылған аҙбарға барып тоташа. Кәртә-ҡура ар­тында һабаҡтары өйөп ҡуйылған картуфлыҡ күренә. Хужа тәртип ярата, дон­ъ­я­һы ла бөтөн, үҙе лә егәрлелер.

       Иғтибарлап-теүәлләп ҡарап, абайламай ҙа ҡалдым, быҙау ҙурлыҡ эт өҫтөмә таш­ланды һәм, бәреп йыҡтым ғына тигәндә муйынсаһына быуылып, артҡы аяҡ­тар­ында аҫылынып ҡалды, бәхеткә күрә сынйырҙа икән. Ярһып өрөү тауышына солан ишеге асылды, унда тәбәнәк буйлы мөләйем йәш ҡатын күренде. Сығыусы асыуланмай ғына өндәшеүгә, эт ҡойроғон болғай-болғай юхаланырға тотондо. Ҡатын уны ояһына яп­ҡас, өндәште:

            – Һаумыһығыҙ. Әйҙә, үтегеҙ, яңылыш килеп инмәгәнһегеҙҙер, моғайын.

       Мин бында килеү сәбәбен аңлаттым. Хужабикә эйәр, тигәндәй алдан төштө. Өйгә индек. Аяҡ тауыштарын ишетеп әллә, төпкө бүлмәнән бая ауыҙҙы асырға ла ирек би­р­мәй тиргәшкән ир күренде. Йөҙөндә асыуҙың әҫәре лә күренмәй. Спорт костюмы кей­еп алған, туҙғаҡ сәстәре таралған, ҡырынғандыр, йомро биттәре тағы ла һалпышлан­­ы­бы­раҡ киткәндәр.

            – Ә-ә-ә, килдеңме? Һаумы! - Ҡулын бирмәне. - Әйҙә, үт. - Ҡатынына өндәште: - Бисә, бар әле, ашарға ҡараштыр.

       Өҫтәлгә «аҡбаш» ҡунаҡланы, хуш еҫтәрен бөркөп, һурпа инде. Хужа ҡабаланмай ғына өҫтәл тирәһендә мөштөрҙәгән, ҡатыны түрбашта йүгергеләгән арала ян-тирәне байҡаным. Эстә лә заманса йыһаз, бөтә урында бөхтәлек.

            – Әхмәт Мырҙабулатов тиҙәр мине. Хәйер, ауылға мине эҙләп килгәнһең шикел­ле, бая быуа янында әйткәйнең бит. Ҡатыным Фәниә исемле. - Ир «аҡбаш»ты «сал­ып» рюмкаларға араҡы ҡоя-ҡоя шулай тине, әммә ни сәбәптәндер ҡа­тыны яғына боролоп ҡараманы. Танышыу йола атҡарыу, тейешлекте үтәү һым­ағ­ыр­аҡ килеп сыҡһа ла, хужабикә яғына ҡарап, йылмайып баш ҡаҡҡайным, ул да ихлас яуап бирҙе.

       Фәниә йылмайғайны, ябыҡлауыраҡ аҡһыл оҙонса биттәре тумалаҡланып китте, ҙур зәңгәр күҙҙәре ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп, яҫы маңлайҙағы һиҙелер-һиҙ-елмәҫ сы­й­маҡланған йыйырсыҡтарҙы юйҙы. Йөҙҙө боҙобораҡ торған ҙур ауыҙҙан тығыҙ те­ш­тәр күренеп ҡалдылар ҙа яҡты сырайҙы һөйкөмләндерҙеләр.

    Фәниә ентекләп күҙәткән ҡарашымды күтәрә алманы, шикелле, уңайһыҙланып ҡына табынға саҡырҙы:

            – Ҡапҡылап алығыҙ, юлда асыҡҡанһығыҙҙыр.

       Беҙ, ирҙәр, алдыбыҙҙағы тәрилкәләргә йомолдоҡ. Өндәшеүсе, һүҙ башлаусы юҡ. Шешә яртылағас та телдәр асылманы.

       Бына, ниһайәт, хужа алдындағын ситкәрәк этте, һонолоп комод тартмаһынан сигарет алып ҡапты, урынынан торҙо.

            – Һин ҡабаланмай аша әле, мин әҙерәк борхотоп алайым.

       Артынан ишек ябылыуға тынлыҡ урынлашты. Фәниә, сепрәк алып, былай ҙа ял­т­ы­рап торған өҫтәлде һөртөштөрҙө лә иренең урынына ултырҙы:

            – Һеҙ Әхмәткә берүк аптырамағыҙ инде, тәү ҡарашҡа холҡо ауыр, ҡырыҫ һым­аҡ күренһә лә тупаҫ түгел. Көҙ етеп ҡоштар китер мәл етһә генә үҙенә урын таба ал­май үрһәләнә, эсенә бикләнә. Әле бөгөн быуаға барып, тағы ҡара көйөп ҡайтты. Кәй­ефһеҙ сағында һүҙ ҡатма, янында булма инде уның…

            – Аҡҡошҡа барҙымы?

       Телем ихтыярымдан тыш хәбәрҙе ысҡындырҙы.

   Ҡатын өндәшмәне. Ҡалҡынды, тәрилкә-ҡалаҡтарҙы йыйыштырған булып, һүҙҙе икенсегә борҙо:

            – Әхмәткә сәйгә әйтәйем әле, өҫтәл тирәһен үҙе ҡараштырыр, баҡсала әҙер-әк эш­­­ем дә бар.

   Сығышлай ике бүлмә араһындағы таҡта стенаға беркетелгән радионың тауыш ҡу­л­саһын борҙо. Бүлмә эсе моңға тулды. Әле яңы ғына таныла башлаған йәш йы-рсы ег­ет үҙенә генә хас оҫталыҡ, йөрәк түренән сыҡҡан эске һағыш менән бирелеп йырлай ине.

 

                                          Хәтерҙә ул матур айлы кистәр,

                                          Хәтерҙә бормалы һыу юлы.

                                          Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,

                                          Онотолмай Ағиҙел һылыуы…

 

     Моң үҙенең сихри ҡосағына алды ла, тирбәлтеп-бәүелтеп, үҙ донъяһына алып кит­те. Офоҡтары киң, күк-түшәме мөғжизәле Ҡош юлы менән нағышланған ғаш­иҡтар иленә. Йыр мәңгелек саф мөхәббәткә гимн булып та ишетелде.

            – Тауышы бигерәк көслө. - Һиҫкәндереп килеп ингән Әхмәт радионың тауышын аҡрынайтты ла, урынына килеп ултырып битарафлыҡ менән сынаяҡтарға сәй яһарға кереште. Йыр уға ҡағылмағандай булды, шулай ҙа йөҙөнән һиҙелер-һиҙелмәҫ моңһоулыҡ кү­л­әгәһе йүгереп үтте, ике ҡаш араһындағы йыйырсыҡта-ры тәрәнәйҙе, теш араһынан «йырлай…» ти­гән өн һығылып сыҡты. Хуплап әйттеме, хурлапмы, уныһы аңлашылып бөтмәне.

       Сәй һемерәбеҙ.

            – Быйыл бүлексәлә гектарынан күпме төшөм алдығыҙ? - Тынлыҡты боҙам.

       Әхмәт өндәшмәне. Сынаяғындағы сәйен ҡабаланмай ғына эсеп ҡуйғас, көтә ба-шланы, тамағын ҡырып алды. Һиҙәм, һүҙ башларға йыйына.

            – Тағы яһайыммы?

            – Рәхмәт, етте, ғөмүмән сәйхур түгелмен, ҡайһы саҡ ашағандан һуң һыу эсә лә ҡуям. - Сынаяғымды өҫтәл түренәрәк шылдырҙым.

            – Әйҙә баштан уҡ килешәйек, минең турала яҙмайһың, кәрәкмәй. Әгәр гәз-ит битендә кемделер яҡтыртырға кәрәкһә ундайҙар бүлексәлә етерлек. Әгәр тың­ла­һаң баштан үткән хәлде һөйләйем. - Был әүәҫләнеп һүҙ башларға йыйынды. Ғә-ҙәтем буйынса ҡағыҙ-ҡәләм сығарғайным, мыҫҡыллы төрттөрә лә һалды. - Насар хәбәрсе икәнлегең күренеп тора. Мин бит мәҡәлә яҙыр өсөн һөйләмәйем, баштан үткәнде һөйләй­ем, тинем. Аҙыраҡ асылып алһаң да, эс бүҫкәреп ҡала, тиҙәр. – Ҡапыл һорап ҡуйҙы - Аҡҡош йәлме?

            – Йәл. Ни тиһәң дә зәғиф.

            – Шул шул. Бигерәк тә көҙ етһә, ҡоштарға эйәреп китәм тип ҡаңғыра, күккә ынтылып, бәрелеп һуғыла, бында минең йөрәк өҙөлә. - Ирҙең ҙур устары һауаны тел­де. Ул ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап бүлмәне урап йөрөп алды, эҙләнеп тәмәке һауытын та­бып өҫтәлгә ҡуйғас, тәмәке тоҡандырҙы.

            – Бая аҡҡошто атҡан кешене һин ҡанһыҙлыҡта ғәйепләнең. Ҡанһыҙ кешене белгең килһә, ул – мин! Аҡҡошто мин аттым!

Автор:Хайдар Тапаков