АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Ғинуар 2022, 10:28

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Беренсе киҫәк.)

       Көҙ быйыл үтә лә матур килде. Игендәр баш ҡоҫҡансы ҡойма ямғырҙар яуып йөҙәт­кәйне, шу­н­ан бирле көндәр ҡороға китте. Дымға туйынған тупраҡ томраға биреш­мә­не, уңдырышлылығын юғалтманы, киреһенсә һәммәһе ерҙән һурылып ҡына сыҡҡан­дай ҡояш нурҙарына ҡарай үрелде. Халыҡ йәйрәп йөрөп бил быуа-рҙан үҫкән үл­әнде ҡа­йыраһы­нан сабып кәбән-кәбән бесән эшләп алды, рәхәтләнеп урағын үткәр­ҙе, аш­л­ы­ҡты ҡабалан­май һайлап бураларға тултырҙы. Хәҙер йәй алсаҡлығы әбейҙәр сыуағы­на килеп ялға­н­ды. Тирә-яҡ ойоп, ҡолаҡ тондорғос тынл-ыҡҡа сумған. Әле һаман да йәйге селләнең хуш еҫтәрен юғалтмаған һалҡынса һау-ала ара-тирә ялт-йолт итеп үр­мәксе ауҙары йө­ҙә. Тау битләүҙәрендә нимәнәндер өрккән кейектәй бер урынға өй­кө­л­өшкән ҡыуаҡтар тоҡанып, тулы ҡеүәтендә яна башлаған усаҡтай ҡыҙғылт-һары төҫ­тәргә күмелеп улт­ы­ралар. Болот әҫәре күрен-м-әгән төпһөҙ зәңгәр күктә балҡыған ҡо­я­штың нурҙары әлеге усаҡтарға барып ялғана төҫлө.  

Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Беренсе киҫәк.)
Аҡҡош - аҡ ҡош. (Хикәйә. Беренсе киҫәк.)

          Беҙҙең яҡтарҙа юл йөрөү - үҙе бер оло михнәт. Бигерәк тә урман тарафтарында. Әй­­т­­кәндәй, районыбыҙҙың ҡап яртыһы ҡаялы-таулы урмандарҙан тора, икенсе яр­­тыһы - ҡола дала. Ялпаҡ ҡалҡыулыҡтарҙы сыбарлап унда-бында күренгеләгән ҡа­й­ын-ҡыуаҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, ҡараш иңләрлек түгел ялан киңлектәрен. Яланда йәшәп ҡарамағас, әйтә алмайым, иллә урман тәбиғәте саманан ашҡан ҡы­р­ыҫ, һуҡмаҡтарын да шайтан йә албаҫты һалғандыр, билләһи. “Юл аҙабы - гүр газабы” әй­т­еме лә фәҡәт беҙҙең яҡтарға төбәп әйтелгән тиерһең.

   Офоҡ ситенән, ялан яғынан көнъяҡҡа һуҙылған ялпаҡ тау теҙмәһе Һаҡмар йы­л­ға­һы­на етәрәк йылан һымаҡ борғаланырға тотона, унан таш ҡаяларға таянып күк­тә­ргә үрелә лә, йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы урмандарға төрөнөп, юлаусыларға аҙым һайын ҙур ауырлыҡ менән үтерлек кә­р­­­­­тә ҡора. Юғарыға ҡыйыуһыҙ ғына үрмәләгән юлдарға ҡаялары һандыҡ­т­ай таштарын сығарып һалһа, урманы, үҙенә йотоп алып, сәғәттәр буйына аҙаштыр­ып йөрөтә лә, тирләтеп-еүешләтеп әлһерәткәс кенә ҡосағынан ысҡындырып, сираттағы ҡа­ш­­лаҡҡа килтереп терәй. Өҫтәүенә, кәртәнең иң ҙуры - суйын ҡаяларҙы, артышлы ҡа­б­­раларҙы иретеп Һаҡмар ағып ятыр булыр. Йылға ла тигеҙлектә йыуашлығын, һә­лкә­ү­леген һелкеп ырғыта ла, ҡаршылыҡтарға юлығып, сайҙарға төрөнөп йәшел­лә­н­еп ятҡан тумалаҡ таштарға ялын ҡағыуға, ажғыра ла башлай, уртынан ярһыулы кү­бек­тәрен сәсрәтә. Йәй урталары етеүгә йылға тыныслана төшә төшөүен. Шул осорҙа ауыл ха­лҡы өмә яһап, йылғаның тарыраҡ урынын һайлап, шыйтыҡ ҡына һайғауҙарҙан йә­й­­әү­ле кеше үтмәле баҫма йораты әтмәләп ҡуя. Ләкин юлаусының ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай, көслө ҡойма ямғыр яуып үтеүе була, Һаҡмар яңынан ҡуҙғып, “йүгә­н­ен” ауырлыҡһыҙ һыпырып ырғыта һәм йәнә иректә ҡала, әйтерһең дә нуҡта күрмәгән ҡырҡмыш тай! Маташып-маташып ҡара­нылар ҙа, ҡул һелтәп, һуңғы йылдарҙа улайтып баҫма-маҙар һалып этләнмәйҙәр. Яҙғы ташҡында йылға кисеүенә кәмә төшөрһәләр, йәй көндәрендә ылаулыһы кистереп, йәйәүлеһе күлдәк-ышта­н­ын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып аша сыға.

  Күптәр йәйәү йөрөп, үксә күберсетеп, һалҡын һыу кисеп тымаулап интекһәләр ҙә, ау­ылға автобус маршруты асыу тураһындағы хыял ике ятып бер төштәренә инмәй. Йы­й­ылыштарҙа әллә ниндәй мәсьәләләрҙең хәл ителеүен даулап, тамаҡтары ҡарлыҡ­ҡан­сы тиргәшһәләр ҙә, юл хаҡында ләм-мим өндәшеүсе табылмай. Хәйер, был йәһ­ән­нәм төпкөлөнә автобус йөрөтөүҙе һорап, оло түрәләр алдында оятҡа ҡалһындармы та­ғы?!  Күнгәндәр. Күнеү генә түгел, йылға аръяғында үҙҙәрен ҡурсаулыраҡ итеп тә то­­я­лар ҙа әле. Йылға ташып баҫма ваҡытынан алда ағып китһә лә борсола һалып бармайҙар. “Емеш-еләкте йы­й­ып, сабынлыҡтарҙы тапап йәҙәтә инеләр, арыу булды әле”, - тип үҙ-ара кемделер  үс­әйҙәр ҙә ҡуялар.

   Мин дә, йомошомдо көнөнә йомошлап әйләнергә ниәтләп, көтөү ҡыуғас та сыҡ­ҡа­­­й­­ным, сәфәрем баштан уҡ ыңғай башланды. Тау һарҡыуына һәүетемсә атлап, Һаҡ­ма­рға килеп төшөп, бит-ҡулдарҙы сайҡатып, иртәнге һалҡынса һыуҙы сирҡана-сир­ҡа­на кисеп сығыуға, артымдан һөт машинаһы елдереп килеп туҡтаны, һәм кабина­н­ың ишеге шар асылып китте:

            – Әйҙә, ағай, ултыр!

      Ҡарһаланып, нисек етте шулай кейенеп инеп ултырғайным, кабина ишеген ябыр-япмаҫтан, маш­и­на килгән тиҙлегендә ҡуҙғалып та китте.

  Руль артында - үткән йыл ғына мәктәпте тамамлаған уҡыусым Илһам. Парта ар­т­ында әрпеш кенә күренгән малай тиҙ арала ҡайһылайтып үҫте лә китте. Тәбәнәк буйын әйтмәйем, күҙгә эләгеүен әйтәм: йоҡа кәүҙәһе тулыланған, ҙур ҡырлас тан-ауы аҫтында өтрәйгән мый­ығы быжыр битенә, дүрткелләнә башлаған эйәгенә етдилек һыҙаттары өҫтәп ебәргән. Муйыл һымаҡ ҡара бызылдаҡ күҙҙәрендә шуҡлыҡ, йәшлек дыуамаллығы сағы­ла, улар һәр нимәгә көлөп, ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Ҡыҫҡа ҡуйы ҡаштары, уң яҡ си­кәһенә тамған ынйы бөртөгөләй генә  миңе лә тере, хәрәкәтсән йөҙ яңғайына бейеп кенә торалар.

       Илһам аҙым һайын үҙенең фиғел-ҡиәфәте менән үҙенең үҫеп еткәнлеген, оло-лар ҡорона инеүен иҫбатларға ынтыла. Ләкин етдилек әллә ҡайһы арала бер ҡатлылыҡҡа алма­ш­ына. Уны ситтән күҙәтеүе ҡыҙыҡ та, мәҙәк тә.

       Әле лә егет «Прима» ҡабы килтереп сығарҙы ла тәмәкене ҡалын, ҡабарынҡы ир­ендәре ситенә эре генә ҡыланып ҡыҫтырғас миңә лә тәҡдим итте. “Тартмайым” тип иш­а­ралағанды күреп, һонғанын кире кеҫәһенә йәшерҙе, йәнә баранкаға йәбеште. Әҙерәк барғас, Илһам шелтәле ҡарашын тәүҙә ҡулдарына, унан машинаның бардачогына йү­­нәлтте. “Күрәһең бит, тик ултырмайым, тоҡандыр”, йәнәһе. Сара юҡ, кемдең ар­ба­һына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың, үтәргә кәрәк.

   Тәмәкеһен һурып та өлгөрмәне был, быуылып йүтәлләргә лә тотондо, ҡып-ҡыҙыл булып бүртенеп китте хатта.

            – Тартмай инең, шикелле?

       Баштағы эрелек һыпырып алғандай юғалды. Уҡыусым, ауыҙындағын асыҡ тәҙ­рә­нән тышҡа атҡас күҙҙәрен ыуа-ыуа, яуапларға ашыҡты:

            – Тартмайым, һөт ташыусы башҡа шоферҙарға эйәреп кенә ҡыланыуым… Ал­ыҫҡамы, ағай?

            – Йыраҡ түгел, Бикбирҙегә.

            – Ниңә кисә үк әйтмәнегеҙ? Өйөгөҙҙән алып китер инем.

            – Әлләсе. Һиңә бит сират аҙнаға алдан яҙыла.

            – Уныһы шулай. - Егеттең йөҙөндә яңынан эреләнеү һыҙаттары сағылды. - Йөҙ­ә­теп, аптыратып бөтөрәләр. Ялыныусылары ла етерлек. Ҡайһылайтып бөтәһенә ярап бөтмәк, тотош ауыл халҡын машинама тейәп йөрөтә алмайым. Кисәге сиратсы барм­а­ҫ­ҡа булды нишләптер, шуға бушмын.

       Һүҙ өҙөлдө. Илһам, кәүҙәһен тәҙрәнән яртылаш сығарып сәстәрен елгә туҙғы-тып, ниндәйҙер күңелле көй һыҙғырырға кереште. Мин дә йәйәү йөрөгән саҡтар-ҙа иғти­б­арҙан ситтә ҡалған тәбиғәт хозурлығын кинәнеп күҙәтә башланым.

       Көҙ быйыл үтә лә матур килде. Игендәр баш ҡоҫҡансы ҡойма ямғырҙар яуып йөҙәт­кәйне, шу­н­ан бирле көндәр ҡороға китте. Дымға туйынған тупраҡ томраға биреш­мә­не, уңдырышлылығын юғалтманы, киреһенсә һәммәһе ерҙән һурылып ҡына сыҡҡан­дай ҡояш нурҙарына ҡарай үрелде. Халыҡ йәйрәп йөрөп бил быуарҙан үҫкән үл­әнде ҡа­йыраһы­нан сабып кәбән-кәбән бесән эшләп алды, рәхәтләнеп урағын үткәр­ҙе, аш­л­ы­ҡты ҡабалан­май һайлап бураларға тултырҙы. Хәҙер йәй алсаҡлығы әбейҙәр сыуағы­на килеп ялға­н­ды. Тирә-яҡ ойоп, ҡолаҡ тондорғос тынлыҡҡа сумған. Әле һаман да йәйге селләнең хуш еҫтәрен юғалтмаған һалҡынса һауала ара-тирә ялт-йолт итеп үр­мәксе ауҙары йө­ҙә. Тау битләүҙәрендә нимәнәндер өрккән кейектәй бер урынға өй­кө­л­өшкән ҡыуаҡтар тоҡанып, тулы ҡеүәтендә яна башлаған усаҡтай ҡыҙғылт-һары төҫ­тәргә күмелеп улт­ы­ралар. Болот әҫәре күренмәгән төпһөҙ зәңгәр күктә балҡыған ҡо­я­штың нурҙары әлеге усаҡтарға барып ялғана төҫлө.

   Бына машина ауыр ыңғырашып һөҙәкте артылды, ҡаршыһындағы урман эсендә сырмалып аҙашҡан бормаларҙы теүәлләп ҙур яланға килеп сыҡҡас, уфтанып, тамағ­ын ҡыра биреп, тиҙлеген арттырып, алға йүгерҙе. Илһам күҙ ҡыҫты, “юлдың ауырын ауҙарҙыҡ”, йәнәһе.

   Яландың ашлығы күптән һуғып алынған, һаламы ситкә эттерелеп, кәбәндәргә өй­өл­гән. Туңға һөрөргә өлгөрмәгәндәр әле, билбыуарҙан төшөп башлағандар ҙа ташла­ған­дар. Унда ҡара ҡарғалар өйкөлөшә. Тик улар ғәҙәттәгесә ҡарҡылдашып даулаш­май­ҙар, ҡанаттарын талғын елпеп осошторғолайҙар ҙа кире бураҙнаға ҡунып, түштәрен ҡо­я­ш­­ҡа ҡуйып, йоҡомһорап ултыралар, йә булмаһа аушаңлата баҫып йөрөштөргән бул­алар. Асҡалаҡ ҡарғаларҙың ғауғалы тауыштары ғәҙәттә күңелгә шик-шөбһә һала, ә бы­ларҙың ғәмһеҙ йыбаныуы йәнде тынысландыра, рә-хәтлеккә әйҙәй. Күлдәк иҙеүен ыс­­­ҡындырып ебәреп, йөҙөмдө сыуаҡҡа ҡуйып, ойоп киттем.

       Байтаҡ шулай барғас, юлдашымдың тауышы ҡапыл һиҫкәндереп ебәрҙе:

            – Ағай, ана ята Бикбирҙе ауылы.

      Был мәлдә машина урмандан һуң башланған сикһеҙ даланы үтеп, ҡаршыла ос­ра­р­ға тейеш һуң­ғы үрҙе артылып, ҡабаттан түбәнгә йомолғайны.

       Аҫта табаҡтай йәйелеп ауыл ята. Эргәһендә быуаһы ла ялтлап күренә.

            – Рәхмәт, ҡустым, елдәй елдереп алып килдең. Быуаны әйтәм, нисә йыл ята, йы­р­ылмай. Ҡара оло күл һымаҡ булып йәйелеп киткән.

            – Тау йылғаһы булһа, һә тигәнсе ҡыйратыр ине быны. Быуаға ҡойған йылғ-аһ­ын күр, ята ығышып, ағыр-аҡмаҫ… Ни тиһәң дә ялан шул. - Илһам һуңғы һүҙҙәренә баҫым яһаны.

    Беҙҙәгеләр гел шулай, кемеһен генә алма, төпкөлөнән ҡырҡ михнәт менән сы­ғып до­н­ъя күреп килә лә, ауыҙын мыҫҡыллы бөрөштөрөп, әйткән тәүге һүҙе шул бу­ла: “Эс­­ер шишмәһе, ышыҡланыр ағасы, һайрар ҡошо юҡ, ни тиһәң дә, ялан яғы..."

Автор:Хайдар Тапаков