Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
8 Ғинуар 2022, 16:25

ӘСӘ ШАТЛЫҒЫ

-Һин нимә һөйләп ятаһың бында, ғәйбәтсе! Бер мәлдә улдар тапһаҡ, улдарыбыҙ дуҫ булыр, ҡатышып йәшәрбеҙ тип уйлаһам әле. Ә һин ләстит һатып ятаһың, бушты һөйләп,--тине лә Лилиә күҙ йәштәрен тыя алмай илай-илай кейенеп, сәбәп табып, 4-5 сәғәткә ҡайтып килергә булды.

ӘСӘ ШАТЛЫҒЫ
ӘСӘ ШАТЛЫҒЫ

Лилиә Әнүәрҙән шылтыратыу көтә. Тик уныһы инде өсөнсө көн бәйләнешкә инмәй. Дүшәмбе Әнүәр уны бала табыу йортона алып килгәйне. Лилиәгә һаҡланып ятырға ҡуштылар. Улар тәүге бәпестәрен көтә. Малай икәнен әйттеләр. Лилиә Әхәт тип исем дә һайлап ҡуйҙы. Әхәт Әнүәр ул! Ахат Анварович! Нисек яңғырай!

Сабыйҙың донъяға ауаз һалырына күп тә ҡалмаған. Лилиә уны ярата һәм көтә. Ә уны Ғәлиә апаһы иртә кейәүгә сығаһың, ҡайҙа бараһың ҡабаланып, тип ныҡ әрләне. Тәүҙә уҡырға, карьера эшләргә өндәне. Ата-әсәһе фажиғәле үлеп ҡалғас, берҙән-бер терәге шул Ғәлиә апаһы ҡалды шул: әрләүсе лә, йыуатыусы ла ул.

Ә Лилиә кейәүгә сығыуына үкенмәй. Ярата бит Әнүәрҙе. Ана, малайҙары тыуыр. Лилиәнең ата-әсәһенән ҡалған өйөндә йәшәрҙәр. Ғәлиә апаһы барыбер был йортҡа ҡайтмай, ул ҡырҙа, карьера эшләмәксе.

Лилиә палатала ауылдашы Ләйсән, күрше ауыл ҡатыны Гөлгенә һәм йәнә бер ҡатын—Альбина менән ята. Ләйсән Лилиә кеүек беренсе сабыйын ала килгән, ул да малай көтә. Гөлгенәнең өсөнсө сабыйы—ҡыҙы тыуырға тора. Ә өс малайға ғүмер биргән Альбина ҡыҙ артынан килгән, тик йәнә малай тигәндәр. Һәр береһе эстәрен ҡосаҡлап, гәлсәр һауытты тотҡандай һыйпап ҡына йөрөй. Ирҙәре шылтыратып ҡына тора. Ә бына Лилиәнең Әнүәре алмай. Шунлыҡтан йәш ҡатын үҙенә урын тапмай, бик ятҡыһы, ял иткеһе килһә лә коридорға ҡырҡ сығып шылтыратып ҡарай. Телефондың теге яҡ осонан “абонент недоступен” тигән тауыш ҡына килә. Сираттағы уңышһыҙ шылтыратыуҙан палатаға яҡынлағанда Ләйсәндең хәбәрен ишетеп ҡалды:

-Эй, бахыр Лилиә, белмәй шул Әнүәрен. Ауылда Сәриә тигән ҡатынға күптән эйәләгән бит ул ире. Бына, хәҙер Лилиәнең бында ятыуын оҫта файҙаланалар инде... Сәриә күп ғаиләнең башына етте бит ул.

Лилиә Ләйсәндең ҡатындарға һөйләгәнен ишетеп саҡ артҡа йығылманы.

-Һин нимә һөйләп ятаһың бында, ғәйбәтсе! Бер мәлдә улдар тапһаҡ, улдарыбыҙ дуҫ булыр, ҡатышып йәшәрбеҙ тип уйлаһам әле. Ә һин ләстит һатып ятаһың, бушты һөйләп,--тине лә Лилиә күҙ йәштәрен тыя алмай илай-илай кейенеп, сәбәп табып, 4-5 сәғәткә ҡайтып килергә булды.

Бына уның тыуған йорто. Атаһы төҙөнө уны. Яҡынлашҡанда унан көслө музыка яңғырай ине. Ишекте асып барып инеүенә уны Сәриә ҡаршы алды, ә Әнүәр диванда иҫерек аунай.

--Ҡайттың дамы ни? Ә мин өсөнсө көн иреңде ҡарайым. Ирҙе кеше яңғыҙын ҡалдырамы? Алалар бит,--тип шарҡылдап көлдө Сәриә.—Әнүәр, тор, ана кәләшбикәң ҡайтты.

Әнүәр башын саҡ ҡалҡытты ла: “Сәриә, мин һине яратам”,--тине лә кире башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлап китте.

Лилиә сығып йылғаға табан йүгергәнен генә иҫләй...

* * *

--Әсәй, һиңә ҡыйынмы әллә?

Улының тауышына Лилиә Айратовна һиҫкәнеп китте.

--Атайҙың туйға килмәгәненә көйһеңме әллә? Ярай, төкөр. Иң мөһиме һин бар, әсәй,—тине Әхәт

--Юҡ, көймәйем, былай ғына уйға батып киткәнмен... Улым, һинең туйыңда ултырыу бәхете лә тейҙе бына,--тип йылмайҙы Лилиә.

Ҡасандыр бер палатала ятҡан Гөлгенәнең ҡыҙына өйләнә Әхәте. Әсә йөрәге шатлана ине.

 

Фото: интернеттан.

 

Автор:Резеда Валиева